

Еләгемде ҡорт ашаһын
Дуҫ ҡыҙҙары менән ул тағы ла еләккә барырға килеште, һөйләшкәнсә, Сәғиҙә иртән иртә торорға булды. Ул тороу менән йыуынып сәйгә ултырыуға Дилә килеп тә етте.
– Сәғиҙә, өләс еләккә минең менән барығыҙ, ти, әтеү аҙашып -фәлән китерһегеҙ, йә еләкле урын тапмаҫһығыҙ, ти. Әллә өләс менән барайыҡмы? Үрьяҡтың ҡыҙҙарын да мин яҡшы белмәйем, әллә нисек.
Өләс тигәндәре лә шул – күрше ағайҙың әсәһе. Ауыл әбейҙәре араһында иң олоһомо икән, әллә улының бар балалары уны өләс тигәнгәме, бөтә ауыл балалары ла, хатта ололар ҙа уның исеме менән өндәшмәйҙәр, бары өләс, тип кенә әйтәләр.
– Һин барһаң бар өләс менән, мин вәғәҙә иткәс, ҡыҙҙар менән барам.
– Мин дә әтеү һинең менән, хәҙер генә өләскә әйтәм дә, –тип йүгереп сығып китте.
Уның һуңғы һүҙҙәре лә ишек ябылған ыңғайына йолҡоноп ҡына килеп етте. Сәғиҙә сәйен эсеп бөтөүгә, Нәзирә менән кире әйләнеп тә килде. Еләк йыйыр өсөн йәтеш биҙрәләр, бәләкәй һауытҡа тултырып шунан биҙрәгә һалыу өсөн дә һауыт хәстәрләп, еләккә ҡушып ашар өсөн берәр телем икмәк тә алып, аҡ яулыҡтарын биҙрә ҡынына бәйләп сығып киттеләр. Үрьяҡта улар кеүек, уларҙан бер аҙ олораҡ та биш- алты ҡыҙ көтөп тора ине. йыйылышп бөткәс, тар урамды тултырып, урам буйлап өҫ яҡҡа сығып киттеләр.
– Еләкле урын алыҫмы икән, Сәғиҙә, – тип һоран Нәзирә.
Сәғиҙә ауыҙын ғына асҡайны, Гөлсирә:
– Өс- дүрт саҡырым була, – тине бик белдекле ҡиәфәт менән.
Ул уларҙан өс синыф алда уҡый, быйыл етенсене бөттө. Былай үҙе артыҡ һәйбәт уҡымай, шулай ҙа педучилищегә барам тигән була, шуға еләк йыйып һатам да аҡса эшләйем, тип үҙенең уйҙарын да асып бөттө. Өлкәнерәк тағы ике ҡыҙ бар, береһе ҡунаҡ ҡыҙ, өләсәләренә килгән, ҡалғандары алтынсыны бөткән ҡыҙҙар. Сәғиҙә, Дилә менән Нәзирә генә бишенсене бөткәндәр. Еләкле урынға ят ҡыҙҙар менән тәүгә барғанға бик ашҡынып та, тулҡынланып та барҙылар. Сәғиҙә еләк булһа ярар ине, тигән теләкте башынан сығарманы. Ул Сәбилә апаһынан бер аҙ һипһенә ине. Әгәр еләк булмай йыя алмай ҡайтһа оят та буласаҡ, ә Сәбилә апаһы:
– Ваҡыт уҙҙырып, сабата туҙҙырып, эт һуғарып йөрөйһөгөҙ инде, ялҡауҙар, – тип битәрләүенән ҡурҡа.
