

Һиммәт тә Һарығолаҡтың ауылға ҡайтып хәбәр итеү мөмкинлегенән төңөлә төштө. «Был собака мине ташлап китмәй инде ул, ҡыйын булһа ла таң атҡанын ошонда көтөргә тура килер, ахыры», ‑ тип күңелһеҙ уйға сумды Һиммәт һәм, күҙен йомоп, йоҡларға тырышып ҡараны. Ләкин соҡорҙа оҙаҡ ятыу арҡаһында ҡатып барған кәүҙәһен төрлөсә ҡуҙғатып, ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла әйләнеп, ҡайҙалыр юғалып ҡалған бейәләйен эҙләне. Табалмағас, кәкрәйеп ҡатҡан ҡулдарын ышҡып, аяҡтарын ҡыбырлатты, нисек тә йоҡламаҫҡа ҡарар итте. «Йә Закир Рәмиев ҡаҙҙырған әҙер ҡәбер төбөндә таң сыҡҡансы туңып, йәһәннәмгә ҡойроҡ сәнсеп ҡалыуың бар», – тип уйланы.
Ҡараңғы төштө. Һарығолаҡты һырты менән ҡуша ҡалын ҡар баҫты, ләкин ул шурф ауыҙына тыҡҡан башын алмай ҡарап ятыуын дауам итте. Хәйер, ул теләгән хәлдә лә башын тиҙ генә кире тартып ала алмаған булыр ине, сөнки уның көн буйы сабып тирләгән муйыны бөгөлмәй шаҡрайып туңғандай ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Һарығолаҡ үҙенең терелеген белдереп, әленән-әле шыңшып, хужаһына дәрт өҫтәгәндәй итте.
Хәйерниса еңгәй, аш һалып, уларҙы ҡояш байығансы көттө лә, ҙур борсолоу менән күрше-тирәне йәүкәләргә сығып китте. Ләкин Һиммәт менән Һарыҡолаҡты күреүсе лә, белеүсе лә табылманы.
Иртәгә таңдан тороп, күмәкләп эҙләп ҡарарға хәл ҡылды күрше бер нисә ир заты. Эңер төшөү алдынан аңғармаҫтан ҡубып киткән буран таңға шып туҡтаны. Бөтә юлдарҙы, һуҡмаҡтарҙы тип-тигеҙ һылап көрт һалды. Ағас көрәк алып, билдәренә балта ҡыҫтырып, ике бесән санаһы менән күршеләре юлға сыҡты.
Бына һыҙылып таң атты. Бысаҡ һыртындай ғына булып, декабрь ҡояшының ҡыҙыл сите күренде. Ҡуйы ҡара селек араһынан уның сәнсеп үткән нурҙарын күргәс, туңып барған Һиммәткә йән кергәндәй, бөтә тәне әҙерәк йылынып киткәндәй булды. «Үс иткәндәй, исмаһам, тәмәке лә ҡалманы», – тип уйлап алды асынып. Бер нисә мәртәбә йүткереп Һарығолаҡҡа үҙенең әле иҫән икәнлеген белдереп ҡуйҙы. Яуап итеп, эт тә, иртәнге сәләм биргән кеүек, шыңшып алды.
Уның һиҙгер ҡолағына ҡарҙа шығырлаған сана табаны, кешеләрҙең дә үҙ-ара һөйләшкән тауыштары салынып ҡалды. Һарығолаҡ бөтә көсө менән төн буйы үҙен күмеп киткән ҡар өйөмөн өҫтөнән ырғытты ла, сәңкей-сәңкей, туңып ятҡан урынынан көскә-көскә ысҡынып, бауырына тиклем бата-бата, кешеләр килгән яҡҡа ыңғайланы.
Уны күреп ҡалған кешеләр:
– Һарығолаҡ, маһ, маһ, эй януар, эте тере булғас, Һиммәт тә, моғайын, берәй урында ҡар аҫтында күмелеп ята торғандыр, – тип шатландылар. Улар янына килеп етер-етмәҫтән, Һарығолаҡ үҙенең килгән юлынан кире боролоп, бер нисә мәртәбә артына әйләнеп ҡарап өрә-өрә, алға сапты. Йәнәһе лә: «Әйҙәгеҙ, артта ҡалмағыҙ, йылдамыраҡ булығыҙ». Һарығолаҡ уларҙы туп-тура Һиммәт уйылып төшкән шурфҡа алып килде. Үҙе шурф ситенә килеп баҫты ла, ҡойроғон болғап, һоро күҙҙәре менән быларға тилмереп ҡараны. Тик «ошонда төшөп китте минең хужам», тип кенә әйтә алманы аҡыллы йән эйәһе.
– Эй, аҙаш, тереме һин унда? Был – беҙ, һине эҙләргә сыҡтыҡ, – тип ҡысҡырҙы, шурф ситенә баҫып, силсәүиттең ут күршеһе “Ғауға” ҡушаматлы икенсе Һиммәт.
– Мин хәҙергә теремен дә, ләкин хәл бик мөшкөл, – тип яуап бирҙе соҡор төбөнән «Һөңгө» Һиммәт.
