

7
– Тиҙҙән теге ҡәһәрле урынға етәбеҙ.
– Ә? – Илнурҙың тауышынан Зәлифә ҡапыл һиҫкәнде.
– “Ҡәйнә теле”нә етәбеҙ, тим. Айбулат ағай һәләк булған урынға…
– Илнур, әгәр мөмкин булһа, бер аҙға ғына туҡталмаҫһыңмы? Айбулаттың һуңғы минуттары уҙған урында аҙыраҡ тороп китһәк…
– Мин дә шуны уйлап килдем. Эх, баяғы сәскәләр алырға башҡа етмәгән.
– Эйе шул…
Айбулат һәләкәткә осраған урынға етеп туҡтанылар. Ә унда… сәскәләр тауҙай өйөлгән ине. “Бергә хеҙмәт иткән иптәштәреңдән”, “Афганцу – от нас”, тигән яҙыулылары ла бар.
“Ҡайһы арала ишетеп, килеп өлгөргән икән улар?”
– Ул турала кисә көнө буйына телевидениенан да, радионан да һөйләп торҙолар. Исем-фамилияһын да әйттеләр, – уның уйын аңлағандай, Илнур шым ғына әйтеп ҡуйҙы.
Уйҙарына сумып Зәлифә хәтһеҙ генә торҙо был урында…
8
… Кисәнән һуң синыфташтар барыһы бергә таң ҡаршыларға, йылға буйына, йүнәлде. Айбулат баянын күтәреп алдан бара. Йәштәр берсә үҙҙәренең яратҡан йырҙарын йырлайҙар, берсә тыпырҙатып бейеп алалар. Килеп еткәс, егеттәр ҙур итеп усаҡ яҡты. Кемдер үҙе менән килтергән магнитофонды ҡабыҙҙы ла, вальс иғлан итте.
Парлашып вальс әйләнергә керештеләр. Зәлифә оялып ҡына бер ситтә, ҡайын янында, баҫып тора. Бөгөн ул үҙенең зәңгәр күлдәгендә иҫ киткес сибәр! Күлдәге килешә үҙенә! Оҙон ҡара сәстәренән күрше апай уға матур прическа яһаны. Тағы ул үҙенең ҡупшы аҡ туфлийҙарын да биреп торҙо. Шунан ул Зәлифәне тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп ҡараны ла, телен шартлатып:
– Әстәғәфирулла! Тьфү-тьфү, күҙ генә теймәһен үҙеңә! Бигерәк матур булып үҫеп, еләктәй бешкәнһең бит? – тип әйтеп һалды. Зәлифәне оялтып, ҡыҙартып бөттө, хатта. Әсәһе менән күрше апай үҙҙәренең йәшлек йылдарын хәтерләп, үкенеп тә алдылар.
“Шулай инде, йәш саҡтар бер мәл генә була, күҙ асып-йомғансы үтә лә китә…” – тип ҡуйҙы әсәһе бошоноп. Зәлифәгә бөгөн берсә бик күңелле, берсә, ниңәлер, үтә яманһыу. Әллә… Айбулат менән тиҙҙән айырылышырға тура киләсәге эсен бошора микән?
Бына ул Айбулаттың үҙенә табан килгәнен күрҙе. Егет килеп етте лә:
– Рөхсәт ит, һылыу ҡыҙ, һеҙҙе вальсҡа саҡырырға! – тип ҡулдарын һуҙҙы.
Зәлифә үҙе лә һиҙмәҫтән уға ҡаршы атланы. Бер аҙҙан улар икәүләшеп вальс әйләнә ине.
– Их, ошолай бергә вальс әйләнгәнде күрер көнөм дә бар икән! – Айбулат, хисләнеп, уның ҡолағына шыбырлай.
“Миңә лә ниндәй рәхәт һинең менән!” – тип әйтәһе килде ғашиҡ ҡыҙҙың.
– Зәлифәкәй, әйҙә, таң атҡансы икәүләп кенә йөрөйөк? Төн дә матур бөгөн!
– Ярай,– тип ризалашты ҡыҙ.
Улар һиҙҙермәй генә башҡаларҙан айырылып, яр буйлап атланы.
– Зәлифә, мин һине тәү күргән минуттан бирле яратам! Ике йылға яҡын… Тик әйтергә генә ҡыйманым.
– Ә бөгөн нишләп әйтергә булдың һуң?
– Бөгөнмө? Бөгөн дә әйтмәһәм, һуң булып ҡуйыуы ихтимал. Уҡырға китһәк, ул һүҙҙәрҙе һиңә башҡа берәү әйтеп ҡуйыр, – Айбулат яңғыратып көлөп ебәрҙе.