Былай гел әрләп, битәрләп тормай инде, шулай ҙа бер ысҡынһа, әллә ҡайҙан шундай ҡыҙыҡ ҡына нәмәләр әйтеп, әр табып кәрәгеңде бирә генә. Ҡайһы берҙә Сәғиҙә, улай әрләгәнсе бер туҡмаһа ла ҡуйһа, тип тә уйлай. Шулай ҙа атаһына өндәшмәй түҙә. Бик ҡаршы әйтер ине, атаһына биргән һүҙе бар: ярарға. Зилә апаһы түҙгәс, уға ла түҙергә кәрәк. Юҡ- юҡта бәрәстәр һарайына инеп, йәшенеп кенә илап сыға, йә ҡасып әсәһенең ҡәберенә бара ла ҡысҡырып- ҡысҡырып әсәһенә ошаҡлай.
– Әсәй, шундағы ерҙән сыға торған фәрештәләреңә әйт әле, Сәбиләнең насар ҡылыҡтарын онотмай яҙып барһындар. Камилинәй фәрештәләр бөтәһен дә белә тей, тегендә уларға ҡылған эштәре өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Насары күп булһа, тамуҡ утында яндыралар, тей. Әйҙә ул беҙҙе ыҙалатҡан өсөн янһын, – тип илай- илай һөйләнә, – ҙурайғас уның насарлыҡтарын бер китап итеп яҙам мин уны. Әйҙә кешеләр уҡыһын. Уға ҡыйын булһын.
Бына шундай күңелһеҙ уйҙар менән еләкле урынға нисек барып еткәнен дә бедмәне. Еләкле урынға барып етеү менән, Гөлсирәнең тауышы ишетелде:
– Кемдәр бында тәүгә килә, улар алып килгән өсөн ярты литрлыҡ банкы менән тулы берәүҙе миңә йыйып бирә.
Өндәшеүсе булманы, ҡунаҡ ҡыҙ:
– Бирмәһәк нимә була, – мыҫҡыллы ҡараш менән һорап ҡуйҙы.
– Анауында йөрөгән көтөүселәрҙең береһе минең ағайым, ул талап ала, әгәр әйтһәм, – тине.
– Ҡыҙыҡ икән. Ер һеҙҙекеме? Һатып алдығыҙмы? – яуап көткәндәй тора бирҙе лә, – тимәк, ер уртаҡ. Яуап юҡ. Берәү ҙә кеше өсөн еләк йыймай, – тине.
Еләк йыйыу шулай әрепләшеү менән башланып китте. Гөлсирә ҡырт ҡына боролоп, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, ситкәрәк китте. Нәзирә, Дилә менән Сәғиҙә үҙҙәре лә һиҙмәй айырылып өсөһө генә китеп, бер күп еләкле урынға барып сыҡтылар. Һауыттарын тиҙ- тиҙ генә тултырып биҙрәләренә ҡоя бирҙеләр. Өсәһөнөң дө биҙрәләре тулып килә ине, шул ваҡыт уларҙы эҙләп Гөлсирә тағы килеп сыҡты:
– Ә-ә-ә, бына һеҙ ҡайҙа йәшенеп йыйып йөрөһөгөҙ. Беҙгә лә әйтмәй. Хәҙер миңә йыйып бирегеҙ, – тине.
Сәғиҙә күп уйлап та торманы:
– Мин бирмәйем дә, һиңә йыймайым да. Был һинең ерең түгел. Бында бөтәһе лә йыя, – тине.
– Шулаймы ни, ә миңә ниңә эйәреп килдегеҙ? – тип Сәғиҙәнең һауытындағы еләгенә йәбеште. Сәғиҙә лә ҡарап торманы, бәләкәй булһа ла бирмәй ҡырталашты. Шул ваҡыт, яңылыш ҡына береһенең аяғы эләгеп, биҙрәләге еләк тә түгелде. Сәғиҙә илай башланы, Гөлсирә уның һайын ҡыҙып, уның арҡаһына, башына һуға ине. Тауышҡа ҡунаҡ ҡыҙ килеп етмәһә, аръяғы нимә менән бөтөр ине, билдәһеҙ.