– Оҙаҡ түҙгәнде бер биш минутҡа түҙерһең инде, изге йәнле этеңә мең-мең рәхмәттәр уҡы инде, әгәр шул әүлиә этең эргәңдә булмаһа, ошо соҡор төбөндә ҡатып үлгән булыр инең, аҙаш. Беҙ һиңә хәҙер оҙон ҡыуал йәки дилбегә төшөрөрбөҙ, – тине лә көрткә бата-бата, иң оҙон сауҡаны ҡырҡып килтерҙе. Йәбешеп менергә уңайлыраҡ булыр тип, ботамай-нитмәй сауҡаны шурфҡа төшөрҙөләр. Туңған ҡулдары менән Һиммәт, сауҡаға йәбешеп, үрмәләп ҡарағайны ла, ысҡынып, соҡор төбөнә яңынан төшөп китте.
– Дилбегәгеҙҙе төшөрөгөҙ, бәйләнеп менергә уңайлыраҡ булыр, – тип ҡысҡырҙы тамам хәлһеҙләнгән Һиммәт.
Ике ҡайыш дилбегәне ҡушарлап иштеләр ҙә яңынан шурфҡа төшөрҙөләр. Һиммәт дилбегәнең осо менән үҙен биленән бәйләне лә: «Йә инде, тартығыҙ», – тип бойороҡ бирҙе.
Күмәкләшеп ҡулы-бите туңған, тамам хәле бөткән Һиммәтте соҡорҙан тартып сығарҙылар. Оҙаҡ мылтыҡ тотоп ятып, таң атҡансы бөгәрләнеп туңған һул ҡулын мылтыҡ прикладынан көскә айырып алдылар. Аяғында саҡ баҫып торған Һиммәт эте өҫтөнә йығылды ла, уны муйынынан ҡосаҡлап, ике күҙенән бөрсөк-бөрсөк тәгәрәп төшкән йәштәрен дә һөртмәй: «Егеттәр, минең ҡашта ошо йән эйәһе булмаһа, мин ошо соҡор төбөндә йән бирәһе инем, бына ошо мине ҡотҡарыусы», – тип Һарығолаҡтың туңған морононан үбеп алды, ҡатҡан ҡулдары менән уның ҡарлы арҡаһынан һыйпаны.
Һиммәттең битен-ҡулын оҙаҡ ҡына ҡар менән ыуҙылар ҙа тимер көрөшкәгә бер шкәлник араҡы һалып бирҙеләр, ләкин уның араҡыны тотоп эсерлек хәле булмағас, ауыҙына ҡойҙолар. Һиммәттең эсенә йылы йүгергәндәй булды. Уны ике толопҡа урап, санаға һалдылар ҙа ауылға алып ҡайтып киттеләр.
Хәйерниса еңгәй, бер һике булып һуҙылып ятҡан Һиммәтте сисендереп, бөтә тәнен ағас спирты менән ышҡып сыҡты. Һары май һалып, ҡоротлап-борослап, ике туҫтаҡ йылҡы һурпаһы эсерҙе лә яңынан толопҡа урап һалып ҡуйҙы. Әҙерәк хәле еңеләйә төшкәс, Һиммәт: «Ана, этте ҡарағыҙ, итле һурпа сығарып ҡойоғоҙ, бынан ғәйре мин ниндәй тамаҡ ашаһам, эткә лә шуны ашатығыҙ, әйтеү итеп әйткән нәҙерем бар», – тине эргәһендә ултырған ҡатынына.
Өс көн өйҙә ятып, дүртенсе көнөнә мунса яҡтырып, эләүкә башында ултырып, ныҡ ҡына тирләгәндән һуң, Һиммәт әҙәм булып китте.
Һиммәт өйҙә сирләп ятҡан саҡта, Һарығолаҡ өсөн дә байрам көндәре булды. Уға көн дә ҡалъялы һурпа эләгеп торҙо. Үҙенә ҡарата был хөрмәттең мәғәнәһен төшөнә алмай интекте Һарығолаҡ. Һунарҙан ҡайтҡан көндә ярты ялғаш итле аш ҡойғас: «Был ни хәл, миңә яңылыш ҡына һалманылармы икән был ашты», – тип, Хәйернисаға аптыраулы ҡараш ташлап, аш янына килмәй торҙо. «Аша, аша, Һарығолаҡ, ул һиңә», – тигәс кенә, ялғаш янына баҫып, баҙнатһыҙ ғына ашарға тотондо.
Тиҙ арала Һарығолаҡ яҡшы ғына көрәйеп тә өлгөрҙө, итле ашҡа өйрәнеп тә алды. Ғәҙәттәгесә тамаҡ эҙләп, оло урам буйлап темеҫкенеп тә йөрөмәне. «Бына дәдәң ҡашҡарҙар менән нисегерәк йәшәй, нисегерәк ашай», – тип башҡа эттәр араһында маҡтанып та алғыһы килде уның. Ләкин эт байрамы оҙаҡҡа һуҙылманы.
