

Мәктәп тупһаһынан сығыу менән хәрби хеҙмәткә алынғас, Афғанстанға эләгеп, ғүмерҙәре өҙөлгән, ә тере ҡалғандарының яҙмыштары ҡырҡа үҙгәргән тиҫтерҙәремә бағышлайым.
Автор
1
Йәшлегем биҙәге – ҡыңғырау сәскә,
Күпме хәтирәләр уяттың?!
Йөрәк төпкөлөндә бикләп тотҡан
Йәшерен серҙәремә юл таптың!
… Шау сәскәгә күмелгән туғайҙан икәү атлай. Ҡулға-ҡул тотоношҡандар. Үҙҙәре юҡтан да ҡыҙыҡ табып, шарҡылдап көлөшәләр, шаяралар.
Ҡыҙҙың башында ялан сәскәләренең иң сағыуҙарынан ғына яһалған нәфис таж. Өҫтөндә иҫ киткес матур, үҙенә үтә лә килешеп торған зәңгәр төҫтәге күлдәк. Егет ап-аҡ күлдәк, ҡара салбар кейгән. Тулҡынланып торған ҡара сәстәре, көлөп ҡараған ҙур яғымлы күҙҙәре уны тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Егет, ташҡын хистәрен тыя алмай, ҡапыл ҡыҙҙы ҡосағына ала ла уны шашып-шашып үбергә тотона…
Был икәү – Зәлифә менән Айбулат. Күрше ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып килгән Айбулаты менән Зәлифә бер нисә көн генә күрешмәгән инеләр – шул тиклем һағынышҡандар!
– Зәлифәкәй, ана, күрәһеңме ҡаршылағы ҡаяны? – тип һорай егет, наҙлы ҡараштарын һөйгәненән айырып ала алмай.
– Эйе, күрәм! – ти Зәлифә. Үҙе һаман да шаярып, сыңғырҙатып көлә.
– Беләһеңме, нимә? Һин бына ошонда ғына баҫып тор, йәме? Мин хәҙер ошо ҡаяның иң бейек урынына менеп баҫам да, бар донъяға һине яратыуымды яңғыратам!!!
– Ҡуй, Айбулат, мин бер үҙем бында ҡалмайым! Мин дә һинең менән! – һөйгәненән аҙға ғына ла айырылғыһы килмәй шул уның.
– Юҡ, Зәлифәкәй! Мин оҙаҡ тормаҫмын, тиҙ арала яныңа кире төшөрмөн. Көт мине! – тине лә Айбулат, ҡаяға табан йүгерҙе.
Бына ул ҡаяның иң бейек урынына менеп еткәс:
– Э-һе-һе-һе-й-йй! Ишетәһегеҙме, тауҙар? Ишетәһегеҙме, кешеләр? Мин Зәлифәне яратам!!! – тип ҡысҡырҙы.
Айбулатҡа ҡушылып тауҙар уның һүҙҙәрен шаңдау булып ҡабатланы:
– Зә-зә-зә… я-я-я-ра-там!
Айбулат, ҡулдарын ҡарсыға ҡанаттарылай ике яҡҡа йәйгән дә, үҙе лә ҡоштай талпына. Зәлифәгә ул шулай ҡош булып осор ҙа китер төҫлө.
Бына ул:
– Зәлифәкәй, мин яныңа киләм, һин дә йүгер ҡаршыма! – тип ҡысҡырҙы ла, ҡаянан төшә башланы.
Зәлифә, атлығып ҡаршы йүгерҙе. Әле генә Айбулаттың һөйөү һүҙҙәрен яңғыратҡан ҡаяға ла яҡынлашты. Ҡапыл, көтөлмәгәндә, уның аяҡ аҫтындағы ер убылып китте лә, Айбулат менән икеһе араһында төпһөҙ упҡын барлыҡҡа килде. Зәлифә ҡаршы яҡҡа һикереп сығырға ла өлгөрмәй ҡалды. Ҡаушауынан, ҡурҡыуынан бөтөнләй быуынһыҙ ҡалған ҡыҙ, сарбайлап:
– Ай, Айбулат! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Ҡаянан төшөп еткән Айбулат та теге ярҙа үрһәләнә:
– Зәлифә! Зәлифәкәй, хәҙер ҡотҡарам мин һине, көт! – тип ялбара.
– Аһ, Айбулат, ҡалдырма мине, ал үҙеңдең яныңа! Мин һинһеҙ бөтөнләй йәшәй алмайым!!! – тип үкһеп-үкһеп илай Зәлифә.
