

Әсәйемә дарыу кәрәк.
Камила тура Рәхимә апайҙарға барҙы, Йосоп ауылдың магазины янында, алаһы нәмәләрем бар, тип ҡалғайны, ул да килеп етте. Ул атты йүгәне менән ҡамтарҙы ла әсәһе артынан инде. Сәғиҙә уранып ултырған да апаһы, ағаһы менән Рәхимә инәһе яһап биргән сәйҙе ҡоролай ғына эсеп ултыралар ине. Камилә килеп ингән ыңғайы һүҙ башларға тип ауыҙ асҡайны, Сәғиҙә:
– Камилинәй, әсәйем балниста, беҙ кире Йөрәккәйемә килдек. Исмәғил ағай ҡайтһа ла беҙ бында йәшәп торабыҙ. Атайым он алмаған, аҡсаһы юҡ. Әсәйемә дарыу кәрәк. Шул ондоң аҡсаһына дарыу алабыҙ, дарыу булһа, ул йүнәлә. Эйе бит, Йөрәккәйем.
Ике оло кеше үҙ ара ҡарашып, ауыр көрһөнөшөп алдылар. Камила апайҙың улы Сәғиҙәне кире алып ҡайтыр өсөн өгөтләй башланы, тик уныһы киреләнде. Шул ваҡыт Рәхимә апай һүҙгә ҡушылды:
– Ярай, риза булмағас, йөрөтмәгеҙ. Бында тороп йыбанһа, ана завфермаға әйтеп булһа ла бергәләп барырбыҙ, һағынғандыр ҡалһын. Әлегә мин дә ял алып торам. Өйҙө ҡышҡылыҡҡа һылайһы бар. Ошонда йөрөр әле, – тигәс, эңер төшөүгә, ҡайтып киттеләр.
Сәғиҙә әсәһенә дарыу алыу уйы менән йәшәй башланы. Бер көнө Фәнил менән Булат уйнарға ингәйне, был турала уларға ла һөйләне.
– Әсәйемә күп дарыу булһа, ул йүнәлә лә ҡайта, атайым әйтә, шуға беҙ теге ала һыйырҙы һатабыҙ ҙа уның аҡсаһына әсәйгә дарыу алабыҙ, һауыҡтыра торған ергә лә ебәрербеҙ, ти атай. Шунда минең әсәйем йүнәлә.
– Һинең әсәйеңдең һата торған һыйыры булғас, йүнәлер инде, беҙҙеке булмағас, ана беҙҙең әсәй балнисҡа киткәйне, ҡайтманы.
– Һаман да шундамы?
– Өләсәйгә барып киләйек, тигәйнем, ул тыңламай.
– Унда юҡ ул һинең әсәйең, ҡайтмай торған ергә киткән, – тине Булат, бик белдекле ҡиәфәт менән.
– Ә мин әсәйҙе ғәләмәт ныҡ итеп һағындым, атайым ҡайтмай, ҡайтһа ла "Һиңә хәҙер яңы әсәй алдыҡ бит инде," -– ти ҙә, теге беҙҙә торған апайҙы әйтә лә, кире китә. Миңә икенсе әсәй кәрәкмәй. Мин һағынғас, гел генә илағым килә. Иламаҫ өсөн әсәйемдең бер көйөн өләсәйҙән өйрәндем дә шуны йырлайым. Ишетеп ҡалһа бер ҡайтыр әле, – тине бик оло ҡиәфәт менән, ә Фәнилдең йөҙөндә тик ололар күҙе менән генә күрә торған һағыш сағыла ине.
– Һинең атайың яңы әсәй алған инде, минең өләсәй әйтә. Тик уның бында килгеһе килмәй, ти, – тине Булат, тағы бик белгән кешеләй.
Эй сабый, иңдәрегеҙгә бөтмәҫ һағыш төшкән бит. Һуғыш тыныуын тойған әсәйҙәрегеҙҙең бик тә йәшәгеләре, һеҙҙе үҫтереп ҡыуанғылары килгәндер, тик ғүмерлек, әлегә балалары аңлап бөтмәгән, киләсәктә ғүмер буйы йөрәктәрендә төйөн булыр һағыштарға батырып, гүр эйәләре булғанһығыҙ бит. Балалар тик аңламай әле...
