Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Ғинуар 2024, 06:10

Ҡыҫыр болот Хикәйә

Ил кешеһе булды, бала әсәйһеҙ ҡалды. Ә йөрәгендә директорҙың ыҫылдаған зәһәр һүҙҙәре уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырҙы. Стенала бихисап миҙалдар, затлы бүләктәр, әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары, әммә улар һис кенә лә ғаилә наҙын алмаштырмай шул.

Ҡыҫыр болот  ХикәйәҠыҫыр болот  Хикәйә
Ҡыҫыр болот Хикәйә

Ҡыҫыр болот

“Эңә-эңә-эңә...” Ярһып бала илай, асыҡҡанмы, аҫты еүешме, әсәһен эҙләйме? Әй, бала, бала... Әсәй һине йөрәге аҫтында туғыҙ ай буйы йөрөтә, ошо яҡты доньяға тыуҙыра, йәшәү бүләк итә. Һин үҙаллы тын алып йәшәр өсөн тыуыу менән ауаз һалаһың. Илау бала өсөн нимәлер кәрәкте аңлата, үҙенә йәлеп итә. Күпме ыҙаланып үҫтерә кеше балаһын: төн йоҡоларын ҡалдыра, бар яҡтан да ҡурсалап ғүмер буйына “балам” тип яна...

 

Х Х Х

Бына тағы бала илай. Юҡ, бары уның ҡолағына ғына ишетелә. Нимә эшләргә?. Әй, Аллам, нисек былай йәшәргә була инде. Көн дә ҡабатланған сабый илауынан Хәлиҙә арый, тышҡа сығып, һауа алмаштырып, кешеләрҙе күҙәтеп инә. Ҡапҡа тышындағы ултырғыста ултырып, ишек алдындағы балалар уйнағанын күҙәтә лә, таныш тауыш эҙләй. Был ваҡытта бала илағаны тымып тора.

Нисә тиҫтә йылдар ҡабатлана ошо хәл. Хәлиҙә башын, ҡолағын баҫып ҡысҡырып илай башланы. Күңеле булғансы буҫығып иланы ла иланы. Шунан ҡапыл күҙҙәрен һөртөп:

- Әй, Хоҙайым! Мине ғәфү ит, кисер балаҡайым!

- Мин гонаһлы. Беләм, тик нимә эшләйем, үҙ йәнемде ала алмайым!

- Бәлки, ваҡыты икенсе булһа, бына хәҙерге заман... .

- Кисер Хоҙайым, кисер мине, бер аҙ ғына булһа ла тыныслыҡ бир! Илаһи йәнем өсөн. . ”

- Эй, Хоҙайым, мине кисер, зинһар! Нимә генә эшләйем икән, балаҡайым минең ҡайҙарҙа йөрөйһөң икән, эээ, сабыйҡайым, бер генә лә иҫтән сыҡмайһың. Нимә эшләйем һуң?.. Ээээ...

Иҙәнгә шыуып төшөп, тәгәрәләп ҡулы менән иҙәнде төйә-төйә аҡырып иланы ла иланы. Илауҙан арып, шыуышып карауатҡа менеп ятҡас, ипләп кенә уҡый башланы:

- Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим...

Һәм күҙ йәштәре субырлап доға уҡый башланы. Доға уҡып тынысланып,

бер аҙ баҫылып ултырҙы. Күҙҙәрен йомоп онотолғандай булды...

