

Һыумы, кәрәсинме.
Сәғиҙә күп кенә нәмәләрҙең атамаһын, ололар әйткәнсә белмәһә, үҙенсә атай ҙа ҡуя ине. Был яҡтан уны атаһы ла дәртләндереп кенә торҙо:
– Минең ҡыҙым исем ҡушыуға оҫта, берәй йондоҙ ҙа асыр әле,– тип, ҡеүәтләп тә ебәрә.
Сәғиҙә, ысынлап та, берәй мәҙәк тапмай, ололарҙы көлдөрмәй ҡалманы. Яҙғы ташҡын ваҡытында балаларҙы нығыраҡ һаҡларға кәрәк, оло балаларға эйәреп, һыу буйына, йә гөрләүектә кәмә ағыҙабыҙ тип, урам буйына сығып, һыулынып, һалҡын тигеҙерҙәр, тип, Сәғиҙәне лә өйгә бикләп сыға башланылар. Әсәһе колхоға икмәк бешерә, атаһы тракторын сәсеүгә әҙерләй, ә ҡыш буйы тип әйтерлек эшкә сыҡмаған Рәхимә инәйҙе фермаға эшкә ҡуштылар. Бер һауынсы кейәүгә сығып, кейәүенең ауылына оҙатылып киткән. Шуның урынына саҡырҙылар, әбей ҡыуанып риза булды, шуға күрә Сәғиҙәне өйгә бикләп йөрөйҙәр. Бер ике көн Зиләне лә бергә ҡалдырып бикләгәйнеләр, уныһы:
– Мин, асҡысты алып, ишекте аса алам, – тип. күпселеген өйҙә ҡалмаҫҡа тырышты.
Шулай ҙа бер көндө уны ла әпәүләп, вәғәҙәләр биреп, көнө буйына өйгә ҡалдырыуға өлгәштеләр, сөнки ағаһын атаһы ярҙам итешерәле, тип, үҙе менән эшкә алып китте.
Рәхимә инәйҙең ейәне Марат та фермаға ат ҡарарға эшкә сыҡҡайны, төшкөлөккә улар ҙа ҡайтмайҙар, ферманың агитаторҙар бүлмәһендә генә сәй ҡайнатып эсәләр. Улар бер аҙна, ҡайһы саҡта ун көнләп, йыл һайын шулай эшләйҙәр, сөнки ташҡын ныҡ булһа, күпер өҫтөнән китә.
Шундай саҡта һыйырҙар һауылмай тора, сөнки ферма менән ауыл араһынан йылға аға, уныһы Һаҡмарға барып ҡушыла. Яҙғы ташҡын ике яҡлап та ауылға ҡурҡыныс янап ҡына тора. Һаҡмар күперенең өҫтөнән аҡһа, балалар ҙа өс- дүрт көн мәктәпкә килә алмай. Шул хәл килеп сыҡмаһын өсөн, тәүлектәр буйы ферманан кеше өҙөлмәй, ә ауылға ташҡын бөткәс кенә ҡайталар.
Бына шундай көндәрҙең береһендә Сәғиҙәгә, Булат менән Фәнилде һораһа ла, апайы Зилә менән ҡалырға тура килде. Әсәһе уларға сәй ҡайнатып, өҫтәлгә ултыртып, эргәһенә икмәккә май яғып әҙерләп:
– Ас ултырмағыҙ, Зилә, һеңлеңде лә ашат, илатма, йәме, – тине.
Зиләһе теләр-теләмәҫ кенә :
– Ярар, – тине.
Әсәләре ишекте бикләү менән, өйҙә күңелһеҙ тынлыҡ урынлашты, сөнки Сәғиҙә Зилә апаһынан ҡурҡа ине; илар ине – һуғасаҡ, уйынсыҡтарын йәшереп кенә уйнар ине, – талап ала, әрләй башлай. Сәғиҙә уйға ҡалды: ни эшләргә? Ниһәйәт, юлын тапты, байтаҡ ҡына шым торғандан һуң, ул апайынан эсергә һыу һорай башланы. Өй эсендә һыу ҡалдырмағандар, сөнки Сәғиҙә ҡайҙан булһа ла сепрәк таба ла, һыуға тығып, иҙән һөртә башлай – шуға күрә һыу соланда ине. Зилә, һыу эҙләп, соланға сыҡты, ләкин әсәһе һыуҙы унда ла ҡалдырмаған, тик тәҙрә төбөндә генә ҡалай көрөшкәлә бер аҙ бар. Артыҡ иғтибар итмәй, төҫөнә лә ҡарамай, Зилә һауытты өйгә индерҙе. Сәғиҙә йүгереп барып апайының ҡулынан һауытты алды ла, бер- икене уртланы, тик тәменә сирылып, төҫөн боҙҙо ла оҡшатмай:
– Мин һинән һыу һораным бит, Зиләәә апааай – тине һуҙып ҡына иламһыраны.