Ә аралағы упҡын киңәйгәндән-киңәйә, Айбулат та йыраҡлашҡандан-йыраҡлаша бара. Үҙе, ҡулдарын болғай-болғай, нимәлер ҡысҡыра…
– Аһ, Айбулат, ал мине үҙеңдең яныңа! – Зәлифә ни эшләргә лә белмәй, үрһәләнә, Айбулатын саҡыра, өҙгөләнеп, ҡысҡырып илай…
Үҙ-үҙен белештермәй түгелеп илаған Зәлифә уянып киткәнендә шыбыр тиргә батҡан, туҡтауһыҙ аҡҡан күҙ йәштәренән хатта мендәре сыланып бөткән, үҙе һаман да тыныслана алмай, һулҡылдап илай ине…
Күргән төшөнөң тәьҫиренән айырыла алмай, Зәлифә оҙаҡ ҡына ятты. Йыраҡтарҙа ҡалған ғәмһеҙ, сая йәшлегенең иң бәхетле бер миҙгеле төшөнә кереп, тап өнөндә булғанса ҡабатланыуы күңелен бик ныҡ иләҫләндергәйне. Тик төшөнөң аҙағы шулай ҡурҡыныс тамамланыуы күңеленә шом һалды.
Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә таң ҡыйыла. Отпускыла булғас, иртә тороуҙың кәрәге юҡ.
“Был – бары тик төш кенә…” – ҡат-ҡат ҡабатлай торғас, ул яңынан йоҡоға талды.
Әллә таң алдынан ғына күргән төшө сәбәпсе булдымы – Зәлифәнең йөрәге көнө буйы болоҡһоп тик торҙо. Ул, үҙенә урын таба алмай, ары һуғылды, бире һуғылды. Кискә табан бер аҙ тынысланғандай ҙа ине… тик оҙаҡҡа түгел икән шул! Кис еткәс, күптән ташлап ҡуйған бәйләмен ҡулына алып, йәтешләп кенә ҡәнәфигә ултырҙы. Бер журналда күреп ҡалған кофта үрнәген бәйләй башлаған да, онотҡан икән… Ҡапыл, фатирҙы яңғыратып, телефон шылтыраны. Зәлифәнең былай ҙа борсоулы йөрәге ярһып туларға тотондо. Ҡаушауынан күпмелер ваҡыт телефон трубкаһын үрелеп алырға ҡыймай торҙо. Күңеле, ниҙер һиҙенеп, шомланды:
– Алло?
– …
– Алло, тыңлайым?!
Телефонда бер аҙҙан ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде:
– Һаумыһығыҙ! Миңә Зәлифә апай кәрәк ине… – Ни өсөндөр теге остағы ҡатын ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
– Был мин – Зәлифә! Ә кем шылтырата?
– Мин – Айбулаттың һеңлеһе Аида…
– Эйе, Аида һылыу!
– Ғәфү итегеҙ, мин һеҙгә хәбәр итмәй булдыра алманым. Бөгөн… беҙҙең Айбулат ағай һәләкәткә осраны… Телефондан Аиданың һулҡылдап илағаны ишетелде.
– Аһ!
Зәлифә телефон трубкаһы ҡулынан нисек төшөп киткәнен дә һиҙмәне. Аптырап, тирә яғына ҡаранды ла, йәнә трубканы ҡулына алды. Телефонда Аида өҙгөләнеп Зәлифәне саҡыра ине…
– Ишетәм, Аида һылыу… Ғәфү ит, зинһар, әллә нишләнем дә ҡуйҙым!
– Зәлифә апай, ерләү – иртәнән һуңға. Килеп өлгөрһәгеҙ, яҡшы булыр ине.
– Әлбиттә, ҡайтам, иртәгә иртүк юлға сығам, көтөгөҙ!
– Һеҙҙе вокзалда уҡ ҡаршы алырҙар. Ярай, хуш-һау булығыҙ.
– Һау булығыҙ…
“Бына ни өсөн уның йөрәге иртәнән бирле тулаған. Их, Айбулат… Һәләкәткә осраған, тиме? Нимә булғанын һорашырға башына ла килмәне. Хәйер…”
– Аһ, Айбулат йәнем!
