

12
Ул йәй бик тиҙ уҙып китте. Зәлифә менән Айбулат, Магниткаға барып, уҡырға инеп ҡайттылар. Инде сентябргә тиклем ике айға яҡын ваҡыт бар. Кисте еткерә алмай бер була Зәлифә. Шул тиклем һағына Айбулатты! Һәр кис улар һуңға тиклем бергә йөрөйҙәр. Һөйләшеп-серләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Һандуғастар тауына ла барып әйләнәләр.
Һәләк ярата икән дә Айбулат һандуғастарҙы! Һушы китеп, донъяһын онотоп тыңлай. “Ҡайҙан шул хәтле моң икән ошо бәләкәй генә ҡошсоҡта?” – тип аптырай.
Һандуғастар һайрауынан туҡтанымы, үҙе шуларға оҡшатып һайрарға тотона. Зәлифә шул тиклем ярата уның шул ҡыланыштарын!
Ә Айбулат, хискә бирелеп:
– Их, Зәлифәкәй, бына уҡып ҡына сығайыҡ әле, беҙ һинең менән өйләнешеп, ғүмер буйына бергә буласаҡбыҙ! – тип хыяллана.
Быйыл бесәнде лә Зәлифәләр шундай тиҙ, анһат ҡына эшләне.
Әлеге лә баяғы Айбулат инде! Үҙҙәренең сабынлығынан бушаған арала ғына килә лә, әллә күпме ярҙам итеп ташлай.
Быйыл ике ҡустыһы ла сапҡас, былай ҙа эш еңеләйгәйне. Кәбән ҡойорға кәрәк булдымы, Айбулат әллә ҡайһы арала килеп тә етә:
– Йә, Зәлифә, менеп баҫ кәбән осларға! Һә, тигәнсе ҡойоп ҡуябыҙ беҙ уны!
Көслө шул Айбулат! Ана, нисегерәк сәнсеп ала күбәләге бесәнде! Ҡулдары уйнап ҡына тора. Зәлифә лә бирешмәй, уның ырғытҡан бесәнен тырмаһы менән эләктереп тә ала. Ҡустыһы Юнир ҙә кәбән ҡойорға оҫтарып алды. Икәүләшеп “һә” тигәнсе ослап та ҡуялар. Ҡустылары Айбулатҡа бик тиҙ өйрәнде. “Еҙнә” лә “еҙнә” тип ирештерәләр үҙен. Зәлифәне оялтып бөтәләр.
Бына сентябрь яҡынлашты. Китергә лә ваҡыт етеп килә. Бер кис Айбулат Зәлифәләргә күңелһеҙ генә килеп инде.
– Их, Зәлифә, нишләргә лә белмәйем шул. Атайҙың ауырығанын беләһең. Хәҙер инде бөтөнләй насарайҙы. Табиптар, оҙаҡҡа бармаҫ, тиҙәр, – егет үҙенең ҡайғыһын һөйләп бирҙе.
– Айбулат, һин үҙең ҡалайтырға уйлайһың һуң? – тине Зәлифә, бошоноп.
– Уҡырға бармаҫҡа кәрәктер, тим. Нисек уны ташлап китәйем? Аидаға ла ауыр булыр.
Уҡырға Зәлифә үҙе генә китте. Айбулаттың атаһы ныҡ ыҙаланып, тағы ике айға яҡын йәшәне. Яман шеш осланы яҙмышын.
Уҡырға китә алмағас, Айбулат урман хужалығына эшкә урынлашты. Бер-береһенә яҙған хаттар уларҙың араһын тағы ла нығыраҡ яҡынайтты. Һағыныуына түҙә алмаһа, Айбулат ялында Зәлифә янына килеп тә етә.
Октябрь байрамына Зәлифә ашҡынып ҡайтты. Айбулат Зәлифәне моңһоу ғына ҡаршыланы:
– Зәлифәкәй, һине алдан борсомайым тип, хатҡа яҙмай торған инем. Ҡайтырыңды белдем бит. Ике көндән миңә – армия хеҙмәтенә…
– Уй, Айбулат, һине оҙаҡ күрмәй торһам, мин ҡалайтып түҙермен һуң? – Зәлифә, иламһырап, Айбулатына һыйынды.
– Көтөрһөңмө мине, Зәлифә?
– Көтөрмөн! Мин һине ғүмерем буйына көтөргә лә риза!
– Ҡуй, улай тип әйтмә! – Айбулат Зәлифәнең ирендәрен бармаҡтары менән баҫты. – “Ике генә йыл!” тип әйт. Унан да күбенә минең түҙемлегем етмәҫ. Һинһеҙ мин бөтөнләй йәшәй алмайым хәҙер. Ял көндәрен көскә еткерәм.
– Мин дә һине оҙаҡ күрмәй торһам, ныҡ һағынам. Ике йыл күрешмәйәсәкбеҙ бит! – Зәлифәнең күҙҙәренән туҡтамай йәштәре тәгәрәй.
– Көтәм тип, вәғәҙәңде биреп ҡалһаң, миңә лә хеҙмәт итеүе еңелерәк булыр. Көтөрһөңмө мине, Зәлифә һылыуым?
– Көтөрмөн, тип әйттем бит? Ике йыл ғына! – Зәлифә, шелтәләгән төҫлө әйтеп ҡуйғас, икәүһе лә ҡыҙыҡ табып, көлөп ебәрҙеләр. Айырылыша алмай, бик оҙаҡ йөрөнөләр. Зәлифә, тыйыла алмай, һулҡылдап илай ҙа ебәрә. Айбулаттың үҙенең дә илағыһы килә лә бит, нисек егет башы менән илаһын, түҙә инде…
… Кис еткәс, Айбулаттарҙың өйөнә йәштәр йыйылды. Юлына күстәнәстәр килтергәндәр. Бик матур итеп оҙатыу кисәһе ойошторҙолар. Зәлифәнең әхирәттәре илашып та алды. Зәлифә нисек тә түҙергә тырышты. Айбулатына күҙҙәре талғансы ҡарап ҡалғыһы килде уның.
– Эй, Хоҙайым, ул ике йылды нисек кенә уҙғарырмын икән? – тип уфтанды.
– Ҡайғырма, Зәлифә, яҡшы хеҙмәт итһә, отпускыға ла ҡайтарырҙар, – тине яңы ғына хеҙмәттән ҡайтҡан һалдат.
– Ике йыл ни “һә” тигәнсе үтә лә китә ул! – тине бүтән бер егет.
– Ауыҙыңа бал да май! – тиеште ҡыҙҙар.
Иртәгәһенә Айбулат, тағы күрше ауылдан ике егет төнгө икелә юлға сығасаҡ. Апаһы ла киләсәк оҙатырға.
Айбулатты әрмегә оҙатҡас, донъя һүнгәндәй тойолдо Зәлифәгә. Ҡулына эш бармай. Илағыһы килеп тик тора. Әсәһе һуҡрана:
– Ҡайтмаҫҡа тип китмәгәндер бит? Әрменән ни, алынған береһе ҡайтып торасы?
Байрамға ғына ҡайтҡан Зәлифә кире китте Магниткаға.
***
Хеҙмәткә китеүенә бер аҙна ла үтмәне, Айбулаттың беренсе хаты килде. Шул хәтлем өҙөлөп-һағынып яҙған. “Комиссияны үттем. Ҡайҙа ебәрерҙәрен әлегә белмәйбеҙ. Ни өсөндөр бик ентекләп әҙерләйҙәр. Әгәр ҙә хатым оҙағыраҡ килмәй торһа, борсолма, карантин тигәндәрендә булырмын. Шунан яҙырмын”, – тигән.
Хатты алғас, Зәлифә ҡыуанысынан осоп ҡына йөрөнө. Ҡабат-ҡабат уҡып, ул хатты ятлап та бөттө инде.
