

II
“Күрше ауылдан анау әбей ни эшләп йөрөй икән, анау силсәүитләрентә эшләгән секретарь ағай, тағы бер йәш ҡыҙ ҙа эйәргән”... Тегеләр өсәүләшеп Аҙнабикә ҡарсыҡтарға инеп киттеләр. Ағай тигәне һуғыш осоронда малай ғына көйө ауылда силсәүиттә секретарь булып эшләп, йәше еткәс һуғышҡа киткән, әле лә яңынан ҡуйғандар элекке эшенә. Һуғыштың аҙағына ғына эләккәс биш йыл Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән икән, тип Әлфиә әхирәте һөйләне, белмәгәне юҡ уның. Зарифаларҙың ауылдары тау аша күрше булһа ла, ул ағай йәшәгән ауыл икенсе районға ҡарай. Шулай ҙа теге кеше ниңәлер ошо арала ауылға йышайҙы. Килһә, киске уйында ла күренеп ҡала.Үҙенән йәшкә байтаҡ оло ағай ни, уйында ла, көндөҙ урамда ла шаяртып һүҙ ҡушҡан була. Зарифа ояла, тиҙерәк әхирәттәре ышығына ҡасыу яғын ҡарай.
Теге көндө кисен, һыңар балағын ялпылдатып Ғәйфулла ҡарттың әбейе Аҙнабикә ҡарсыҡ килеп керҙе:
- Юҡ юғалтып йөрөйөм әле...
Әсәһе ни уратып-суратып торманы:
- Башҡа ерҙән эҙләрең, мынта юҡ ул юғың!
Аҙнабикә кемгә яусылағанын, ҡыҙын ниндәй абруйлы кеше һоратҡанын төшөндөрҙө, төшәсәк ерҙе үлтереп маҡтаны, һаман да ыңғай яуап алырға өмөтләнде.
- Аталары һуғышҡа китер алтынан та, хатларынта ла балларҙы уҡыт, кеше ит тине, шул васыятын үтәйем. Нисек оялмай уҡыусы балаға яусы булып киләһе иттең, еңкә? Быйыл, ана, апаһы Темәстә уҡытыусылыҡҡа уҡып бөттө, һеңлеһен тә шунта апарып уҡырға керетәм, тей. Әле саҡ уналтыһы менән бара ҡыҙым, нинтәй кейәү тей ул..., - шулай бороп сығарғайны теге саҡ күрше яусы ҡарсыҡты әсәһе.
Яңы йыл алдынан, сатлама һыуыҡ бер көндә, әсәһе ағаһы менән Аҫҡын баҙарына бал һатырға сығып китте, шул көндө төштән һуң Зарифаларға Аҙнабикә ҡарсыҡ килеп керҙе:
- Ҡыҙым бабайың һунарға йыраҡҡа китте, бөгөн ҡайтмаҫтыр, ҡайтһа ла бик һуңлап ҡайтыр. Шәмкә ут алғас беҙгә кил әле, сиратҡан йөнләр бар, аяҡларға ярҙам итерһең, йәме!
Киске эштәрҙе туғандары менән тиҙ генә бөтөрҙөләр. Тышта сатлама һыуыҡ, малды һарайҙан сығармай ғына тоталар ошо арала, аҫтарын көнөнә ике таҙарталар, шунда ғына сығарып торалар ҙа яңынан яба һалалар. Кискелеккә ояны таҙартып, малға мул ғына бесән һалып бикләгәс, Зарифа туғандарының тамағын туйҙырҙы ла үҙҙәренән дүрт өй аша ауылдың түбән осонда йәшәгән Аҙнабикә әбейҙәргә китте. Ғәйфулла бабай әбейе һуғыш бөтөр саҡта үлеп ҡалғас, күрше ауылдан ошо әбейҙе алып ҡайтҡайны. Теге ағайҙан яусы булып килгәндән һуң уға шикләнеп ҡараһа ла, ололарҙы тыңлап өйрәнгән ҡыҙ уның һүҙен йығырға баҙнат итмәне. Концерт әҙерләргә әхирәттәр көндөҙ йөрөйҙәр мәктәпкә. Әсәһе кис йөрөргә рөхсәт итмәй, бигерәк тә ҡайтҡан көндөң икенсе көнө яусылап килгәстәре ныҡ ҡурҡыта. Ағаһы менән генә киске уйынға сығырға рөхсәт итә. Бөгөн дә киҫәтә-киҫәтә сығып киткәйне...
