Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Декабрь 2023, 04:50

Һин китәһең, мин ҡалам Повесть (2) Сәлиә Ғатауллина

Беҙ, башланғыс синыф уҡыусылары, Айбулат ағай менән икегеҙҙең мөхәббәтегеҙгә һоҡланып, бергә йөрөгән сағығыҙға тура килһәк: “Эх, шулай Айбулат ағай кеүек ҙур үҫеп, ошо апай кеүек һылыу кәләшең булһын ине!” –тип, хыяллана инек.

Һин китәһең, мин ҡалам   Повесть (2)   Сәлиә ҒатауллинаҺин китәһең, мин ҡалам   Повесть (2)   Сәлиә Ғатауллина
Һин китәһең, мин ҡалам Повесть (2) Сәлиә Ғатауллина

5

    Сыр-сыу килеп ҡысҡырышҡан, балалар илаған тауышҡа Зәлифәнең уйҙары бүленде. Поезд ниндәйҙер ҙур ғына станцияла туҡтаған. Вагонға кешеләр килеп тулды. Сәғәт ун бер ҙә булып киткән. Иртәгә иртә менән Өфөнән ауылы яғына поезд булырға тейеш. Ҡайтып ҡына өлгөрһә ине…

“Тыҡы-тыҡы, тыҡы-тыҡ…” Тәгәрмәстәрҙең шулай бер көйгә тыҡылдауына ул ойой башланы. Яңы килеп тулған кешеләр урынлашып бөттө.

Зәлифә уянғанда, төн уртаһы ине. Поезд, ваҡытына ярашлы, һуңламай ғына килә былай. Өфөгә етергә лә күп ҡалмағандыр.

Ул, әҙ-мәҙ тамаҡ ялғап, кофе эсеп алғас, әйберҙәрен сумкаһына тултырҙы ла, тәҙрә янына ултырҙы.

Оҙаҡламай Өфө күренде. Вагондан төшкәс, ҡайһы яҡҡа китергә тип туҡтап ҡалғас:

– Һеҙ Зәлифә апаймы? – тип янына утыҙ йәштәр самаһындағы егет килеп баҫты.

– Эйе.

– Уҫаҡлытауға юл тотаһығыҙ икән, тап һеҙҙе ҡаршыларға тейешмен!

Әйҙәгеҙ, машинаға ултырығыҙ! Аида апай: “Һуңлап ҡуймаһын, Өфөнән үк ҡаршылар кәрәк!” – тип, һеҙҙе алып ҡайтырға ебәрҙе.

– Өлгөрмәй ҡуйырмынмы икән, тип борсола инем, ҡайһылай уңай булды!

Юлда күпмелер ваҡыт һөйләшмәй генә барҙылар. Ахырҙа Зәлифә түҙмәне:

– Һеҙ мине нисек танынығыҙ һуң? Мин бит һеҙҙе бөтөнләй белмәйем?

– Белмәйһегеҙҙер шул. Беҙгә бит аралашырға тура килмәне. Ә мин һеҙҙе бер ҡасан да онотманым. Беҙ, башланғыс синыф уҡыусылары, Айбулат ағай менән икегеҙҙең мөхәббәтегеҙгә һоҡланып, бергә йөрөгән сағығыҙға тура килһәк: “Эх, шулай Айбулат ағай кеүек ҙур үҫеп, ошо апай кеүек һылыу кәләшең булһын ине!” –тип, хыяллана инек.

– Ҡуйығыҙсы, оялтмағыҙ мине, улай уҡ булмағандыр ҙа!

– Ысынды әйтәм. Тик… һуңынан бергә була алмауығыҙ эсте бошорҙо…

– Яҙмыштыр, инде… Бәй, беҙ бит танышманыҡ та. Исемегеҙ кем һуң һеҙҙең?

– Мин – Илнур. Айбулат ағайҙарға күрше Азаматтың улы.

– Иҫләнем! Бер зәп-зәңгәр күҙле, бик шаян малай булып хәтеремдә ҡалғанһың!

– Эйе, шул малай инде. Шаянлығым әле лә шул уҡ минең, күҙҙәрем дә зәп-зәңгәр көйө! – Илнур үҙенең әйткәненән рәхәтләнеп көлөп алды.

– Илнур, бер һорауым бар ине… Аиданан һораша алманым. Ни булған һуң  Айбулатҡа?