– Гөлсирә, туҡта, һиңә оят түгелме! Һинең ерең түгел дә инде. Әллә һатып алған ереңме? Илама, туҡта инде. Кем әле исемең? Сәғирәме, Сәғиҙәме? Бына мин һиңә еләгемдән әҙерәк һалам. Тағы кем һала?
– Мин.
– Мин дә.
Шул ваҡыт бер нисә ҡыҙ үҙенең еләгенән уға өлөш сығарҙылар. Түгелгән еләкте лә бер аҙ сүпләп алдылар, Сәғиҙә илауынан туҡтап:
– Рәхмәт инде һиңә апай, исемеңде мин дә белмәйем. Ерҙәген бөткәнсе алмайыҡ. Ер үҙенекен ала инде ул, ҡорт ашаһын. Мин ҡайтам, – тине
– Мин дә һинең менән, – тип, Дилә менән Нәзирә, теге ҡунаҡ ҡыҙ ҙа бергәләп ҡайтырға булдылар.
Гөлсирә уларҙы үсекләп тороп ҡалды. Ҡунаҡ ҡыҙ, олораҡ булғанғалыр инде, уның ҡылығын оҡшатманы.
– Уҡытыусы булам тигән була, бына тиле, нимә ҡылана үҙе, – тип һөйләнде.
Ҡорт ашатырға ҡалдырған еләкле урынға хәҙер Сәғиҙә шулай исем тағып та ҡуйҙы. Диләнең өләсәһе менән тағы бер нисә көн бында килеп еләк йыйҙылар әле улар. Гөлсирә лә осраны, ләкин бер һүҙ ҙә әйтмәне, яман итеп ҡарап үтеп китте. Йәй шулай үтеп тә бара, Гөлсирә лә уҡырға инә алманы, тәүге имтиханын бирә алмай документтарын алып ҡайтып килде. Имтиханға киткәнсе, бик һауалы ҡиәфәт менән йөрөһә лә, аҙаҡ үҙгәрҙе. Ҡунаҡ ҡыҙ ҙа каникулы бөтөп ҡайтырға йөрөгәндә, Сәғиҙәләргә килде. Ул Зилә менән бик дуҫлашып алғайны.
– Ярай, Сәғиҙә. хәҙер исемдәрҙе белдек инде, таныштыҡ. Мин Зилә апайың менән дуҫ, шулай булғас, һиңә апай булам инде. Апайыңа хат яҙғанда, миңә лә яҙ. Мин дә быйыл интернатҡа барам инде. Беҙҙә ете йыллыҡ ҡына мәктәп. Миңә артабан уҡырға кәрәк. Яҡында мәктәптәр юҡ, булғанында ятаҡ юҡ. Беҙ биш бала семьяла, шуға күмәк бала, тип мине алдылар. Мин Зилә менән бер класта уҡыясаҡмын. Бына минең ауылдың адресы. Беҙҙә урам исемдәре юҡ ул. Ауылды күрһәтеп, фамилия яҙһаң етә, һеҙҙәге һымаҡ. Мин өләсәйҙәргә лә шулай яҙам. Етә, былай хаттар юғалмай. Онотма, Ишмуллина Әнисә Зөфәр ҡыҙы булам. Онотмаҫһың бит. Әллә яҙып бирәйемме. Минең дә һинең кеүек һеңлем бар бит.
– Ниңә килмәне?
– Ул теге ҡартәсәйгә китте. Ә тағы өсәүһе бәләкәй әле. Әсәйҙәр ололарҙы мәшәҡәтләмәһендәр, тип ебәрмәйҙәр.
Улар шулай йылы ғына хушлаштылар.