Ике ай ваҡыт уҙғас, ниһайәт, Айбулаттан бер ҡосаҡ хат килде. Ғашиҡ егеттең бөтә хаты ла тик һөйөү менән генә һуғарылғайны.
Бына Айбулаттың карантиндан һуң беренсе хаты. Ни өсөндөр адресы юҡ. “Ялан почтаһы” тип кенә яҙылған. Хаты ла ҡыҫҡа ғына: “Йылы яҡтарға эләктем. Климат беҙҙәгенән бөтөнләй башҡа. Зәлифә, һин мине көт, мин ҡайтырмын, тик һин генә мине көт!” – тип ҡабатлаған.
Борсолорға әллә ни сәбәп юҡ та кеүек. Әммә, ни сәбәптәндер, Айбулаты өсөн Зәлифәнең йөрәге шул тиклем өҙөлә. Әйтеп аңлатҡыһыҙ ауыр ине уға…
Башҡа хаты килмәне Айбулаттың. Зәлифә ни эшләргә лә белмәне. Шул тиклем һағына ине ул Айбулатты. Күңеле лә, ниҙер һиҙенгәндәй, болоҡһой ҙа тора. Аҙна һайын ауылына ҡайтырға тырыша. Бәлки, Аидаға берәй хәбәре барҙыр? Юҡ шул!
Аида үҙе лә көн дә хат көтә. Айбулат ағаһын ул бик ныҡ һағына. Һағыныуына түҙә алмай башлаһа, сеңләп кенә илап та ала. Зәлифәне лә ул ихлас ярата. Оҙағыраҡ күрмәй торһа, юҡһына башлай.
Бер аҙ ваҡыт уҙғас, йәштәр араһында имеш-мимеш хәбәрҙәр ишетелә башланы. Ҡайҙалыр һуғыш бара икән, бик күп һалдаттарҙы шунда ебәргәндәр. Имеш, Айбулат та шул һуғыш барған ергә эләккән. Унан, ай-һай, тере ҡайта алырмы икән, тип борсола икән хеҙмәт итеп ҡайтҡан һалдаттар. Зәлифә ышанмай, дөрөҫөрәге, быға ышанғыһы килмәй.
Әгәр ул хәбәр дөрөҫ булһа, күптән радионан да, телевидениенан да һөйләрҙәр ине, тип уйлай.
Үҙенең икеләнеүен егеттәргә лә еткерҙе. “Эх!” – тип кенә ҡуйҙы егеттәр. Йылға яҡын ваҡыт шулай уҙып китте. Зәлифә ул саҡтарҙы нисек кенә үткәрә алды икән? Эй,Хоҙайым, күрәһеләре әле алда булған икән шул…
Бер ялында ауылға ҡайтҡан ине, Аида йүгереп килеп етте. Үҙе илауҙан шешенеп бөткән. Ауыл Советынан килеп, уға: “Ағайыңдың кәүҙәһен ҡайтарасаҡтар, цинк гробта,” – тип әйтеп киткәндәр. Аида бер ни ҙә аңламағас, аңлатып биргәндәр. Ошо көндәрҙә килеп етәсәк, тигәндәр…
… Зәлифә күҙен асҡанда, янындағы ултырғыста әсәһе ултыра ине. Күҙҙәре йомоҡ, үҙе нисектер ябығып, ҡарайып киткән кеүек. Зәлифә, үҙе менән ни булғанын аңлай алмай, оҙаҡ ҡына ятты. Ни сәбәптәндер йөрәге өҙөлөп һыҙлай ине…
Иҫенә килгәс, Зәлифә:
– Аһ, Айбулат йәнем! – тип, асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе. Үҙен тыйырлыҡ хәлдә түгел ине ул. Әсәһе, тиҙ генә һикереп тороп, Зәлифәгә эйелде. Биттәренән, ҡулдарынан һыйпап, йыуатырға тырышты:
– Зәлифә, балам, түҙергә тырыш! Бәлә кеше башынан йөрөй инде. Һинең өсөн былай ҙа бына нисә көн йәнем өҙөлә. Һин бит дүртенсе көн иҫһеҙ ятаһың?
– Нисә көн?
– Аида килеп киткәне бирле, нисек һушһыҙ ауҙың, бына бөгөн беренсе тапҡыр күҙеңде астың. Ярай ҙа, фельдшер ҡыҙ тик яныңда булырға тырышты. Хәленән килгәндең барыһын да эшләне.
– Ә… Айбулат? – Зәлифә шундай өмөт менән әсәһенә төбәлде.
– Ҡыҙым, түҙергә тырыш инде, зинһар? Уны ике көн элек ерләнеләр. Бөтә ауыл ерләште. Барыһы ла хәленән килгәнсә ярҙамлашты. Военкоматтан да килделәр. Аида, бахырҡай, шул хәтлем илай. Ярай ҙа, күрше ауылдағы апалары килеп, ҡайғыһын уртаҡлашып, янында булдылар. Апаһы үҙе лә бик ныҡ ауырый икән. Айбулат өсөн ҡайғырып, тағы ла нығыраҡ биреште. Ул да оҙаҡҡа бармаҫ микән? Эй, аллам! Бисара Аида һинең өсөн дә өҙгөләнә. Зәлифә апай, исмаһам, терелһен ине, тип илай. Ниҙәр генә ҡылһаң да, үҙгәртеп булмай шул яҙмышты!
… Зәлифә өсөн көн дә, төн дә буталды: йоҡларға ятһа, йоҡо алмаҫ булды. Ярай ҙа, каникулдары башланды. Өй эштәре менән нисек тә ваҡыт уҙғарҙы.
Көн дә зыяратҡа, Айбулаттың ҡәберенә йөрөр булды. Әсәһе әйтеп тә ҡарай, Зәлифә тыңламаны. Унда барып ҡайтмаһа, уға тағы ауырыраҡ.
Ошо хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт уҙғас, Аида йүгереп килгән:
– Зәлифә апай! Военкоматтан Айбулат ағайҙың әйберҙәрен килеп алырға ҡушҡандар. Хеҙмәт иткән еренән документ-фәләндәрен ебәргәндәр. Шуны барып алырға кәрәк. Биләриттә мин бер үҙем йөрөй белмәйем шул, – тине иламһырап.
– Тыныслан, Аида һылыуым, икәүләшеп барырбыҙ. Иртәгә үк. – Зәлифә, йыуатып, Аиданы ҡосаҡланы. Иртәгәһенә Белоретҡа киттеләр.
Военкоматта уларҙан ни өсөндөр ғәйепле төҫ менән ғәфү үтенделәр. Бер бәләкәй генә төргәк тотторҙолар. Был – асылмаған бандероль ине.
Өйгә ҡайтып еткәс, Аида ипләп кенә төргәкте асты. Унан блокнот, документ-фәлән, ниндәйҙер фотолар сығарҙы. Бер аҙҙан ул ҡысҡырып ебәрҙе:
– Мин бер ни ҙә аңламайым, Зәлифә апай! Былар Айбулат ағайҙың әйберҙәре түгелсе…
– Туҡта, Аида, яҡшылап ҡарайыҡ әле?
Ысынлап та, документтар ҙа, фотолар ҙа бөтөнләй икенсе кешенеке ине. Зәлифәнең башынан йәшен тиҙлегендә: “Әллә… зыяратта Айбулат түгелме?!” – тигән уй үтте.
Үҙенең уйына үҙе аптырап, һораулы ҡарашын Аидаға төбәне:
– Аида, был нимә аңлата?
– Был әйберҙәрҙе киренән военкоматҡа илтер кәрәк. Бүтән кешенеке бит! – тине Аида, ниһайәт.
Үҙҙәренең икеләнеүҙәре менән иртәгәһен ауыл Советына килделәр. Ундағы апай-ағайҙар ҙа уларҙы өмөтләндереп ҡайтарҙылар.