– Эс, шул –һыу, әсәй тәҙрә төбөнә ултыртып ҡалдырған.
– Тәмһеҙ.
– Эс инде, – тип, Зилә хәҙер һеңлеһенә инәлә башланы.
– Ысын ғына әйт, был һыумы, кәрәсинме? – тине, бик белдекле кешеләй, хәҙер ул ысынлап та һыуға оҡшаған кәрәсин булыуын белә, сөнки көн дә тип әйтерлек шәмгә кәрәсин һалалар, әле һаман өйгә электр уты индергән саҡта, ул йыш күргәне бар был көрөшкәне. Электр менән янған лампочка барҙа, уны ҡулланғандары юҡ. Шуға ул был арала кәрәсинде күргәне юҡ.
– Әйттем дә инде, һыу бит ул.
– Әсәй фермаға йөрөтә торған шәменә ошондай нәмә ҡоя, үәт. Был һыу түгел. Мин эсмәйем, мә үҙең эс.
– Мин һыуһаманым.
– Һыуһамаһаң да – эс
Шулай күпме тартҡылашырҙар ине икән, билдәһеҙ, илап, мыжып арығас, Сәғиҙә тағы көрөшкәнән берҙе йотто ла:
– Ҡоҫҡом килә, – тип йомарланып ятты.
Шул ваҡыт, ишек йоҙағын асҡан тауыш ишетелде, күп тә тормай, ҡулына биҙрә менән һыу тотҡан Рәхимә әбей килеп инде:
– Сәй ҡайнатып эсеп алайым әле, өй сәйе тәмле бит ул. Кешеләге сәй тупһаһынан сыҡҡансы, ә хөкөмәт сәйен әйтеп тә тормайым , – тип, һөйләнә- һөйләнә самауырына һыу һалып, шырпы тотоп, тышҡа сығып китте, тыштан, – Самауыр сәйенең тәмен әйтәһе юҡ. Сәйнүктә сәйең бешә, самауырың эргәңдә йырлап ултыра, – тигән тауышы ишетелә.
Зилә менән һеңлеһе инәләренең ингәнен көтә. Бына әбей алдына алъяпҡыс бәйләгән дә, шул алъяпҡыстың билбауына күлдәк итәген мул ғына итеп ҡалҡытып ҡыҫтырып алған, биҙрәгә һыу һалып, иҙән һөртөргә әҙерләнеп инеп килә. Сәғиҙә ятҡан еренән иламһырап:
– Йөрәккәйем, һыу эсәм, ҡоҫҡом килә, – тине.
– Хәҙер, балаҡайым, иҙән һөртәйем дә, саңланып киткән бит.
– Мин үләм, Йөрәккәйем, Зилә апайым һыу бирмәй, сәй эсергә ҡуша. Уныһы йылы. Миңә һыу кәрәк.
– Нимә эстең һуң? Был көрөшкә ни эшләп бында?
– Ул нимә ул, һыумы, кәрәсинме? Кәрәсинде кеше эсәме?
– Юҡ эсмәйҙәр, эсергә ярамай.
– Ә мин эстем. Зилә апай эсерҙе. Мин үләмме әтү? Кире тереләмме һуң? Ҡасан тереләм шунан?
– Юҡ һин үлмәйһең. Бына хәҙер ошо һыуҙы эсеп алаһың да, артынан әҙерәк һөт эсәһең. Шунан минең тубығыма башыңды һалып ятып тор. Мин һинең ауыҙың эсенән бармағым менән кәрәсинде саҡырып сығарам, яраймы, – тип, Сәғиҙәгә һыу һыу эсерҙе, тик нимәнелер уйлп, һөтөн эсермәҫкә булды.