 

Х Х Х

Бер китһә кирегә, ғүмер буйы эҙәрлекләй. Рәсих ағай менән Хәйерниса еңгәйҙең ғаиләһен дә шул көтә. Ябай крәҫтиән ғаиләһе һәүетемсә йәшәгәндә бер-бер артлы тыуған балаларын икәүләп үҫтерергә тура килмәне Рәсих ағайға. Көләс йөҙлө Рәсих ағайҙы ҡулға алдылар. ”Бүренең ашаһа ла, ашамаһа ла, ауыҙ-мороно ҡан булыр”, - ти халыҡ мәҡәле. Нимә булған, ни өсөн уны алып киттеләр? Быны бер кем белмәне, бер кем өндәшмәне, заманы шундай ине. Хәйерниса еңгәйҙең ҡара көйгән йөҙөнән генә ниндәй хәлдә икәндәрен аңларға була ине. Кемдәндер: “Ташбулат ауылы аша ҡулға алынғандарҙы тәфтишкә алып китәләр”, - тигәнде ишетеп, Хәйерниса еңгәй булған икмәген, бер-ике бешкән бәрәңгеһен яулыҡҡа төрөп, башын баҫып йүгереп китте. Ауыл аралары арыуыҡ ҡына, етмеш-һикһән саҡрым, тик өлгөрмәне. Оҙон булып һуҙылған кешеләр сылбыры үтеп киткәйне инде. Арып, арманһыҙ булып ҡайтты. Бына шул китеүенән Рәсих ағайҙы күреп-белеүсе булманы. Кәбәнгә төшкән энә кеүек юғалды. Хәйерниса еңгәй балаларына иғтибарлы, һөйөклө әсәй ине. Биш йыл үтеүгә ҡайғыларҙан арына алмай, балаларын ас итмәҫкә тырышып үҙенең аслы-туҡлы йөрөүенең һөҙөмтәһе инде, бар билдәһеҙлектә (иренең үлгәнен белмәй) яҡты донъянан китеп барҙы . Еңгәй үтеүгә , “Рәсих үлгән” тигән хәбәрен генә еткерҙеләр. Йылдар үткәс, балалары тикшереп яңылыш ебәрелеүе ғәйепһеҙ ултырыуы асыҡлана. Уның һымаҡ кешеләрҙең иҫәбе лә, һаны ла булмай...

Бер туғаны ла балаларҙы алырға уйламай ине, һәр хәлдә “мөһөрлө балалар” кемгә кәрәк?. ”Дандары” алдан йөрөнө. Иҫке өй, эсе тулы бала-саға, һарайҙа елдәр уйнай. Етемдәрҙе интернаттарға тараттылар. ”Мөһөр” алдан йөрөнө. Хәлиҙәне Татлы ауылының ятағына ебәрҙеләр. Зирәк ҡыҙ яҡшы уҡыны, тәртипле булды. Күберәк китапханала ваҡыт уҙғара, туғандарын һағына, кешегә күрһәтмәй илай-илай ҙа, “юҡ, мин бирешмәйәксемен, туғандарыма ярҙам итәсәкмен”, - тиеп үҙен ҡулға ала. Ятаҡ йылдары үтеүгә, ете класты бөткәс, Өфөгә уҡырға инде. Ә инде уҡыу еңел бирелгәс, бар теләге ун һигеҙ йәше тулһа - эшләргә! Бар өмөтө-хыялы: туғандарын алырға, ятаҡта кеше ҡулында ҡалдырмаҫҡа, үҙ өйҙәрендә көн күрерҙәр ине. Ҡасан был хыялы тормошҡа ашыр, Хоҙай үҙе белә инде. Бер йыл уҡыуҙы уңышлы ғына бөткәс, тәрбиәселәр менән кәңәшләшеп, үҙе уҡыған мәктәпкә ҡайтырға теләк белдерҙе. Районға ҡайтып һөйләшкәс, Хәлиҙәне Ҡарабулат мәктәбенә ебәрҙеләр. Йәш ҡыҙҙың был шатлыҡҡа нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Шундай ҙур шатлыҡта аяҡ баҫты мәктәпкә. Мәктәп ҙур түгел, шуға күрә ул бик тиҙ үҙ кеше булып китте. Директор урта йәштәге берҙән-бер ир, йәш ҡыҙға күҙ һалып, баштан - аяҡ тикшереп ҡарап ҡуйҙы. Ә Хәлиҙә балаларға бар белгәнен өйрәтте, үҙе лә бит бала ғына, уҡыусылар менән уйнай, улар өсөн яңынан-яңы уйындар уйлап табып тора. Уларҙа йәш уҡытыусыға яҡшыға - яҡшылыҡ менән яуапланы. Байрам, ярыштар... барыһы эсендә ҡайнаны.

