Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Декабрь 2023, 05:20

Һин китәһең, мин ҡалам Повесть (4) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

– Туғандар! Айбулат бик изге күңелле, ысын кеше ине. Тик уға оҙағыраҡ йәшәргә генә яҙмаған. Әйҙәгеҙ, уның хөрмәтенә, яҡты иҫтәлегенә бағышлап бер минут тын ғына янында баҫып торайыҡ!

Һин китәһең, мин ҡалам Повесть (4) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНАҺин китәһең, мин ҡалам Повесть (4) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА
Һин китәһең, мин ҡалам Повесть (4) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

11

… Машина ҡапыл туҡтап ҡалғас, Зәлифә күҙҙәрен асты. Ауылға ла еткәндәр бит. Бына Айбулаттарҙың өйө.

Кешенең күплеге! Зәлифә ҡайһы берәүҙәрен төҫмөрләгәндәй ҙә була. Ана, бер урынға синыфташтары йыйылған.

– Әйҙәгеҙ, апай, өйгә инәйек. Аида апай ҙа белер беҙҙең ҡайтып еткәнде.

    Зәлифә тиҙ генә машинанан төштө. Илнурға эйәреп, йорт яғына атланы. Ишектән ингәс, уны илауҙан шешенеп бөткән мөләйем генә ҡатын килеп ҡосаҡлап алды:

– Рәхмәт, Зәлифә апай, килеп өлгөргәнегеҙ өсөн! Шул хәтлем көттөм. Әйтер, һөйләр һүҙҙәрем дә күп һеҙгә. Йә, ярай, аҙаҡ ул турала… Әйҙәгеҙ, Айбулат ағай менән хушлашып ҡалығыҙ ҙа…

   Зәлифә, күләгә төҫлө, Аиданың артынан эйәрҙе. Айбулаттың авариянан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән йөҙөн күргән ине, тыйыла алмай, илап ебәрҙе: “Эй, Айбулат, һине тик шундай хәлеңдә генә күреп ҡалыр өсөн йәшәнемме мин ошоға саҡлы? Әгәр уны… йәшәү тип әйтеп булһа?!”

Үҙе бер туҡтауһыҙ Айбулаттың сәстәренән, биттәренән һыйпаны…

Айбулаттың кәүҙәһен сығара башлағанда ҡапҡа янына ниндәйҙер машина килеп туҡтаны. Бер төркөм ят кешеләр Айбулаттың кәүҙәһе янына килеп, тын ҡалды. Уларҙы оҙатып килгән ауыл Советы рәйесе Аида менән Робертҡа мөрәжәғәт итте:

– Митинг яһап алырға кәрәк! – Унан: – Ауылдаштар, туғандар! – тип дауам итте һүҙен, – бөгөн беҙ һөйөклө ағайыбыҙ, улыбыҙ, синыфташыбыҙ, әле йәшәргә лә, йәшәргә тейешле булған моңло һандуғасыбыҙ Айбулат Мортазинды һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ниндәй үкенес, ғүмере шулай ҡыҫҡа булды.  Уны барыбыҙ ҙа яратып өлгөргән инек. Уның бар шатлыҡ-көйөнөстәре беҙҙең күҙ алдында үтте. Беҙ бер ҡасан да уның яҡты иҫтәлегенә хыянат итмәбеҙ, ауыр тупрағы еңел булһын, мәңгелек дан уға! Әле бына, һуңғы юлға оҙатырға тип, уның яуҙаш дуҫтары килгән. Әйҙәгеҙ, уларға һүҙ бирәйек! – тип тамамланы ул һүҙен.

Ап-аҡ сәсле мыҡты кәүҙәле яугир һүҙ башланы:

– Мин Айбулаттың взвод командиры инем. Тәүге көндән үк ул үҙенең ихласлығы, эскерһеҙлеге менән үҙенә тартты. Кешеләргә тик яҡшылыҡ ҡына теләгән Айбулатҡа Афғанстанға һуғышҡа барып эләгеү бик ныҡ тәьҫир итте – ҡоралға тотоноуы ауыр ине уға. Ни хәл итәһең: һуғыш – һуғыш була инде,  кем беренсе атып өлгөрә – шул тере ҡала.

Бер мәл беҙҙең эшелонға душмандар һөжүм итте. Юлды дауам итергә мөмкинселек юҡ – алда ла, артта ла беренсе барған машиналарҙы иң тәүҙә шартлаттылар. Бер нисә тиҫтә хәрби машиналарҙан торған эшелон ут аҫтында ҡалды. Атыш-ҡырылыш оҙаҡ барҙы. Шул саҡта Айбулат эшелон командирын үлемдән ҡотҡарҙы. Ҡая-таш артында торған душман командирҙы “мушка”ға алған. Айбулат күреп ҡалып, автоматынан унан алда атып өлгөрҙө. Күп юғалтыуҙар менән бәрелеш тамамланды. Беҙҙең унлаған машина шартлатылғайны. Душмандар  сигенде. Беҙ, үҙебеҙҙең яралыларҙы йыйып, госпиталгә оҙаттыҡ. Алдан килешеү буйынса, пленға эләкмәҫ өсөн, һуңғы сиккә тиклем һәр беребеҙҙә үҙе өсөн бер граната ҡалырға тейеш. Бик күптәр машиналары менән бергә янған ине. Кәүҙәләрен танырлыҡ та түгел, кейемдәре янып бөткән. Танып булғандарын цинк гробтарҙа тыуған яҡтарына оҙаттыҡ. Айбулатты беҙ һәләк булғандар иҫәбенә кереткәйнек… Айбулаттың иҫән булып сығыуы беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды… 

Бына бөгөн шул саҡтағы батырлығы өсөн уға боевой наградаһын алып килдек. Теге осрашыуҙа Айбулат был турала белде. Тик ул саҡта награда Мәскәүҙән килеп етмәгән ине. Хәҙер ошо миҙалды  һеҙгә, туғандарына, тапшырабыҙ! – тип  ҡумтаны Аидаға һуҙҙы.

Өнһөҙ-тынһыҙ ап-аҡ булып баҫып торған Аида бәрхәт тышлы ҡумтаны ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫты ла:

– Рәхмәт!.. – тине шыбырлап ҡына.

Тәрән уйға сумып бер яҡ ситтә баҫып торған арыған сырайлы, ҡарағусҡыл йөҙлө мөләйем ир-егет Айбулаттың кәүҙәһе янына яҡын уҡ килеп баҫты. Аҡ япма менән ҡапланған кәүҙәгә һаҡ ҡына ҡағылып, һөйөп ҡуйғандай иткәс, бер аҙ шымып торҙо. Шунан ҡалтыранған тауыш менән һүҙ башланы:

– Мин – Тимур, Үзбәкстандан килдем, – икенсе милләттән икәне аңлашыла, әммә үҙе башҡорт телендә арыу уҡ һөйләшә. – Ниндәй үкенес: Айбулаттың үҙе менән иҫән сағында күрешергә яҙмаған. Өфөгә осрашыуға килгән сағында ул минең менән бәйләнешкә инеп, телефондан бер аҙ аралашып өлгөргән инек. Оҙаҡламай осрашырбыҙ, тип килештек шул саҡта.

Һәләк булғанлығын Өфөлә осрашыуҙа булған полкташтар хәбәр итте. Шунда уҡ самолетҡа билет алдым да юлға сыҡтым.

Әсирлектә  Айбулат менән бергә булырға тура килде беҙгә. Шуға ла мин уның ниндәй тоғро иптәш, яҡшы кеше икәнлеген үҙем күреп, һынап беләм. Иреккә сығыр өсөн ниндәй генә юлдар эҙләмәне ул. Тик ҡасып ҡотолоп булмай ине шул. Бер нисә тапҡыр шулай тотолғанында уны вәхшиҙәрсә язаланылар. Күргәнһегеҙҙер ҡулдарын… – Тимур күҙҙәрен йомоп, бер аҙ шымып торҙо ла, дауам итте. – Уның хаҡында бик оҙаҡ һөйләр инем мин. Бөгөн Һүҙем икенсе нәмә хаҡында. Әсирҙә саҡта Айбулат ҡасып-боҫоп айҙар буйы нимә менәндер  булашты. Ул хаҡта мин генә белә инем. Аҙ ғына буш ваҡыты булдымы, йәшерен генә ниҙер эшләй ҙә, һуңынан уны ныҡлап таш аҫтына йәшереп ҡуя.  Мин түҙмәй һораша башлаһам:

– Һуңынан, эшләп бөткәс күрһәтермен, түҙ, – тип серле генә йылмайыр ҙа ҡуйыр ине.

Бына бер көн ул, шат йылмайып:

– Хәҙер мин һиңә бер әйбер күрһәтәм, тик һин тауышланмай ғына ҡара, йәме? – тине.

Ниндәйҙер ташҡа ла, таҡтаға ла оҡшаған әйберҙе йәшереп ҡуйған урынынан сығарып миңә һондо. Хайран ҡалдым: минең алдымда иҫ киткес һөйкөмлө, сибәр ҡыҙҙың портреты ине!

– Ошомо һинең Зәлифәң? – тинем, һоҡланыуымды йәшерә алмай.

– Эйе! Ошо минең Зәлифәм! – Айбулат шул минутта сикһеҙ бәхетле булып күренде миңә, әйтерһең дә, уның өҙөлөп һөйгән ҡыҙы янында ғына, бары ҡул һуҙымында баҫып тора.

– Нисек быны эшләй алдың һуң һин?! – тинем, яңы һушыма килеп.

– Беләһеңме? – тине ул шыбырлап ҡына, – миндә Зәлифәнең бер фоторәсеме лә юҡ бит. Шул хәтлем һағындым үҙен! Бер мәл уның портретын хәтеремдән генә эшләп ҡарарға булдым. Буяу-фәлән, ҡағыҙ-ҡәләм юҡ. Икмәк валсыҡтарынан, тары, балсыҡ, ҡом-таш бөртөктәренән әкренләп уның образын тергеҙҙем. Бына, эшләп бөтөргәс, миңә бер аҙ еңеләйтте кеүек. Һөйөклө Зәлифәм һәр саҡ үҙем менән буласаҡ бит! Тик һин, зинһар, был турала бер кемгә лә белгертәһе булма! – Киҫәтте лә портретты яңынан ныҡлап йәшереп ҡуйҙы.

Ошо ваҡиғанан һуң күп тә үтмәне, Айбулатты икенсе урынға күсерҙеләр. Портретты үҙе менән алыу тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел ине. Ә мин шул тарлауыҡта тороп ҡалдым. Беҙҙе үҙебеҙҙең һалдаттар, ниһайәт, килеп тапҡас, портретты үҙем менән алып сыҡтым. Теге юлы, Өфөлә осрашыуҙа сағында, уға ошо турала телефондан әйткән инем, бик ныҡ ҡыуанды:

– Һай, маладис, Тимур, һин ысын дуҫ! Зәлифәмдең үҙен дә тиҙҙән күрәсәкмен. Ҡайтып ҡына етәм дә, тиҙ арала Ҡазанға юлға сығам! – тигәйне. Ниндәй аяныс, беребеҙгә лә осрашып күрешергә яҙмаған икән шул! – Быны әсенеп әйтте Тимур. Шунан, эйелеп, юл сумкаһынан бер төргәк сығарҙы ла  ағарынып, тораташтай баҫып торған Зәлифәгә табан атланы:

– Һеҙ бит Зәлифә! Шунда уҡ таныным мин һеҙҙе, – тине, һоҡланыулы ҡарашын айырып ала алмай, – Бына кемде яратҡан икән Айбулат, йәненән дә артыҡ күреп! Тәүге мәлдә, шундай ҙа көслө мөхәббәт буламы икән ни, тип аптырай торғайным. Ә бөгөн үҙегеҙҙе, иҫ киткес сибәр, һоҡланғыс ҡатынды күргәс, ышандым. Була икән, була икән ундай мөхәббәт!

Хөрмәтле Зәлифә ханым! Был портретты һеҙҙең үҙегеҙгә тапшырам. Айбулаттың төҫө итеп һаҡларһығыҙ! – тине  лә төргәкте асып ебәрҙе. Тирә-яҡта торған халыҡ “аһ” итеп ҡалды: улар алдында үҫмер ҡыҙ Зәлифәнең ҡойоп ҡуйғандай портреты ине. Зәлифә, бөтөнләй өнһөҙ ҡалып, илап ебәрмәҫ өсөн ирендәрен ныҡ итеп тешләне лә, сикһеҙ рәхмәтен белдереп, башын ғына ҡаҡты.

Тимур дауам итте:

– Туғандар! Айбулат бик изге күңелле, ысын кеше ине. Тик уға оҙағыраҡ йәшәргә генә яҙмаған. Әйҙәгеҙ, уның хөрмәтенә, яҡты иҫтәлегенә бағышлап бер минут тын ғына янында баҫып торайыҡ!

Ауыл халҡы, баштарын эйеп, тынып ҡалды…

Айбулатты оло хөрмәт менән ерләгәндән һуң, бар йолаларын үтәп бөткәс, йыйылған халыҡ таралышты.

Зәлифә менән Аида икәүһе генә ҡалды. Аиданың ире Роберт күрше ауылға мулланы оҙатып киткән. Балалары – урамда.

– Бына шулай хәлдәр… Өҙөлөп яратҡан ағайым бер ҙә уйламағанда, ниһайәт, күңеле күтәрелеп, өмөтләнеп йәшәй башлағас ҡына, китте лә барҙы! – тине Аида, өҙгөләнеп.

Зәлифә, тыйыла алмай, һулҡылдап илап ебәрҙе:

– Ғәфү ит, Аида һылыу? – тип ниңәлер үҙе ғәфү үтенде.

– Зәлифә апай, һеҙгә әйтер һүҙҙәрем бар, тигән инем, – Аида комодты асып, унан бер төргәк килтереп сығарҙы. – Айбулат ағай ғүмере буйына һеҙҙе һағынып йәшәне. Тегенән ҡайтҡас та һеҙҙең турала һорашты. Кейәүҙә икәнлегегеҙҙе белгәс, төшөнкөлөккә бирелде. Шул саҡта үҙенә ҡатыраҡ бәрелдем, буғай. “Ярар, ҡулға ал инде үҙеңде! Зәлифә апайҙың һине нисек көткәнен минән дә яҡшыраҡ белгән кеше юҡ. Үҙем әйттем бит уға: “Йәшлегеңде заяға уҙғарма, кейәүгә сыҡ. Балалар үҫтер. Ғүмер, ни, үтер ҙә китер, үкенерһең, тинем”. Айбулат ағай ҡайтырҙан алда ғына һеҙҙең хатығыҙҙы алған инем, яуап та яҙып өлгөрмәнем. Күреп ҡалмаһын, тип утҡа ташланым.

Шул һөйләшеүҙән һуң төңөлгәндәй ҙә булды: “Эйе, Зәлифә бәхетле булырға хаҡлы. Исмаһам, уға яҙмыш йылмайһын ине. Мин, ни, элекке Айбулат та түгелдер хәҙер. Ауырыу-һыҙланыуҙан баш сыҡмай…” – тине, эсе бошоп. – Аида һулҡылдап ҡуйҙы ла  дауам итте:

– Айбулат ағай юғында мин уның баянын гел ҡәҙерләп һаҡланым. Саң ҡунмаһын тип,  өҫтөн һәр саҡ сепрәк менән ҡаплап тоттом. Тик, үҙе ҡайтҡас, уйнай ғына алманы!

– Нисек…  алманы?!” –Зәлифә ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Шулай… Әсирҙә саҡта уның ике ҡулында ла өсәр бармағын төбөнән киҫкәндәр бит! Бер нисә тапҡыр уйнап та маташты. “Булмай!” – тип, бер ҡыҙғанында баянын күтәреп сығып киткәйне, клубта ҡалдырып ҡайтҡан. Әлдә лә шулай иткән икән! Бына бер мәл ауылға бик һәләтле художество етәксеһен ебәрҙеләр. Үҙе шәп баянсы. Ана шул егет, кешеләрҙән уның тураһында ишетеп ҡалып, Айбулат ағайҙы репетицияларға йөрөргә өгөтләй башланы.

Риза булды бит бер ваҡыт! Шул мәлдән күңеле күтәрелеп, элеккесә шаярып йөрөй башланы. Бына бер мәл май байрамына концерт ҡуйҙылар.

Концерттарының иң һуңында:

– Айбулат Мортазин сығыш яһаясаҡ! – тип иғлан иттеләр.

Ауыл халҡы уны үтә лә ҡыуанып, ихлас алҡышлап ҡаршы алды.

… Сәхнә асылғанда Айбулат ағай декорация итеп эшләнгән ҡайындар янында баҫып тора ине. Бер яҡ ситтә – баянсы егет. Бына баянсы егет, тап Айбулат ағай һымаҡ, уйнап ебәрмәһенме?! Бер аҙҙан уға Айбулат ағай ҡушылды. Ауылдаштары шул хәтлем уның йырлауын һағынған, тын алырға ла ҡурҡҡандай, бөтә зал тып-тын булып ҡалды.

Айбулат ағай иҫ киткес моңло тауышы менән берсә ярһып, берсә һағышланып, залда ултырған бар халыҡты илатып йырланы ла йырланы. Ауыл халҡы, әгәр хәленән килһә, таңға тиклем дә уны сәхнәнән төшөрмәҫ ине.

Бына шул турала ине минең әйтәһе һүҙем. Ә бөгөн иртән теге баянсы егет миңә аудиокассета биреп китте. Шул саҡта Айбулат ағайға һиҙҙермәй генә уның йырлағанын магнитофон таҫмаһына яҙҙырып ҡалған.

“Береһен үҙемә алып ҡалдым, ә быныһы – һеҙгә!” – тине. Ә мин, үҙ сиратымда, был кассетаны һеҙгә тапшырырға булдым. Үҙемә яңынан яҙҙыртып алырмын, – тип, Аида ҡулындағы төргәкте Зәлифәгә һондо. Зәлифә бик ныҡ тулҡынланып аманатты ҡулына алды ла, күптән юғалтып йөрөгән иң ҡиммәтле әйберен тапҡандай, ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫты: “Бына бит! Айбулатым хәҙер гел минең менән буласаҡ!”

Үҙе:

– Рәхмәт, Аида һылыу, рәхмәт, бик ҙур рәхмәт һиңә! – тип өҙлөкһөҙ ҡабатланы.

Унан:

– Аида һылыуым, һин миңә үпкәләмәҫһеңме икән, мин бер аҙ йөрөп әйләнһәм? – тип,  ғәйепле төҫ менән Аиданан рөхсәт һораны.

– Бәй, уны нимәшләп минән һорап тораһығыҙ инде? Теләгән ерегеҙгә барып килегеҙ, ҡасан тағы ҡайтаһығыҙ әле… – Аида йәш аралаш, ихлас йылмайҙы.

– Ярай улайһа, артыҡ оҙаҡламам.

Иң тәүҙә Зәлифә Айбулат менән икәүләшеп йөрөгән болондарға йүнәлде. Моңһоу  күҙҙәре менән тирә-яҡты байҡап торҙо. Ҡыңғырау сәскәләрҙән генә ҙур итеп гөлләмә яһаны. Айбулат та ярата ине бит ошо сәскәләрҙе!

Зыяратҡа барып, гөлләмәһен Айбулаттың баш осона һалды:

“Бына шулай, Айбулат йәнем.  Беҙгә тере сағыңда осрашырға яҙмаған икән… Тик барыбер белергә тейешһең, көттөм мин, зарығып көттөм! Айбулат, ғүмерем буйына һине яраттым, яратасаҡмын… Хуш, Айбулат, йәнем, кисер…”

Зыяраттан сыҡҡас, үҙенең яратҡан тауына ҡарап торҙо.

“Ҡайҙа, унда ла бармай, ҡайтып китһәм, һуңынан бик ныҡ үкенермен”, – тип тауға табан атланы.

Әхирәте Ғәлиә менән һандуғастар тыңлаған тәңгәлгә килеп баҫҡас, Зәлифәнең: “Был ваҡытта һандуғастар һайрамайҙыр ҙа инде? Йәй урталарында был тирәнән бөтөнләйгә китә торған инеләр”, – тип уйланы эсе бошоп. “Сут-сут-сут”. Шул тиклем йөрәккә яҡын, илатыр ҙа, йырлатыр ҙа таныш тауышты ишеткәс, Зәлифә һағайып ҡалды : “Әллә ҡолағыма ишетеләме?!”

Был – ысынлап та, һандуғас… Шул тиклем моңло һайрай! Ниндәйҙер бик ҙур ҡайғыһын һөйләргә ашыҡҡандай, өҙҙөрөп, ярһып-ярһып һайрай ине ул.

Әллә… илай ҙа инде?! Ҡоштар ҙа әллә илай микән тип, йәне әрнеп уйлап ҡуйҙы Зәлифә. Ҡапыл уға был ҡош һис тә һандуғас түгел, ә Айбулаттың үҙелер кеүек тойолдо. Әллә…  Айбулаттың йәне һандуғасҡа әйләнеп, Зәлифәһе янына осоп килдеме?

Зәлифә, йәштәренә төйөлөп:

– Мин таныным һине, Айбулат, йәнем, таныным! Һин дә мине эҙләп тапҡанһың, шулай бит? – тип, йырсы ҡошҡа өндәште.

Бер аҙҙан, һыҙылып ҡына, йөрәк түренән иңрәп сыҡҡан һағышлы моң ағылды:

Һандуғас, һандуғас,

Һин китәһең, мин ҡалам.

Дуҫтарыма йырлар өсөн

Йырыңды отоп алам…

… Һандуғас та, Зәлифәгә ҡушылып, уның менән бергә иланы, ярһыны, эс серҙәрен сәсеп  өлгөрөргә ашыҡҡандай, талпынып-талпынып һайраны ла һайраны…

Хәтһеҙ генә ултырҙы Зәлифә һандуғастар төйәгендә. “Аида юғалтҡандыр, ҡайтайым. Иртүк юлға. Үҙебеҙҙең өйгә лә күҙ һалып китергә кәрәк. Ни хәлдәрҙә генә ултыра икән?” – тип  ҡайтырға ашыҡты.

Ул ҡайтып кергәндә, Аида, өй эштәрен бөтөрөп, өҫтәл әҙерләп йөрөй ине.

– Мин, юғалтып, борсола ла башлағайным, Роберт: “Әйҙә, күңеле булғансы йөрөһөн, ул бит Айбулат ағай менән хушлаша!” – тине.

     Киске аштан һуң Аида менән икәүләп Зәлифәнең тыуып-үҫкән йортона йүнәлделәр.

Килеп еткәс, тирә-яғына күҙ һалды ла аптырап ҡалды. Ишек-тәҙрәләргә таҡта ҡаҙаҡланған булһа ла, күптән кеше йәшәмәгән өйгә бер ҙә оҡшамаған. Ихатала сүп үләндәренең әҫәре лә юҡ. Баҡсала ла тәртип. Баҡсаның хатта рәшәткәләре лә яңыртылған.

Зәлифә ғәжәпләнгән күҙҙәрен Аидаға төбәне. Уныһы көрһөнөп ҡуйҙы ла:

– Ауылға ҡайтҡас, Айбулат ағай бер нисә тапҡыр дауаханала ятып сыҡты. Бик ныҡ бирешкәйне. Нервылары ла ҡаҡшаған. Үҙендә тире лә һөйәк. Яйлап рәтләнә башланы. Төндәрен бик ныҡ ыҙаланы. Йоҡлап ҡына китә, Афған менән һаташа башлай. “Ҡасығыҙ! Душмандар! Ана, аталар, йәшенегеҙ! Бирегеҙ миңә автомат, хәҙер үҙем атам ҡәбәхәтте!” – тағы әллә ниҙәр ҡысҡырып, беҙҙе уята, һуңынан үҙе лә уянып, оҙаҡ йоҡлап китә алмаһа, тартырға сығып китер ине. Шулай бер сыҡҡанында, оҙаҡ ҡына йөрөп, таңға ғына ҡайтып керҙе. Аҙ ғына ятып торам, тип ятҡан ине, нисектер, бер ҙә булмағанса, тып-тыныс, хәтһеҙ генә йоҡланы. Уянғанда ла  күңеле күтәренке ине. Ул һеҙҙең өйҙә булған икән. Зәлифәмде күргәндәй булдым, ти. Шул көндән һуң буш ваҡытында барып урай торғайны. Асҡыстың да ҡайҙа ятҡанын белгән икән. Зәлифәнең игеҙәк ҡустылары күрһәткән ине, ти. Йәй булһа елләтер, ҡышын ут яғып йылытыр ине. “Тик бикле торһа, сереп ҡуйыр. Зәлифәләр ҡайтып төшһә лә, йорттары ҡараулы торһа, күңелле булыр уларға”, – тип, ихлас йөрөр ине. Эй, ағайымды… – Аида һулҡылдап ҡуйҙы.

– Аида һылыу! Бөгөн бында ғына ҡалам. Иртәгә иртүк һеҙгә барырмын. Үпкәләмә, йәме? – Зәлифә уңайһыҙланды.

– Ҡал, әлбиттә, нишләп мин үпкәләйем, ти? Үҙең генә үпкәләмә, рәтләп хөрмәт итеп тә ҡалалмайым бит!

– Юҡ-юҡ! Һеҙгә бик ҙур рәхмәт! Мине аңлауығыҙ өсөн,  барыһы өсөн дә…

Зәлифә яңғыҙы ҡалды. Был йортта әле яңы ғына бар ергә лә Айбулатының ҡулы ҡағылған! Зәлифәгә нисектер шундай рәхәт булып китте. Ул баҡсаға сығып, муйыл ағасы төбөндәге эскәмйәгә ултырҙы. Тирә-яҡта ҡоштар сутылдаша, сиңерткәләр  сырылдай.

Күк йөҙөндә йондоҙҙар ҡабынды. Зәлифә, ғәҙәте буйынса, Етегәнде эҙләне. Үҙенең йәшлек серҙәшен… Ул бит иң ауыр ваҡыттарында, Етегән йондоҙға төбәлеп, серҙәрен, ҡайғыларын һөйләр ине. Етегән шул саҡ,  уны аңлағандай, тағы ла яҡтыраҡ емелдәргә тотона. Әле лә ул йондоҙ күңелгә шул тиклем яҡын!

Зәлифә өйгә инде. “Ятырға кәрәк, иртүк юлға!” Ул таңға тиклем, нисектер, бик тыныс йоҡланы. Әллә үҙенең тыуып-үҫкән йортонда йоҡлағанғамы, әллә башҡа берәй сәбәптәнме – белмәҫһең.

Аида күптән аяҡ өҫтөндә ине. Ҡоймаҡ ҡойған. Зәлифәгә тип әллә күпме күстәнәс әҙерләгән. Алмаҫ ине, Аиданың хәтерен ҡалдырып ҡуймайым, тип барыһын да сумкаһына тултырҙы.

