Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Декабрь 2023, 03:40

Һин китәһең, мин ҡалам Повесть (аҙағы) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

– Әхирәт! Һин… ишетмәгәнһеңдер ҙә? Айбулат ҡайтҡан даһа! – Ай-бу-булат ҡ-ҡайтҡан?!  – Көтөлмәгән яңылыҡтан иҫәнгерәп ҡалған Зәлифә тотлоға-тотлоға көскә һорай алды.

Һин китәһең, мин ҡалам Повесть (аҙағы) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНАҺин китәһең, мин ҡалам Повесть (аҙағы) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА
Һин китәһең, мин ҡалам Повесть (аҙағы) Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА

13

… Поезд ниндәйҙер станцияға етеп туҡтаны. Тирә-яҡты солғап алған томан таралып, ҡояш әллә күпме күтәрелгән. Архангелгә еткәндәр икән. Вагонға бер нисә кеше инде. Зәлифә янында урын алған мыҡты кәүҙәле ир, ихлас йылмайып, уны төрлөсә һүҙгә әүрәтергә тырыша. Ғаиләһе, дүрт балаһы бар икән үҙенең. Эш эҙләп Өфө яҡтарына китеп барышы. Ауылда эш юҡ, тип уфтана. Ҡатынын, балаларын ҡалдырып сығып китеүе зерә ҡыйын икәнлегенә зарланып алды.

Зәлифәнең әллә ни һөйләшкеһе килмәгәнен аңлағас, ары-бире йөрөштөрҙө лә  ятып йоҡлап китте. Зәлифә лә, бер аҙ серем итеп булмаҫмы тип,  урынына ятты.

… Ул уянғанда поезд Өфөлә ине. Тиҙ генә сумкаһына әйберҙәрен тултырҙы ла сығыу юлына ашыҡты.

Кассаға барып, Ҡазанға тиклем билет алды. Оҙаҡламай уның рейсын иғлан иттеләр. Бына поезд ҡуҙғалды. Алда тағы ла оҙон-оҙаҡ юл. Отпускыһы бөтөп, эшенә сығырға ике генә көн ҡалып бара. Яратҡан эше лә булмаһа, нисек кенә йәшәр ине икән ул?

Бер аҙҙан Өфө лә артта ҡалды. Зәлифә, инде нисәнсегәлер, үҙенең хәтирәләр даръяһына сумды.

14

… Бер кис эштән һуң күңелһеҙ генә ҡайтып ингәйне, ҡапыл телефон шылтыраны:

      – Алло! Зәлифә әхирәт, был һинме?

“Ғәлиә!!!”

Зәлифә шатлығынан сәсәрҙәй булып, ҡысҡырып ебәрҙе:

– Эйе, эйе, Ғәлиә, мин был!

– Вәт, суҡынсыҡ, әллә ҡайҙарға олағып киткәнһең – көскә эҙләп таптым! Әле, ярай, эш урыныңдан эҙләштеләр.

– Ой, Ғәлиә-ә! Ҡайһылай һәйбәт иттең, шылтыратып! Адресыңды юғалтҡан инем бит!

– Зәлифәкәй, мин бит ауылда отпускыла булдым. Ҡайтырға ваҡыт. Әле мин Өфөлә ҡунаҡта. Иртәгә өйҙә булаһыңмы, килеп сыҡһам?

– Эйе, өйҙә булам.  Шәмбе бит иртәгә! Ҡайһылай шәп була, килеп сыҡһаң!

– Улайһа, хәҙер үк билет алам да, юлға сығам. Вокзалда ҡаршы алырһың, йәме?

– Ҡаршылайым, әлбиттә. Их, Ғәлиә, нисек ҡыуандырҙың һин мине!

– Иртәгә осрашҡанға тиклем!

Телефонды һалғас, Зәлифә шатлығынан зыр әйләнеп бейеп алды.

“Ҡайһылай күңелле булып китте! Их, йәшлек әхирәте, серҙәше Ғәлиә киләсәк! Иртәгә!”

Кәйефе шул ҡәҙәре күтәрелде. Күптән өй эштәренә ҡулы бармай ине. Әле тиҙ генә иҙәндәрен йыуып сығарҙы,  магазинға барып әйләнде.

Ғәлиә килгәс ҡыуанышып күрешеүҙәре! Уларҙың күптән осрашҡандары юҡ. Ғәлиә кейәүгә сығып, Үзбәкстанға йәшәргә күскәндән һуң ара-тирә хат аша аралаша инеләр, һуңынан бәйләнештәре бөтөнләй өҙөлдө шул.

Әле һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Зәлифәнең ире үҙҙәре яғына ялға ҡайтҡайны, аулаҡта рәхәтләнеп күңел астылар.

Бына бер мәл Ғәлиә:

– Әхирәт, мин һиңә былай ғына килгән, тиһеңдер инде. Юҡ, шул! Һиңә әйтер мөһим хәбәрем булмаһа, ҡайтып та китер инем, бәлки… – тип, уратып ҡына һүҙ башланы.

– Һөйлә, тиҙерәк… – тип үтенде Зәлифә.

       –Ауылға ҡайтҡас, ундағы хәлдәргә иҫем китте! Һинең ауылда күптән булмағаныңды белгәс, аңланым инде. Тимәк, Зәлифә ошоғаса бер ни ҙә белмәй, тинем…

– Йә, инде, һуҙма! – Зәлифә түҙмәй. Йөрәге, ни сәбәптәндер, ярһып туларға тотондо.

– Әхирәт! Һин… ишетмәгәнһеңдер ҙә? Айбулат ҡайтҡан даһа!

– Ай-бу-булат ҡ-ҡайтҡан?!  – Көтөлмәгән яңылыҡтан иҫәнгерәп ҡалған Зәлифә тотлоға-тотлоға көскә һорай алды.

– Шулай, Зәлифә, ысынлап та,  ауылда Айбулат. Мин дә тәүҙә шаңҡып ҡалдым. Ә уның ҡайтыуына өс йыл. Исмаһам, берәйһе хатҡа яҙһасы! Үҙең беләһең, мин ауылда һирәк булам. Ә быйылғы отпускымда бер нәмәгә ҡарамай юлға сыҡтым. Унда саҡта, Айбулат тураһында ишетеп, уның менән осраштым. Һинең әлегә тиклем ишетмәгәнеңде белгәс, нисек тә адресыңды табып, хәбәр итергә булдым. Тәүҙә шылтыратып ҡына әйтергә йыйынғайным,  һуңынан кире уйланым. Беренсенән, телефондан ғына нимә әйтеп өлгөрәһең инде. Икенсенән, ул күргәндәрҙе Хоҙайым күрһәтмәһен!.. Уның өсөн һинең нисек өҙгөләнгәнеңде беләм бит инде, шундай ваҡытта яныңда булғым килде. – Ғәлиә  Зәлифәне яратып ҡосаҡланы.

Күпме йылдар буйына өҙөлөп көткән, инде ҡайтырына өмөтө тамам  өҙөлгәндән һуң Айбулаттың иҫән-һау ауылында йәшәп ятыуын ишетеү Зәлифәгә бик ныҡ тәьҫир итте:

– Рәхмәт, Ғәлиә… Һөйлә тиҙерәк уның тураһында, зинһар.

– Их, Зәлифә, һөйләргә лә ҡыйын шул. Ә ул үҙе ҡалайтып сыҙаны икән бығаса? Бер хәйерһеҙ мәлдә душмандар ҡулына эләгеп, әллә күпме ваҡыт тотҡонлоҡта йәшәгән. Ҡасырға ла, берәй хәбәр ебәрергә лә мөмкинселеге булмаған. Беҙҙең һалдаттар нисектер душмандарҙың эҙенә төшөп алып, Айбулат әсирлектә тотолған   урынға барып сыҡҡандар. Уны тапҡас та әле әллә күпме ваҡыт үтеп киткән. Төрлө килешеүҙәрҙән һуң ғына иреккә сығарғандар. Нимә кисергәндәрен һөйләгеһе килмәй, былай ҙа күренә шул. Әле яңы хәл керә башланы, ти һеңлеһе Аида. Һиңә хәбәр итеүҙән тыйҙы Аида: “Ҡуй, белмәһен, ғаиләһен боҙоп ҡуйырбыҙ. Ағайыма ла уны эҙләп китергә рөхсәт итмәнем!” – тине. Айбулат бер ҙә һине оноторға йыйынмай. Һөйләшкәндә шуны аңланым.