Ҡапҡаны асып ингәндә кашауайға егеүле атҡа иғтибар итте Зарифа, кеше булғас башҡа ваҡытта килермен, тип әйтә һалыр ҙа ҡайтырмын, тип ишекте асты. Аҙнабикә әбей яңғыҙы ине, Зарифаның һораулы ҡарашына:
- Мәнәйерҙән силсәүит килгән, сәй генә эсте лә мәктәпкә һалым түләмәгәнләрҙе саҡыртам, тип сығып китте. Ул ней, килһә атын гел беҙгә ҡуя. Бауайың һуңлаһа, мәктәптән ҡайтҡас атты Баһауетдинләргә алып барып туғарырым, шунта ҡунырым тине, шуңа туғарып та торманы атын, - тип тынысландырҙы. Әбей үҙе бик тынысһыҙ күренде, башҡа ваҡыттағы Аҙнабикә ҡарсыҡ түгел, үҙе туҡтауһыҙ һөйләнә, тәҙрә ҡорғандарын бер асып, бер ябып тышты ҡарай:
- Бауай, йыраҡ ҡапҡанларын ҡарайым, һуңлаһам Яланбаштағы баракта ғына йоҡларым, тип сығып киткәйне. Мынау һыуыҡта ҡайтып етһә әйбәт булыр ине, ул баракта әле эшселәр юҡ, икенсе яҡта эшләйләр. Баракларынта ҡарауылсы булып, мейесләренә яғып ҡуйһа ни әйтәң.
Күрше Мансар бабайҙың оло улы Ҡадир: “Атайымдар Яланбашта ҡуна яталар”, - тигәнен ишеткәйне Зарифа, әбейҙе тынысландырам, тип шул турала әйткәйне, уныһы:
- Ярай, ҡыҙым, бөгөн күңелем тә төшмәй әллә нишләп, ошо бер орсоҡ йөнтө генә аяҡлай һалайыҡ та, булты бөгөнкә. Бер башай башлағайным, сиратылған йөнөм етмәҫ һымаҡ ине, шуңа ғына һиңә әйткәйнем, балам. Оҙаҡлатмаҫым, ҡайтырһың, йә туғанларың бер үҙләре әлләмәшләп ултырыр..., - тип үҙенекен һөйләне.
Бер орсоҡ йөндө ни, тиҙ генә аяҡлап та бөттөләр. Зарифа:
- Әйҙә бер килгәнтә ҡалғанларын та аяҡлайыҡ Аҙнабикә әбей, - тип ҡарағайны ла, әбей тыңламаны:
- Ярай, ҡайт инте ҡыҙым, бар һин сыға тор, мин тә хәҙер артыңтан ҡапҡаны матурлап ябып ҡалырым, йә ат сығып китер, - тип тағы шул тәҙрә ҡорғанын аса һалып ябып ҡуйҙы. Үҙе көпөһөн кейеп тороп ҡалды. Зарифа сығыуға ҡапҡа ҙур итеп асылған, урамдағы ат бороп ҡуйылған. Ат янында өс кеше тапана. Ҡыҙ ҡурҡып әбейҙең соланына йүгереп кереп өй ишеген тартҡайны, асылманы. Ул арала тегеләрҙең икәүе килеп, ҡыҙҙы эләктереп күтәреп алып санаға ырғыттылар ҙа, толопҡа урап һалып та ҡуйҙылар. Зарифа, йән асығына ҡысҡырып, толоптан ысҡынырға тырышты, тик көслө ҡулдар уны ныҡ тотҡан.