Силсәүиткә бер-ике көн эшкә барып ҡайтҡайны, хужа артынан бау кеүек тағылып йөрөгән Һарығолаҡтың барлығын да, шурф өҫтөндә ауылдаштары алдында әйтеү итеп әйткән нәҙерен дә онотто Һиммәт. Һарығолаҡҡа тағы көнөнә бер тапҡыр әсе ҡатыҡ ҡушылған йыуынты һыу ғына эләгә башланы. Тәүге көндәрҙәге хөрмәтте аңлап еткермәгән кеүек, хужаларының ҡапыл үҙгәргән был ҡарашын да, билдәле, төшөнә алманы Һарығолаҡ.
Ләкин бер аҙҙан һуң уның ғәйепһеҙ ғәзиз башына насип булған фажиғә уның ошо көн дә бирелә торған йыуынты һыуын да, уның үҙ ғүмерен дә юйҙы.
Ваҡиға былай булды.
Берҙән-бер көндө Һиммәт, эш тамамланғас, силсәүиттән сыҡты ла ғәйеп булды. «Ғәйеп булды» тип, ул энә түгел юғалырға, ләкин шулай ҙа ул эҙен юғалтты.
Ҡышҡы ҡыҫҡа көн кискә һарҡып, ҡояш Ирәндек тауы артына йәшеренгәс, Һиммәт уғры кеше кеүек, ян-яғына алан-йолан ҡарана-ҡарана, түбәнге оста йәшәгән әшнәһе Йомабикәгә барып инде. Ул байтаҡ йылдар кәнсә ҡарай, төҫкә-башҡа сибәр, күҙҙәре ут атып торған йәш тол ҡатын. Һиммәттең күптән инде, йөрәге янып, уға күҙе төшөп йөрөй ине.
Бына бөгөн кискә кәнсәлә икәүҙән-икәү тороп ҡалғас, мейес тирәһендә эйелеп-бөгөлөп иҙән йыуып маташҡан Йомабикәгә, уның йыуан балтырҙарына Һиммәт, күҙе ҡыҙып, өҫтәл аша оҙаҡ ҡына майлы күҙҙәре менән текләп ултырҙы ла, түҙемлеге бөтөп, ҙур ҡулдары менән уның ике бөйөрөнән йомшаҡ ҡына итеп һәрмәп алды. Йомабикә ҡапыл һиҫкәнеп киткән булды, баҙлап янып торған муйыл күҙҙәрен Һиммәткә бер атты ла:
– Ыста, был ни ҡыланыуың, Һиммәт ағай, бисәң Хәйерниса былай ҙа беҙҙең бергә эшләгәнде күрә алмай, ауыл бисәләре араһында нахаҡҡа әллә ниндәй ғәйбәт таратып йөрөй, имеш, мин һинең менән йөрөй булам, юҡ-юҡ, ағай, бәләңдән баш-аяҡ!
– Ҡуй әле шул «ағай ҙа ағай» тиеүеңде. Шул һүҙең менән ажарымды ҡайтараһың. Хыть «еҙнәй» тип әйтер инең. Балдыҙ булған кеше үҙе ирҙең ярты бисәһе тигән һүҙ бар ҙа баһа. Минең күңелгә бик ята шул «балдыҙ»һүҙе.
– Ай-һай, аҡылың алтын икән. Һин еҙнә булырға минең ҡайһы апайымды алдың? Күпме «еҙнә аҡсаһы» биргәнең бар?
–Эй, Йомабикә, Йомабикә, эш аҡсала ғына торһа, уныһын ғына табыр инек тә ул.
– Бына шулай, аҡсаңды – «ишек бауын» йәлләмәй биреп һөйләш яңы балдыҙың менән. Ярар инде, был һүҙ күңелеңә хуш икән, бынан һуң үҙеңә «еҙнәй» тип кенә өндәшермен, – тине йөрәге ярһыуҙан бер аҙ тыныслана төшкән Йомабикә, серле итеп йылмайып. – Бисәңдән ҡурҡмайһыңмы һуң?
– Эй дүрәк, бисәнән ҡурҡалар тиме ни был заманда? Ҡатҡан һыйыр тиҙәген тибеп осорһаң, аҫтынан ун бисә йүгереп сығырға әҙер генә тора бит хәҙер.
– Ай Алла, ошо телең булмаһа. Бик батырланғанһың икән. Улай булғас, ниңә бәйләнәң һуң? Ана ята юлың, башҡаларға һыҙҙырып ултыр!
– Мин рад бы бәйләнмәҫкә, йөрәк бәйләнә, күңел тарта, Йомабикә. Ни хәл итәһең, ул мөхәббәт тигән хәйерһеҙҙең үҙенең закондары бар, күрәһең. Ҡартайып барған йөрәктең янып-янып ҡара күмергә әйләнеп ҡуйыуы ла бар әле. Исмаһам, берәр ваҡыт сәйгә саҡырыр инең, булмаһа.
– Сәй һәр ваҡыт әҙер килгән кешегә. Самауырым өҫтәлдә шаулап ултыра. Рәхим итегеҙ.