Интернатҡа бармайым
Сәғиҙә хәҙер ҙур үҫте инде, мәктәпкә уҡырға ла барҙы – барыһын да аңлай, бөтөнләй иламай, еңмешләнмәй, тик әсәһенең мәңгелеккә ташлап китеүен иң ауыр кисергәне шул булғандыр. Әсәһен һуңғы юлға оҙатҡанда:
– Алып китмәгеҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, кисә генә минең менән һөйләште. Мин йоҡлайым, ә һин илама , – тине. Алып китмәгеҙ, – тип әсәһен ураған кейеҙгә йәбешеп ысҡындырмай ҡыр талашты. Уның ҡулынан кейеҙҙең мөйөшөн ысҡындыра алмай бер булдылар. Ул арала баланы йәлләп иламаған кеше ҡалманы. Төҙөлөп бөтөп, яңы ғына күсеп сыҡҡан өйҙәрендә әсәһе менән улар бер ҡыш ҡына сығып ҡалдылар. Сәғиҙә беренсегә уҡырға барып та өлгөрмәне. Әсәһе, балаларының үҫеүҙәренә бик ҡыуанып, уларҙы ятҡан ерҙән булһа ла иркәләп һөйөндө. Ире ҡатыны нимә эшләһә лә, риза булды. Уныһы Камила апаһы менән мәтрүшкә яндырып уның йылы көлөнә лә, май үләненә лә, яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә лә һалып ҡаранылар. Бер генә лә бейә һөтө, ҡымыҙынан өҙмәне – тик нимәһе килешмәне, әле булһа аңламайҙар. Кискеһен бик матур итеп һөйләшеп, ире менән киләсәккә пландар ҡороп ятты. Бик яйлап ашап алды, хатта бер ҙә ауыҙ итмәгән йоморолай бешерелгән бер йомортҡаны ла ашағайны. Был кис бөтәһенә лә бик күңелле ине. Ә иртән... Иртәнсәк әсәләре нисек йоҡоға талған булһа, шулай берәүгә мәшәҡәт һалмай мәңгелегенә киткән ине. Быны, әлбиттә, Рәхимә апалары белде. Һөттө борорға тип ингән арала, күршеһенең хәлен белергә инеп, эштең айышын төшөндө лә, аталарын саҡырып алды. Был турала балаларға ишеттермәй генә хәбәр итте. Вәлит был хәбәрҙе ишетеүенә әҙер ине инде, тик һуңғы бер ике көндә Сәмиғәнең үҙен тотоуына ҡарап, бәлки.. тигән өмөт тә уянып ҡуйғайны. Ҡапҡа аҫтындағы таҡтаны матурлап сабып тигеҙләргә тип тотҡан балтаһы ҡулынан төшөп китте. Илауға оҡшаған өн ҡапыл ғына ҡолаҡ тондорғос итеп яңғыраны ла, нисек ҡапыл башланһа, шулай тиҙ туҡтаны.
Рәхимә апаһы янына йүгерә атлай килеп еткән Камила ( ул хәҙер килене ауырығаны бирле бында ине) эште аңлап алып, яулығының мөйөшө менән иренен ҡапланы ла, икенсе мөйөшөнә күҙенә эркелгән йәшен һөрттө. Өсөһө лә өнһөҙ генә байтаҡ илап алдылар. Шул ваҡыт Сәғиҙәнең:
– Атай, ниңә әсәй йоҡлап тик ята, өндәшмәй, бөгөн ял түгел бит, апай менән ағайға уҡырға барырға кәрәк, – тигән тауышы ишетелде.
Башлап Камила инәһе үҙен ҡулға алды.
– Ул һеҙгә ашарға әҙерләп ятып торҙо, ана ашап алығыҙ ҙа мәктәпкә барығыҙ, апайҙарыңды уят. Үәт минең уңған иртәселемде, – тине.
Сәғиҙә уҡымаһа ла, апайына эйәреп, көндәр йылыныу менән мәктәпкә йөрөй башланы. Атаһы был турала директор менән дә һөйләшеп алды.
– Тик кенә ултырып, уҡытыусыға ҡамасауламаһа – йөрөһөн. Дәфтәр менән ҡәләмдәр биреп ебәрегеҙ, – тине.
