Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Декабрь 2023, 06:35

Кеше ҡәҙере Зөфәр БОХАРОВ

Байып киткәс үҙебеҙҙән этәрәбеҙ, Туғандарҙы, яҡын дуҫтарҙы.

Кеше ҡәҙере Зөфәр БОХАРОВКеше ҡәҙере Зөфәр БОХАРОВ
Кеше ҡәҙере Зөфәр БОХАРОВ

Был донъяла кеше иҫән саҡта,
Һис кенә юҡ шул ҡәҙере.
Баҡыйлыҡҡа күскәс,яҡшылығын уйлап,
Иҫкә ала шундуҡ һәр бер(е)һе...

Бер ауыр һүҙ етә ҡала ҡайсаҡ,
Йәшәүҙәрҙең йәмен боҙорға.
Көнләшеүҙән хатта бер туғаның,
Сәйнәмәйсә әҙер йоторға...

Дуҫлыҡтың да һәм туғанлыҡтың,
Түләүле шул хәҙер ептәре.
Ябайлыҡтың, буш кеҫәнең,тоғролоҡтоң,
Юҡ шул инде,юҡ шул кәрәге...

Байып киткәс үҙебеҙҙән этәрәбеҙ,
Туғандарҙы, яҡын дуҫтарҙы.
Әллә кемдәр булып онотабыҙ,
Бер нәмәһеҙ ергә тыуғанды...

Алып китеп булмай, күпме йыйһаҡ та,
Был донъянан алтын малдарҙы.
Аңламайбыҙ һис кенә лә ул байлыҡтың,
Беҙҙән һуң да ерҙә ҡалғанды...
Ҡәҙерләргә, онотмаҫҡа кәрәк,
Туғандарҙы һәм дә дуҫтарҙы...

Автор:
Читайте нас