Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Декабря 2023, 06:10

Башҡорт ҡыҙы Ҡытайҙы әсир итмәксе

Башҡортостандан ошо абруйлы конкурста  Алина Ризуанова сығыш яһай.

Башҡорт ҡыҙы Ҡытайҙы әсир итмәксеБашҡорт ҡыҙы Ҡытайҙы әсир итмәксе
Башҡорт ҡыҙы Ҡытайҙы әсир итмәксе

7 декабрҙән 25-енә тиклем Ҡытайҙа Miss Tourism World-2023 халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы үткәрелә.

Башҡортостандан ошо абруйлы конкурста «Мисс Республика-2022» титулын яулаған Алина Ризуанова сығыш яһай. Һылыуҡайға 23 йәш, Ауырғазы районында тыуып үҫкән, Өфө фән һәм технологиялар университеты магистранты.

- Унда төрлө илдәрҙән 62 ҡыҙ ҡатнаша. Алина Башҡортостанды күрһәтә, төбәктәр исеменән беҙ һәм Ҡытайҙың ике төбәге генә, ҡалғандары - илдәр, - тип хәбәр итте «Башинформ»ға модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.

Конкурс ваҡытында проектта ҡатнашыусылар өсөн бай программа әҙерләнгән: фотоға төшөү, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ төрлө сараларҙа ҡатнашыу.

Гүзәллек конкурсы бик күп артистар һәм тамашасылар ҡатнашлығында, ил хөкүмәте булышлығында уҙғарыла.

Ләйлә АРАЛБАЕВА

 

Башҡорт ҡыҙы Ҡытайҙы әсир итмәксе
Башҡорт ҡыҙы Ҡытайҙы әсир итмәксе
Автор:
Читайте нас