- Әйҙә, ҡыуала!, - тигән бойороҡло тауыш Зарифаға бик таныш тойолдо...Ҡысҡыра-ҡысҡыра, толоптан ысҡынырға тырышып талаша торғас ҡыҙҙың хәле бөттө. Әҙерәк тын ала ла, яңынан туларға керешә, тик көслө ҡулдар уны ныҡ тотҡан. Шәп юртҡан ат күпмелер ваҡыттан туҡтаны:
- Керетегеҙ өйгә! Аҙаҡ атты алып барып туғарып, кашауайҙы йәшереп ҡуйығыҙ, ишетһен ҡолағығыҙ! Зарифаның инде икеләнеүҙәре бөттө, теге ваҡыт яусы ебәргән Ғарифйән ағай ине был бойороҡ биреүсе. Ҡыҙ ялбарҙы:
- Ағай, ни эшләүегеҙ был! Иртәгә үк беләсәктәр был эшегеҙҙе, минең ағайҙар күп, улар быны былай ғына ҡалдырмаясаҡ! Яҡшылыҡ менән кире алып барып ҡуйығыҙ мине ауылға!
- Юҡ инде һылыу, беҙ һүҙебеҙҙе һүҙ итмәй ҡала торған кешеләр түгел, яҙмышың, өлөшөңә төшкән көмөшөң ошонда! Инәйең мин яусы ебәргәндә риза булһа, һәйбәтләп йола ҡушҡанса алып ҡайтыр инем. Беҙҙең нәҫелдә ундай отказ хурлыҡ иҫәпләнә. Инде риза булмай хәлең юҡ, Зарифа. Әйҙәгеҙ, әйҙә, керә һалайыҡ, унда инәйем көтөп арып бөткәндер.
Ғарифйәндең ҡуштандары күҙ йәштәрен тыя алмай һыҡтаған Зарифаны өйгә өҫтөрәне...
Ш
Бына шулай булды Зарифаның киләсәккә яҡты хыялдарының селпәрәмә килеүе. Килеп ҡотҡарырҙарына айҙан ашыу өмөт итте ул, көттө. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡан, күкрәге орден-миҙалдар менән тулы уҡытыусы Саматтың, “Биштар”ҙа мастер булып эшләгән Зәйнәғәбдин ағайҙарының, Бәҙретдин еҙнәһенең килеп алыуҙарын өмөтләнеп көттө. Ғарифйәнде ай ярымдан ашыу эргәһенә яҡын да ебәрмәне. Ул да баҫышманы, әллә бәлиғ булмаған баланы көсләп алғаны өсөн яуаплылыҡтан ҡурҡтымы, әллә ысынлап яраттымы, ҡыҙҙың яҙмышына күнерен сабыр ғына көттө. Ҡәйнә буласаҡ кеше генә уны тәүге көндәрҙән үк күрә алманы: ” Нимә тип ҡыланған булаһың, ҡырағай? Кемте көтәһең, килеп алып ҡайтырлар, тип уйлайыңмы? Бушҡа өмөтләнмә лә!”, -тип ҡәһәтләне. “Һы, губырнатор имеш, инте суҡышың төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың”, - тип әсәһен дә үсәне. “Беҙ һүҙебеҙҙе һүҙ итергә өйрәнгән. Улым вылас кешеһе, нимә эшләргә белә!”, - тип зәһәрен дә туҡтауһыҙ сәсте. Улына ла эләкте:” Мәмәй, һиңмай, ауыҙыңа һалғанты йота алмайың, ыстырам...”. Ғарифйән инәһенә тыныс ҡына яуаплай:”Мин уны яратам, иней, үҙе риза булмайынса яҡын бармаясаҡмын!”