Авторҙан
Шулай Сәғиҙә берсә телдәрләнеп, берсә шуҡланып, берсә еңмешләнеп, илап һәм көлә-көлә үҫте. Алдына алғанын үтәмәй ҡалдырманы. Сәйерерәк тә ҡылыҡтары булғыланы, ләкин бала күңеле аҡ ҡағыҙ, ул бер ниндәй ҙә кер һаҡламай. Сәғиҙә һәр кемде үҙенең иң яҡын туғанындай күрә алыу һәләтенә лә эйә ине, шуның менән ул башҡаларға үҙе лә һиҙмәй күңел күтәренкелеге бүләк итте. Үгәй әсәһе менән дә телен тешләһә лә ярашып йәшәргә, атайының күңелен ҡалдырмаҫҡа тырышып үҫте. Үгәй әсәһе лә уларға бар хәленсә әсәй булырға тырышты һәм маҡсатына иреште булһа кәрәк. Балалар тора бара уны "Әсәй" тип әйтә башланылар
Ерҙә күпме бала булһа, һәр береһе үҙенсә сер, башҡа бер ниндәй балаға ла оҡшамаған: бары бер оҡшашылығы менән улар уртаҡ – илай, ҡыуана, еңмешләнә, мыжый. Шуға күрә бер генә ата -әсә лә минең балам улай булманы, тип әйтә алмай, сөнки был һыҙаттар ергә бала тыуғандан алып уға бирелгән һәм тик уға ғына. Ололар араһында шулай сифатлы кешеләрҙе күргән һәр кем "Уның бала ҡылығы бөтмәгән," йә " Уға бала ҡылығы инә башлаған," тиҙәр. Насармы был? Һис тә насар түгел. Балаларса саф күңелле булып ҡала алыу – иң ауыр һыҙаттарҙың береһе бит ул. Тормоштоң һәр төрлө ағышына ла ҡаршы тора алып, уның һынауҙарында күңел сафлығын сайпылтмай алып ҡалыу, шуның менән бергә башҡаларға күңел күтәренкелеге бүләк итә алыусы сабый хөкөмөндә ҡала алыусы иң мәртәбәле бәхеткә эйә кешелер бит ул...
Фронттан килгән хат
Бөгөн дүртенсе класс уҡыусыларына еңел булмаған көндө үткәрергә тура килде. Уҡытыусылары Сәлимә апай иртә менән, ниңәлер һәр бер балаға ныҡ иғтибар менән ҡарай, баштарынан һыйпай, әйтерһең иркәләргә теләй. Дәрес барышында уҡырға килмәгән Мөбәрәк тураһында ла һорашты.
Уның күршеһе Дамир бик белдекле кешеләй:
– Уның бөгөн мәктәпкә килмәй торған көнө.
Балалар шырҡылдашып көлөп алдылар, тик уҡытыусы ғына көлмәне, барыһын да тыйып:
– Ни өсөн улай тиһең Дамир? Ниндәй көн һуң бөгөн?
– Уларҙың ағайы менән икеһенә бер аяҡ кейеме. Бөгөн уның ағайы аяҡ кейемен кейеп, күрше ауылға уҡырға китте.
Шул ваҡыт ҡыйыу ғына иҫәпләнгән Гөлнира бөтәһе ишетерлек итеп:
– Беҙ ҙә өсөбөҙгә ике аяҡ кейемен алмашлап кейәбеҙ, – тине, ләкин был юлы берәү ҙә көлмәне.
– Ярай, балалар, шулай ҙа тура килә инде. Был ауырлыҡ тиҙҙән бөтөр ул. Атайҙар еңеп кенә ҡайтһындар. Бөгөн, балалар, һеҙҙең менән иген баҫыуында ҡалған башаҡтарҙы сүпләргә барабыҙ. Хазина, һин бөгөн килмәгәндәргә үҙеңдең звеноңдағыларға йөрөп әйтеп сыҡ. Һеҙ иртәгә сығасаҡһығыҙ. Бөгөн, Нур, һинең звено сыға. Улар бөтәһе лә теүәл.
– Ҡайһы баҫыуға, Сәлимә апай?
– Хәжәр талы баҫыуына.
– Алыыҫ, – тип гөрләште балалар.
– Шулай шул. Тик борғо, барабан менән ырҙын эргәһенә барабыҙ. Беҙ бит пионерҙар, шулаймы?