Сәғиҙәне әүрәтеп, тубығына башын һалды. Уныһы инәһе ыңғайына йөрөп, аңғармай ҙа ҡалды, нисек итеп инәһе уның ауыҙына бармағын тығып кире алғанын. Артынса Сәғиҙә ҡоҫоп та ебәрҙе, унан дерелдәп өшөгән кеүек булып йомарланып ятты, ә бер аҙҙан тирләп, йоҡлап китте. Йоҡонан тороуға, инәһе уға йылы сәй эсерҙе, хәҙер ул элеккесә телдәр ҡыҙыҡайға әйләнде:
– Йөрәккәйем, нимә тәмле: һыумы , кәрәсинме?
– Ә һинеңсә?
-–Һыу! Һыу! – тип, бар көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе.
Нужа ҡаласынан да тәм ҡыла-ҡыла үҫте Сәғиҙә. Хәҙер өйҙә “нужа ҡаласы”, тип һөйләй башлаһалар, ул иң алда:
– Кәрәсин, тип әйтегеҙ, – тип һүҙгә ҡыҫтырылырға ярата.
Рәхимә әбей уны бөтөнләй янынан ебәрмәй, тип әйтерлек. Фәнил менән Булат килһә лә, уларҙан да күҙ яҙлыҡтырмай, әйтерһең, үҙ балалары.
Яңы өй төҙөйбөҙ.
Бер көнө төшкө сәйгә ултырыу менән колхоздың рәйесе өйгә килеп инде лә һаулыҡ һорашып, хәл- әхеүәл белешеп, бергәләп сәй эсеп алғас, үҙенең ниңә мәлһеҙ килеүен аңлатып бирҙе:
– Мин, Вәлит, бына нимәгә килдем, идарала яйлап һөйләшеп булмай. Быйыл Рәхимә апайҙың улы ла армиянан хеҙмәтен тултырып ҡайта, һеҙ үҙегеҙ биш кеше. Бергә ҡыҫынҡы булыр. Һин мөмкинлегеңә ҡарап үҙеңә өй төҙөргә кәрәк. Идара ултырышында тикшереп һиңә ярҙам мәсьәләһен хәл итербеҙ.
– Әлбиттә төҙөйөм, был турала беҙ Сәмиға менән күптән һөйләшкәнбеҙ, тана менән бер нисә һарыҡты тотонһаҡ, идара ла ярҙам итергә риза булһа, бер йәйҙә төҙөйбөҙ. Сәғиҙәне лә Камила апайыма алып барырбыҙ, теге икәүе ҡул араһына инә башланы, әсәләренә ярҙам итерҙәр, – тип яуапланы Вәлит.
Шул ваҡыт һүҙгә Сәғиҙә ҡушылды:
– Мин Камилинәйгә бармайым, Йөрәккәйем менән һыйыр һауырға, йәйләүгә күсәм, ивет, – тип, Рәхимә апайға ҡараны.
– Шуның ыңғайына булып үҙеңде мәшәҡәтләмәҫкә ине, Рәхимә апай, – тине Сәмиға.
– Бер ниндәй мәшәҡәте юҡ, әлегә минең ейән-ейәнсәрҙәр юҡ, ҡасан була әле ул. Мин балалар яратам.
– Ярай ҙа һиңә ҡыйын булып тормаһа, апайыма һуңғараҡ алып барырбыҙ. Гел генә Сәғиҙә теләгәнсә булмаҫ ул. Камилинәйең дә һине бик көтә, бер үҙемә ҡыйын, ти, Камил ағайың армияға китте. Уға ла бараһың инде.
Шулай ҡапыл ғына өй мәсьәләһен күтәргән һүҙ Сәғиҙә тирәһендә уралды ла китте.
– Ярай мин был турала һинең менән аулаҡта тағы бер һөйләшермен әле, – тип, хужа сығырға ыңғайланы.
Уны оҙатып атаһы артынан сыҡты, ә өйҙә ҡапыл ғына тынлыҡ урынлашты. Тынлыҡты боҙоп ишек шар асылды ла, этешә төртөшә Таһир ағаһы менән Зилә апаһы килеп инде.
– Аяҡ кейемдәрен кем сисә, соланда уҡ сисергә кәрәк, күрәһегеҙҙер, иҙән йыуылған, – тине әсәһе.
Икеһе лә кире сығып, аяҡ кейемдәрен сисеп инделәр.
– Бөгөн Таһирҙы шаяра,- тип, теге ней. линейкала әйттеләр.
– Һине ике алған, тип әйттеләр.
– Бер генә ике, мин уны төҙәттем инде, артынан дүртле алдым.
– Уны һыҙып ҡуймайҙар бит, барыбер төҙәтеү булмай.