Тәүге көндәрҙә ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмай, килен менән улына, тип бүлеп ҡуйған мөйөштән сыҡмай ятты Зарифа. Ғарифйән өгөтләп маташты:
- Улай итмә, инде, барыбер инде кире ҡайтарыу юҡ йәнем, ҡайтарһам миңә көн бөтәсәк, башымдан һыйпамаясаҡтар. Яратам бит мин һине, иҫәркәйем. Яратмаһам урлар инемме? Тәү күреүҙә үк оҡшаттым, һинһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтерә лә алмайым. Ултыртһалар ултыртырҙар, әммә үҙемдеке итәм, бел шуны! Тик ризалығыңды бирмәйенсә ҡағылмаясаҡмын, күпме көтһәм дә көтөрмөн...
...Шулай ай ярым буйы арлы - бирле генә әтмәләнгән ағас карауатта Зарифа бер яҡҡа, Ғарифйән икенсе яҡҡа ҡарап ятҡан көйөнсә йоҡлап йөрөнөләр.
Аҙаҡ Заһира апаһы Зарифаға ошоларҙы һөйләне: “Ҡоҙағый булған кеше анау ҡотһоҙ Аҙнабикәнең туғандары икән. Шул ғына һинең башыңды ашаны, инәйемә ней үсе булғандыр инте, эй Аллам... Еҙнәң ишеткәс тә: “ Туҙҙырам ояларын, имандарын уҡытам, балтыҙымты барып алып ҡайтам! Ҡалтырмайым ул “әждә” ҡулына!”, - тип эй уҡталты, эй уҡталты. Инәйем ней:
- Ҡуй кейәү, исеме сыҡты ҡыҙымтың, оятлы бултыҡ таһа. Аталары һуғыштан тере ҡайтһа, был хурлыҡҡа ҡалмаҫ инек, - тип илай. Әйләнгән һайын:
- Урланған ҡыҙ-хурланған ҡыҙ инте... Ҡыҙлар ней ҡыл өҫтөнтә, ҡылтан төшкәс, тел өҫтөнтә. Ауылта ғына түгел, бөтә тирә яҡта вис беләләр урлап алып киткәнләрен ҡыҙымты, - тип сурыттты ла ултырҙы. Самат ағайым:
- Бәлиғ булмаған баланы урлаған өсөн закон бар, еңгә. Хәбәр итәйек тейешле урынға, - тип ҡараны, тыңламаны инәйем. Бигерәк ғорур булды шул. Етмәһә:
- Кейәү булғаны үҙе насар кеше түгел, тигән булалар, әллә нисә кешенән ишеттем, ул аждаһа менән ғүмер буйы бергә йәшәмәҫтәр, әле кәләш алмаған энеләре бар ҙа, оя төбө түгел, - тип яйлап һинең яҙмышыңа күнде, беҙҙе лә күндерҙе. - Кем менән даны сыҡҡан, шуның менән йәне сыҡһын!”
Зарифаны ҡәйнәһе ныҡ һаҡланы, тышҡа сыҡҡанда ла ишекте йоҙаҡлай ине, кейеп килгән ҡышҡы кейемдәрен тәүге көндө үк әллә ҡайҙа йыйып ҡуйҙы. Ай ярымдан килеп ҡотҡарырҙарына өмөтөн бөтөнләй өҙгәс кенә яҙмышына буйһондо ҡыҙ.
IV
...Ә ҡәйнәһе, ысынлап та, аждаһаның аждаһаһы булды. Зарифа үҙе хәлле ғаиләлә үҫте, инәһе алты бала менән тороп ҡалһа ла һуғыш осоронда ла мал-тыуарын да кәметмәне, бәрәңгеһен дә етерлек сәстерҙе, ҡорт та аҫыраны. Хәмиҙуллаһы һуғышта һәләк булып ҡалғас та, тешен ҡыҫып артабан донъя көттө.