– Эйе, Сәлимә апай.
– Бына аңлағас – бик арыу. Аръяғына Шәрип олатайығыҙ ат менән алып бара.
– Борғо, барабанды нимә эшләтәбеҙ?
– Уларҙы ҡарауылсы өйөнә ҡалдырабыҙ.
Һөйләшеү ошо урынға еткәс, дәрес бөтөүен белдереп Әсҡәп апай тимер ҡыңғырауҙы шылтыратты. Шул ваҡыт Сәлимә апайҙарының әйтергә теләгән уйын Нәсимә тамамлап ҡуйҙы.
– Беҙ баҫыуға башаҡ сүпләргә сығабыҙ, сөнки һалдаттарға ашарға икмәк кәрәк. Баҫыуҙа ҡалдырырға ярамай. Минең атайым һуғышта. Шуға мин көн дә сығам.
Башҡа балалар ҙа шаулашып алдылар. Һәр береһенең атаһы һуғышта икәнен белдерергә, көн дә башаҡ сүпләргә әҙер булыуҙарын белдергеләре килде.
Бер яҡ ситтә торған Сафия ипләп кенә:
– Минең ағайым да һуғышта, хат яҙған. Миңә уны класта уҡып ишеттер тигән, – тип, уҡытыусыһы эргәһенә килде.
– Сафия. иртәгә һис шикһеҙ алып кил. Ул хаттың мин район гәзитендә баҫылғанын алып килермен. Ағайың шундай матур хат яҙған шул. Ул уны дуҫына ла матур итеп яҙып ебәргән.
Шул ваҡыт уларҙы тыңлап торған Юлай:
– Апай, әйҙәгеҙ уны эш бөткәс уҡырға, баҫыуға алып барайыҡ. Минең атайым яҙа белмәй, шуға хат яҙмай, бушағанда бер дуҫынан әҙ генә яҙҙырып ебәрә, – тине, бошонҡо тауыш менән.
Юлайҙы барыһы ла күтәрмәләп алып, хатты эштән һуң уҡырға булдылар.
– Рәхмәт инде һеҙгә, уҡыусыларым! Бына ниндәй ҙур үҫкәнһегеҙ. Ә хәҙер ҡайтып ашап алығыҙ, йылыраҡ кейенегеҙ, көҙгө ел һыуыҡ булып һалҡын теймәһен. Һуғыштағы атай, ағайҙарға күңелдәре күтәрелерлек итеп башаҡ сүпләп бөткәс, бергәләп хат яҙырбыҙ, – тип, дәртәләндереп ҡайтарып ебәрҙе.
Төшкө сәғәт берҙә ауылда борғо, барабан тауыштарын яңғыратып, өсөнсө класс уҡыусылры башаҡ сүпләргә киттеләр. Эш бөткәс, уҡытыусы уларға район гәзитендә Сафияның ағаһының баҫылған хатын уҡынылар, унан Сафияның үҙендәге хаттын да бер өҙөгөн уҡынылар.
“Ҡәҙерле ауылдаштар!
Бына өсөнсө йыл Илебеҙҙе азат итеү өсөн ҡаты һығыш бара. Был һуғышта дошман хәшәрәттәргә беҙҙең егеттәр, атайҙар үҙ-үҙҙәрен аямайса һуғышалар, ҡорбан булалар. Минең дә бергә Темәс педучилищеһын тамамлаған дуҫым һәләк булды. Ул миңә һуңғы һүҙен еткерҙе. “Илебеҙ азатлығы өсөн ғүмерем йәл түгел” тине. Мин уны туғандарына ла еткерергә тейеш инем. Тик бына район гәзитебеҙ аша барыһына еткерәм. Беҙҙең беребеҙ ҙә дошманға ҡаршы һуғышта көсөбөҙҙө лә, йәнебеҙҙе лә илебеҙ өсөн йәлләмәйбеҙ.