– Тороп тороғоҙ әле, мин әйтәм. Колхоздың хужаһы беҙгә өй эшләргә ҡуша, мин Рәхимә инәй менән йәйләүгә һыйыр һауырға сығам, һеҙ әсәйгә эш эшләшәһегеҙ, унан мине Камилинәйем көтөп тора, мин шунда барам,үәт.
– Әсәәй, ысынмы? Урраа! Үҙебеҙгә өй була! – тип ҡыуанышты был ике бала.
Ҡара һыу
Сәғиҙә йәйгелеккә Рәхимә инәһе менән йәйләүгә күсеп сыҡты. Тәүҙә төнгө, иртәнге һыуыҡтарға өйрәнә алмай ыҙаланы, тора бара ул өйрәнеүгә көндәр ҙә йылыға тарта башланы. Йәйләү бер бәләкәй генә йылға буйына урынлашҡан ине. Йыл да ошонда урынлашҡанғамы, һауынсылар өсөн бөтә нәмә: йоҡлау өсөн бүлмәләр, кер элеү урындары , үҙҙәре менән алып барған ҡош-ҡорт, мал - тыуар өсөн урындары ла әҙер ине. Хатта үҙҙәренең быҙауҙары өсөн дә урын әҙерләнгән. Һауынсылар күсеп сыҡҡан көнө үк колхоз килтереп ауҙарған таш менән кирбестән үҙҙәренә бәләкәй генә усаҡ та эшләп алдылар. Тағы бер ҙур ғына мейесте усағы менән эшләп, ҙур ҡаҙан да ултырттылар. Рәхимә апай:
– Бына ҡыҙҙар, мейес тә булды, икмәкте сиратлап йә уртаҡ ултыртып бешерәбеҙ. Ашты ла шулай эшләрбеҙ.
Бында һауынсыларҙың иң олоһо ул булғанға, уның һүҙен тыңлауҙары тойола. Хәҙер һәр кем үҙ усағын яғып ашарына йүнәтә, балалары килеп, йә туғандары килеп, күбәйеп китһәләр ҙур ҡаҙанға ут яғалар. Быны Сәғиҙә тиҙ һиҙеп алды.
– Йөрәккәйем, беҙгә әйҙә Зилә апай менән Таһир ағайҙы, Фәнил менән Булатты саҡырайыҡ та ҙур ҡаҙанлы усаҡҡа ут яғайыҡ.
– Ярай .
– Ҡасан, әйҙә иртәгә.
– Апайыңдарҙың уҡыуы бөтһөн әле. Еләк бешеүгә ҡарай.
– Еләк ҡайҙа бар?
– Селекле утарында.
– Ул ҡайҙа?
– Ана, йылға аръяғында йәшәреп күренеп ята.
– Мин дә бараммы?
– Эйе.
Ошо ваҡыт. Ашығып, аҡһаҡлауы көсәйеп киткән кеүек атлап, ферма мөдире килеп етте. Һауынсылар уның тупаҫ ҡылығын белгәнгә күрә, күҙенә күренмәҫ өсөн, үҙ бүлмәләренә таралышты. Рәхимә менән Сәғиҙә тышта үҙҙәре генә тороп ҡалды. Килеп етеү менән, һаулыҡ та һорашмай һүҙгә кереште.-
– Ниңә эргә тирәне һаман таҙалап бөтмәгәнһегеҙ?
– Һаумыһығыҙ аҡһаҡ олатай!
– Быныһы тағы кем балаһы, әәә теге килмешәктәрҙекеме?
– Ауыҙыңды үлсәп ас. Ниңә балаға ҡаты бәреләһең?
– Мин әле бәрелә башламаным. Аҡһаҡ олатай, имеш. Аҡһағыңды бирермен мин һиңә.
-– Миңә атайым кеше менән тәүҙә һаулыҡ һораш та шунан һөйләш, тип өйрәткәйне. Олатай, һине һуғышта шулай дөмбәҫләп аяғыңды ауырттырҙылармы?
– Йом ауыҙыңды, килмешәк балаһы!
– Килмешәк түгел, килгән кеше балаһы. Персиҙәтел беҙгә өй эшләргә ҡуша. Мин шуға Йөрәккәйем менән һыйыр һауырғ күсендем.
Рәхимә апай яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып тора. Ферма мөдире лә ниҙер уйлап, бер фекергә килде, ахыры.
