

...Ямаш шеш ауырыуына дусар булған Сәғирәне дауаханала тотоуҙың файҙаһын күрмәгәс, табиптар уны өйөнә ҡайтарып ебәрҙе. Хәйер, ҡатын үҙе лә хәлен һиҙә ине. Алып ҡайтырға килгән иренең - утыҙ йылдан ашыу бергә йәшәгән Яхъяхының - һарғайған, һурылған йөҙөнә ҡарамаҫҡа тырышты.
Ҡайтҡас, Сәғирә түшәгенә ҡоланы ла көндәр буйы тормай тик ятты. “Бигерәк тиҙ һәм ныҡ биреште, күпме генә ғүмере ҡалды икән?..” - тип борсолдо ауылдаштары.
"Яхъя..." Бәй, ҡатыны өндәшә лә баһа, ниҙер әйтергә теләй шикелле. Тәрән ҡайғыға ҡалғанын белдермәҫкә тырышып, хужа кеше карауат янына йүгерҙе.
"Балаларҙан фәтүә юҡ, хатта һуңғы тапҡыр ҡасан килеп хәл белешкәндәрен дә хәтерләмәйем, – тип һүҙ башланы ҡатыны. – Үлеп-нитә ҡалһам, яңғыҙ ыҙалама, үҙеңә йәтешле генә берәй бисә алырһың..." Шул урында хәбәр өҙөлдө.
Ирен сабыйҙай әпәүләп ҡараны Сәғирә, исмаһам, йомортҡа бешереп тә ашай белмәй бит. Яхъя ни әйтергә лә белмәй, бер нөктәгә ҡарап ултырыуын дауам итте. Ә ҡатыны уны ауыл осондағы фәҡир йәшәгән, ире фажиғәле үлгән Мәүлиханы бисәлеккә алырға күндерҙе.
"Бөгөндән өйгә килтер, мине лә ҡарар һуңғы көнөмә хәтлем, үҙеңә иптәш тә булыр", – тигәс, икеһе лә шым ҡалды...
...Иркен йорт Мәүлиха өсөн хан һарайылай тойолдо. Ул ауырыу ҡатынға төрлө дарыу үләндәре эсерә, өҫтөн таҙа тота, тәмле итеп ашарға бешерә. Ҡыҙыҡ, ирле-бисәле булып йәшәп алды ла китте тегеләр, әйтерһең, яңы ғына өйләнешкәндәр. Шул уҡ ваҡытта Сәғирәнең дә йөҙө асыла, әҙләп кенә тамағына аш бара башланы. Был ни хикмәт: әлегә хәтлем карауатында ҡуҙғалмай тик ятһа, хәҙер һирәкләп булһа ла йөрөй ҙә.
Ире иһә сит ҡатынға эҫенеп өлгөргәйне. Теге ваҡыт Сәғирәнең өгөтләүе буйынса улар хатта законлы рәүештә айырылышты, һәм Яхъя Мәүлиха менән никахҡа инергә лә өлгөргәйне...
...Беҙгә ҡунаҡҡа килгән алыҫ туғаным был хәлде тәфсирләп һөйләй, ә беҙ ауыҙыбыҙҙы асып тыңлайбыҙ. Аҙағы нимә менән бөтөр?
"Яхъяға ике бисә менән йәшәүҙән башҡа сара ҡалманы, – тине был тарихты һөйләүсе. – Әйткәндәй, ҡатындар бер йортта татыу ғүмер итә һәм серҙәштәр. Сәғирә үҙен аяҡҡа баҫтырған өйҙәш ҡатынға сикһеҙ рәхмәтле лә..."
Фото: zen.yandex.ru