“Мин дә һине тәү күреүҙән яраттым бит, Айбулат! Аһ, Айбулат!”
– Өшөмәйһеңме? – Айбулат уның арҡаһына пинжәген япты, ипләп кенә ҡосаҡлап алды:
– Зәлифәкәй, мин бит һине ысынлап яратам, бер көн күрмәй торһам, үтә лә ҡыйын миңә!
– Миңә лә…, – тип шыбырлай Зәлифәнең ирендәре. Уның үҙенең дә уға әллә күпме наҙлы һүҙҙәр әйткеһе килә…
Айбулат уны ҡәҙерләп, наҙлап ҡына күкрәгенә ҡыҫа. Бығаса бер ҡасан да тоймаған, аңлашылмаған хистәр солғанышында ҡалды Зәлифә. Ҡасандыр янына килергә лә ҡыймаған Айбулатҡа яҡын тороуҙан уға шундай рәхәт!
Икеһенең дә йөрәге, күкрәк ситлектәрен йырып сығырҙай булып, шундай ашҡынып-ярһып тибә! Ике йыл буйына бер-береһенә талпынған ике ғашиҡ йөрәк!
Бына уларҙың ирендәре үҙҙәренән-үҙҙәре бер береһенә үрелделәр. Аһ! Зәлифәнең аяҡтары аҫтында ер убылдымы ни? Ул, үҙ-үҙен белештермәй, Айбулатты муйынынан ныҡ итеп һығып ҡосаҡлай…
Улар шулай бер-береһенән айырыла алмай оҙаҡ торҙо.
Һушына килгәндә, Айбулат, уны ҡәҙерләп кенә күтәреп алып, яр буйлап атлай ине.
– Ҡуй, төшөр, кеше күрер бит?
– Юҡ инде, төшөрмәйем! Мин ошолай, һине күтәреп, ғүмерем буйына барырға ла риза!
– Ҡуй, оялтма мине, төшөр, тим, зинһар, тип әйтәм, – Зәлифә тыпырсынды.
– Зинһар, тигәс, төшөрөргә тура килә инде, – ихлас көлөп, Айбулат уны ергә баҫтырҙы. Етәкләшеп атланылар. Яр буйы йәштәрҙең шат тауыштарынан, музыканан яңғырап тора.
Зәлифәнең Айбулаттан айырылғыһы килмәй. Уның янында шундай рәхәт, иркәләнеп, ҡосағына һыйынаһы ғына килеп тора. “Ҡарасы һин уны, бығаса яҡын килергә лә ояла ине, инде айырылғыһы ла килмәй?!”
Синыфташтары уларҙың юғалып торғанын әллә һиҙмәй ҙә ҡалды инде, уларға иғтибар итеүсе булманы… Бына, билдәһеҙ киләсәккә сәфәргә сыҡҡан йәштәрҙең күңелдәрен иләҫләндереп, тирә-яҡты ҡыҙғылт төҫкә ҡойондороп, ҡояш та ҡалҡты…
9
– Ҡуҙғалайыҡмы? Ҡайтып етергә лә күп ҡалманы, – Илнур, Зәлифәне уйҙарынан бүлдерергә ҡурҡҡандай, һаҡ ҡына өндәште.
– Уй, Илнур аҡыллым, нишләп торам һуң әле мин? Беҙгә бит ашығырға кәрәк! Тиҙерәк ҡуҙғала һалайыҡ!
– Әйҙәгеҙ, көтәләрҙер!
Машина геүелдәп алға ынтылды. Юл тигеҙ түгел, соҡор-саҡырҙарҙы үткәндә һикертеп-һикертеп ала. Тауҙар теҙмәһе башланды.
Эх, бигерәк күркәм шул уның тыуып-үҫкән яғы! Ана бит, ҡайһылай борғоланып-борғоланып Инйәре ағып ята.
Текә, ғорур ҡаялар – тәбиғәтте һаҡларға ҡуйылған һалдаттармы ни? Күккә ашҡан тауҙарҙа урман шундай ҡуйы булып үҫә был яҡтарҙа, эсенә кереп китһәң, әйләнеп сыға ла алмаҫһың төҫлө. Тик Зәлифә белә инде бының улай түгел икәнен. Ундай урмандарҙа күп йөрөнө ул. Йәш сағында ла, һуңынан эше буйынса ла…
Тыуған төбәгенең иҫ киткес гүзәл тәбиғәтенә һоҡланып килгән Зәлифәне йәнә уйҙар баҫты…
10
… Сығарылыш кисәһенән һуң “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән һорау тыуҙы. Зәлифәнең бығаса бер кемгә лә әйтмәгән хыялы бар: ул тик геолог булырға теләй. Тәбиғәттең, тауҙарҙың, таштарҙың серҙәренә төшөнгөһө килә. Уҡырға инер өсөн Магниткаға барырға кәрәк икән. Үҙенә кәрәген белешеп бөттө лә инде. Тик “яҡшы” билдәләре менән конкурсһыҙ ҙа инеп була, тиҙәр. Әсәһе генә ни тиер? Нисек тә уны күндерергә ине.