– Һин һыйырҙан ҡурҡмайһыңмы һуң? – Сәғиҙә “эйе” тигәнде белдереп баш һелкеүгә, – Рәхимә апай, һин был баланы үгеҙҙән һаҡлаңҡыра инде. Теленә ҡарағанда тиктормаҫҡа оҡшаған, – тине лә башҡа һауынсыларҙы саҡырып, улар менән һөйләшә башланы.
Был ваҡытта Рәхимә апай Сәғиҙәне, тағы һүҙгә ҡушылып китмәһен тип, үҙ бүлмәһенә индереп алып китте.
Сәғиҙәнең ҡыҙыҡһыныусанлығы саманан аша ине. Һауынсыларҙың һәр аҙымын күҙәтә, үҙе, улар булып ҡыланып, һыйырҙар менән һөйләшә, улар булып ферма мөдирен яттан әрләй:
– Әйҙә һөтөгөҙҙө һауа һалып, аҡһаҡ-туҡһаҡ ағайыңа әҙерләп ҡуяйыҡ, – тип, уҫал булған ферма мөдирен үҙе юҡта шулай тиҙәр ине.
Сәғиҙә лә быны тиҙ отоп алды, тик был һауынсыларҙы тағы ла әрләтеүгә сәбәп булды.
... Еләк бешкән мәл ине. Инәһе Сәғиҙәнең өҫ кейемдәрен алмаштырып, йыуып элде лә үҙен йоҡлатырға һалды. Ул йоҡлау менән бер аҙ еләк йыйырға Селекле утарына китте. Арыу ғына йыйып йөрөгәндә, Сәғиҙәнең уянып илай-илай уны эҙләүе ишетелде. Рәхимә йылға буйына килеп етеүгә, ул, күрә һалып, һай кисеүҙән сығып, инәһе эргәһенә килеп тә етте. Икәүләп һөйләшә- һөйләшә бер аҙ еләк йыйғас, ул мыжый башланы. Рәхимә апай оҙаҡ уйламай әлеге урынды күрһәтеп уны ҡайтыу яғына оҙатты. Тик Сәғиҙә ниңәлер кисеүҙе тапмай бер батҡаҡлы урындан кисеп сығып кейемдәрен бик ныҡ бысратты. Үҙе лә бысранып бөттө. Илай- илай йәйләү янына еткәйне, ауыл яғынан кырандаслы атта ике кеше күренде, килеп еткәс, ул уларҙы таныны. Береһе теге уларға өй һалырға ҡушҡан хужа, икенсеһе – ферма мөдире. Сәғиҙә уларҙың исемдәрен белмәй ине.
– Ҡайҙа былай бысрандың, – тип, көлә- көлә һорай башланылар
– Еләккә барғанда аҡ һыуҙан сыҡҡайным, ҡайтҡанда...
– Ҡайтҡанда ҡара һыуҙан сыҡтыңмы, аҡ һыуың ҡайҙа булған?
– Әллә ҡайҙа киткән, тапманым.
Икеһе лә рәхәтләнеп көлдөләр, уларға ҡушылып, илап ултырған Сәғиҙә лә көслөк менән көлөргә тырышты.
– Ярар, беҙ килгәнде инәйеңә лә, апайҙарыңа ла әйтерһең, – тинеләр ҙә, аттарын елдереп китеп барҙылар.
Сәғиҙә ултырған еренән бер аҙ йылыныуға йоҡлап киткән ине. Көслө көлөү тауышынә уянып китте.
– Ниндәй ҡара кеше йоҡлап ята ул? – тип ныҡышалар.
– Мин аҡмын ул, тик йыуынып өлгөрмәнем, аҡ һыу киткән дә, ҡара һыу ҡалған ине. Йыуынайым тигәйнем аҡһаҡ-туҡһаҡ олатай хужа менән килде.
Һауынсылар шөбһәләнеп тынып ҡалдылар. Уларҙан Рәхимә апай ғына артыҡ ҡурҡып бармай, барыһы ла уға боролоп ҡараны.
– Нимә тинеләр һуң? Берәй нәмә ҡаранылармы?
– Юҡ. Минән көлдөләр ҙә һауынға тиклем көтөүселәрҙе ҡарайыҡ әле, тип киттеләр.
– Тимәк, ҡыҙҙар, киске һауынға әҙерләнегеҙ, берәй мөһим хәл барҙыр, – тине Рәхимә апай.
Сәғиҙә өсөн еләк мажараһы ошоноң менән тамам булды. Ул хәҙер инәһе артынан эйәрмәҫкә лә өйрәнә башланы.
Дауамы бар.