Зәлифәнең башында тик бер генә уй: “Тереме әллә уның Айбулаты? Улайһа, зыяратта кемде ерләнеләр икән? Уй, уйлауы ла ҡурҡыныс хатта!”
Зәлифәнең күпме ваҡыттан һуң беренсе тапҡыр күңеле күтәрелеп, өйөнә лә ҡыуаныслы уйҙар менән ҡайтып инде, күңелендәге ҡара болоттар таралғандай булды.
Башҡаса Айбулаттан бер хәбәр ҙә булманы. Ниҙәр генә кисермәне Зәлифә ошо йылдарҙа. Айбулаттың йәштәштәре хеҙмәт итеп ҡайтып бөттө. Зәлифә менән Аида, военкоматҡа барып, һорашып та ҡаранылар. Тик уларҙан һәр ваҡыт бер үк яуап: “Беҙ һеҙгә бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә һеҙҙең сама ғына беләбеҙ”. Һуңғы барғандарында: “Тере булһа, шунса ваҡыт эсендә бер хәбәре булыр ине, юҡ менән булышып йөрөмәгеҙ!” – тип сығарҙылар.
Хеҙмәт итеп ҡайтҡан егеттәрҙән дә бер ни белешеп булмай. “Ҡуйығыҙ, һорашмағыҙ, ул турала беҙгә һөйләргә ярамай!” – ти ҙә ҡуялар. Ҡайһы саҡта барыбер үҙ- ара һөйләшкән хәбәрҙәре ишетелеп ҡала: “Бигерәк ҡот осҡос һуғыш бара ул илдә, беҙҙең һалдаттар бик күпләп ҡырыла унда!”
Тик ул турала бер ҡайҙа ла яҙмайҙар ҙа, телевидениенан да һөйләмәйҙәр.
***
Зәлифә, уҡыуын тамамлағас, Белорет районында геологияла эшләне. Ялдарында ауылына ҡайтҡылап торҙо.
“Ҡайғы бер ҡасан да яңғыҙ йөрөмәй”, – ти торған ине өләсәһе. Ысынында ла шулай икән…
Көтмәгәндә Зәлифәләрҙең өйөнә оло ҡайғылар ябырылды. Юл һәләкәтенә осрап, бер юлы ике ҡустыһы – Юнир һәм Булат һәләк булды. Әсәләре, ҡайғыны күтәрә алмай, ныҡлап ауырып түшәккә ятты, күп тә үтмәй, яратҡан улдары артынан үҙе лә гүргә инде. Игеҙәк ҡустылары, Илфат менән Илшат был ваҡытта Мәскәүҙә уҡыйҙар ине. Ағайҙарын, әсәләрен һуңғы юлға оҙатырға ҡайтып өлгөрҙөләр.
Университетты тамамлағас, уларҙы сит илгә эшкә ебәрҙеләр. Унда бик уңышлы эшләп йөрөйҙәр, икеһе лә өйләнеп, бала-саға үҫтерәләр.
Зәлифәнең атлығып, һағынып ҡайтыр кешеһе лә ҡалманы ауылда. Сит райондан килеп урынлашҡас, уларҙың был ауылда башҡаса туғандары ла юҡ ине. Әхирәте Ғәлиә мәктәпте тамамлағас та кейәүгә сығып, Үзбәкстанға күсеп китте. Аида ла кейәүгә сыҡты. Зәлифә ауылға ҡайтҡанында уларға барғылай. Бәлки, ниндәй ҙә булһа хәбәре барҙыр тип ашығып барып инә. Уның өмөт тулы ҡарашына Аида һәр ваҡыттағыса баш сайҡай. Ауылға ҡайтып, Аиданың ҡайғыһын ҡабат-ҡабат яңыртып йөрөгәне өсөн Зәлифәгә уңайһыҙ ине ҡайһы саҡта.
… Ул ваҡиғаларҙан һуң ун йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы.