Бына хәҙер айға яҡын апайы менән бергә барып, бергә ҡайта. Уҡытыусыға ҡамасауламайҙыр. Былай үткән күргәндә, уҡытыусы зарланманы. Дәрестә һүрәт эшләп ултырыуын әйткәйне. Бында әсәһенә бер аҙ тынысыраҡ та булыуын өйҙә балаларҙың өлкәндәре аңлай ине.
Улар мәктәптән ҡайтыуға, ерләү эше тамамланыуға етешкәйне инде. Һәр береһе балаларҙың арҡаһынан һыйпап, һөйөп ҡалырға тырышты, йәлләүен йәшермәне. Кемеһелер бик асырғанып:
– Балаларҙы интернатҡа бирерҙәр инде, ҡайһылай йәл. Шундай матур ғаилә етемһерәй, – тине.
Бөтә хәбәргә тиҙ генә айышына төшөнө торған Зилә :
– Мин интернатҡа бармайыыым, – тип илап ебәрҙе, уға ҡалған ике туғаны менән Фәнил дә, аҙаҡ Булат та ҡушылды.
– Беҙ кем менән уйнайбыҙ, Сәғиҙә булмағас, беҙгә күңелһееҙ була, – тип иланы улары.
– Бына тағы етемдәр артты, – тине Йәнифә әбей.
– Беҙ етемдәр түгел, беҙҙең атайыбыҙ бар, Рәхимә, Камилә инәйебеҙ ҙә беҙгә килә. Беҙ етем түгел, интернатҡа бармайбыҙ, – тип кемдеңдер һаҡһыҙ ысҡындырған бер һүҙе илаған балаларҙың ҡайғы фажиғәһен тағы көсәйтеп кенә ебәрҙе.
Кискә ыңлайған көн ҡояшы ла бөгөн нисектер ҡарайып, оло ҡайғы шәлен бөркәнгән шәүлә кеүек байыуға йүнәлде.
Әсәйемде һағындым.
Уларға нисек кенә ауыр булмаһын, тағы ике йыл әсәйһеҙ йортта йыл йәшәргә тура килде. Аталары балаларынан айырылғыһы килмәне. Шуғамы икән балалар тәүге осоро артыҡ күңелһеҙләнмәнеләр. Камила инәләре йыш ҡына килеп торҙо. Рәхимә инәһе күрше йәшәгәс, көн дә һөт, маймы, ҡаймаҡмы, ҡоротмо индерә ине. Улар угның инеүен ашҡынып өттөләр.
Шулай ҙа өсөнсө йылына уларға интернатҡа барырға тура килде. Ауылдан улар менән бергә тағы 3-4 бала барҙы. Ағаһы менән апаһы мәктәптәге таныш дуҫтары менән барғас, артыҡ ауырлыҡ кисермәнеләр. Был ваҡытта өсөнсө синыфҡа уҡырға барған Сәғиҙә хәҙер барыһы менән тиҙ аралашыусан балаға әүерелде. Килгән осоро томһайып йөрөһә лә, тора -бара асыла башланы. Шулай ҙа әсәһен һағынып, кискеһен илап алғылай ине. Ауылда әсәһеҙ ике йыл торһалар ҙа, Сәғиҙә улай иламағайны. Уның янына Зилә апаһы артыҡ йыш килмәне, ә бына Таһир ағаһы көн дә килә ине. Үҙе менән Рәүеф тигән дуҫын да эйәртә. Уныһы атаһының фото төшөргөс аппаратын алып килгән дә:
– Мин һеҙҙе фото төшөрәм, тик минең аппаратҡа теймәгеҙ, боҙаһығыҙ, – тип ебәрә.
Үҙен ҙур мал эйәһендәй хис итеп, бик эре ҡылана. Килгән һайын фото төшөрә, тик әлегә эшләп биргәне юҡ әле.
– Мин каникулға ҡайтҡас, атайым менән бергә эшләйем, бында короче, нет условий, и все, – тип урыҫсалап тамамлап ҡуя.
Ул бында килгәнсе бер йыл урыҫ мәктәбендә уҡыған, тик оҡшатмағанмы, кире ҡайтҡан. Бында хәҙер икенсе йыл уҡый икән.
Бөгөн Сәғиҙә бер үҙе кискеһен ашарға бармай ҡалды.Ниңәлер бик ныҡ әсәһен һағынды. Яҡында ғына уларҙың бүлмәһенә төнөн килә торған няняның өйө күренә. Киске шәм яҡтыһына уларҙың өйҙә ни эшләүҙәренә тиклем күренә, тәҙрә ҡорғандарын тартмағандар. Бына тупһала Зифа апай үҙе күренде.
