Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Декабрь 2023, 15:40

ЙӘШ ИЖАДСЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ...

Тик егеттең ғүмере иртә өҙөлдө. 17 йәшендә генә арабыҙҙан китте.  Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында уның "Баймағымда алһыу таң атты" китабының исем туйы үтте. 

ЙӘШ ИЖАДСЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ...ЙӘШ ИЖАДСЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ...
ЙӘШ ИЖАДСЫ ИҪТӘЛЕГЕНӘ...

2019 йылға тиклем "Атайсал" гәзитенә Баймаҡ ҡалаһынан Йәмил Сәйҙәлиев исемле уҡыусы егет йыш ҡына мәҡәләләр ебәрә торғайны... Ул беҙҙең конкурстарҙа ла ҡатнашты. Шиғырҙар ҙа, нәҫерҙәр ҙә яҙа ине. Йәмил "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе лә булды. Тик егеттең ғүмере иртә өҙөлдө. 17 йәшендә генә арабыҙҙан китте.  Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында уның "Баймағымда алһыу таң атты" китабының исем туйы үтте. Йәш ижадсының оло хөрмәт менән иҫкә алдылар. Унда беҙҙең баш мөхәррир Хәйҙәр Тапаҡов та ҡатнашты.

--Бөгөн, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында, район китапханалар селтәре, мәғариф бүлеге ойошторған Йәмил Сәйҙәлиевтың ҡәҙер һәм хәтер кисәһе, һәм бер юлы китабының исем туйы үтте. Был сараның башҡорт теле көнөндә ойошторолоуы - тәрән символик әһәмиәткә эйә. Ҙур залдың яртыһынан күбен уҡыусылар биләүе лә күңелемә майҙай яғылды; ошо була инде ул илһөйәрлек, телһөйәрлек, халҡыңды, тыуған төйәгеңде яратыу һәм ҡәҙерләү. Һүҙемде баймаҡтарға оло рәхмәт әйтеүҙән башламаҡсымын. Беҙҙә шәхестәрен күтәрә, ҡәҙерләй, һаҡлай һәм яҡлай белгән оло йөрәкле, ихлас, ҡунаҡсыл Баймак милләте бар. Был һүҙҙе әйтеп мин яңылышманым, сөнки Рәйес Түләк әйтмешләй, был милләт Баймак йәмһүриәтендә, Баймаҡ ҡағанатында йәшәй! Йәмил бик йәшләй генә, хатта малай ғына килеш беҙҙең аранан фажиғәле китте. Сәхнәләге сығышымда уны бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич менән сағыштырыуым нигеҙһеҙ түгел, сөнки улар икеһе лә ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә үҙҙәренән аҙаҡ йылылыҡ, яҡтылыҡ, нур ҡалдырып киткән шәхестәр. Уның ижады "Аманат" республика журналы һәм беҙҙең "Атайсал" гәзите менән айырылғыһыҙ бәйле. Мәлендә журналдың йәш хәбәрсеһе иҫәпләнһә, беҙҙең лауреат булып Почет грамотаһы һәм Сибай альбомы менән дә бүләкләнде. Ул миңә арнап шиғыр ҙа яҙғайны, тимәк яҡыны, үҙ кешеһе итеп күргән. Китабы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим фонды ярҙамында донъя күргән. Йортонда булғанда ағай бер өҫтәл итеп яҙмалар уҡып ултыра һәм шөғөлөн ябай ғына итеп аңлатҡайны:"Бына балаларҙың яҙмаларын уҡыйым, шағир эҙләйем!" Бөйөк аҡыл эйәһе Мостай Кәримдең мәңге һүнмәҫ рухы һаман да булһа шағир эҙләй икән! Был изге миссияны шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Мостаевна хаҡлы рәүештә дауам итә. Әйткәндәй, Мостай ағайҙың "Беҙҙең өйҙөң йәме" китабында төп герой Йәмил бит әле? Был осраҡлы тап килеүме, миңә ҡалһа, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер, тип ултырҙым. Йәмилдең шиғырҙарын тыңлап шундай фекергә килдем, әле улар камил түгелдәр, шымартылмағандар, йышылмағандар, һуң алтынды табып алғас та ул тупраҡлы, ташлы була ла баһа, шулай түгелме ни?! Кисәлә мәктәп уҡыусылары башҡарыуында шағирҙың шиғырҙарын, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тыңлап хушһынғандан аҙаҡ Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге йәш ижадсылар ярышының положениеһы эшләнеүе, һәм йыл башында ярыш башланыуы, апрель айында, йәш шағирҙың тыуған көнөндә йомғаҡ яһалыуы хаҡында хәбәр иттеләр! Баймаҡтар әйтһә эшләй ҙә ҡуя, уларҙың әйткәндәре башҡарыр эштән һис ҡасан яҙлыҡмай! Хәҙер көн тигәнең ифрат ҡыҫҡа, яңы ғына Баймаҡта алһыу таң атҡайны, эңер төшөргә лә өлгөрҙө. Әйҙәгеҙ, эңер, бөләңгертлек хаҡында һүҙ алып бармайыҡ, шағир Йәмил Сәйҙәлиев һымаҡ матурлыҡты күреп, уға ҡарап һоҡланып, яҡтыға нурға ынтылып, ер йөҙөндә изгелек барына ышанып йәшәйек. Йәмилдең ҡыҫҡа ғүмере бер шырпының сыйылыуы һәм яныуына оҡшаш. Шырпынан осҡон сыйыла, яҡтылыҡ, йылылыҡ ҡала түгелме?!--тип яҙҙы "Атайсал" гәзите мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы.

"Атайсал" гәзитенән

Автор:
Читайте нас