Бына бер саҡ Зәлифәне Татарстанға эшкә саҡырҙылар. Бер курсташы Ҡазанда ҙур ғына урында эшләй икән. Эш буйынса осрашҡанда үҙе янына эшкә саҡырғайны, Зәлифә шунда уҡ ризалашты. Ауылда көтөп торған кешеһе лә булмағас, уға барыбер ине. Айбулаттың ҡайтырына ла өмөтөн өҙҙө. Ниндәйҙер мөғжизәләргә ышаныр йәштән уҙған инде Зәлифә.
Килеп урынлашыу менән, уға бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Эшен бик яратты. Фатиры ла яңғыҙ башына таман ғына. Шулай онотолоп эшләп йөрөгәнендә уның артынан, бер тотам ҡалмай, Самат исемле егет йөрөй башланы.
Зәлифәгә Белоретта ла күҙе төшкәндәр бар ине. Тик ул барыһын да гел кире борҙо. Ниңәлер уға һәр саҡ Айбулат ҡайтыр төҫлө ине. Ә был егет, Зәлифә нисек кенә ҡаршылашмаһын, артынан ҡалмай. Ай-вайына ҡарамай, бер ялында үҙҙәре яғына бергә ҡайтырға күндерҙе. Туған-тумасаһы ихлас ҡаршылап, матур итеп оҙатып ҡалды. Самат, ауылдан ҡайтҡас, өйләнешергә тәҡдим яһаны.
“Әллә яҙмышым ошомо икән?” Зәлифә, ниһайәт, ризалығын бирҙе. Туйһыҙ-ниһеҙ генә яҙылыштылар ҙа йәшәп киттеләр. Яратмай ине ул ирен, нисек тә өйрәнеп китермен, тип өмөтләнде.
Кейәүгә сыҡҡас, барыһын да аңлатып, Аидаға хат яҙып һалды. Тик, ниңәлер, күпме көтһә лә, Аиданан яуап килмәне. Әллә бик ныҡ хәтере ҡалды инде яратҡан Зәлифә апаһына?
Белореттан күсенгән саҡта Ғәлиәнең дә адресын юғалтҡан ине. Бына шулай, барыһы менән бер юлы араһы өҙөлдө лә ҡуйҙы.
Зәлифә нисек тә яҙмышына күнергә тырыша. Ире Самат бик яғымлы, иғтибарлы кеше. Зәлифәне өрмәгән ергә ултыртмай.
Ауырға ҡалғас, Зәлифә үҙен ҡулға алды. Тормошоноң бынан һуң яҡшы яҡҡа үҙгәреренә өмөтләнеп, ире менән дә ихлас мөғәмәләлә булырға тырышты. Тик, ни сәбәптәндер, балалары үле тыуҙы. Айбулат алдында үҙен былай ҙа ғәйепле тойған Зәлифә тағы төшөнкөлөккә бирелде. Ире нисек тә уның күңелен күтәрергә тырыша. Икәүләшеп ял йорттарына барып, ял итеп ҡайталар. Яңынан ауырға ҡалғас, тик дауаханала ғына ятты. Ниңәлер, ошо бала тыуһа, тормошона йәм өҫтәлеп, барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрер төҫлө уға. Йәне-тәне менән тик шуны ғына теләй. Икенсе балалары ла үле тыуҙы. Дауалаусы табип, аптырап: “Барыһы ла яҡшы ине бит, нишләп улай булды һуң әле?” – тип үҙен ғәйепле һананы. Ошо хәлдәрҙән һуң Зәлифә төшөнкөлөккә бирелде. Эшенән ҡайта ла ары һуғыла, бире һуғыла… Ире лә ундай тормоштан арыны, шикелле. Һуңғы арала өйгә бик атлыҡмай, ҡалып эшләй. Ҡайһы саҡта эсеп ҡайтып, үпкәләргә тотона.
Зәлифә менән тормошон бәйләгәненә үҙе лә үкенә ине, күрәһең…
13
Дауамы бар