Тәүге мәртәбә ҡатын-ҡыҙҙар байрамын әсәйҙәргә концерт күрһәтеп ҡотланылар. Балалар менән концерт номерҙары әҙерләнеләр. Уҡыусылар бар яҡтан маһир: бейейҙәр, шиғыр ятлайҙар, йырлайҙар, пьесанан бәләкәй генә күренеш сәхнәләштереп ебәрҙеләр. Үҙҙәренең был концертына бар ихласлығын һалды улар.

Тамашасылар бик ҡәнәғәт ҡалды, ихлас ҡул сапты, кемдер күҙҙәренә йәш алып ҡуйҙы. Шулай булмай, һәр кемдә үҙ балаһына ғорурлыҡ тойғоһо уяныу ғына түгел, шатлыҡ солғай ине.

Бына шул кис... Эх! Мәктәптә йәшәй ине Хәлиҙә. Бына шул кис бер-аҙ ҡыҙмаса директор кеше аяғы һил булғас килеп инде. Бер нәмә лә уйламаған йәш ҡыҙ аңғармай ҙа ҡалды... Ул бит уның түрәһе. Йәш уҡытыусы килеп ингән “саҡырылмаған ҡунаҡты” сәй эсергә саҡырҙы.

Этте иркәләтһәң – иренең ялар, түрәне иркәләтһәң – илеңде талар, тиҙәр. Ә ул боҙоҡ телле, бәрәстәрҙе ашарға килгән, бүре булып сыҡты! Эйе, ул сәй эсергә килмәгән ине шул. Хәлиҙә тиҙ генә бар нәмәһен өҫтәлгә теҙҙе, сынаяҡтар сығарып ултыртты.

- Дә, бик матур уҙғарҙың бөгөн байрамды, күрҙең бит халыҡ таралырға теләмәй ине.

- Рәхмәт.

- Бына шулай мәктәп бергә йәшәргә тейеш ата-әсәләр менән, нисек уйлайһың?

- Эйе. Ата-әсәләрҙе балалар тормошона буш ваҡыттарында ылыҡтырыу файҙалы буласаҡ.

Ә үҙе Хәлиҙәне күҙе менән күптән сисендерә ине. Тик уны ҡыҙ күрмәне, бер ҡатлы, кешегә ышаныс менән ҡараған йәш уҡытыусы ике ятып бер төшөнә лә инмәгән ине ундай уйҙар. Ә түрә-яуыз ҡорбанын һағалап торған.

Һәм ул ҡыҙҙы боролған арала арттан килеп ҡыҫып тотоп алды.

- Был ни эшләүегеҙ, ебәрегеҙ?!

Тик ... Көрмәкләшеп, өҫтәлде әйләндерҙеләр, бар нәмә ҡолап төштө, аяуһыҙ алыш башланды, ҡыҙ бар көсөнә ҡысҡырып ҡараны. Әммә уны бер кем дә ишетмәне, ә директор бар яҡтан да уйлап, әҙерләнеп килгән. Мәктәп ишеге эс яҡтан бикләнгән, мәктәп ҡарауылсыһын ҡайтарып ебәргән.

Хәлиҙә ҡысҡырғанын бер кемдә ишетмәне, башын бәргесләп бөттө, тик көрәш тиңһеҙ ине. Йәш уҡытыусыға ярҙамға бер кем дә килмәне…

Иртәгеһенә көнө буйы илап ятты. Директорға күренмәй йөрөргә тырышты, тик бер ай үтеүгә, ҡоҫҡоһо килеп, ауырлы икәнен аңланы. Хужа бер үҙе ҡалғанды һағаланы ла ул ултырған бүлмәгә инде.

- Мин ауырлы... .

Ә директорың йөҙө боҙолдо:

- Нимә кәрәк тағы? Нимә уйлап сығарҙың?... Онотма, кем балаһы икәнеңде! Мин абруйлы кешегә ҡаршы барма! Баструк, минең бер һүҙ, атайың юлы асыҡ. Тегендә был турала бер кемдә онотмаған! - тиеп ауыҙ асырға ла бирмәне.

- Ҡара һин уны, ”етем бала аҫыраһаң, ауыҙ-мороноң ҡан булыр, етем быҙау аҫыраһаң, ауыҙ-мороноң май булыр”, тигәне дөрөҫ! Оятһыҙ!

Мәктәп хужаһының имәнес, ҡырағай һүҙҙәре, майлы, хәйләкәр, ытырғаныс ҡарашы ябай, эскерһеҙ Хәлиҙәгә онотолмаҫлыҡ булып ғүмерлеккә һеңеп ҡалды. Ҡалыу ғына түгел, ваҡыты-ваҡыты менән ҡыҙҙың башын ҡайната ине. Теге һорау менән бер ваҡытта ла ишек шаҡырға кәрәкмәгәнен ҡыҙ аңланы. Үҙ-үҙен, ишекте асып, хәбәрҙе уртаҡлашҡаны өсөн, көн- төн әрләп үкенде.

Яҙ етеп, май аҙағында муйыл сәскә атҡан мәлдә Өфөгә уҡырға китте, башҡа бер кем менән дә һөйләшмәне, һөйләмәне лә, тешен ҡыҫып түҙҙе. Уҡыуын бөтөрөп ауылға ҡайтты. Йәй көндәре мәктәптә бер яңғыҙы эшләне, уға шул кәрәк ине. Көҙгә балалар килеүгә, Хәлиҙә тулыланып, көләс йөҙөн тут баҫҡан ине. Шаян апайҙары юҡ ине. Ауыл халҡы һиҙенә, баш сайҡай кемдер: беҙ түгел бит, йәшереп булмай. Ә мәктәп ҡарауылсыһы һиҙенә, тик бер кемгә ләм-мим. Ваҡыты шундай: ауыҙ асып бер һүҙ әйтеү үҙ-үҙе менән мәңгелеккә хушлашыуға барәбәр.

 

Х Х Х

Ауыр эштә үҙен аяманы, эсен һыға быуып йөрөнө. Көҙгә Өфөгә уҡырға барыуға бала ваҡытынан алда тыуҙы. Фатирҙың хужабикәһе ярҙамында бала тыуҙы. Ҡыҙ бала, хәлһеҙ генә бер төйөр, өнө сыҡмай. Хужабикә сабыйға ипләп кенә һуҡты һәм бала тауыш биреп, илап ебәрҙе. Баланы әбей йыуып, төрөп йәш әсәнең эргәһенә һалды. Бала ҡапыл тынысланып йоҡоға китте. Хужабикә әбей баланан бушанған Хәлиҙәгә йылы сәй алып килде. Иртәгә имтихан көнө, үҙенең хәле лә юҡ. Ә бөгөн йоҡларға.

