

Иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала Зимфира Хәйрулла ҡыҙы менән Рәйес Ибраһим улының күркәм, тырыш ғаиләһендә иң өлкәне булып тыуып үҫкән ул. Үҙаллы, уҡыуға һәләтле егет Марат, Азамат ҡустыларына һәр саҡ таяныс, терәк була.
Атаһы Рәйес ағай бик күп йылдар колхозда агроном, счетовод-хисапсы булып эшләгән. Уның атаһы Ибраһим ағай Сәйетбаба мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡытып, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы булған абруйлы мөғәллим. Ауылдың хөрмәтле кешеһе.
Әсәһе Зимфира Хәйрулла ҡыҙы бик күп йылдар Сәйетбабала һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, егәрлелеге, тырышлығы менән айырылып тора. Тик Рәйес ағайҙы ғына ҡаты сир иртә баҡыйлыҡҡа күсергән. Юлай Рәйес улының әсәһе яҡлап Хәйрулла олатаһы ла ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән. Шуға ла ике яҡлап уҡытыусы һөнәрен һайлаған нәҫел-ырыуҙары күп, уның да ошо һөнәрҙе үҙ итеүенә аптырарға түгел.
Юлай Мәүлетҡолов Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡығанда бар фәндәрҙән дә яҡшы уҡыуы менән айырылып тора. Етди, талапсан уҡыусы мәктәп, пионер, комсомол ойошмалары эштәрендә уҡытыусыларҙың төп ярҙамсыһы була. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы Заһиҙуллина уның һәләтен күреп, бәйге, олимпиадаларҙа ҡатнаштыра, еңеүҙәр, лауреат исемдәре лә ала. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдары ла тиҙ генә үтеп китә, тыуған районының Мәндем мәктәбенә эшкә ҡайта дипломлы йәш белгес. Бында эшләү осоронда уҡытыусы һөнәрен һайлап яңылышмағанлығына тағы бер тапҡыр инана. Етди, төплө фекер йөрөтөүсе уҡытыусы был мәктәптә директор булып та эшләп ала. Ошо ауылда эшләгәндә үҙенең тормош юлдашын осрата. Медицина училищеһында белем алған Фәнилә Сәлимйән ҡыҙы менән өйләнешкәс, тормош юлдары уларҙы Красноусолға алып килә.
Өйҙә хәстәрлекле хужа, һөйөклө атай ҙа ул. Зөлфиә, Гүзәлиә ҡыҙҙары атай-әсәһенең ғорурлығы. Хәҙер үҙәк район дауаханаһында эшләүсе тормош иптәше Фәнилә үҙ эшенең оҫтаһы булһа, күп йылдар гимназияла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Юлай Рәйес улы үҙ эшен яратып, тырышып эшләп йөрөй. Юғары категориялы уҡытыусыны коллегалары һәр эште еренә еткереп башҡарғаны, үҙ-үҙенә талапсан булғаны өсөн хөрмәт итә.
2011 йылда “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашып, беренсе урын ала һәм шул йылдан лайыҡлы рәүештә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен йөрөтә. Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары уның тырышлығын тағы бер ҡат раҫлай. Юлай Рәйес улы Ғафури халыҡ театрының һәүәҫкәр актёры булараҡ, спектаклдәрҙә матур образдар тыуҙырыусы ла. Уның сағыу ролдәрен тамашасылар бик күп йылдар яратып ҡарап килә.
Туған телдең аһәңле моңо һәр баланың күңеленә һалынып ҡалһын, уға һөйөү, хөрмәт тәрбиәләнһен өсөн бар тырышлығын һала ул. Юлай Мәүлетҡоловтың уҡыусылары төрлө конкурстарҙа, төрлө бәйгеләрҙә, фәнни конференцияларҙа призлы урындар алып килә. Уның хәҙер үҙ уҡыусылары ла ошо һөнәрҙе һайлап, эшләп йөрөйҙәр.
Киләсәктә лә үҙегеҙ һалған аҡ юлдан ғорур атлап, йыйған тәжрибәгеҙ, эшләгән эштәрегеҙҙең һөҙөмтәһенә ҡыуанып, уҡыусыларығыҙҙың еңеүҙәренә һөйөнөп йәшәргә һәм эшләргә яҙһын.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
"Табын" гәзитенән