– Ярар улайһа, бик үтенеп саҡырғас, барып сыҡмай булмаҫ. Бөгөн киске сәғәт етеләр тирәһендә солан ишегеңде асып, көтәүелләп тор.
Бына ниндәй һөйләшеүҙән һуң ғәйеп булды эт хужаһы. Билдәле, Һарығолаҡ та, энә артынан эйәргән еп кеүек, «көфөр мөйөшө»нә алып бара торған гонаһлы юлдан, Һиммәт артынан китте. Ләкин, Һарығолаҡ уйлағанса, бик тиҙ генә бөтмәне хужа йомошо. Бик оҙаҡ, ҙур түҙемлелек менән көтөргә тура килде хужаһын Һарығолаҡҡа. Ятып та ҡараны, тороп та ҡараны меҫкен эт. Ләкин Һиммәт сығырға ашыҡманы. Күпмелер ваҡыт үткәндер, Хәйернисаның бик алыҫтан «Һарығолаҡ, маһ, маһ» тигән тауышы эттең һиҙгер ҡолағына салынып ҡалды. Билдәле, Һарығолаҡ бик тиҙ генә хужаһын ташлап китергә йыйынмағайны ла, ләкин, ғәзиз башының күрәһе булғандыр инде, уның изге теләген аслыҡ еңде. Ул, түбән остан йән-фарман сабып ҡайтып, хужабикәнең итәгенә һырыҡты. Ул ялғашына һалынған ашты ҡарһаланып ашап бөткәс, Хәйерниса илау ҡатыш үтенес менән Һарығолаҡтың һоро күҙҙәренә баҡты. Хужабикәнең:
– Хужа ҡайҙа, уны ҡайҙа юғалтып ҡалдырҙың, – тигән һорауын аңлаған кеүек, Һарығолаҡ ҡойроғон болғап ҡуйҙы. Йәһәт кенә өйгә керә һалып, елбәҙәк кенә кәзәкейен яурынына һалып сыҡҡанда, Һарығолаҡ, артына ҡарана-ҡарана, Хәйернисаны көткән кеүек, оло урам буйлап түбәнгә төшөп бара ине. Дәррәү юл башлап, билдәле, үҙ ихтыярынан ғәйре, Һарығолаҡ Хәйернисаны туп-тура Йомабикәләр өйөнә алып килде. Хәйернисаның һыуыҡҡа өшөгән йөрәге ҡапыл ҡабынып китте, асыуы ҡабарҙы.
Таң беленеп килеүгә ҡарамаҫтан, әле был өйҙә ятмағандар, кәйеф-сафа ҡоралар. Нисек кенә тәҙрә ҡапҡастарын ентекләп япһалар ҙа, уның бысаҡ йөҙөндәй генә ярыҡтарынан шәм яҡтыһының нурҙары аҡ ҡар өҫтөнә оҙон һөңгө булып сәнселә ине. Өҫтәүенә ҡурай тауышы ла яңғырап, тышҡа ишетелеп тора. «Тимәк, Һиммәт ете төн уртаһында, балаларынан, өйөнән ҡасып, сторожихаһы Йомабикә менән кәйеф-сафа ҡороп ултыра» тигән хәтәр уй Хәйерниса еңгәйҙең ярһыған йөрәген телгеләп үтеп китте. Ул оҙаҡ уйлап торманы, бата-сума барып, яртылаш көрткә күмелгән ситәндән бер ҡаҙыҡ һындырып алды ла эшкә кереште – ике асылмалы тәҙрә ҡапҡастарын шар асып ебәрҙе лә быяла ҡырырға тотондо.
– Вәт һеҙгә, битһеҙҙәр, ике уйнаш, әйҙә хәҙер һыуыҡ өйҙә туйғансы йырлашығыҙ, ҡосаҡлашығыҙ, – тип урам ярһытып ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙы ла һыпыра атлап өйөнә ҡайтып китте. Әлбиттә, Һарығолаҡ был ваҡиғанан тағы бер ни ҙә аңламай, ары сабып, бире сабып ҡараны ла, ситтә генә аптырап, ҡарап торҙо. Кешелек донъяһында осрай торған бындай ҡатмарлы хәлдәрҙе эт аңлап бөтөрөрлөк кенә түгел шул.
Ватылған тәҙрәнән Хәйерниса эргәһендә баҫып торған үҙ этен күргәс, Һиммәт: «Был тик Һарығолаҡтың этлеге, тик ошо сволочь ҡына Хәйернисаны бында алып килгән. Унан башҡа минең бында икәнде этем дә күрмәне», тип уйлап алды. Уның асыуы эсенә һыйманы, ярһыған йөрәге күкрәген ярып сығырҙай булып туланы. Ул йәһәт кенә кейенде лә ҡайтып өйөнә инеүе булды – ҡатынының тамырҙары күгәреп сығып торған ас боғаҙына йәбеште.
– Йә, эт ҡойҡаһы, һин мине бөтә ғаләм алдында күпме позорить итәсәкһең?