Шулай ҙа иртүк, көс табып торҙо, үҙен ипкә килтереп, сабыйҙы ҡалдырып уҡырға китте. Ҡайҙан көс килгән, ике имтиханды тапшырҙы. Фатирға ҡайтыуға, хужабикә балаға һыйыр һөтөн табып имеҙгән, хәлһеҙ сабый көн-төн йоҡлай. Йәш әсә түшенә сабыйын һалманы, төнө буйы бала шыңшып, иланы ла иланы. Хужабикә өгөтләп ҡараны, йәш әсә сабыйҙы “балалар йортона бирергә” ҡарар сығарҙы. Ике аҙна бик тиҙ үтте. Ауылға ҡайтырға ваҡыт етә. Алып ҡайтырға ярамай, эштән ҡалыуы бар. Балалар йортон эҙләп тапты, эргәһендә ҡарап торҙо. Барыһын да күҙ уңынан үткәрҙе, индереп бирһә, фамилияһын, ҡайҙан икәнен һорарҙар, эш еренә, районға фаш итерҙәр, директор бик тиҙ эштән бушатыр. Баланы иртәгә ҡайта торған көндә алып килергә ҡарар итте. Йылы көҙ көнө. Бар булған кәрәк ярағын йыйып, сабыйҙы хужабикә биргән йүргәккә төрөп, тура балалар йортона атланы. Барып еткәс ҡарап торҙо, уйланды, баланы күкрәгенә ҡыҫып “ғәфү ит, балаҡайым! Зинһар, кисерә күр, шулай яҡшыраҡ булыр... ” - тиеп, ҡаршыла үҫкән ағас төбөнә һалды ла, йүгерә-йүгерә күҙҙән юғалды. Артҡа ҡараманы, ҡарарға ҡурҡып, тура вокзалға китте.

 

Х Х Х

Аяҡтары ҡалтырай, йөрәге дерелдәй ине. Аяҡтары тыңламай, нисектер артҡа ҡарай һөйрәй, күҙҙәре томаланды, ”бурҙың бүрке янған кеүек” тирә- яғына ҡаранды, әммә ниндәйҙер көс табып вокзалға инде. Поезға билет алды, тирә-яҡҡа күҙ йүгертеп, вагонға ашыҡты. Белмәйем, нимә булды? Күҙенә йәш тулған Хәлиҙә ашығып вагонға үрелгәндә, ҡолап китте, ярты кәүҙәһе тимер юлына төштө, вагон ҡуҙғалды, аяҡтар өҫтөнән вагон тәгәрмәстәре үтте лә туҡтаны. Йәш ҡатындың ике аяғы ла сатнап һынған ине.

Был тағы ла тормош кирелегеме? Әллә сабыйҙың күҙ йәштәреме? Эйе, аяҡтары йүнәлде. Йүгереп кире эшенә сумды. Баш баҫып эшләне лә эшләне. Уҡыуын бөтөрҙө, туғандарын ҡараны, мәктәп директоры райсоветта белгес кимәленә үҫте. Тормошҡа сыҡманы.

Хәлиҙәнең йөрәгендә директорҙан үс алыу тойғоһо уяна торғайны, әммә үҙ-үҙен ҡулға алып, сабыр ғына йәшәне. Башындағы уйҙар йоҡлап ятҡан дейеү-йылан ҡалҡып – ҡалҡып килеп сыға торғайнылар, ”Килер ваҡыт, осрашырбыҙ, алырмын мин балам өсөн үсемде, ҡайтарырмын ҡономдо”- тип йәшәне. Директор Хәлиҙәне урап үтер булды, ә инде тура килһә, осрашырға, меҫкен хәленә төшөп, тормошҡа зарланып, юҡ сәбәпте бар итеп тиҙерәк тайыу сараһын ҡарар ине. Бының сәбәбе: йәш ҡатын уны бер мәртәбә ғүмерлек урынына ултыртты.

Яңы эш башлаған мәле ине райсоветта, директор ғыжылдап, ишекте тибеп асып, зәһәр тауыштар сығарып килеп инде лә, Хәлиҙәне күреп, күҙҙәре маңлайына менде, тик ғыжылдауын дауам итте. Ә ҡатын бик юғары тауыш менән:

- И. И. . ултырығыҙ, тауыш күтәрмәгеҙ! Үҙеңдең кемлегеңде онотма! Иҫегеҙгә төшөрөргә кәрәкмәйҙер бит. Баструк! Минең йөрәк түрҙәрендә бер кем дә белмәгән серҙәр ята, бер генә шырпы етә. Һеҙҙең партбилетегеҙ минең ҡулдарымда, “ҡара” эшегеҙҙе кеше белмәй, әммә мин кешеләрҙең күҙҙәрен аса алам.