Ә Зарифа килгән йортта хәлдәр бөтөнләй икенсе ине. Ҡәйнәһенең ире һуғышҡа тиклем үк вафат булған, йорт-ҡура ла ташландыҡ хәлдә. Ғарифйән дә оло бала булһа ла, инәһе донъяһы өсөн бик иҫе китеп бармағандыр. Көндәр буйы сәүит эше менән мәшғүл, ҡайһы саҡта яғырға йүнле утындары ла булмай. Ҡәйнәһе Зарифаны һәр саҡ әрләп кенә торҙо, таң һарыһынан кискә тиклем бөтә йорт эштәре - һыйыр һауыу, һөт айыртыу, ашарға бешереү, кер йыуыу, башҡа ваҡ-төйәк бихисап эштәр барыһы ла уның өҫтөндә. Ҡатын-ҡыҙ башҡара торғандарынан башҡа утын бысыу, ярыу, тиҙәк ташлау, бәрәңге утау, күмеү, ҡаҙыу кеүек эштәр ҙә уныҡы. Ғаиләлә еткән ҡыҙы булһа ла уға эш ҡушҡандарын хәтерләмәй Зарифа. Иртәнән кискә тиклем ҡәйнәһе килененең эшләгән эшен яратмай әрләп кенә тора. Йәш булһа ла, бар эштәрҙе белә ҡыҙ, әсәһе уларҙы бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Аш-һыуҙы ла, сигеү-һырыу, бәйләм бәйләү кеүек эштәрҙе лә, мал ҡарауҙы ла еренә еткереп эшләй белә. Эштән дә ҡурҡмай. Әммә ҡәйнәһе барыбер бер етешһеҙлек табып әрләмәй ҡуймаҫ ине.
Иң аптыратҡан, аңлайышһыҙ хәл тураһында, хатта әле олоғайғас та, һис онота алмай Зарифа. Әсәһе ҡыҙының яҙмышына күнеп, ҡыҙ артынан биреп ебәрелә торған яҫтыҡ-түшәк, мендәрҙәр, башҡа донъя кәрәк-яраҡтарын килтерҙе. Никах уҡыттылар, тик ҡоҙағыйы алдында ялпылдап йөрөгән ҡәйнәһе әсәһе килтергән әйберҙәрҙе үҙҙәренә бүленгән мөйөштә карауатҡа матурлап йыйыштырып ҡуйған ерҙән һыпырып алып, төйөнсөккә төрөп, үҙе белгән урынға йыйып ҡуйҙы. Аҙаҡ ҡыҙын кейәүгә биргән саҡта, шул әйберҙәрҙе кейәү йортона оҙатты ҡәйнәһе. Әсәһе юрған һырығанда бәхеттәр теләй-теләй энәһен йүгерткәндер. Тәндәрен, йәндәрен йылытырға, икәү бергә туҙҙырырға яҙһын, төҫтәре үҙҙәре менән бергә уңһын, тип теләгәндер. Тик йола тәртиптәрен дә һанға һуҡманы ҡәйнәһе, килененә үсе булһа ла, улына яҡшылыҡ теләр ине... Әлеге лә баяғы юҡлыҡ бар йола-тәртипте тапап үтергә мәжбүр иткәндер инде. Ә Ҡатай еренә Инйәр буйына һоратҡан ҡыҙын оҙатҡанда алып килгән яҫтыҡ-түшәктәренә, сигеүле мендәрҙәренә һоҡланып киленде маҡтанылар. Зарифа ғына өндәшмәне, тешен ҡыҫып түҙҙе был ғәҙелһеҙлеккә. Әсәһе ни, бар кәрәк яраҡты яңынан хәстәрләне:
- Ярар балам, түҙ, ни хәл итәң инте, аңраланып үҙең барып ҡаптың та тоҙаҡларына. Ней туҡыным, Аҫҡынға барыр алдынан, ней туҡыным: “Кис ыштубы тышҡа сығаһы булма, ишеккә типке һалып йоҡлағыҙ, тип, тыңламаны-ы-ы-ң, тыңламаның шу-у-у-л!”, - тип һамаҡланы...
V
Дауамы бар.