Аҡ мейестәй ағарып, ҡобараһы осҡан Хәйерниса бер яуап та ҡайтара алманы. Бындай ваҡыттарҙа уның менән әрепләшеп тороуҙың аҙағы нисек бөтәсәген ул электән дә яҡшы белә ине. Ҡатынын иҙәнгә тәгәрәтә һуҡты ла Һиммәт ярһып урамға йүгереп сыҡты. Башы өҫкә саңҡая төшкән 45-се размерлы дағалы итеге менән, күҙҙәрен тәгәрәтеп, уға өмөт бағып ҡарап торған Һарығолаҡтың моронона тибеүе булды, ул бер нисә мәртәбә тәгәрәп барып та ятты. Иҫәңгерәгән эттең танауынан, ҡолаҡтарынан соролдап ҡып-ҡыҙыл ҡан аҡты. Уның баш осонда бәләкәй генә ҡан соҡоро барлыҡҡа килде, быу кеүек, йылы ҡан боҫо һауаға күтәрелде. Хәлһеҙ ятҡан этенең ас биленә тағы бер нисә тапҡыр типте лә ҡаты итеп руссалап һүгенде Һиммәт. Бер аҙ асыуы баҫыла төшкәс, өйөнә инеп, сисенмәйенсә, бер һикене алып һуҙылып ятты ла хырылдап йоҡлап та китте.
Хәйерниса илауҙан ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен алъяпҡысының тиҫкәре яғы менән һөрттө лә, эттең сәңкелдәгәнен ишетеп, урамға сыҡты. Ҡанға туҙып ятҡан Һарығолаҡты күреп, уға ярҙамға ашыҡты. Имгәнгән артҡы ярты кәүҙәһен һөйрәп, ояһына табан шылышып барған эттең башынан тартты. Бер аҙнаға яҡын ятты Һарығолаҡ үҙ ояһында. Был инде хужа менән эт араһындағы дуҫлыҡтың бөтөнләй өҙөлөү көндәре ине.
Һарығолаҡ әкренләп төҙәлә башланы. Быға, әлбиттә, Хәйерниса күп көс һалды. Үҙенең арҡаһында был мәхлүктең ошо хәлгә ҡалыуын яҡшы аңлай ине. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Һарығолаҡ ояһынан сығып, тирә-йүнде күҙәтеп ултыра алды. Ләкин күпме генә башын ватмаһын, ике кешегә берҙәй күрһәткән үҙ изгелегенең нишләп һуң әле үҙе өсөн ошо ғазаптарға әйләнеүен төшөнә алманы.
Икенсе көндө Һиммәт кәнсәгә эшкә килгәндә, ауылдаштары уны беренсе тапҡыр үҙенең этенән башҡа күрҙеләр. Һарығолаҡ өсөнсө-дүртенсе көндә лә күренмәне. Был күңелһеҙ ваҡиғанан һуң бер Һиммәт кенә, бөтә бәләнең башы үҙе булыуына ҡарамаҫтан, бер ни ҙә булмағандай эшләүен, йәшәүен дауам итте.
Тик бер аҙнанан һуң, шәмбе көн кис, Йомабикә кәнсә ишегенән башын тығып ҡараны ла, сит кеше юҡлығын күргәс, Һиммәт янындағы секретарь өҫтәле артына ултырып, бөтә аһ-зарын түкте, әҙерәк балауыҙ ҙа һығып алды.
– Бына шулай инде ул, һеҙҙең кеүек бисәле ирҙәр менән бәйләнһәң... Һин шып-шыма һыуәлләҙи, һиңә һүҙ ҙә юҡ, чорт та юҡ, бөтә бысраҡ ғәйбәтте шул беҙ меҫкенгә күтәрергә тура килә. Мин хәҙер ошо хәлдә нисек һинең кәнсәңә киләйем, әгәр халыҡ быны ишетә ҡалһа, күҙеңде лә астырмаҫ. Миңә берәр ҡағыҙ яҙып бир ҙә, китәйем, баш һуҡҡан яҡҡа, минең ер тырнап ятып илар балам да, ирем дә юҡ, – тип һыҡтап иларға кереште. Тәмәкеһен ауыҙына ҡабып, ҡаты уйға ҡалған Һиммәт гөрөлдәп сыҡҡан йыуан тауыш менән:
– Ҡуй әле шул буш хәбәреңде, ҡыш өҫтөндә, ауыл ташлап, ҡайҙа китмәк кәрәк? Бына яҙ етер, ҡара ергә аяҡ баҫайыҡ, унан күҙ күрер. Әгәр инде һин китһәң, мать яҡаһына, минең дә бында малым, йәбешеп ятыр мөлкәтем юҡ. Эшен тапшырып, мисәттәрен өҫтәлгә һалдым да киттем дә барҙым. Кем юллап йөрөр был заманда минең арттан? – Һиммәттең был ҡурҡыныс хәбәренән һуң ҡапыл тыныслана төшкән Йомабикә:
– Үҙ балаларыңды үҙең ҡара, һинең итәк тулы балаларың кемгә хәжәт. Һинең сихут Хәйернисаң, бөгөнмө-иртәгәме кәфененә төрөнөп, гүр эйәһе булырға тора. Башыңа алма ундай яман уйҙы. Китһәм – мин китермен.
