Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Ғинуар 2024, 07:00

"Беҙ һине күптән үлгән тип уйлағайныҡ"

Райондарҙа йөрөгәндә ошондай хәбәр ишетергә тура килә сатирик Марсель Сәлимовҡа. Әсе телле әҙипте ҡайһы берәүҙәр үлтерергә теләһә лә,  бөгөн ул аҙ ҙа түгел, күптән түгел 75 йәшен туйлай. Тыуған көнөнң мөбәрәк булһын Марсель ағай! Ныҡлы сәләмәтлек, көр кәйеф теләйбеҙ. "Шоңҡар" ҡустың.

"Беҙ һине күптән үлгән тип уйлағайныҡ""Беҙ һине күптән үлгән тип уйлағайныҡ"
"Беҙ һине күптән үлгән тип уйлағайныҡ"

 

Сәлимов Марсель Шәйнур улы (3 ғинуар 1949 йыл) — Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры һәм яҙыусыһыжурналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2021). 1988 йылдан СССР-ҙың Яҙыусылар һәм 1976 йылдан — Журналистар союздары ағзаһы. Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы (2016)[2]Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2021), Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1999), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1998).

Шулай уҡ:

  • «Һәнәк»журналының баш мөхәррире (1980—2010);
  • Башҡортостан Журналистар союзырәйесе (1996—2006);
  • Рәсәйфәндәр һәм сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы (2008);
  • Рәсәй әҙәбиәте академияһының ағза-корреспонденты (2009; 2013 йылдан — ағзаһы)[3];
  • РәсәйШиғриәт академияһының ағза-корреспонденты (2011);
  • УкраинаХалыҡ-ара әҙәбиәт һәм сәнғәт академияһы ағзаһы (2014);
  • Халыҡ-ара Мәҙәниәт академияһының вице-президенты (2016)[4];
  • Башҡортостан Республикаһының Журналистика ветерандары берләшмәһенең совет рәйесе[2].

Биографияһы

Марсель Шәйнур улы Сәлимов 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Борай районының Сәйет-Көрйә ауылында тыуған.

1956—1964 йылдарҙа үҙ ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡый, 1966 йылда Ҡалтасы районының Красный Холм ауылындағы урта мәктәпте бөтөрә.

1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Бында яҡшы уҡыусы филологтарға бирелгән Радищев стипендияһын ала, уҡыу йортоның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм ғилми эштәр менән даими шөғөлләнгәне өсөн Башҡорт дәүләт университетының ВЛКСМ һәм профсоюз комитеттарының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булып, 1971 йылда университетты «ҡыҙыл диплом» менән тамамлай.

Шул уҡ йылда, Совет Армияһының запастағы офицеры булараҡ, хеҙмәткә алына һәм СССР Ҡораллы Көстәренең Төньяҡ ғәскәри төркөмө составында Польша Халыҡ Республикаһы территорияһында ике йыл хәрби хеҙмәт үтә. Хәрби һәм сәйәси әҙерлектәге уңыштары, өлгөлө тәртибе һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн Маҡтау грамотаһы менән әрменән ҡайтҡан Марсель Сәлимов — отставкалағы майор.

1973 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген республика сатира һәм юмор журналы «Һәнәк»тә әҙәби хеҙмәткәр булып башлай. Журналистикала етерлек тәжрибә туплаған һәм абруйлы Свердловск юғары партия мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған Марсель Сәлимов 1980 йылда баҫманың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Был вазифала 2010 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. 1992 йылда нәҡ уның башланғысы менән «Һәнәк» журналының русса варианты — «Вилы» нәшер ителә башлай.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Марсель Сәлимов мәктәп йылдарынан уҡ әүҙем йәмәғәтсе булып үҫә. Урта синыфтарҙа уҡығанда пионер отряды советы рәйесе һәм стена гәзите мөхәррире вазифаларын башҡарыу менән бергә һәүәҫкәр сәнғәт смотрҙарында һәм спорт ярыштарында ла даими ҡатнашыусы һәм күп осраҡта еңеүсе була. 1963 йылда комсомолға алына, һәм уны синыф комсоргы итеп һайлайҙар. Был йәмәғәт эштәрен ул Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда ла дауам итә: төркөм комсоргы, факультеттың комсбюро ағзаһы. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндә подразделение комсомол ойошмаһы сәркәтибе, аҙаҡтан хәрби частың ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары итеп һайлана.

Артабанғы йылдарҙа Марсель Шәйнур улы үҙенең көндәлек хеҙмәт эшмәкәрлеген республика һәм юғарыраҡ кимәлдәге йәмәғәт эштәре менән бергә уңышлы алып бара. 1973 йылда Коммунистар партияһына ҡабул ителә, редакциялағы тәүге партия ойошмаһы секретары һәм КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының штаттан тыш инструкторы була.

1996—2006 йылдарҙа йәмәғәт башланғысында Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.

 Башҡорт Википедияһы

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас