

Үҙең киттең, үҙең менән
Алып киттең дошманды.
Үтәп киттең башҡорт рухы,
Һәм йөрәгең ҡушҡанды.
Миңлеғәле, Шәкирйәндәр...
Һин батырҙар дауамы.
Уйлап- уйлап йөрәк тота,
Әллә етмәй һауамы?
Түҙемлек ата- әсәңә,
Ғаиләңә сабырлыҡ.
Лайыҡ "Рәсәй геройы"на
Һин яһаған батырлыҡ!
...Ҡыштар килде. Һалҡын елдәр,
Буран йөрөй Асҡарҙа.
Йөрөй әле өйҙәр буйлап,
Һине алған "ас ҡарға".
Шулай, Артур, ауыл һайын
Берәү, икәү, нисәүҙер.
Йөк "Ике йөҙ" килә һаман,
Халыҡ ярһый: Етәрҙер!...
Ах! Был һуғыш! Туҡтаһынсы,
Аллаһ ҡөҙрәте менән.
Ҡайтһынсы беҙҙең егеттәр,
Ҙур еңеү дәрте менән!
Һин үҙеңде генә түгел,
Түгел дошманды ғына.
Вайымһыҙлыҡты шартлаттың!
Түҙемлектәр ҙә һына.
Тейешле һүҙ табалманым,
Баҫылмаҫ яралар ҙа.
Һин китмәнең! Мәңгелеккә
Һин ҡалдың араларҙа!
Фәнис Сирбаев