– Һин дә китмәйһең, юғиһә мин бер нәмәгә лә ҡарап тормайым, ҡайҙа һин – шунда мин. Мин дә надоел булғанмын уның әсе теленән. – Ҡулының һырты менән күмәгәйен бер нисә мәртәбә ышҡып алды. – Ас бет ныҡ тешләй, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр икән шул, үҙе арыҡ ҡына булһа ла теле үткер, бритыуа һымаҡ бит, телеп кенә һала.
Кәңәшләшә торғас, бер ҡайҙа ла хәҙергә китмәҫкә, уңайы тура килгәндә, осрашыуҙы дауам итергә, бик тә булмаһа, райондарға ултырыштарға барғанда, Йомабикәне бер-ике көн алдан ебәреп, шунда күрешергә һүҙ ҡуйыштылар.
Иртәгәһен Һиммәтте эте менән күрҙеләр. Ләкин Һарығолаҡ ғәҙәттәгесә уның алдынан сабып, юл башлап түгел, тик ҡойроғон һөйрәтеп, күңелһеҙ генә уның артынан утыҙ-ҡырҡ метр ҡалып, һылтыҡлап ҡына атлай. Бөйөрҙәре эскә ныҡ тартыла төшкән, танымаҫлыҡ булып ябыҡҡан, һөйрәлеп кәнсәгә килеп етте лә тупһа аҫтына үҙ урынына инеп ятты. Сана менән силсәүиткә килеп туҡтаған кешеләрҙең бесәнен ул яҡтан да, был яҡтан да ялмаған һыйырҙарға, һарыҡ-кәзәгә иғтибар ҙа итмәне, һалҡында көн буйы ятып, кәүҙәһе ныҡ ҡына ҡатһа ла, Һарығолаҡ элекке кеүек ныҡ һелкенеп ҡағына алманы. Һыҙланыуы еңде, тән ауыртыуы көслө ине. Эшкә килгәндәге кеүек, тәмәкеһен борҡолдатып ауыл буйлап атлаған Һиммәттең артынан һөйрәлеп тигәндәй генә ҡайтты. Үҙенә төшкән ҡатыҡ ҡатыш йылымыс йыуынты һыуын эсте лә бесәнлектәге ояһына инеп юғалды.
Ҡаты бәғерле хужаһы ҡанға батҡансы типкеләһә лә, бер аҙна үтеүгә Һарығолаҡ уға ҡарата үпкәһен бер аҙ онота төштө. Билдәле, хәҙер, ул килеп күренеү менән, сыйылдап, уны ҡаршы алып һырыла торған көсөклөк ғәҙәттәрен ташланы. Аҡыллана төштө, буғай. Һоро күҙҙәрендә ниндәйҙер борсолоу билдәләре күрһәтеп, бөтә ҡыланышында хужаға ышанып етмәүен белдереп, ситтән генә ҡарап тора башланы. Уларҙың бер-береһенә мөнәсәбәттәре араһына ниндәйҙер һалҡынлыҡ йүгерҙе. Һиммәт этенә кемдәрҙер тарафынан йәбештереп ҡуйылған ниндәйҙер йәнһеҙ нәмәгә ҡараған кеүек ҡарай. Ат еккәндә ҡамыттың дуғаһы, ышлыяның ыңғырсағы мотлаҡ булған кеүек, Һиммәттең дә алды-артына йүгереп сығып торған эте булырға тейеш. Ә уның нисек көн итеүендә хужаның эше юҡ. Сөнки ул өйөнә ҡайтып инеү менән тиртунын сисеп сөйгә элеп ҡуя бит, ул бер кемдән дә ашарға ла, эсергә лә таптырмай. Бына шулай ҡарай ул этенә. Уның барлығы ла ҡамасауламай, юҡлығы ла һиҙелмәй. Көнөнә егерме тапҡыр кеҫәһенән сығарып тәмәке төргән янсығы Һиммәт өсөн этенә ҡарағанда кәрәгерәк тә, ҡәҙерлерәк тә. Бына ошо хоҡуҡта йәшәй инде Һарығолаҡ Һиммәт ҡарамағында.
Эт үҙ үпкәһен онота төшһә лә, Һиммәт этенең уға ҡарата эшләгән һуңғы «хыянат»ын онота алманы, хәтер муҡсаһы төбөнә ныҡ төрөп һалып ҡуйҙы.
Йомабикә менән һөйләшеп, һүҙ беркеткәндән һуң, Һиммәт этенең артынан тағылып, эйәреп йөрөүенең ниндәй күңелһеҙ, ауыр хәлгә ҡалдырыуын тағы бер тапҡыр уйлап ҡараны ла уның менән бер хәл ҡылмаҡ булды...