Ғәлиә ҡайтып киткәс, Зәлифә тағы төшөнкөлөккә бирелде. Ире ҡайтты. Ул да һуңғы осорҙа үҙ-үҙенә бикләнгән ине. Зәлифә Айбулат тураһында әйтергә булды.

– Яҡшы булған ҡайтҡас, – быны  һалҡын ғына әйтеп ҡуйҙы ире. – Һиңә, күрәм, ул һаман яҡын. Ә минең кәрәгем бөткәндер инде.

                                       ***

Зәлифә ире менән айырылышырға булды. Бер-береһе өсөн өҙөлөп тормағас, бергә йәшәүҙең ни йәме? Бәлки, минән китһә, Самат та яҙмышын ыңғай яҡҡа көйләр  тип, үҙе үк барып ғариза бирҙе. Уйларға бирелгән бер ай ваҡыт уҙғас, ғаилә тормоштары өҙөлдө.

Зәлифә, ауылына ҡайтып,  Айбулаты менән бик ныҡ осрашҡыһы килһә лә, үҙен ғәйепле һанап, юлға сығырға ашыҡманы. Өҙөлөп яратҡан кешеһенә биргән вәғәҙәһенә тоғролоҡ һаҡламағанына үкенеү тойғоһомо, яуаплылыҡ хисеме -   йөрәген аяуһыҙ телгеләне.

Быйылғы отпускыһында ҡайтырға тип йыйынып та бөткәйне. Бөтә йәне, тәне менән тик Айбулаты янында булһа ла, үҙен еңергә көс тапманы.

Их, теге саҡта, вәғәҙәһен боҙоп, кейәүгә сыҡмаған булһа, осоп ҡына ҡайтып етер ине лә…

“Их, Айбулат, йәнем!  Бер нәмәгә лә ҡарамай, ҡайтып, тубыҡланып кисереүеңде ялбарырға кәрәк булған да бит!.

Ә һин үҙең… мине күптән кисергән булғанһың икән?!”

15

Ҡазанға ҡайтып еткәс, күстәнәстәрен урынлаштырҙы ла Зәлифә тиҙ генә душ инеп сыҡты.

“Тиҙерәк! Тиҙерәк!”

Ул  ашығып Аида биргән аудио-кассетаны магнитофонға ҡуйҙы.

… Бер аҙҙан магнитофонда көслө алҡыштар ишетелде. Гөж килеп: “Бис”, “Браво”, “Маладис! Афарин, Айбулат!” – тип ҡысҡыралар, Айбулатты сәхнәгә саҡырып ҡул сабалар ине. Яҙмаларҙың концерттың башынан уҡ яҙылмағанлығын Зәлифә аңланы.

Бына  баянда үтә лә моңло көй ағыла башланы. Бер аҙ уйнағас, баянсы егет туҡтаны ла:

– Ә был йырҙы Айбулат ағай яңы ғына ижад итте. Рәхим итеп тыңлағыҙ! – тине.

Баянсы яңынан өҙҙөрөп уйнап ебәрҙе. Уға шул тиклем дә яҡын, үҙәктәрҙе өҙөрҙәй таныш тауыш ҡушылды:

… Өҙҙөрөп тә һайрай бер һандуғас

Шылғантүбә таллыҡтарында.

