+20 °С
Дождь


Әбйәлил район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Салауат Баһаувтың тәрбиәләнеүселәре Ҡаҙағстанда үткән самбо ярыштарында ҡатнашты. 30 ауырлыҡ категорияһында барған ярыштарҙа 2009-2014 йылғы малайҙар көс һынашты. Нил Нөғәмәнов (Михайловка) и Рөстәм Рыҫҡолов (Таштимер) үҙ ауырлыҡ категорияларында беренсе урын алдылар. Фәнис Баһаув, Данир Әҡсәнов, Рамазан Сәлихов (Тупаҡ) икенсе урында билдәләнделәр. Арсен Шәғәлин, Ғайсар Ҡадиров (Таштимер) һәм Зариф Аҡмурзин (Тупаҡ) өсөнсө урында. Еңеүселәргә миҙалдар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Афарин, әбәлилдәр! Ҡотлайбыҙ!
"Осҡон" гәзитенән