– Кем улдтыра унда? Сәғиҙә һинме. Ниңә ашарға барманың?
– Мин әсәйемде һағындым, ҡайтҡым килә. Зифа апай, беҙҙең ауылға нисә километр була?
– Утыҙ.
– Мин уны нисә сәғәттә үтә алам атлап?
– Берәй алты- ете сәғәт булыр.
– Атыу мин ялда ауылға ҡайтам.
– Тик һине, туғаным, берәү ҙә ҡайтармаҫ. Ундай рөхсәт юҡ ул.
– Мин әсәйемде һағындым бит. Таһир ағайым менән Зилә апайыма әйтәм дә, улар менән бергә ҡайтабыҙ.
– Һин бәләкәйерәк әле, уларҙы ҡайтарһалар ҙа, һине ҡайтармаҫтар шул.
– Мин ҡасып ҡайтам, әсәйемде һағындым.
– Ярай мин тәрбиәсе менән һөйләшермен, ул ауылығыҙға хәбәр итһә, атайың килеп алыр, әсәйеңде күрерһең.
– Мин уны зыяратҡа барып күрәм. Ул унда ята. Мине көтә ул. Ана Маһинур апай атаһын көн дә зыяратҡа барып күрә. Улар унда нимә һөйләшәләр икән? Атаһының тауышы ишетеләме икән? Мин әсәйемә, һағындым, тип әйтәм. Ул мине ишетер микән, Зифа апай?
Ул Зифа апаһының күрһәтмәй генә илап торғанына ла иғтибар итмәй, һөйләүен дауам итеп, ятаҡ ишеге яғына йүгереп китте. Зифа апаһы ла бер ҡарарға килеп, тура оло тәрбиәсе ултырған ятаҡтың яғына ыңғайланы.
Бер нисә көндән шәмбе көнгә ҡарай, Сәғиҙәнең атаһы ат егеп килеп, бында уҡыған бөтә балаларҙы алып ҡайтты. Тик ҡайтыр алдынан иртәгә үк алып килә алмаясаҡ, тағы ла берәй көнгә балаларҙы өйҙәрендә тоторға рөхсәт һорап, директорға инеп сыҡты ла, һөйөнөслө хәбәр менән балаларҙы ҡыуандырҙы.
Сәғиҙә был ҡайтып килгәндән һуң бер аҙ баҫылды, артыҡ ҡайғырып, эсе бошоп йөрөмәй, балалар менән аралышыусан булып үҙгәреп килде. Зифа апаһына рәхмәт әйтергә лә онотманы.
– Зифа апай, беҙгә атай яңы әсәй алып ҡайтҡан. Әсәйҙең яңыһы, иҫкеһе булмай ивет. Ул да беҙгә әсәй булмай, апай була инде. Әсәйҙәр берәү генә вит, ивет. Мин әсәйем менән һөйләштем, ул мине ишеттеме икән? Мин уны ишетмәнем. Рәшәткәһендә бер ҡош ултыра ине, шул ҡошҡа, әсәйем мине ишетмәһә , һин еткер, тинем үәт, – тип хәбәрен дә һөйләп алды. – Мин һине, Зифа апай, әсәйем кеүек итеп яратайыммы? – тине
– Йә, – тигәйне, йүгереп килеп уны ҡосаҡлап, сикәләренән алмаш- тилмәш "сүп" итеп үбеп тә алды. Зифа апайы ла уны арҡаһынан һыйпап һөйөп оҙатты. Хәҙер Сәғиҙә күберәк Зифа апаһы тирәһендә булырға тырышты, өйө лә уларҙың бүлмәһенән алыҫ түгел, йөҙ- йөҙ илле метр булыр. Бына шулай, Сәғиҙә үҙенә оло дуҫ табып алды.
Мин ҡуяндар ҡарайым.
