Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Декабрь 2023, 05:40

Урланған йәшлек Хикәйә (аҙағы) Ринат ШӘЙБӘКОВ

Үҙе ҡәйнәһенә бер ваҡытта ла яман һүҙҙәр әйтмәне Зарифа. Ҡарсыҡ аптырағандыр инде, бер Ҡөрьән ашынан ҡалдырманы, әйләнгән һайын күстәнәс - йыуасаһын балалар аша ебәреп торҙо, үҙе лә ваҡыт табып янына барып сыҡҡыланы.

Урланған йәшлек  Хикәйә (аҙағы) Ринат ШӘЙБӘКОВУрланған йәшлек  Хикәйә (аҙағы) Ринат ШӘЙБӘКОВ
Урланған йәшлек Хикәйә (аҙағы) Ринат ШӘЙБӘКОВ

V
Әсәһе ҡыҙының яҙмышы өсөн ныҡ борсолдо. Зарифаны һирәкләп булһа ла ауылына алып килгән саҡтарында кейәүен өгөтләне, яйлап күндерҙе:
- Кейәү, унда йәшәүегеҙҙең бер ҙә рәте-сираты юҡ бит, һинең әле өйләнәсәк ҡустыларың бар, ана әрменән ҡайтҡаны ла өйләнер ине, тик ҡайҙа килтерһен ул киленде. Шул сәүиттәге барлы-юҡлы аҡсаға ҡарап йәшәгәнсе әллә бында “Биштар”ға эшкә күсәңме? Бер өй ҙә белештем, ире һуғыштан ҡайтмаған бер бисә һата, Түбән яҡ берәүҙең бисәһе баланан һуң үлеп ҡалған, шул һоратҡас, барырға риза булған. Осһоҙға ғына - ҡырҡ биш тәңкәгә генә һатып китергә ризалашты, аҡсаһын үҙем түләйем! Әле буйтым торорлоҡ, яйлап яңыны төҙөргөҙ әле.
Шулай итеп, әсәһе ҡәйнә иҙеүенән ҡотҡарҙы, әммә Ғарифйән бында ла йүнләп донъя көтмәне, өй яңыртыу тураһында уйлап та бирмәне.
Ҡәйнәһенең улдары әсәләре һүҙенән сыҡманы, уның һүҙҙәре улар өсөн һәр саҡ закон булды. Хатта эшләп алған аҡсаларына тиклем хужа була торғайны. Иҫләй Зарифа, Ғарифйән бер йыл ҡыуғынға китте. Ҡыуғын бөткәс, күршеһе ҡайтып Зарифаға сәләм еткерҙе:
-Ҡыуғын шәп булды күрше, өс йөҙ һум аҡса тейҙе ҡулға ғына. Ғарифйәнгә премияны минән ун һумға күберәк яҙғандар.
- Әле ҡайҙа һуң, ни эшләп һинең менән ҡайтманы,- тип һорай ҡуйҙы Зарифа.
- Инәйем янына кереп ҡайтам, тип тороп ҡалды, - тип яуапланы күршеһе. Бер аҙнанан ғына аҙ ғына аҡсаһы менән ҡайтып керҙе Ғарифйән. Ундай хәлдәр йыш ҡына ҡабатланып торҙо. Әсәһе яҡында булмаһа Зарифаға балаларҙы ҡарауы бигерәк ҡыйынға төшөр ине, уға рәхмәтле.
Силсәүиттә эшләгән сағында ла, кис өйгә ҡайтһа, китабын ҡосаҡлап ҡырын ятыр ине, бында күсеп килгәс тә шул ғәҙәтен ташламаны. Бик башлы ине ул, китап яратыуы һәйбәт инде уныһы, ваҡыты булғанда үҙе әле лә уҡый Зарифа.
“Биштар”ҙа баракта ятҡанда кистәрен уҡыған китаптарының йөкмәткеһен һөйләүен, йә китап уҡыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ, уның нары янына ике шәм килтереп ҡуябыҙ”, - тип һөйләйҙәр ине иптәштәре, -Ғариф илай-илай, ҡайһы бер урындарҙа көлә-көлә, ҡарт булһа ҡарт тауышы, ҡатын-ҡыҙ булһа уның тауышына оҡшатып, шул тиклем килештереп уҡый. Шул һынлым ролгә инеп китә лә ул, беҙ уның уҡығанынан китаптағы ваҡиғаларҙы ап-асыҡ итеп күҙ алдына килтерәбеҙ”. Байтаҡ йәштәр уға эйәреп китап уҡыуға әүәҫләнеп китте.