- Минн... Хә... ғәфү ит. Ул ҡасан булған... Онотайыҡ...

- Әәә. Шулаймы ни!? Кеше яҙмышын нисек һеҙ хәл иттегеҙ? Мине - ҡыҙ баланы мыҫҡыллауың? Һинең һымаҡтарҙы төрмәлә серетергә кәрәк, миңә нимә тип әйткән инегеҙ? Мин иҫләйем, эйе, атайымды бер юҡҡа алып киткәндәр. Әммә ул ваҡытта, һеҙҙе ебәрергә кәрәк булған. Һине нисек ер күтәрә икән?! Ниндәй хәшәрәт! Кеше аҡтығы урыныңды бел. Баш күтәреп ҡарама. Ер менән тигеҙләрмен.

Иҙәнгә тубыҡланып, шыуыша башланы, Хәлиҙә асыулы, зәһәр ҡараш ташлап:

- Шыл, ҡәбәхәт, минең юлыма тап килергә тырышма, көлгә әйләндерәм... Сығып кит...

Ул сығыуға, урынына шап ултырып күҙҙәренә йәштәр тулып, башын тотоп бер аҙ ултырҙы ла илап ебәрҙе. Шым ғына һығылып-һығылып иланы, үҙенең көсһөҙлөгөнә, бер нәмә лә эшләй алмағанына иланы. Их, бына теге ваҡыттағы ҡыҙға хәҙерге Хәлиҙә булһа! Сабыйы ла уның менән булыр ине. Тиҙ генә үҙен ҡулға алып, һикереп тороп тәҙрә аша тышҡа баҡты. Тормош ептәре бер ҡыл кеүек теҙелеп күҙ алдынан йүгереп үтте. Хәлиҙә – һалдат, бер ҡыл сыбығы кеүек сымдан атлап бара ине. Бер яңылыш аҙым, ялтайырға намыҫы, выжданы ҡушманы. Һәр ваҡыт күңелендә, йөрәк түрендә ағас төбөндә ҡалған гонаһһыҙ сабый йәшәне.

Оҙаҡ эшләй алманы директор, Хәлиҙәнең ярҙамы менән мәктәп завхозы булып күсерелде. Завхоз-директор райсовет хеҙмәткәрен урап үтер булып китте, бик тиҙ ҡартайҙы, һәр саҡ ниндәйҙер хәбәр ишеүҙән ҡурҡып йәшәне.

Хәлиҙә ҡурҡытһа ла, үҙенең карьераһы өсөн, эсендә сер һаҡлап йәшәй бирҙе. Ул аңлай ине, бала ташлап киткән “бәғерһеҙ” әсәне, партия хупламаясаҡ. Йәш ҡатын - һалдат йәнендә ике кеше йәшәй, береһе – иленә тоғро, йәнен-тәнен аямай эшләгән хеҙмәткәр, ә икенсеһе – бәғерһеҙ әсә. Ул – үҙ балаһын, яңы тыуған бер ғәйепһеҙ бәғерен ташлап киткән кеше.

Бар яҡтан да килгән Хәлиҙәне туғандары ихтирам итте, яратты. Хәлиҙә улар өсөн барыһын да эшләргә әҙер, туйҙарын, байрамдарын бергә үткәрә. Туғандарының балаларына бүләк, күстәнәстәр йәлләмәй, балалар менән аралашырға ярата. Улар менән ғорурлана. Ғүмер дауам итә, ваҡыт ҡуласаһы сапҡан һайын Хәлиҙәнең әрнеүе көсәйә.