Мөхәббәт уты көслөрәк ялҡынланып янған һайын, уларҙың ике араһы эҫеләнеп, яҡынлашҡан һайын ғәйепһеҙ мәхлүк Һарығолаҡ былар юлында аша атлап сыға алмаҫлыҡ кәртәгә әйләнде. Уны емереп тә, урап сығып та булмай, уны тик юҡ итеп кенә тынысланырға мөмкин. Икенең бере: йә Йомабикә менән әшнәлектән ваз кисергә, йә ҡарт йөрәкте елкендергән мөхәббәт утында дөрләп янырға кәрәк, ләкин бының өсөн үҙенә тағылып йөрөгән Һарығолаҡты... Хужа икенсе юлды һайланы.
Йәкшәмбе көн ул ғәҙәттәгенән иртәрәк торҙо ла, һыҙма мылтығын уң яурынына аҫып, һунарға йыйынды. Был хәлгә, ояһынан сығып, яҡын килергә баҙнат итмәй, икеләнеп ҡарап торған Һарығолаҡ аптырашта ҡалды. Һиммәт, тауышына ниндәйҙер яһалма йомшаҡлыҡ ҡушып:
– Һарығолаҡ, нимә ҡатып ҡалдың, әйҙә, һунарға киттек, – тип өндәште. Мылтыҡ аҫып сыҡҡас, уның былай ҙа һунарға барырға тейешлеген аңлап алған Һарығолаҡ, ергә йәбешеп ҡатҡан кеүек, тик тороуын дауам итте. Сөнки кисә кис һунарға барыр хужаның ул бер ниндәй ҙә әҙерлеген тойманы. Икеләнеп торған Һарығолаҡҡа Һиммәт тағы ла өндәште:
– Әйҙә, әйҙә, ялҡауланма, киттек, – тип ҡапҡаны асып сыға башланы.
Байтаҡ икеләнеп торғандан һуң, Һарығолаҡ урынынан ҡуҙғалырҙан алда, башын төрлө яҡҡа бороп, кәртә-ҡураға, айҙар-йылдар буйы ятып тире, ҡаны һеңешкән ояһына, солан, өй ишектәренә күҙ йүгертеп сыҡты. Ишектән кемдеңдер сыҡҡанын зарығып көткән кеүек булды, ләкин унда бер кем дә күренмәгәс, башын өҫкә күтәреп, күккә ҡарап оҙон-оҙон итеп бер олоно ла, Һиммәт артынан ҡуҙғалды. Ләкин Һиммәт күпме генә тырышмаһын, эт уның эргәһенә яҡын килмәне. Башын түбән баҫып, яй ғына атлап, уның артынан эйәрҙе. Бына бер сәғәт ваҡыт үтеүгә, Һиммәт менән уның эте таныш шурфтар араһына килеп инде. Арттан килгән эт, нимәлер һиҙенгән һымаҡ, тынысһыҙлана башланы. Бына ул таныш, ҡәһәрле шурф ауыҙы. Әйләнәһендә – тапалып бөткән кеше, йәнлек эҙҙәре. Күрәһең, быларҙан һуң бында башҡалар ҙа булған. Шурф ситенә сүкәйеп ултырып, Һиммәт тәмәке төрҙө. Сәсәгәнсе тәмәкеһен бер нисә мәртәбә һурҙы ла ситтә моңһоу ғына ҡарап ултырған этен тағы саҡырырға тотондо. Ләкин эт уның янына килергә ашыҡманы. Шунан Һиммәт шурф ситенә мылтығын һалып ҡалдырҙы ла эт эргәһенә үҙе килде. Уға бер-ике аҙым ер ҡалғас, әҙерәк шикләнеп, моңһоу күҙҙәре менән текләп ҡарап ултырған этенең муйынынан ҡапыл ике ҡулы менән эләктереп алды. Барлыҡ йән көсө менән тулаған этен муйынынан тотоп һөйрәп килтерҙе лә теге ваҡытта үҙе төшөп киткән шурф төбөнә ырғытты.
– Бына быныһы Хәйернисаға күрһәткән ярамһаҡлығың өсөн, миңә иткән хыянатың өсөн, – тине ул һәм соҡор эсенә бер төкөрөп ҡуйҙы. Осоп төшкән эт кәүҙәһенең туң соҡор төбөнә ҡаты бәрелеп, дөпөлдәгән тауышы ғына ишетелеп ҡалды. Бер аҙҙан һуң эт, хужаһының соҡор ситендә торғанын һиҙеп, тартып сығарыуҙы һорап, үҙәк өҙгәс тауыштар сығарып шыңшый башланы. Эттең соҡор төбөндә алғы аяҡтары менән туң стенаны тырнап шыңшыуын тыңлап торған Һиммәт ҡалтыранған ҡулдары менән яңынан тәмәке төрҙө, ләкин тыныслана алманы. Уйланып торҙо-торҙо ла, һыҙма мылтығын алып, соҡор төбөнә атып ебәрҙе. Һыҙманың картечы туң стенаға бәрелә-бәрелә, ваҡ ҡына уймалар яһап, көсө бөтөп, ҡайҙалыр юғалып ҡалды. Ул шурф башында тороп, бер-ике йүткерҙе лә ауыл яғына ҡарап юл тотто. Соҡор төбөндә ятҡан Һарығолаҡ ҡарҙа шығырлаған таныш, бик тә таныш аяҡ тауыштарын ҡолағы ишеткән ҡәҙәре тыңлап ҡалды.