Илнурҙың йөҙөнә күләгә ятты:

– Эх-х! Ана шул “Иртә уңмаған – кис уңмаҫ” тигәндәре дөрөҫтөр инде.

Быйыл, тәүге тапҡыр, Афған һуғышында ҡатнашҡандар осрашыуына Айбулат ағайҙы ла саҡырғайнылар. Шул тиклем ҡыуанды! Дәртләнеп китеп, күптән йөрөтмәгән машинаһын ремонтланы. Ул машинаһын берәүҙән осһоҙ ғына хаҡҡа алғайны. Иҫке – иҫке инде, күпкә бармай ватылды ла, шул килеш ихатаһында торҙо. Ремонтлағанда мин дә буш сағымда ярҙамлаштым. Ҡайтып килгән саҡта, Елмерҙәктәге теге “Ҡәйнә теле”н үтеп барғанда, машинаһының бер тәгәрмәсе ысҡынып китеп, бик бейектән упҡынға осҡан.

Эх!!! – Илнур ыңғырашып ҡуйҙы. – Башҡа бер урында, бәлки, тере ҡалған булыр ине лә… Машинаһын ныҡлап тикшергән кеүек инек, ул тәгәрмәсте нисек күрмәнек икән? Эй, үкенес! Машинаһын ремонтламаған булһа, үҙем генә йөрөтөп ҡайтыр инем дә. Кешене борсоғоһо ла килмәгәндер үҙенең. Айбулат ағай өсөн мин йәһәннәм тишегенә лә барырға риза инем бит!

– Әлеге шул яҙмыштыр инде. Ярай, ғазаплама үҙеңде, Илнур туғаным.  Минең үҙемә бигерәк тә үкенесле. Быйыл ауылыма мотлаҡ ҡайтырға инем. Отпускыла булһам да, ҡайта алманым…  Уның менән күрешмәгәнгә лә ун ете йыл үтеп китте. Тик бер генә тапҡыр күреп ҡалһам да, үкенмәҫ инем.

– Эйе шул. Айбулат ағай үҙе лә һуңғы арала тик һеҙҙең турала һөйләне.

  Тик бер генә тапҡыр күрергә ине, йомшаҡ ҡулдарынан тотоп, бер һүҙ өндәшмәй булһа ла, биш минут ҡына янында булһам, артабан йәшәүе лә еңеләйер ине, тип хыялланды. Ул бит ғүмере буйына тик һеҙҙе һағынып йәшәгән. Яҙмыштың шулай мәрхәмәтһеҙ булыуына рәнйене лә ҡайһы саҡта. Һеҙҙең ирегеҙҙән айырылғанығыҙҙы яңыраҡ Ғәлиә апай хәбәр иткән икән уға. Ул хәбәрҙе ишеткәс, тамам ҡанатланып: “Отпуск алам да барыбер бер күреп ҡайтам Зәлифәмде! Ә бәлки… кем белә?! Ә, Илнур?” – тип серле генә йылмайып та алғайны. Их, бер булмағас, булмай икән! – тип әсенеп әйтеп ҡуйҙы Илнур. Ҡысҡырып илап ебәреүҙән үҙен саҡ тыйып килгән Зәлифәне уйҙар баҫты…

6

… Шулай шау-гөр килеп, мәктәптә уҡыу көндәре үтә торҙо. Айбулат һәр ваҡыт Зәлифәгә ярҙамға килергә әҙер. Дәресен аңламайыраҡ ҡалдымы, ихласлап аңлатырға тотона. Ә үҙе бигерәк тырыш, тик “яҡшы” билдәләренә генә уҡый. Яңы йыл алдынан синыф етәксеһе:

– Яңы йыл кисәһен ойоштороуҙы беҙгә йөкмәттеләр. Әйҙәгеҙ, яҡшы ғына номерҙар әҙерләп, барыһын да хайран итәйек әле! – тип, барыһын да дәртләндерҙе.

Репетициялар башланды. Әлеге лә баяғы, Айбулат бик ихлас тотондо. Әллә ҡайһы арала ҡайта һалып, баянын күтәреп килгән. Уҡытыусы Айбулатҡа:

– Йә, күрһәт инде һөнәреңде? – тип өндәште.