Зәлифә, көтмәгәндә ишеткән ҡурҡыныс хәбәрҙең аяуһыҙ дөрөҫлөгө әле яңы аңына барып етеп, тыйыла алмай, үкһеп илап ебәрҙе. Үрһәләнеп, бик оҙаҡ иланы. Ҡасандан бирле йыйылған ҡайғы-һағыштары, үкенестәре – барыһы бергә әсе күҙ йәштәренә әйләнеп, бер туҡтауһыҙ аҡты ла аҡты…
2
… Зәлифә – ауыл ҡыҙы. Йәмле Инйәр буйында урынлашҡан Уҫаҡлытау ауылынан. Бигерәк матур шул уның ауылы. Исеме лә есеменә тура килеп кенә тора – Уҫаҡлытау! Ә ундағы уҫаҡтарҙың матурлығы! Бигерәк тә көҙөн улар иҫ киткес күркәм булып, күҙҙең яуын ала. Ул үҙенең яратҡан тауы Шылғантүбәлә ошо ағастар араһында йөрөргә һәләк ярата. Шылғантүбә – ауылдың ситендә генә, Бағарышты йылғаһынан һуң башлана. Әллә ни ҙур ҙа булмаған тау төрлө еләк-бәшмәктәре менән гел үҙенә саҡырып тора. Юғарыға менеп ҡараһаң, бөтә ауыл ус төбөндәгеләй күренә.
Зәлифә быйыл ун биш йәшен тултырҙы. Һигеҙенсе синыфты тамамлағас, әллә берәй ҡайҙа уҡырға барырғамы, тип уйлап та ҡуйғайны. Шул үҙенең оялсан, ҡыйыуһыҙ булыуы арҡаһында кире уйланы. Синыфташ ҡыҙҙары фельдшерлыҡҡа уҡырға инеп тә ҡайттылар инде.
Әллә ниңә бигерәк ҡыйыуһыҙ шул. Берәй ят кеше менән һөйләшергә тура килһә, үҙенең тауышын хатта үҙе лә ишетмәй, әллә нишләй ҙә ҡуя. Оялыуынан ҡыҙарып бөтә. Шуға, бер ҡайҙа ла китмәй, ауылда ҡалды. Ике йыл эсендә, бәлки, кешеләрҙән тартыныуы кәмер?
Тағы ул тиҙ генә ауылын ташлап сығып китә лә алмай. Ул да китһә, ҡустылары ни эшләр?
Аталары бәләгә осрап, һәләк булғас, әсәләре биш бала менән тороп ҡалды. Эшләгән эше лә бик ауыр. Инде Зәлифә лә уҡырға китһә?
Зәлифәнең дүрт ҡустыһы бар. Юнир үҙенән ике йәшкә кесе, Булат бишенсегә бара, ә игеҙәк ҡустылары Илфат менән Илшатҡа бары бишәр йәш. Малайҙар бигерәк тиктормаҫ, арттарынан ҡарап ҡына өлгөр!
Ә Юнир – апаһының иң беренсе ярҙамсыһы. Ҡайһы саҡта уның көсө етмәгәнде “һә” тигәнсе эшләп тә ҡуя. Быйыл бесән мәлендә үҙен нисек күрһәтте! Салғыһын шул тиклем матур итеп, ирҙәрсә һелтәй… Әсәләре ҡыуанып ҡарап тора ла: “Эх, атайығыҙ ҙа күрһә икән!” – тип әрнеп әйтеп ҡуя.
Булат ҡустыһы ла өй эштәрендә ярҙамлаша башланы. “Тағы нимә эшләргә, апай?” – тип, йүгереп килеп етә. Иң яуаплы эштәр – барыбер Зәлифә иңендә.
Быйылғы йәй бигерәк матур килде. Әле генә йәшенләп-күкрәп ямғыр яуһа, артынса уҡ ялтырап ҡояш килеп сыға. Тиҙ арала матур итеп йәйғор ҡалҡа. Ә ундай, йәшенләп яуған ямғырҙан һуң ниндәй матур була тирә-яҡ! Бөтә донъя сафланып, йәшелләнеп ҡала. Баҡсаларҙа хуш еҫ аңҡый, өҙҙөрөп ҡоштар һайрай, Зәлифәнең яратҡан тауында кәкүк саҡыра. Тик бына әсәһе генә ниңәлер һөйһөнмәй ошо ҡошсоҡто. Ишетеп ҡалдымы, һуҡрана башлай. Моңло кәкүкһеҙ урман буламы икән ни? Тағы Зәлифә һандуғастарҙы тыңларға ярата. Хыялланырға яратҡан хисле ҡыҙыҡай урмандарҙа йөрөгәндә ниндәй генә ҡоштарҙы тыңламаны, һандуғасҡа еткергәндәрен ишеткәне булманы. Булмаҫтыр ҙа…
Ә быйыл бигерәк иләҫләнеп тыңлай ул йырсы ҡоштарҙы. Каникулдары башланғас, әхирәте Ғәлиә менән һәр кис һайын үҙҙәренең яратҡан тауына һандуғастар тыңларға ашыҡтылар. Яңғыҙ ҡайын төбөнә ултырып алалар ҙа, көтә башлайҙар. Бына бер мәл аҫта, йылға буйындағы таллыҡта, “сут-сут” иткән тауыш ишетелә. Шунан һуң башлана! Әхирәте менән тын алырға ла ҡыймай, һуштары китеп тыңлайҙар. Бер аҙҙан ҡоштар тына. Әхирәттәр хыяллана-хыяллана ҡайтырға сыға. Мөхәббәт тураһында серләшәләр.