Олатай, өләсәйҙәр, әсәйҙәр һеңлеләр, ҡустылар тылда һеҙ ҙә шулай дошманға нәфрәт менән янығыҙ, азатлыҡ өсөн тылда батырлыҡ күрһәтегеҙ! Минең батырлығымды Илебеҙ “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләне. Кисә мине партияға алдылар. Ҡыуансымды мин райондаштарым, туғандарым, ауылдаштарым менән уртаҡлашам. Эшегеҙҙә уңыштар, хеҙмәт еңеүҙәре теләйем. Полевая почта 21027– “а”. Шатморат Шахморатов. Хат яҙыуығыҙҙы һорайым.”
Хат уҡылып бөттө. Балалар тын ҡалды. Шул ваҡыт Дамир:
– Хат яҙайыҡ апай, – тине.
– Сафия, ә һеҙгә нимә тигән, уҡы әле, – тип һоранылар.
Уҡытыусы Сафиялағы хатты башта үҙ ҡарап сыҡты ла:
– Балалар, хатты тулы килеш иртәгә уҡыу дәресендә уҡырбыҙ, бына өҙөгөн генә уҡып ишеттерәм, килештекме?
– Эйеее ,– тип ҡысҡырыштылар.
– Улайһа, тыңлағыҙ!
“Ҡәҙерле әсәй, һеңлем Сафия, бик ауырҙыр. Тик бирешмәгеҙ. Сафия һин тырышып уҡы,иптәштәреңә лә шулай тиген. Уҡымайынса күп нәмәгә өлгәшеп булмай. Барығыҙ ҙа әсәйҙәрегеҙгә ярҙам итегеҙ! Уларға ярҙам итеү ул Тыуған илгә ярҙам була. Беҙ һеҙҙең ярҙамығыҙ менән тиҙҙән дошманды еңәсәгебеҙгә ышанам. Тик тырышып уҡығыҙ! Ағайың Шатморат. Атайҙан да хат киләлер. Ул хат яҙа алмауы ла бар. Ней тиһәң дә ул элемтәсе бит. Уның ваҡыты булмай. Фронттағы бөтә хәлдәр уның тырышлығынан тора. Дошмандың һәр аҙымын, уйын алдан белеү ҙә элемтәсегә бәйле. Адресым конверт тышында, миңә хат яҙығыҙ. Класташтарың да яҙһын. Мин һуғыштан ҡайтҡас, бәлки, уларҙы уҡытырмын. Мин бит уҡытыусы. Дошманды еңеүебеҙгә ышанам, һеҙҙә ышанығыҙ! Беҙ еңеү менән ҡайтырбыҙ. “
Балалар тын ҡалды. Шул ваҡыт Сәриә:
– Апай, әйҙә уҡыу дәресендә Шатморат ағайға хат яҙайыҡ,– тине.
Балалар бөтәһе лә геүләшеп риза булып ҡайтырға сыҡтылар.
Ауылға улар борғо ҡысҡыртып, барабан һуғып дәртле баҫып ҡайтып инделәр.
Еңеүҙе бер көнгә булһа ла улар ҙә шулай яҡынайта шул. Иртәгә Хазинаның звеноһы барасаҡ. Уытыусы уны эште бүлеүҙән түгел, ә аяҡ кейемдәрен алмашлап кейеп уҡырға йөрөүселәрҙең ыҙаһын еңеләйтер өсөн эшләне. Балаларға был аңлашылып бөтмәһә лә, уҡытыусы өсөн һәр көн, балаларҙың ололар менән бергә эшләгән бар эше, ололарса хәсрәтләнеүе уның йөрәген яралағандыр ҙа инде...
Бына бөгөн дә фронттан килгән хатҡа ололарса уйлап, хатта кәңәш тә бирәләр. Ваҡытынан алда ил ҡайғыһы менән үҫәһегеҙ шул, тип уйлап алды уҡытыусы Сәлимә апайҙары.