Айбулат баянын алып, ултырғысҡа ултырҙы. Һәм… Зәлифә шул минуттан бөтә донъяһын онотто. Берсә ул йәшел болондарҙы гиҙеп, сәскәләр йыя, берсә ярһып аҡҡан йылғаларҙы күҙәтеп, убылып китерҙәй яр башында тора, берсә урман эсендә өҙҙөрөп һайраған һандуғастарҙы һушы китеп тыңлай… Йөрәге шул тиклем ашҡынып тибә, бына-бына атылып сығыр кеүек!

Айбулат баянда иҫ киткес матур уйнай ине. Ул уйнап туҡтағас, барыһы ла дәррәү ҡул сапты. “Уйна әле тағы?” – тип үтенделәр. Айбулат инәлтеп торманы, шундай ҙа һағышлы, таныш түгел көйҙө уйнап ебәрҙе. Бер аҙҙан үҙе лә ҡушылды:

                              Һандуғас, һандуғас,

Китмә, китмә, һандуғас?

Ҡанаттарың талдырып,

Тыуған ерҙе ҡалдырып…

Зәлифә  йырҙы шундай иләҫләнеп тыңлай, Айбулаттан күҙен дә алмай. Ҡапыл, кемдер терһәгенә төрткәнгә һиҫкәнеп, әйләнеп ҡараһа, янында Ғәлиә баҫып тора:

– Шәп бит, әхирәт, эйеме? Мин иҫем китеп тыңланым! – тип шыбырҙай.

Йыр тәьҫиренән арына алмаған Зәлифә бер һүҙ ҙә өндәшә алманы.

Өйөнә ҡайтҡас та, шул йыр ҡолағында яңғырап тик торҙо.

Яңы йыл кисәһе бик күңелле үтте. Уларҙың концертын да оҡшаттылар. Ә Айбулаттың баянына ҡушылып йырлауы барыһын да әсир итте. Уны бик оҙаҡ сәхнәнән төшөрмәнеләр. Ошо концерттан һуң Айбулатты исеме менән түгел, күберәк “Һандуғас” тип йөрөттөләр. Баянында өҙҙөрөп уйнағанында һандуғастан һис тә кәм түгел ине шул…

Айбулатҡа Зәлифә тәү күреүҙән ғашиҡ. Тәүге мәлдә уның янында ҡапыл юғалып ҡалһа, сәбәбен аңлай алмай, үҙ-үҙенә аптырай ине. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, тик уның тураһында уйлай, ҡолағынан яғымлы тауышы китмәй. Айбулат берәйһе менән һөйләшкәндә, башын артҡа ташлап, ихлас күңелдән ҡысҡырып көлә! Уның шулай көлгәнен ишетһә, Зәлифәгә шундай рәхәт. Өйөнә ҡайтҡас та, тик ул күҙ алдында тора. Уның тураһында уйламаған минуты бармы икән? Айбулатты осратҡаны бирле уның күңелендә ниндәйҙер үтә һағышлы бер моң яралды төҫлө.

Йөрәгенең ярһыуҙарын баҫмаҫмы, тип йүгерә-йүгерә шишмәгә һыуға йүнәлә. Һыу буйынан ҡайтҡас, өйөндәге бар эштәрен тиҙ арала емертеп эшләп ҡуя. Ҡайҙан уға шул тиклем көс киләлер? Яңғыҙы ғына ҡалған сағында ул йырлаған йырҙарҙы эсенән генә көйләп йөрөй. Һуңғы арала уның гел йырлағыһы килә. Тик бына… ҡысҡырып йырларға ғына ояла шул! Их, шул оялыу-тартыныуҙарынан берәй ҡасан арына алырмы икән?!

Ә бына Ғәлиә – бөтөнләй икенсе. Ул – ҙур йәшел күҙле, ҡылғандай һары сәсле, үтә лә шаян, сая, ҡыйыу ҡыҙ. Һүҙгә лә аптырап тормай, әйтер һүҙҙәрен сәсрәтеп әйтә лә ҡуя. Үҙен дә бер кемдән дә йәберләтергә бирмәй. Кәрәк икән, егеттәрҙең дә кәрәген бирә. Бәләкәйҙән малайҙар менән футбол, волейбол уйнап үҫте шул. Зәлифә уның шундай булғанына бер үк ваҡытта һоҡлана ла, көнләшә лә. Икеһе бөтөнләй ҡапма-ҡаршы холоҡло булһалар ҙа, айырылғыһыҙ әхирәттәр улар. Бәлки шул кире яҡтары уларҙы бер-береһенә тарталыр ҙа. Тик Зәлифә, ни сәбәптәндер, үҙенең Айбулатҡа ғашиҡ икәнлеген әлегә тиклем Ғәлиәгә әйтергә баҙнат итмәй. Ниңә икәнен үҙе лә аңламай.