VI
Ысынлап та, ағас ҡырҡылып бөткәс “Биштар” ҙа бөттө, ауылдан күсеп китеүселәргә эйәреп, Зарифалар ҙә ҡалаға йүнәлде. Баракта йәшәнеләр, Зарифа тәүҙә заводта, аҙаҡ балалар баҡсаһында эшләне. Ғарифйән “Вторчермет” тигән ергә эшкә керҙе, шунда ныҡлап эскегә һалышты ла инде. Ҡәйнәһе лә күпмелер ваҡыттан ҡалаға күсеп килде, уға ла баракта бер мөйөш юллап ала алдылар. Ул саҡта иҫке барактарҙан яйлап уңайлы фатирҙарға күсереү башланғайны, бушағандарына урынлашыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай торғайны. Ғарифйән һуғышта ҡатнашҡан ветеран булараҡ, иң тәүгеләрҙән ғаиләһен барактан күсерә алыр ине лә, тик шул эскеһе ҡамасауланы. Әсәһе лә әйләнгән һайын, улын тыяһы урынға, гел генә эсереп ҡайтарҙы. Һин дә мин йөрөгән ир, әсәһендә булып ҡайтыу менән, юҡ-барға бәйләнеп тауыш сығарҙы. Ҡул күтәрмән Ғарифйән, тик ҡәйнәһе нисек әрләгәндә ғәйеп һүҙҙәре ташлаған, ул да шуларҙы ҡабатланы. Тормайым, сығып китәм берәй оло ҡалаға, бында әрәм булып ятҡансы, тип ҡабатларға яратты. “Ярай, мин эшкинмәгән икән, ти, мине ташлап та китерһең, ә был өс баланы ҡайҙа ҡуяң”, - тигәнгә лә иҫе китмәне иренең. Айыҡһа, тағы һин дә мин кешегә әүерелә, эсеп ҡайтһа, барыһы ла ҡабатлана.
Бер ваҡыт Зарифа эштә саҡта эскән көйө карауатта тәмәке тартып йоклап киткән дә, янғын сығарған. Күршеләр һиҙеп ҡалып, һүндереүен тиҙ һүндергәндәр ҙә, тик ялыу яҙып, өс айға ултыртып ҡуйҙылар. Унан сыҡҡас та тура ғаиләһенә ҡайтмай әсәһенә барған. Иртәгәһенә балалар мәктәптә саҡта ҡайтып керҙе:
- Зарифа, тегендә саҡта күп уйланым, беҙ бынан ары бергә була алмаҫбыҙ инде. Һине ғәйепләмәйем бындай тормошобоҙға, үҙем ғәйепле, балаларға яҡшы атай, һиңә яҡшы ир була алманым, ғәфү ит, мин сығып ҡына китәйем, шулай дөрөҫ булыр, ахырыһы!
- Эскеңде ташла, әйҙә иртәгә үк, ветеран булараҡ, фатир биреүҙәрен һорап барайыҡ, исмаһам балаларға бер ярҙамың, ә улар һиңә ғүмер буйы рәхмәтле булыр. Һуғышта ҡатнашҡандар тиҙерәк ала бит фатирҙы.
Тыңламаны, балалар менән хушлашмай ҙа сығып китте. Ауылға ҡайтмаған, күргән таныштар Свердловск яғына барып сыҡҡан, тип һөйләнеләр. Оло ҡыҙына ун ике йәш саҡ тулғайны. Аҙаҡ ишетә, унда ла балауыҙ һуҙа алмаған, ҡайҙа барһаң да шул ҡара һаҡалың эйәреп йөрөй шул! Әсәһе янына бер килгәнендә уныһы өгөтләгән икән ҡайтып китергә. Етмәһә, ауылдарындағы ире үлгән бер ҡатынды димләгән. Ул ҡатын да эсеүгә әүәҫ булып сыҡҡан. Һуңынан ауыл советы үҙәге булған ауылдан һуғыш ветераны булараҡ ҙур фатир биргән булғандар, шул ауылда йәшәп ятҡанда Яңы йыл алдынан Ғарифйән эскән килеш ныҡ итеп туҡмалып больницаға эләккән. Төҙәлерлек булмағас дауахананан ҡайтарғандар. Яңы йылға бер нисә сәғәт ҡалғас вафат булған. Зарифаға хәбәр ҙә итеп тормағандар, ҡыҙҙары, исмаһам, хушлашып ҡалыр ине. Фатиры ла теге ҡатындың балаларына тороп ҡалды, барып талашып та йөрөүсе булманы.
Ә балаларын үҫтереү бик ҡыйын булды уға. Балалар баҡсаһында эш хаҡы аҙ. Әлдә, мөдирҙәре бик һәйбәт булды. Уға һәр саҡ ярҙам итергә тырыша ине. Яраҡлылыҡ ваҡыты чыҡҡан япма йә юрған булһынмы, таҫтамалмы - комиссия иҫәптән сығарырға тигәндәрен уға бирергә ҡуша ине. Өҫтәмә рәүештә кер ҙә йыуҙы, бер эштән дә тартынманы.
Бер саҡ бергә эшләгән санитар ҡатын уға шәл бәйләгәне тураһында һөйләне, Үзбәкстан яҡтарынан аҡ шәл мамығы алып ҡайта, шунан шәлдәр бәйләп таныштарына һата икән. Теләһәң, әйҙә, иптәшкә һине лә алып барам, тигәс бар батырлығын йыйып эйәрҙе. Шулай итеп яйлап ошо кәсепкә ғаиләләре менән тотоноп киттеләр. Ул “пирсүк” тигән нәҙек кенә мамыҡты Зарифа иләргә лә тиҙ өйрәнде, ҡыҙҙарын да бәйләм бәйләргә өйрәтте. Улар дүртмөйөшлө, өсмөйөшлө шәлъяулыҡтар, шарфтар бәйләне. Һуңғараҡ Зарифа өйрәнгән юлдан Үзбәкстанға үҙе яңғыҙы ла барып ҡайта башланы. Мөдире һәйбәт, көн һораһа ебәрә, аҙаҡ ул көндәр өсөн өҫтәлмә сәғәттәр ала. Күстәнәскә ул ваҡытта дефицит булған Урта Азияның киптерелгән емештәрен алып ҡайта. Үзбәк бабайҙары алып ҡалмаһын өсөн юлда махсус рәүештә аламараҡ кейенеп ала, битен ҡаплай, сөнки ишетә йөрөй - йәшерәк башҡорт-татар ҡатындарын үзбәктәр йыш урлап алып ҡала икән... Ә Зарифа өлкәнәйә килә лә төҫ ташламаны, әле лә, ана, йөҙө йыйырсыҡланһа ла, туҡһан йәште ҡыуа тип әйтеп булмай.
Ә балалары шул тиклем аталарын һағынды, ҡайтыуына өмөтләнделәр. Ун бишен тултырған оло ҡыҙы Ғәзизәһе ҡаланан өләсәһенә ҡунаҡҡа килгәндә бер көндө түҙемлеге бөтөп, Йүкәлеләге һеңлеһенең оло ҡыҙын иптәшкә алып, атаһын күрергә сығып киткән. Ауылында икенсе ҡатын менән йәшәй ине инде ул саҡта Ғарифйән. Үҙе лә, ҡатыны ла иҫерек мәл тура килгән. Әммә Ғарифйән ҡыҙын ҡосаҡлап яратып, уларҙы йоҡларға ҡалдырған. Эскән булһа ла, кәштәнән алып:
- Ҡыҙым, ҡалаға ҡайтһаң китапхананан ошоны мотлаҡ алып уҡы!,- тип Виктор Астафьевтың “Царь-рыба” китабын тотторған.
Ҡыҙҙарының да китап уҡырға яратыуы, аталарынан килә, тик атай хәстәре күрмәй үҫеүҙәре генә бигерәк үкенесле. Эскене алға алмаһа, шул белеме менән артабан уҡып, әллә кем булып та китер, эштә лә үрләр ине, кем белә. Тик әсәһе һүҙенән сыҡмауы, ул ни әйтә, шуны эшләүе харап итте Ғарифйәнде.
Ә ҡәйнәһе ҡартайғансы ҡалала торҙо. Балаларынан йыраҡта торһа ла, тормоштарына ҡыҫылып йәшәү әмәлен таба ине. Бер улы ла ҡатындары менән йүнләп йәшәмәне. Ҡайһы бер “арттары ныҡлы” килендәрҙең аталары килеп бындай тормоштан ҡотҡарып алып ҡайтты. Улдары эскегә һалышты, йүнле тормош ҡора алманы. “Әждә” ҡушаматы алған был ҡарсыҡ улдарынан үҙе лә йүнле ярҙам күрмәне.


VII
Үҙе ҡәйнәһенә бер ваҡытта ла яман һүҙҙәр әйтмәне Зарифа. Ҡарсыҡ аптырағандыр инде, бер Ҡөрьән ашынан ҡалдырманы, әйләнгән һайын күстәнәс - йыуасаһын балалар аша ебәреп торҙо, үҙе лә ваҡыт табып янына барып сыҡҡыланы. Үҙенең дә балалар янына килеп киткеләүен тыйманы. Аптыраһа, аптырағандыр ҙа, әммә ҡартайғансы холҡон үҙгәртмәне, килененә лә, балаларына ла яҡты йөҙ күрһәтмәне. Бер ауылдашы: “ Ҡәйнәң киленде айыртып яңылыштым, ти. Хәҙер ныҡ үкенә...”, -тигән булғайны. Ысын булһа хәбәре...
Ныҡ ҡартайып кәре бөтә башлағас, Себерҙәге ҡыҙы килеп алып ҡайтып китте ҡәйнәһен. Туҡһан алты йәшендә сит яҡтарҙа күҙен йомған, йыраҡ булғас, тыуған яғына алып ҡайтып ерләү ҙә мөмкин булмаған. “Ауыр тупрағы еңел булһын! Хоҙай үҙе ярлыҡаһын!”, - тип кенә әйтте Зарифа вафатын ишеткәс. Әсәһе менән оҡшаш ҡаты характерлы булғас, һүҙен һүҙ итәм, тип уны улынан урлаттырғандыр, маҡсатына ирешкәс, буйһондорор, теҙ сүктерер өсөн шулай яһиллашҡандыр, инде. Уның ҡулына бала көйө генә барып ҡапҡас, ҡәйнә шулай булалыр, тип тауыш-тын сығармай, баш баҫып йәшәп тик ятҡанмын инде, тип уйлай Зарифа оҙон төндәрҙә таң аттыра алмай ятҡанында. Ҡәйнәһен дә аңлаған һымаҡ хәҙер, утыҙ биш йәшендә генә ирһеҙ тороп ҡалғас, ете баланы, етмәһә тыйып тотҡоһоҙ, ен һымаҡ дүрт малайҙы ҡулда тотор өсөн шундай ҡаты ҡуллы булырға тура килгәндер. Күрһәткән ҡыйынлыҡтары, киреһенсә, бирешмәҫкә генә өйрәтте, Зарифа ла Миңлесара “губырнатыр” ҡыҙы бит, холҡо шулай, тешен ҡыҫып балалар хаҡына бар ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәнде, уларҙы кәм-хур итмәҫкә тырышты. Алланан, балаларым ғына минең яҙмышымды ҡабатламаһын, тип һораны. Шөкөр, иҫән-һауҙар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр барына шатланып ғүмер итә хәҙер. Шуныһы, үҙенең генә апаһы һымаҡ уҡытыусылыҡҡа уҡып, ҡартайғансы балалар уҡытам, тигән хыялдары тормошҡа ашмауы үкенес.
Ауырлыҡтарын шулай сабырлыҡ, ныҡышмалыҡ, тырышлыҡ арҡаһында еңергә өйрәнде ул тормош йөгөн яңғыҙы тартҡанда. Үҙенең йәшлек хыялдары тормошҡа ашмаһа ла, ҡыҙҙарын уҡытты, кейәүгә бирҙе. Бына тигән ейән-ейәнсәрҙәре үҫеп етте. Хәҙер улар ҙа үҙ тормоштарын ҡорған. Зарифа әллә ҡасан барыһының да яратҡан өләсәһе, ҡартөләсәһе. Хаҡлы ялға сығыр алдынан ғына фатирлы булды ул. Фатирын бүлеп ҡыҙҙарына бирҙе лә тыуған ауылына атаһы нигеҙенә ҡайтты. Әле йәйҙәрен янына балалары ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре килеп тула. Һуңғы йылдарҙа ғына малын бөтөрҙө, сөнки балалары ҡәтғи талап ҡуйҙы:
- Инәй, инде тик йәйен генә ауылда йәшәрһең, йәме! Эргәңә алмашлап беҙ ҙә ял итергә килеп торорбоҙ, ә ҡышын, теләйһеңме - юҡмы ҡалала йәшәйһең!
Шулай тигәстәр, риза булды инде, бер уйлағанда улар ҙа хаҡлы, кемдең туҡһанды ҡыуғанда яңғыҙы мал аҫырап көн иткәне бар.

...Теге саҡ урлап алып киткәстәр яҙмышына күнгән Зарифа әсәһе килгәс, ҡайтыр сағында илай- илай:
- Инәкәйем, инде минең хыялдарым селпәрәм килде, Әлфиә менән уҡыуға бергә барырға һөйләшкәйнек, һин ҡайтҡас та бабайым менән һөйләш, йәме, уҡырға ебәрһен Әлфиәне. Әйт уңа, ыштубы минең яныма килеп китһен, яҙға сыҡҡас. Ә апайым алып барып урынлаштырһын, - тигәс әсәһе лә, апаһы ла тыңланылар.
Уҡыуы бөткәс килде Әлфиә уның янына. Ҡәйнәһенең зәһәр ҡараштарына иғтибар итмәҫкә тырышып, Зарифа әхирәте менән урамға сығып оҙаҡ итеп һөйләште, өгөтләне:
- Һиңә хәҙер беҙҙең икебеҙҙең уртаҡ хыялды яңғыҙ тормошҡа ашырырға тура килер, ысын әхирәт булһаң тыңла мине! Апайым яңыраҡ килгәнендә алып барам, тине, Өшөрәнән, Мәнәйерҙән ике ҡыҙыҡай барырға риза булғандар, яңғыҙ булмаҫһың.
Тыңланы әхирәтен Әлфиә, тәүҙә Темәстә уҡыны, өс йыл төнъяҡ райондарҙа эшләгәндән һуң уҡыуын Өфөлә дауам итте. Ғүмер буйы ҡалала балаларға белем бирҙе. Юл юҡлығы, аҙаҡ икеһенең ике ҡалала йәшәүе, донъя мәшәҡәттәре арҡаһында уларға осрашыу насип булманы. Хәҙер ни, тыуған ауылдары аша асфальт юл үтә, ниһайәт ут та килде. Ауыл ғына теге ваҡыт таралғандан һуң яңынын ныҡлап ҡына аяҡҡа баҫа алғаны юҡ. Зарифа янына нәҫелдәренән бер нисә йәш ғаиләнең килеп төпләнеүе генә бер ни тиклем өмөт уята.
Әлфиә инде күптәнән хаҡлы ялда, быйыл йәй, ниһайәт, әхирәтен эҙләп килеп сыҡты. Илай-илай төнө буйы һөйләшеп сыҡтылар, иртәгәһенә йәшлектәре үткән ауылдың үлән баҫып бөткән урамдарынан үтеп, йылға буйына төштөләр. Әлфиәне алып килгән улы машинаға ултыртып Батыросҡан ҡаяһына алып та барҙы. Әлфиә менән күрешеү Зарифаның урланған йәшлеге хәтирәләрен яңыртты. Үҙенең хыялдары тормошҡа ашмаһа ла әхирәте өсөн ныҡ шатланды. Әлфиә хушлашыр саҡта:
- Әхирәт, барыбер ҙа үкенерлек түгел беҙҙең тормош. Артистка була алмаһам да халыҡ театырында әле лә ҡатнашам, ғүмеремде балалар уҡытыуға арнаным. Ирем генә иртәрәк китеп барҙы. Әле улым, ҡыҙым яныма килеп кенә торалар. Бына әле улым килтермәһә, һине күрә лә алмаҫ инем, рәхмәт инде. Бына һин дә үҙеңде яратҡан балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең менән гөрләйһең, хәстәрле тормошта көн күрәң, ауылыбыҙҙы һүндерергә бирмәҫкә тырышып ятҡан көнөң. Минән бында ҡайтып йәшәү булмаҫ шул хәҙер. Йә ярар, һине күрмәй генә китеп барырмын инде был донъяларҙан, тип көйә инем, күрҙем, күңелем булды, әхирәт! Ғүмер көҙөбөҙ еткән, бәхетле үтһен ҡалған көндәребеҙ, ҡабат осрашмаһаҡ бәхил бул, йәме!
- Эй Әлфиә, инде оҙаҡламай минең дә “йәйләү”ҙән ҡалаға китер ваҡытым етә. Көҙ уртаһында балалар килеп тә етер инде алып ҡайтырға. Йәшлегем урланып, этлек күреп үҫһәм дә хәҙерге тормошомдан ҡәнәғәтмен, әхирәт! Аллаһы тәғәлә теләһә бәхет барыбер әйләнеп ҡайта икән. Ғүмер ҡайһылай ғына булһа ла үтә, бәхетле ҡартлыҡ насип итһен Хоҙай бар яҡындарыма ла!
Илашып, ҡосаҡлашып хушлашты ике әхирәт.

 

Автор:
Читайте нас