

Ял
Ятаҡҡа ҡайтыуға, Сәғиҙәне шаҡ ҡатырғыс ваҡиға көтә ине. Улар бүлмәгә килеп инеү менән, бүлмәләге ҡыҙҙар тын ҡалды. Арала өлкәнерәк булған Алһыу менән Сәкинә бер-береһенә "Һин башла", – тип торҙолар ҙа икеһе бер юлы:
– Сәғиҙә, Һин Сәйҙәнең күлдәген урлағанһың.
– Ниндәй?
– Кисә бирелгән яңыны.
– Минеке үҙемдең өҫтөмдә. Мына ҡара, бәләкәй сәскәләр төшөрөлгән, евәк бит. Ә һинеке ниндәй ине?
– Минеке прастуй, япраҡтар төшөрөлгән. Шифанерҙағы һинең полкаңда ята ине.. Шунан алдыҡ. Бына Алһыу менән Сәкинә күрҙе.
– Эйе, эйе, беҙ күрҙек.
– Унда уны кем һалған, мин түгел бит инде. Мин иртәнсәк мәктәпкә иң алда сығып киттем. Беҙ Юнай менән класта дежур инек. Беҙҙең менән тәрбиәсе Гөлсирә апай барҙы. Мәктәптән аҙаҡ ҡайттыҡ. Мин бүлмәгә ингәндә, бөтәһе лә бар ине. Ашарға бергә сығып киттек. Аҙаҡ мин бүлмәгә килмәнем, бына яңы килеп торам, дәресемде мәктәптә үк әҙерләп ҡайттым. Юнай ҙа әҙерләне, үҙенән һорағыҙ, – тип, теҙеп, үҙенең алдына кеше сығармай торған бала саҡ ғәҙәте менән һөйләй башланы.
– Кем күргән уның алғанын? – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Рәсимә.
– Бер- берегеҙҙе яҡлап тормағыҙ, урлаған бит инде, нимә йәшерәң, алдым тиген.
– Миңә, Сәйҙә һинең прастуй эске кейемең кәрәкмәй, миңә яҡшы уҡығанға , һәйбәтерәкте биргәнгә күҙең ҡыҙып, әллә үҙең һалдыңмы?
Уны көтөп торған ҡыҙҙар былай дауам итер тип уйламанылармы, бер аҙ һүҙһеҙ ҡалдылар. Алһыу шул ваҡыт хөкөм итеүсе төп кеше үҙем, тигән кеүек:
– Урлағас, баш тартып торма, һин бүлмәлә шуның өсөн биш көн дежур итәһең, үҙем күҙәтәм, – тип, һүҙҙе тамамға иҫәпләп, үҙенең бүлмәлә хужа икәнен ҡыҙҙарға хәтеренә төшөрөүенә лә кинәнеп, ҡулдарын халат кеҫәһенә тығып, – ашарға ваҡыт етте ана тимер ҡаҡтылар, – тип, сығып китте.
Сығып киткән Алһыу артынан Сәғиҙә:
– Кем алған шул дежур булһын, мин түгел, – тип ҡысҡырып карауатына ҡолап, һығылып илай башланы.
Нахаҡ бәләнең ни тиклем ауыр икәнен был бала беренсе тапҡыр иңендә тойҙо:
– Әсәкәйем, мине килеп ал, һинең эргәңә барам, миңә бында ҡыйын. Мин алманым бит, мин алманым. Мин түгел. Мин үҙемдекен кейеп алдым бит. Әсәй, ҡайтам, һин килеп алмаһаң, мин үҙем ҡайтам. Мин барыбер ауылда уҡыйым. Яңы әсәйгә ярарға тырышырмын, көн дә һиңә барырмын!
Сәғиҙәнең тауышына килеп ингән тәрбиәсе Айһылыу апай уның һөйләнеүен бер минут эсендә йөрәге аша үткәрҙеме, үҙ балаһындай килеп ҡосағына алып йыуата башланы, үҙе лә ҡуша илашты. Был күҙ йәштәре тәрбиәсенең баланы йыуата алмауынан килеп сыҡҡан көсһөҙлөк йәштәре икәнен ул үҙе лә аңлай ине. Ниндәй ҡыйын – яҙмыштары кителгән балаларҙың йөрәк яраларын уңалтыу. Юҡмы тағы шунда берәй ҡөҙрәтле көс: атайҙы ла, әсәйҙе лә юҡлығын һиҙҙермәҫлек. Эй хоҙайым, ниңә был сабыйҙарға ҡарата хөкөмөң ҡаты, кем ғәйептәре өсөн улар һинең алда яуап тота һуң? Был кис Сәғиҙә ас килеш ятты. Бүлмәлә ҡәбер тынлығы: бер яҡ ситтә Сәйҙә менән Алһыу ғына бышылдап һөйләшә, тик уларға ҡушылыусы ла, боролоп ҡараусы ла булманы. Төнгө няня Зифа апай был турала белгәнгә күрә, Сәғиҙәгә һүҙ ҡушманы, унан күҙ ҙә яҙлыҡтырманы. Бер аҙ һалҡынса ғына таң шөбһәле беленде...