– Миңә бер үҙемә ҡыйын буласаҡ! Ауылда ҡал, эш табылыр әле! – ти ҙә ҡуясы.
Әсәһен дә бик йәлләй шул Зәлифә. Ҡайһы саҡта, әллә ысынлап та ауылда ҡалырғамы, тип тә уйлап ҡуя. Әле, ҡыҙы ярҙамлашҡас, әсәһенә еңел. Кис, ихаталағы эштәрҙе бөтөргәс, теген машинаһы артына ултырырға ваҡыт таба. Уның шул сағын бигерәк ярата Зәлифә. Ниңәлер, машина артына ултырҙымы, әсәһе үтә лә моңло итеп йырлай башлай. Йырҙары ла ниндәй бит әле! Дәресен әҙерләп ултырған Зәлифә уның йырҙарын йотлоғоп тыңлай. Йырҙың тәьҫиренәнме, әллә әсәһен йәлләүҙәнме, күҙҙәренә йәш тула. Юҡ, ул барыбер уҡырға китәсәк! Кисә серен Айбулатҡа асты. Ул үҙе лә шунда барырға йыйына икән. Документтарын бергә барып тапшырырға килештеләр. Бөгөн Зәлифә әсәһенә барыһын да әйтергә ниәтләй. Теге кистән һуң Айбулат менән көн дә осрашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Зәлифәнең дә унан тартыныуы бөттө. Айбулаттың һөйләгән мәҙәктәренән шул тиклем ихлас көлә! Егет уғата ҡылана бирә. Бер-береһенән айырыла алмай бер булалар.
Әсәһе белеп ҡалыуынан бик ҡурҡа ине, ул кемдәндер ишеткән дә:
– Ярай, алдың-артыңды ҡарап йөрө! Башһыҙ бала түгелһең. Былай… яҡшы ғаиләнән ул егет, – тип кенә ҡуйҙы.
Үткән шәмбелә хатта клубҡа бергә барҙылар.
Беренсе тапҡыр кеше араһында Зәлифә рәхәтләнеп бейене. Һәләк ҡыҙыҡ йәштәр араһында! Ни генә ҡыланмайҙар үҙҙәре, береһенән-береһе уҙҙыра. Бейей башланылармы, саң күтәрелә хатта. Егеттәр биҙрә менән һыу алып тиҙ генә иҙәнгә һибәләр ҙә, тағы теттерәләр генә!
Айбулатты, өҙмәй ҙә ҡуймай, баяны менән ултыртып ҡуйҙылар. Таҡмаҡтар әйтеп тә, “Өсмөйөш”, “Змейка”, “Байыҡ” – тағы әллә күпме бейеүҙәрҙе бейенеләр.
Улар ялдан һуң Магниткаға китергә һөйләште. Әсәһен дә күндерә алды. Үпкәләп, илап алғандан һуң: “Ярар, һәр кемдең үҙ яҙмышы инде”, – тип ризалығын бирҙе. Зәлифәнең ҡыуаныуы быға!
Бөгөн Айбулат менән урман-яландар ҡыҙырып килергә булдылар. Осрашҡас, ул Зәлифәгә бер нисә шоколадлы кәнфит бирҙе. Күрше ауылдан апаһы ҡунаҡҡа килгән икән, уның күстәнәсе, ти. Бигерәк тәмле кәнфите.
Һуңынан кәнфит ҡағыҙҙарын матур итеп тигеҙләп, төрлө фигуралар яһап ултырҙылар. Һары төҫтәге фольгаһынан Зәлифә үҙенә “йөҙөк” эшләп, бармағына кейҙерә һалды ла:
– Килешәме? Бигерәк матур була, эйеме? – тип һораны Айбулаттан.
– Килешә, бик килешә, Зәлифә! Бына, уҡып сығып, эшләй генә башлайым әле, мин һиңә ул йөҙөктәрҙең иң шәптәрен алып бирәсәкмен! – тип иркәләп вәғәҙәләне Айбулат.
– Ярай! – тип ризалаша һалды һылыуы.
Икеһенә лә ифрат ҡыҙыҡ булып, рәхәтләнеп көлөштөләр.
Ә был йөҙөктәрҙе һуңынан икеһенә лә эшләп, кис буйына бармаҡтарына кейеп йөрөнөләр…
Дауамы бар.