– Рәхмәт, Аида! Ә минән һеҙгә бына бер аҙ аҡса. Аят уҡытҡанда, минең исемдән дә уҡытығыҙ.

– Ҡуй, кәрәкмәҫ, үҙебеҙ! – Аида аҡсаны алмаҫҡа булғайны, Зәлифә ҡырт ҡиҫте:

– Ал! Ауыл ерендә аҡса түләмәгәндәрен яҡшы беләм. Ә минең эш хаҡы үҙемә генә етерлек.

– Рәхмәт, Зәлифә апай!

Улар уны вокзалға тиклем оҙатып ҡуйҙылар. Аида күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, Зәлифәне ҡат-ҡат ҡосаҡланы:

– Зәлифә апай, беҙҙе онотмағыҙ, ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөгөҙ!

– Онота алырмынмы икән? – Зәлифә быны уйсан ғына әйтеп ҡуйҙы.

Поезд ҡуҙғалды. Перронда моңһоу ғына оҙатып ҡалған Аида күҙҙән юғалғас, Зәлифәнең күңеле тулышты. Вокзалда, Аида янында, үҙен нисек тә тыйырға тырышҡайны… Күҙ йәштәрен башҡа пассажирҙарға күрһәтмәҫ өсөн оҙаҡ ҡына тамбурҙа баҫып торҙо. Бер туған һеңлеһеләй яҡын күргән Айбулаттың һеңлеһе  менән хушлашыуы бик ауыр ине уға.

Яҙмыштың аяуһыҙ һынауҙары бушҡа үтмәгән – үҙгәргән Аида… Ҡасандыр юҡҡа ғына ла үпкәләп, сеңләп илап ебәрергә әҙер торған иркә, наҙлы Аида ана ниндәй аҡыллы, сабыр ханымға әйләнгән. Әле яңы утыҙын тултырған ҡатындың яртылаш ағарған сәстәре уның кисерештәренең ни тиклем көслө, тетрәндергес булғанлығы хаҡында һөйләй. Сабый ғына сағынан әсәһенән ҡалып, ҡанаттары нығынып та өлгөрмәҫтән, атаһының ҡаты ауырыуҙан һуң вафатбулыуы, аҙаҡ  өҙөлөп яратҡан ағаһы Айбулат өсөн борсолоу-ҡайғырыуҙары! Ниһайәт, ағаһының иҫән-имен ҡайтыуына ҡыуанып, тынысланып йәшәй башлағанда – шундай ҙа оло ҡайғы… Исмаһам, иң оло ағаһы яҡында йәшәһә, еңелерәк булыр ине лә. Хәрби хеҙмәттән һуң Алыҫ Көнсығышта эшкә ҡалған ағаһы, өйләнеп, шунда төпләнде. Тыуған яҡтарына хәҙер һирәк ҡайта. Ҡустыһын ерләргә лә: “Барыбер өлгөрмәҫбеҙ”, – тип аҡса ғына һалған.

Ярай,  иренән уңды Аида. Тырыш, бөтә эш тә ҡулынан килгән Роберт ғаиләһе өсөн өҙөлөп тора. Береһенән-береһе аҡыллы, матур ике ул тәрбиәләйҙәр.

Бер аҙ тынысланғас, Зәлифә вагонға керҙе. Тағы оҙаҡ ҡына юлда барырға. Их, тиҙерәк ҡайтып етеп, Айбулаттың яҙмаларын тыңларға ине…

Әйберҙәрен урынлаштырып бөттө лә, Зәлифә өҫтәл артына ултырҙы. Тирә-яҡты ҡарап барһа, ваҡыт та тиҙерәк уҙыр. Поездың тиҙлеге артҡан һайын, урмандағы ағастар ҙа шәберәк әйләнә. Уларҙы күҙәтеп бара торғас, Зәлифә яңынан бынан бик йыраҡта ҡалған йылдарына әйләнеп ҡайтты…

Хәтирәләр, аһ, хәтирәләр…

12

Дауамы бар

Автор:
Читайте нас