Ауылға ҡайтып уҡыйым.
Иртә менән Сәғиҙә ипләп кенә кейенде лә тышҡа ыңғайланы. Уны һаҡ ҡына күҙәтеп ятҡан Зифа апаһы:
– Ҡайҙа бараһың? – тип һорағайны,
– Сығып инәм, – тине.
Тик Сәғиҙә бик оҙаҡ инмәне, Зифа апаһы артынан сығып йән-яҡты ҡараштырҙы, бер кем юҡ. Күңеле шикләнде лә күрше бүлмәләге няняға әйтеп, уның Таһир ағаһына хәбәр иттеләр, ул да бер ике малай эйәртеп, уларға килеп ҡушылды. Тик ҡайҙан эҙләргә – юлданмы , ағастар араһынанмы, айырым-айырым ултырған бүлмәләр араһынанмы. Шул ваҡыт ағаһы Таһир:
– Кисә кис минән ҡайта торған юлды һорай ине, – тине.
Бөтәһе лә еңел һулап, ҡайтыр юл буйлап киттеләр. Улар ҡасан йыйылып сыҡҡансы, байтаҡ ваҡыт үткәйне шул, әллә күпме барып саҡ бер ағас төбөндә илап ултырған Сәғиҙәне күреүгә, көн тамам яҡтырғайны, ә бына Сәғиҙәне тик ағаһы Таһир ҡына тыңлата алды. Саҡ кире боролоп, ятаҡҡа ҡайтты. Ике көндән һуң, Сәғиҙәләрҙең ауылынан председатель атаһын алып килгән ине. Интернат директоры Сәғиҙәне рәнйеткән балаларға бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә ҡушты.
Улар был хәлдең олоға олғашып китеүен күреп, былай ҙа үҙҙәрен ғәйепле һанайҙарҙыр инде. Тәрбиәселәр ҙә, директор ҙа тағы ҙурыраҡ хафа сығып ҡуймаһын, тип уйланылар. Һәр бер баланың күңеле китек.
– Ә һеҙ, Вәлит, ҡыҙығыҙҙы ысынлап та эргәгеҙгә алып ҡайтып уҡытырһығыҙ. Бер бала нисек тә һыйыр, икеһе ҡалһын. Был ҡыҙың бик йомшаҡ күңелле бит. Тик уҡыу йылы бөтөргә бер айҙан әҙ ваҡыт ҡалған. Күндерергә тырышығыҙ: уҡыу бөткәс тә алып ҡайтам, тип әйтегеҙ.
Ысынлап та ата менән бала араһында шул һөләшеүҙән һуң Сәғиҙәнең күңеле күтәрелеп китте.
– Тиҙҙән пионерға инерһең, ауылыңа пионер булып ҡайтырһың, – тип директор ҙа йыуатты.
Сәғиҙә атаһын күтәренке күңел менән оҙатты. Хәҙер ул пионерға инер өсөн тағы тырышып уҡый башлаясаҡ.
Яңы әсәй
Сәғиҙә шулай уҡыу йылының тамамланыр көндәрен ашҡынып көттө. Ниһайәт каникулға ҡайтырға йөрөгөндә бар дуҫтары менән хушлашып сыҡты.
– Мин хушлашам һеҙҙең менән, ҡабат кимәйем. Бишенсе класты ауылда уҡыйым. Унда мин көн дә әсәйем менән һөйләшә алам, зыяратҡа барам да, – тип, хәбәрен һөйләне.
Шулай ҙа ул Сәйҙә менән Алһыуға боролоп та ҡараманы, күрәһең һаман үпкәләүе баҫылмаған инде. Улары ла бер нәмә лә өндәшмәнеләр. Ҡалған ҡыҙҙар Сәғиҙәнең атҡа ултырып ҡайтып киткәнен ҡарап, ҡул болғап оҙатып ҡалдылар.
Ауылына ҡайтҡас, ул йәйге каникулының нисек үткәнен дә һиҙмәне, шикелле, өйҙә лә бер ниндәй үпкәләшеү, сыйышыу, әрләшеү булманы. Үгәй әсәй уларҙың был ҡылығын бик тә килештерҙе. Улар менән матур һөйләшеп, бергәләп эштәрен дә эшләп, уҡыу еткәнен дә һиҙмәй ҡалдылар. Таһир ағаһы менән Зилә апайы беренсе сентябрь етеүгә биш көн ҡалғас, интернатҡа уларҙы ҡалған балалар менән бергә атаһы алып барып, урынлаштырып ҡайтты. Сәғиҙә шул биш көндө саҡ еткереп алды.