 

 

Йылдар уҙған һайын сабый илаған тауыш көсәйгәндә-көсәйә ине. Төштәренә инә: ”Әсәй ниңә ташлап киттең, мин һағындым, көтәм, кил!”-тип ҡыҙ бала ҡулын һуҙғандай. Шыбыр тир булып уяна ла оҙаҡ ваҡыт йоҡлай алмай ята.

Бер ваҡытта ла ир һөймәне, үҙ балаларын да һөйә алманы. Һәр ваҡыт, директорҙың һөмһөҙ, зәһәр күҙҙәре торҙо. Заманаһы шулай ине, аҡлар, яҡлар кешеһе булманы. Ә үҙеңде үҫтерер өсөн, ирһеҙ бала табыу иң беренсе кире дәлил ине. Ә теге ағас төбөндәге сабыйҙы һағынып йәшәне, үкенә. Ил кешеһе булды, бала әсәйһеҙ ҡалды. Ә йөрәгендә директорҙың ыҫылдаған зәһәр һүҙҙәре уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырҙы. Стенала бихисап миҙалдар, затлы бүләктәр, әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары, әммә улар һис кенә лә ғаилә наҙын алмаштырмай шул.

”Моңһоҙ ҡурай булмаҫ! Ҡыу ағаста, япраҡ үҫмәҫ, моңо юҡтың, заңы юҡ, өнө юҡтың, юлы юҡ” - тип йәшәй. Юҡ, был доньяла йәшәмәй ул, ер менән күк араһында ҡалған бер болот!

Эйе, эйе бер ҡыҫыр болот. Бер ваҡытта ла ергә ямғыр тамсылары төшмәҫ, тик кистәрен мендәр генә түҙә. Ер-әсәнең һыуға сарсаған сағында ҡыҫыр-болот туйындырмаҫ. Ә үҙе ниңәлер өмөт менән йәшәне, йәшәй. Бына мөғжизә булыр кеүек.

Берҙән-бер генәһен ул көн дә арып-талып ҡайтып ятыр өсөн урын һалғанда меңдәр араһынан табыр төҫлө. Ошо бер генә “хыял” талсыҡҡан йәнен көйрәтте.

Хәлиҙә аяттар уҡый, ә мейеһен бер һорау сүкей. ”Ҡайҙа икән балаҡайым, бауыр итем, ниҙәр генә кисерә, ас йөрөмәйме, ниндәй икән?” Ҡайһы саҡта хатта урамда кешеләр араһынан ул таныш күҙ ҡараштарын табырға теләне. Әсә йөрәге сабый ҡыҙсыҡты бер ваҡытта ла онотманы, табырмын, бәлки, үлмәҫ элек тап булыр, мин танырмын һәм ҡосоп алыр инем, “балам!” тиеп өмөтөнән төңөлмәне.

“Эңә, эңә, эңә”... Әллә сабый, әллә йыһан илай?! Ҡолаҡтан үтеп мейене быраулай, йән генәһен иҙә. Ҡолаҡта сеңләй бала тауышы. Сыҙар әмәл юҡ. Сабый зары йәнә күкте иңләй...

 

Х Х Х

Көҙ. Йылы яҡҡа осоп барған ҡоштарҙың күҙ йәштәре әллә ергә шыбыр-шыбыр түгелә?! Нисәнсе ҡат Хәлиҙә, берсә тәҙрә төбөндәге ут гөлдәренә, берсә ҡарағусҡыл болотто иңләүсе ҡыр ҡаҙҙары тубына бағып гүзәл миҙгелде оҙата. Ә ямғыр, әйтерһең дә, мин бит ҡыҫыр болот түгел, тиеп тотош Ер шарын мытҡып алып, үс иткәндәй тыпылдай ҙа тыпылдай ...

Ә “Ҡыҫыр – болот”, күккә ҡарап, көҙҙө оҙата...

Сәфинә ХӘКИМОВА.

Фото: radikal-photo.ru

 

Автор:
Читайте нас