Һарығолаҡ өсөн көн ғазаплы төнгә әйләнде. Һалҡын төндә эт олоуына шурф эргәһенә бер нисә бүре лә килеп китте. Улар ни эшләргә белмәй, ары йүгереп, бире йүгереп, ахырҙа аптырағас, шурф ауыҙына баштарын һоноп, байтаҡ ҡына түбән ҡарап яттылар. Уларҙың төндә баҙлап янған күҙҙәре Һарығолаҡтың ас, туңған тәнен тишеп үткән кеүек тойолдо. Ул үҙенең өшөгән, ҡурҡынған йән киҫәген ус төбөнә алып ҡалтыранды.
Һарығолаҡ, һалҡын соҡор төбөнә ятып, ваҡыт хисабын да юғалтты. Ул үҙ башынан үткән һуңғы ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнештәрен дә, был һәләкәттең килеп сығыу сәбәбен дә аңлай алманы.
Һиммәт иһә иртәгәһенә, көндәге кеүек үк, тәмәкеһен быҫҡытып, эшкә барҙы, ә Һарығолаҡ, үҙ тоғролоғоноң бәләһенә юлыҡҡан бәхетһеҙ эт, һигеҙенсе көнөндә элек Рәмиевтәр ҡалдырып киткән ҡотһоҙ, һыуыҡ шурф төбөндә әкрен генә йән бирҙе.
***
Күптәнге ваҡиға был. Беҙ йәш егеттәр инек әле ул саҡтарҙа, шулай ҙа был ғибрәтле хәл күңелдә ныҡ уйылып ҡалған. Бала-сағалы көйөнсә, Һиммәттең күҙенә генә ҡарап, бөтә донъяны үҙ иңендә алып барған өнһөҙ-һүҙһеҙ ҡатыны була тороп та, уның икенсе бисәгә йөрөүен ауыл халҡы ҡаға-һуға булһа ла ишетте, әлбиттә. Шулай ҙа ул «ғәйбәт»кә артыҡ ҡолаҡ һалыусы булманы. Ләкин уға йәне-тәне менән тоғро хеҙмәт иткән, уның үҙен заманында үлемдән дә ҡотҡарған Һарығолағын үҙ ҡулы менән тәрән шурфҡа ташлауын ауыл халҡы ғәфү итмәне, халыҡтың ҡарашы ла үҙгәрҙе, булған абруйы ла юҡҡа сыҡты.
Һиммәт бауыр сиренә һабышты, тамағынан яҙҙы, һөңгө һымаҡ тур-тура кеше ҡап урталай бөгөлдө. Ҡасандыр дәрт тә, дарман да бәреп алһыу нурлы йөҙ көҙгө япраҡ шикелле һарғайҙы, ут сатҡылары сәсеп торған күҙҙәре тоноҡланып һүрелде. Ләкин уны ауылда йәлләүсе кеше табылманы. Тамағы ас көйөнсә көнө-төнө бер аҙым ҡалмай уға тағылып йөрөгән Һарығолағын халыҡ ысын күңелдән йәлләне. Хәҙерге эттәр кеүек хужаһы менән бер өйҙә йомшаҡ келәм өҫтөндә, колбаса ғына ашап, ишек ҡыңғырауын шылтыратҡан һәр кешегә ларһылдап өрөп кенә ятһа, бәлки, Һарығолаҡ та бындай ҡазаға юлыҡмаған булыр ине. Ул саҡтарҙа эт хеҙмәте лә башҡасараҡ – хәүефлерәк тә, яуаплыраҡ та ине шул.
Ҡыҫҡаһы, Һиммәт майы бөтөп һүнә башлаған майшәм кеүек, күҙгә күренеп шиңде. Етмәһә, башына балдаҡ кейҙерелгән, иң яратып уйнай торған ун тотамлы ҡурайының тик ятҡан ерендә кибеп ярылыуы Һиммәттең былай ҙа болоҡһоу күңелен бермә-бер төшөрҙө, шомло эске тойғо уның бөтмөшөн солғап алды. «Ҡурайсының ҡурайы ярылыуы тигенгә түгел, был фани донъя менән мәңгегә хушлашыу өсөн миңә лә мөҙҙәт килеп етте, ахырыһы, – тип юраны был хәлде Һиммәт. – Былар барыһы ла ҡылған гонаһымдың ҡөһөрөлөр инде, әҙәмдеке генә түгел, эт ҡарғышы ла бар бит минең иңемдә. Хайуан ҡарғышы кешене язаһыҙ ебәрмәй, ти торғайны боронғолар. Шулар өсөн интегәмдер инде», – тип Һиммәт нуры һүнә башлаған күҙҙәрен түшәмгә текәп оҙаҡ уйланды. Тәүбә лә итеп ҡараны, ләкин тәүбәһе ҡабул булманы. Тиҙҙән ул үҙе лә һалҡын түшәгенә йығылды.