Ауылда уҡыу уға күпкә ҡыҙыҡлыраҡ тойолдо: көн дә мәктәптә ниндәйҙер түңәрәк була, кем ниндәй түңәрәккә теләй – шунда йөрөй. Сәғиҙә бейеү түңәрәгенә йөрөргә булғайны, атаһы:
– Булдыра алырһыңмы икән , тоҡомобоҙҙа бейегән кеше юҡ бит әле, әллә йыр түңәрәгенә йөрөйһөңмө? Әсәйең матур йырлай торғайны, – тип, икеләнеп кенә кәңәш иткәйне, ул риза булды, тик икеһенә лә йөрөнө. Бейеү түңәрәгендә уларҙы ҡырҙан килгән юғары синыфтар уҡытыусыһы Хафиза Сәғәҙәтовна бейергә өйрәтә, ә йыр түңәрәген башҡортса бигүк белмәгән, тик үҙе башҡорт һәм башҡортса аңлаған, район үҙәгенән килгән, пионер вожатыйы булып эшләгән Нурия Исхаковна өйрәтә. Тәүгеһендә уларҙы етәкселәре:
– Быйыл төркөмдәргә бүленеп, тик башҡорт бейеүҙәрен генә өйрәнәсәкбеҙ, әгәр бик шәп бейеп өйрәнһәгеҙ, артабан башҡа милләт бейеүҙәрен дә өйрәнербеҙ, – тип вәғәҙә итте, һәм ул шулай эшләне лә.
Йыр түңәрәгенең етәксеһе лә түңәрәктең шарттары менән таныштырҙы.
– Мин һеҙҙә вожатый булғас, һеҙҙең менән төшкә тиклем дә, төштән һуң да бергәбеҙ, значит я быстро научусь башҡортсаға. Әлегә мин һеҙгә йырҙарҙы только русса ғына өйрәтәм. Когда башҡортсаға өйрәнеп алам, унда башҡортса ла йырҙар өйрәтермен, ярармы?- тип хатта ризалыҡ та алды.
Хафиза Сәғәҙәтовна икенсе райондан килгәнгә, ялдарҙа ҡайтып тормай, шуға күрә ял көндәрендә ауыл йәштәренә лә бейеүҙәр өйрәтә ине, ә бына Нурия Исхаковна район үҙәгенә аҙна һайын ҡайта, яҙға ҡарай уны ла ауыл йәштәренең комсоргы итеп һайлап ҡуйҙылар ҙа, уға ла ял көндәрендә ҡайтырға тура килмәгән саҡтар була башланы. Бына шулай йөрөп, артыҡ ыҙаламай, ял көндәрендә зыяратҡа барып әсәһе менән һөйләшеп, яңы әсәйҙе табында ғына күреп, ҡушҡан эштәрен өндәшмәй генә башҡарып, тағы ла буш ҡалған ваҡыттарын Булат менән Фәнил янында үткәреп, бишенсе синыфты ла тамамланы.
Йәйге каникулға апайы менән ағаһы ла интернаттан ҡайтты. Улар ҡайтҡас, Сәғиҙәгә тормош йәнләнеп киткән кеүек булды. Яңә әсәй Сәбилә исемле ине, тик уны исеме менән йөрөтмәнеләр, сөнки унан башҡа ауылда тағы ике Сәбилә бар ине. Береһен – йыуан Сәбилә, икенсеһен – туған Сәбилә, ә бына Сәғиҙәнең үгәй әсәһен "Яңы әсәй" тип йөрөттөләр. Ауыл шул инде: кешегә исем атауҙары, Хужа Насретдингә торошло мәҙәктәре менән кешене хайран итә.
Бына шулай Рәхимә инәһе менән үгәй әсәһе " Йөрәккәйем", " Яңы әсәй," Бейеү түңәрәге етәксеһе "бейеүсе апай," йыр түңәрәге етәксеһе " йырсы апай" булып Сәғиҙә ҡушҡан исемдәр менән йәшәй башланы. Был атама башҡаларына ҡарағанда оҡшап ҡалдымы – белмәҫһең, халыҡ теленән төшмәне. Яңы әсәйҙең бәпесе булғас, ул балаға ла ауыл халҡы "яңы бәпәй" тип атама биреп тә ҡуйҙы. Был исем менән был сабый күпме йәшәр, уныһын берәү белмәй, тик бына Сәғиҙә шул атаманы ишеткән һайын:
– Үсекләмәгеҙ, уның исеме – Зөмәрә, – тип гел генә төҙәтеп йөрөнө.