Яйлап интернатҡа килгән балалар өйрәнә башланылар: Сәғиҙә лә, Зилә лә, артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай ғына башҡа балалар менән татыу ғына йәшәргә өйрәнделәр. Ҡыҙҙарға интернатта тауыҡ себештәре, ҡуяндар ҡарарға беркетелде. Таһир ағалары уҡыған синыф өлкәнерәк булғанға күрә, уларға ауырыраҡ эштәр эләкте. Улар мәктәптән ҡайтҡас, һыйырға бесән һалып аҫтарын таҙалайҙар, йәй булһа, ҡыяр, кишер, кәбеҫтә, помидорҙарға һыу һибәләр, картуф күмәләр, ә утау күпселек Зилә апайы кеүектәргә эләкте. Сәғиҙә үҙ теләге менән үҙенән бер синыф алда уҡығандарға ярҙам итеп, ҡуян ҡарашты. Дәрте күтәрелеп китһә, хатта себеш ҡарашырға ла йөрөй ине. Унда һәр саҡ ике йәки өс ҡыҙ, бер малай йөрөй. Малай кеше ҡуяндарға йолҡоп әҙерләгән үләнде ояларына ташып һала, ә ҡыҙҙар үлән йолҡоп әҙерләй. Сәғиҙә өсөн был бик йәтеш шөғөлгә әйләнде. Берҙән, үҙе ҡуяндарҙы яратты, икенсенән, һине берәү ҙә артыҡ күҙәтеп тормай, үҙ иркеңдә йөрөгән кеүек тойола ине уға. Тәрбиәселәр, себеш ҡуян ҡарарға барғандарҙы шул эште башҡарыусыға ярҙамға ебәргән булғас, күпселеге уларҙы шул кешеләр үҙҙәре ҡарап эшләтәләр. Шуға Сәғиҙә үҙен бында бер ни тиклем иркен тота. Ауылға каникулға ҡайтҡанында ла дуҫтарына, “Мин эшләйем – ҡуяндар ҡарайым,” – тип маһайыбыраҡ та әйтеп ебәрә. Әле лә үҙе менән гел бергә йөрөгән Рәсимәгә:
– Ҡуяндар беҙҙең һөйләшкәнде аңлаймы икән. Әрләһәк ни эшләрҙәр икән , әйҙә әрләп ҡарайыҡ, – тип ҡуйҙы
– Нисек итеп әрләйек?
– Булмаһа яман ҡысҡырып һөйләшәйек.
Шулай тинеләр ҙә ҡысҡырып һөйләшә башланылар. Ҡуяндар үҙҙәренең ояларында ни эшләргә белмәй мөйөштән мөйөшкә йүгергеләй башланылар. Ҡыҙҙар рәхәтләнеп көләләр, уларҙың тауышына ҡуяндар ҡараусы Мирзаян ағалары килеп сыҡты ла:
– Ниңә ҡысҡырышаһығыҙ? Ҡуяндарҙы ҡурҡытаһығыҙ бит, унан прагулкаға сығарһаң, кире бында килтереп алып булмай, ҡасып китәләр. Саҡ йыйып алам. Ҡысҡырышмағыҙ!
– Беҙ уларҙы әрләйбеҙ, беләләрме икән тигәйнек.
– Шунан, беләләрме?
– Беләләр.
– Минән һораһаһағыҙ ҙә әйтер инем, шайтан ҡыҙыйҙар. Улар әрләгәнде беләләр, тауышты айыралар. Иркәләп һөйләһәң, ҡолаҡтарын һелкетеп алып китәләр. Әрләһәң, алан-йолан ҡаранып, ҡасырға урын эҙләй башлайҙар, Аңланығыҙмы инде. Пакамес мында мин хужа, һорарға кәрәк. Хәҙергә эш бөттө, һау булығыҙ, тура ҡайтығыҙ, киске ашау ваҡыты етеп килә. Дәресегеҙҙе лә әҙерләргә бар әле.
– Беҙ уны килгәнсе эшләп килдек. Бөгөн икебеҙҙән дә математика уҡытыусыһы һораны.
– Ызнашит, иртәгә һорамай, тиһең инде. Ярай, ярай, икеле алмаһағыҙ булды.
– Беҙ өслө лә алмайбыҙ. Яҡшы уҡығандарға полдникта тәмлекәйҙе кү-бе-рәк бирәләр, үәт шулай. Ярай хушығыҙ, – тип Рәсимә ҡайтырға ыңғайланы.
Сәғиҙә тағы күпмелер хәбәр табыр ине, Рәсимә киткәс, уға эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
Дауамы бар.