Хыялдарына сумып, бик уйланып йөрөһә, әсәһе борсолоп һорап та ҡуя:

– Нишләп һин, балтаһын һыуға төшөргән кешеләй, аптырайһың да йөрөйһөң ул?

– Юҡсы, бер ҙә улай түгелсе! – ти, уңайһыҙланып Зәлифә. – Барыһы ла яҡшы.

“Их, әсәһе күрмәй микән ни ҡыҙының ниндәй утта янғанын?!”

Ғәлиә менән икәүһенең хыялдарында ғына булған мөхәббәт шулай ҡапыл килдеме әллә Зәлифәгә?!

Иртән ул мәктәбенә шундай ашҡынып бара. Хәҙер ул уны күрмәй бер көн дә йәшәй алмаҫтыр кеүек. Ана, теге юлы һалҡын тейҙереп, ныҡ ҡына ауырып алды. Яҡшылап төҙәлеп тә етмәйенсә уҡырға барҙы. Һуңынан оҙаҡ ҡына йүтәлләп тә йөрөнө.

Айбулат үҙе лә уға һәр саҡ иғтибарлы. Ни өсөндөр, Зәлифә ҡайҙа, ул да тик шунда булып сыға. Берәй ярҙам кәрәкһә, әллә ҡайһы арала янына килеп етә.

Әллә… Ғәлиә дөрөҫтө әйтә микән?

“Айбулат ярата ла инде һине!? Күрмәйһеңме ни үҙең?” – ти ҙә ҡуясы.

Шулай, хыял донъяһында иләҫләнеп йөрөп, ике йылға яҡын ваҡыт уҙып киткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ошо ғына ваҡыт эсендә мәктәп уҡытыусыларының, синыфташтарының ғына түгел, бөтә ауыл халҡының һөйкөмлө һөйәгенә әйләнде лә ҡуйҙы Айбулат. Ул былай ҙа үтә лә актив, ҡатнашмаған ере юҡ. Кесе йәштәгеләргә – вожатый, ярҙам итер кешеһе булмаған оло йәштәгеләргә утын ярып, һыу ташып биреүҙе лә ул ойоштора. Ә унынсы синыфта уҡығанда тағы барыһын да шаҡ ҡатырҙы.

Көҙгө һалҡын кистә, ниндәйҙер эше менән йөрөп, һуңға ҡалып ҡайтып килгәнендә, кемдеңдер ярҙам һорап ҡысҡырғанын ишетеп ҡала. Күрше йортта оло ғына йәштәге ҡарт менән ҡарсыҡ көн күрә. Бала-сағалары – ситтә. Айбулат йыш ҡына уларға кереп, кәрәк икән, тиҙ арала ярҙам ойоштора. Һуңғы арала икәүһе лә бик бирешеп киткәйнеләр.

Айбулат, борсолоп, уларҙың өйҙәренә табан йүгерҙе. Солан ишеген асып ебәрһә, унда күҙ асҡыһыҙ төтөн тулған. Янғын сыҡҡан!  Мейестән ишек яғына үрмәләгән ялҡын элгестә торған кейем-һалымға ҡабып та өлгөргән.

Айбулат тауыш килгән яҡҡа ашыҡты. Быуындары хәлһеҙләнгән ҡарт карауатта ятҡан ҡарсығын күтәрергә маташа, үҙе, иламһырап, ярҙам саҡыра. Айбулат  ҡарсыҡты күтәреп алды ла ихатаға сығарҙы,  бар көсөнә: “Янғын!” – тип ҡысҡырҙы. Кире әйләнгәнендә, өйгә инерлек тә түгел, ут-ялҡын ишекте ялмап алғайны. Ул, соланда ҡулына эләккән кейемде башынан аша ҡапланы һәм өй эсенә атылып инде. Инде тамам хәлһеҙләнгән ҡарт иҙән буйлап ишеккә ҡарай шыуыша. Айбулат уға юрған ҡапланы ла, күтәреп алып, сығыу юлына ашыҡты. Ҡулдарының түҙеп торғоһоҙ әрнеүен тойҙо. Бабайҙың да, үҙенең дә кейемдәренә ут ҡапҡайны. Тиҙ генә уны ергә һалды ла, икеһенең дә кейемдәрендәге утты һүндерергә тотондо. Кемдер Айбулатты башынан аша һыу менән ҡойондорҙо. Шунда ғына Айбулат тирә-яғына абайлап күҙ һалды. Инде ныҡлап яна башлаған йортҡа кешеләр дәррәү һыу һибә ине. Ул үҙенең хәле бөтә башлағанын тойоп, янындағы бүрәнәгә сүгәләне. Кемдер уға нашатыр тамыҙылған ҡулъяулығын һуҙҙы. Ҡарт менән ҡарсыҡты күтәреп ҡайҙалыр алып киттеләр. Бер аҙҙан Айбулат янына кешеләр йыйылды:

– Янғынды һүндереп бөттөк! Ярай ҙа артыҡ янып өлгөрмәгән. Таҙартып-ағартып бирһәк, йәшәргә яраҡлы! – тинеләр. Барыһы ла уға маҡтау һүҙҙәре яуҙыра.

Шул саҡта ярай ҙа Айбулаттың ҡулдары ныҡ янманы. Бер нисә көн ҡыҙарып, әсетеп торҙо ла, тиҙ арала уңалды.

Ошо ваҡиғанан һуң Айбулат ауылдаштарының ғорурлығына әүерелде. Уның хаҡында хатта район гәзитенә лә яҙып сығарҙылар. Ә ул һаман да шул уҡ шаян, өлгөр, моңло тауышлы “Һандуғас” булып ҡала бирҙе. Бына кемгә үлеп ғашиҡ булды Зәлифә!  Уның һөйөүе көндән-көн арта ғына бара.

Унынсы синыфты Зәлифә тик “яҡшы” билдәләренә  тамамланы. Артабан яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына илтеп ташлар икән? Өләсәһе әйтмешләй: “Маңлайыңа яҙылғанды күрелә инде…” Тик бына Айбулаттан айырылыуын башына һыйҙыра алмай шул ул. Уны бөтөнләй күрмәһә, нисек йәшәр һуң? Эй алла, әгәр юлдары айырылып,  Айбулатты бөтөнләй күрмәҫ булһа? Эйе, түҙә алмаҫ унһыҙ бер көн дә!

…Сығарылыш кисәһе яҡынлашты. Зәлифәгә әсәһе Белореттан бик матур күлдәк алып ҡайтты. Итәктәре оҙон итеп тегелгән, зәңгәр төҫтә. Кейеп ҡарағайны, бик килешә үҙенә! Әсәһе:

– Ҡара, минең ҡыҙым хәс тә аҡҡош балаһына оҡшанысы! – тип, телен шартлатты.

“Аҡҡош балаһы” – әсәһенең иң маҡтаулы һүҙе.

Кисә башланғас, иң тәүҙә мәктәп директоры сығарылыш уҡыусыларын ҡотланы. Унан һуң уҡытыусылар, синыф етәкселәре күҙ йәштәре аралаш уларға уңыштар, яҡты киләсәк теләне.

Бына мәктәп тамамлаусылар уҡытыусылары хөрмәтенә әҙерләгән концерттарын башланы.

       Ниһайәт, баянын күтәреп Айбулат сәхнәгә сыҡты. Өҙҙөрөп “Ҡыңғыраулы мәктәп йылдарын” уйнап ебәрҙе. Берәм-берәм егеттәр, ҡыҙҙар сығып, баянға ҡушылып йырланылар. Йәштәрҙең барыһының да күҙҙәрендә йәш, саҡ тыйылып торалар. Улар йырлап бөткәс, зал бер аҙға тын ҡалды. Унан гөрләтеп ҡул саба башланылар.

Айбулат сәхнәлә бер үҙе ҡалды. Баянында үтә лә һағышлы итеп “Китмә, һандуғас!”ты уйнаны. Тын да алмайынса тыңланылар.

Бына моң өҙөлдө. Айбулат башын эйҙе лә, әкрен генә сәхнәнән сығып китте.

Алҡышлап  күпме саҡырһалар ҙа, ҡабат сыҡманы.

Үҙенең дә күңеле ныҡ тулышҡан инеме? Бәлки…

Дауамы бар. 

 

Автор:
Читайте нас