Үҙе лә был баланы бик яратты. Атлай башлағас, үҙе менән генә йөрөттө. Шуғамы икән Сәбилә Сәғиҙәне рәнйеткәнен кеше тойманы. Кеше араһында ла:
– Бынһы минең яратҡан ҡыҙым, Зиләһе – өлкәне, Талибым – баш балам, Зөмәрәһе – кинйәһе, – тип кенә ебәрә ине.
Әсе теллерәк ҡатындар:
– Ун йыл ултырған тыу ҡатындың тоғо асылды ғына, – тиһәләр ҙә үпкәләмәне.
– Тел һөйәкһеҙ, һөйләгеҙ, уны ҡатыу юлламай. Силсә сыҡһын телегеҙгә, – ти ҙә китергә ашыға.
Сәғиҙә лә яйлап үгәй әсәһенә өйрәнә башланы. Бишенсе синыфты тамамлар алдынан ғына ауылда яңы клуб төҙөү эшен башланылар. Атаһы трактор менән шунда ағас ташый, ә үгәй әсәһе шунда эшләүсе оҫталарға ашнаҡсы булып эшкә урынлашты. Хәҙер Зөмәре көнө буйы Сәғиҙә менән булды. Зилә апаһы каникулда булһа ла, уға ярҙам итергә өлгөрмәй, йорт эштәренән бушамай. Таһир күрше Йомағужа ағай менән бесәнгә сығып китте. Унда ул ат менән күбә тарттырып, кәбән эшләүҙә ярҙам итә ине. Уны Йомағужа ағай ҡарап, эшкә өйрәтеп алып йөрөй. Шуға күрә үгәй әсәй менән Сәғиҙәгә күп аралашырға тура килде, һәм, үҙе вәғәҙә иткәнсә, бик ярарға тырышты.
Шулай ҙа йәй бер ниндәй мажараһыҙ үтмәне. Бер мәлде һайыҫҡандар тауыҡтарҙың йомортҡаһын ҡуймай башланылар. Көн дә өлгөрмәгәндә, йәһәт кенә бешереп ашарға еңел әҙерләнелә торған ризыҡ булғас, бик кәрәк инде. Сәбилә эштән ҡайтҡас Сәғиҙәнән йомортҡалар ҡайҙа булыуын һораны ла:
– Һайыҫҡандар килеп ашай, – тигәнгә ышанмайынса, Сәғиҙәне бик ҡаты әрләп ташланы.
– Нимә ҡарап йөрөйһөң һин, әрәм тамаҡ, ашау байҙан, үлем хоҙайҙан, ике ҡулыңа бер эш, әгәр Зөмәрәне эшкә һанаһаң. Үҙең бешереп ашаманыңмы? – тип күҙен аҡайтып ҡараны.
Сәғиҙәнең йөрәге өшөп китте. Ҡаршы һүҙ әйтер ине, атаһына вәғәҙәһе бар – ярарға тырышасаҡ. Атаһының хәтерен һаҡлап өндәшмәне. Был хәл атаһына еткерелдеме - юҡмы, уныһын белмәне, тик ошо көндән һуң ул бик оҙаҡ атаһынан ситләшеп, үгәй әсәһенә күренмәҫкә тырышып, Зөмәрәне артыҡ ныҡ яратып иркәләмәҫкә ынтылды. Эстән генә атаһымы, Сәбилә әсәһеме үҙҙәре һүҙ башлап ҡушыуын теләне, тик был булманы. Сәғиҙә был хәлгә үҙе лә бик ҡайғырҙы.
Бер мәлде ҡыҙҙар уны еләккә барырға саҡырҙы. Шул ваҡыт ул үҙенең теләгәненең киреһен эшләне, дөрөҫөрәге, тура килде. Үгәй әсәһенә барып, еләккә барырға рөхсәт һораны. Уныһы шуны көтөп кенә йөрөгән кеше кеүек:
– Бар, ҡыҙым, бар. Мин өлгөрмәйем, үҙегеҙгә пирог бешерермен. Ҡаймаҡҡа ҡушып ашарһығыҙ. Бына бөгөн икмәк тә бешерәм. Зөмәрәне бында алып кил дә, апайың да барһын, – тип иркәләгән кеүек итеп һөйләнде.
Сәғиҙәнең күңеле күтәрелеп китте. Кискеһен Сәбилә апаһы вәғәҙә иткән пирог, өҫтәлдәге әле генә мейестән сыҡҡан йылы икмәк менән яңы ҡаймаҡ байрам табынын хәтерләтеп, күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек бөркә ине.