– Китаптарҙағыса, киноларҙағыса мөхәббәт беҙгә лә килһә икән, эйеме, әхирәт? Берәйһенә үлеп ғашиҡ булырға ине! – тип шыбырҙай Ғәлиә, хисләнеп.
– Ысынында ундай мөхәббәт булмайҙыр ул? – ти Зәлифә, икеләнеп.
–Була икән шул! Ана, әсәйемдәр йәш саҡтағы әхирәттәре менән осраштылармы, тик шул турала һөйләшәләр. Үҙҙәренең тәүге мөхәббәттәрен һағынып, илашып та алалар. Атайҙар күрмәгәндә генә кәнишнә. Һиңә лә сер итеп кенә әйтәм, һөйләй күрмә берәйһенә!
– Ҡуйсы, Ғәлиә, кемгә һөйләйем, ти? Мин ул турала кеше алдында әйтә оаламдыр шул?
– Ярай, ярай, үпкәләмә! Былай ғына әйтәм!
Ғәлиә менән хушлашҡас, Зәлифә өйөнә ҡайтып еткәнсе ошо һөйләшеүҙе уйлап ҡайтты.
“Ысынлап та, уға ла шундай мөхәббәт килерме икән? Кем икән ул уның өҙөлөп һөйөр кешеһе? Ә нисек килә икән мөхәббәт тигәндәре? Зәлифәне лә өҙөлөп яратҡан кеше булырмы икән? Юҡтыр ҙа”.
…Киләһе яҙға тиклем, эй, һағынырҙар инде һандуғастар моңон!
Тағы Зәлифә шишмә башына һыуға йөрөргә ярата. Уларҙың шишмәләре яҡындағы урман эсендә генә, ереклектәр араһында ағып ята. Күрше ағай ул шишмәгә матур итеп йорт та төҙөп ҡуйҙы.
Улаҡтан сылтырап ҡына аҡҡан һыуға биҙрәһен ҡуя ла тирә-яғына күҙ һала. Эй, бигерәк рәхәт шул бында! Эргәлә генә мөһабәт еректәр, йәйге эҫелә һалҡынса күләгә биреп, әкрен генә тирбәлә. Тирә-яҡты тағы ла йәмләндереп ҡоштар һайрай, йәйҙең хозурлығына ҡыуанып, өйөрөлөп-өйөрөлөп төрлө-төрлө төҫтәге күбәләктәр оса. Бал ҡорттары иң хуш еҫле сәскәләрҙән тырышып-тырышып һут йыя.
Ул йүгерә-йүгерә күгәрсен күҙе, ҡыңғырау сәскәләрен йыйып ала ла, сылтыр шишмә үҙенең һыуын ҡойған Бағарышты йылғаһына яҡын уҡ барып, уны күҙәтеп тора. Яҙын ул йылға бик ныҡ таша, хатта ярында баҫып тороуы ла ҡурҡыныс була. Ярына һыймаған йылға туғайҙарға йәйелә. Күпмелер ваҡытҡа ағастар һыу аҫтында ҡала. Зәлифә уның шулай ярһып-ташып аҡҡан ваҡытын ныҡ ярата. Ниңәлер күңеле шул сағын үҙ итә. Тәбиғәткә һушы китеп, иләҫләнеп йөрөгән Зәлифә күршеләренең һыуға төшкәнен күреп ҡалһа, тиҙерәк биҙрәләрен көйәнтәләп, ҡайтырға ашыға.
Йәйге каникулдары үтеп тә китте. Өс көндән мәктәпкә! Ни өсөндөр был юлы беренсе сентябрҙе бигерәк тулҡынланып көтә Зәлифә. Әллә ниҙәр булыр кеүек…
3
– Аһ, Айбулат йәнем!
