

Ғафури районы Красноусол ҡасабаһының Мәҙәниәт йортонда Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Гөлнур Яҡупованың 75 йәшенә арналған ижад кисәһе булып утте. Сараны район хикимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов асып, әҙибәне ғүмер байрамы менән ҡотланы. Йыр-моң менән үрелеп барған әҙәбиәт байрамында шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, яҙыусылар: Венер Исхаҡов, Мөнир Кунафин, шағир Нияз Сәлимов, "Аманат" журналының яуаплы секретаре Зөбәржәт Яҡупова һ. б. ҡатнашты. Яҡташтары, ҡәләмдәштәре, дуҫтары әҙибәне күркәм юбилейы менән ихлас тәбрикләне, гөлләмәләргә күмде.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина.
Искәндәр Хәсәнов фотолары