Бер тыңлайһым килеп, килдем тағы

Йәшлекте һағынған сағымда…

 

Айбулат был йырҙы шундай тулҡынланып, хисләнеп йырлай ине, йыры ла тик һағыш менән һуғарылғайны.

Зәлифә, үҙ-үҙенә ышанмай, магнитофонға төбәлде. Уға хәҙер үк, ошо минутта  Айбулат килеп инер ҙә, уны күтәреп алып, бүлмә буйлап зыр өйөрөлтөр: “Зәлифәм, аҡҡошом минең, бына килеп таптым да һине!” – тип әйтер төҫлө ине…

Зәлифә шул тиклем ярһып иланы. Яңаҡтары буйлап туҡтауһыҙ аҡҡан ҡайнар күҙ йәштәрен тыйырға ла тырышманы.

…Айбулат йырлап бөткәс, зал бер аҙға тын ҡалды. Унан дәррәү ҡул саба башланылар. Оҙаҡ тынманы алҡыштар.

Бер аҙҙан Айбулаттың үҙенең тауышы ишетелде:

– Рәхмәт! Был һуңғы йыр – минең тәүге һәм һуңғы мөхәббәтемә арналған. Рәхмәт һеҙгә, ауылдаштар, ихлас  алҡышлағанығыҙ өсөн! Был йыр Зәлифәгә лә оҡшар, тип ышанам!

Тағы көслө алҡыштар ишетелде.

…Зәлифә бик оҙаҡ иҫәңгерәп ултырҙы. Күпме йылдар уҙғандан һуң  Айбулаттың үҙенең тауышын ишетеү уның күңелен шул хәтлем иләҫләндерҙе:

– Бына беҙ осраштыҡ, Айбулат! Хәҙер инде бер ҡасан да айырылмаясаҡбыҙ. Ишетәһеңме, Айбулат? Гел бергә буласаҡбыҙ, икәүҙән-икәү, икәүҙән-икәү… ғүмерем буйына… Һин йырларһың, мин тыңлармын…  Унан мин дә түҙмәм, һиңә ҡушылып йырлармын… Йырлармын да илармын…

 

Һандуғас, һандуғас,

Китмә, китмә, һандуғас…

Ҡанаттарың талдырып,

Тыуған ерҙе ҡалдырып…

 

… Был – йөрәгенең әрнеүенә түҙә алмай, ғүмере буйына күңел түрендә генә йөрөткән йырҙы  үҙәктәрҙе өҙөрҙәй моңло тауыш менән Зәлифә үҙе йырлай ине.

 

 

 

Эпилог – һандар телендә

 

Афған һуғышы… Бик оҙаҡ, ун йыл буйына барған ҡот осҡос һуғыш…

Тәүге йылдарҙа цензура арҡаһында был турала бер ҡайҙа ла яҙмайҙар.

Ун йыл буйы барған һуғышта СССР-ҙан 546 мең һалдат ҡатнаша. 13833 һалдат һәләк була. 417 яугир хәбәрһеҙ юғала. Һуңынан, һуғышта алған яраларҙан, ауырыуҙарҙан вафат булғандар менән бергә һәләк булғандарҙың һаны 26 меңгә етә. 54 мең һалдат яралана, контузия ала. 416 мең һалдат төрлө ауырыуҙарҙан интегә. Бик күптәренә психологик реабилитация кәрәк була.

Башҡортостандан Афған һуғышында 9,5 мең һалдат ҡатнаша. 335 яугир һәләк була. Әлеге ваҡытҡа тиклем 6 һалдат хәбәрһеҙ юғалған иҫәпләнә…

СССР-ҙан 200 мең яугир орден-миҙалдар менән наградлана, 71 һалдат – Советтар Союзы Геройы.

Был – статистика… Ә улар эсендә күпме өҙөлгән ғүмер, ҡайғы-һағыш, ҡыйралған яҙмыштар! Әҫәремдең геройы Айбулат та улар араһында ине…

Эй Илаһым,  һуғыштар бер ҡасан да булмаһын ине?!  

2011 - 2012.

Автор:
Читайте нас