Зәлифә, асырғанып ҡысҡырып ебәреүенән һиҫкәнеп, тирә-яғына күҙ һалды. Хәтирәләргә бирелеп, урынынан да ҡуҙғалмай күпме ултырҙы икән ул? Ул стеналағы сәғәткә күҙ һалды. Юлға сығырға ла ваҡыт етеп килә икән. Ә ул әҙерләнмәгән дә! Ҡазандан Өфөгә поезд иртәнге алтыла ҡуҙғала. Бары ике сәғәт ваҡыты ҡалып бара.
Зәлифә тиҙ генә әйберҙәрен юл сумкаһына тултырҙы. Тамағына тәғәм ризыҡ ҡабаһы килмәһә лә, бер аҙ кофе эсеп алырға булды. Телефондан такси саҡыртты ла, вокзалға йүнәлде. Бөгөн эш көнө булғанғамы, вокзалда кеше әллә ни күп түгел. Билетты тиҙ алды.
Бына ҡуҙғалырға ваҡыт. Вагонда кеше унда-һанда ғына. Зәлифәнең бер үҙенә бер купе тура килде. Әйберҙәрен урынлаштырғас, йоҡларға ятты. Тик, нисек кенә йоҡларға тырышһа ла, күҙенә йоҡо кермәне.
… Бер аҙҙан ул туҡталып ҡалған хәтирәләренә кире әйләнеп ҡайтты.
4
… Бына 1 сентябрь ҙә етте. Мәктәп эсе гөж килеп тора. Зәлифә үҙенең синыфташтары янына килеп баҫты. Ни эшләптер Ғәлиә күренмәй. Әллә күрше районда йәшәгән өләсәһенән ҡайтып етмәгәнме?
Линейканан һуң һәр кем үҙ синыфына йүнәлде.
Зәлифә тәҙрә янындағы буш партаға барып ултырҙы. Линейка ваҡытында әллә ни иғтибар итмәгән икән: барыһы ла үҙгәреп, үҫеп киткәндәр! Малайҙарҙың танау аҫтарында мыйыҡтары барлыҡҡа килгән, быға тиклем сибек кенә булған ҡыҙҙарҙың да кәүҙәләре тулышып үҙгәргән.
Барыһы ла шат, күҙҙәре ут булып яна. Бына бер саҡ ишектән… оҙон буйлы, ят егет килеп инде. Үҙе шул тиклем һөйкөмлө, кәүҙәһе лә баһадирҙарса көслө, матур, сөм-ҡара сәстәре тулҡынланып елкәһенә үк төшөп тора. Шаян икәнлеге йөҙөнә сыҡҡан. Ихлас йылмайып, һаулыҡ һорашҡас, ул:
– Туғыҙынсы “Б” ошондамы? – тип һораны.
– Ошонда! – Синыф “гөж” килде.
Ул бер аҙ тапанып торҙо ла Зәлифә янындағы буш урынға килеп ултырҙы. Әллә ни булды шул саҡ Зәлифәгә. Биттәре ут булып янғанын тойоп, башын түбән эйҙе. Егет унан нимәлер һорашты, шикелле. Синыф етәксеһе килеп кергәс кенә, Зәлифә еңел тын ала алды.
Уҡытыусы барыһын да яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлап, уңыштар теләне. “Яңы уҡыусы ла бар икән!” – тип, уның тураһындағы мәғлүмәттәрҙе журналына теркәгәс:
– Иртәгә уҡымайбыҙ. Бөтәбеҙ бергә походҡа барабыҙ. Йә, әйтегеҙ, ҡайҙа теләйһегеҙ: Инйәр буйынамы, әллә Оҫҡонтауғамы? – тип һораны.
– Оҫҡонтауға! – Ҡыуаныстан барыһы бер юлы ҡысҡырҙы.
– Ярай, әләйһә, әҙерләнегеҙ. Иртәгә сәғәт туғыҙға йыйылабыҙ. Үҙегеҙ менән ашарға алығыҙ. Урманда сәй ҡайнатып, бәрәңге бешерербеҙ.
Мәктәптән Зәлифә әхирәте Ғәлиә менән ҡайтты. Беренсе дәрескә ул, һуңлап булһа ла, килеп өлгөргән. Күптән күрешмәгәс, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй ҡыҙҙарҙың.
– Шунан, күршең менән таныштыңмы? – Шаян холоҡло Ғәлиә, мут йылмайып, әхирәтенә өндәште.
– Юҡсы! – Ҡырыҫ ҡына яуапланы Зәлифә.
– Бәй, ништәп улай асыуҙанаң ул? – Ғәлиә, аптырап, әхирәтенә төбәлде.
Бер ҙә юҡҡа әхирәтен үпкәләткәне өсөн Зәлифә үҙе лә уңайһыҙланды.
Дауамы бар.
Фото: Бәйләнештә