Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА
Ҡарасәс
Повесть
3
***
Сәкинә бөгөн эшенән ҡабаланып, йүгерә-атлай ҡайтты. Нәҙершаһы килеп инер мәле үтеп китте, ә ул һаман юҡ. Әсәһе икенсе көн инде ҡоймағын ҡойоп, ашын бешереп көтә. Ҡыҙын күреп, ҡыптыр-ҡыптыр килә һалып инде.
– Юҡмы шул малай, ә? Ҡайҙа йөрөй икән? – тине борсолоп. – Ҡалай ғына һыуытып ебәрҙе. Ашымды сығарып, туңдырып торҙом.
– Бөгөндән ҡалмаҫ, моғайын.
Сәкинә мейескә утын тығып, ҡаҙанға һыу тултырҙы. Үҙе әленән-әле тәҙрәгә күҙ һала. Ул арала һыуы ҡайнап сыҡты. Самауырға ҡойоп, ҡуҙ төшөрҙө. Ашъяулығын йәйеп, ҙур еҙ батмусына шәшкеһен теҙгән арала тағы тәҙрәгә күҙ һалды ла ҡапыл:
– Ят кешеләр инеп килә түгелме?
– Нәҙерша лаһа, тегеләре кем? – Икәүләшеп ҡаршы сыҡтылар.
– Ана, минең әсәй менән өләсәй. Көтөп кенә торалар, – тине Нәҙерша. – Атты кәртәгә индерәйек. Әсәй, өләсәй, һеҙгә килен әпкилдем. Ҡаршы алығыҙ!
– Һауҙармыһығыҙ! Ошо бала теләһә нәмә һөйҙәр ҙә торор, – тине өләсәһе, ейәненең арҡаһынан тупылдатып һөйөп.
– Ысынсы!
Ислам һеңлеһен сананан төшөрөшөп, өҫтөндәге толобон систереп алып санаға һалды.
– Һаумыһығыҙ, ҡоҙағыйҙар! – тип ҡул биреп күрешеп сыҡты.
– Аллаға шөкөр!
– Тегеләр бер-береһенә ҡарашты.
– Ә-ә-ә, шаймы, ниңә алдан хәбәр итмәнегеҙ? – Сәкинә йылп итеп Ҡарасәс эргәһенә килеп баҫты.
– Өшөмәнеңме, ҡыҙым? Көнө ҡапыл һындырҙы.
– Собханалла, машаллаһ! Әйҙә өйгә, балам.
“Ҡәйнәләр ошолай була икән. Былай ихлас, яғымлы ғыналар”.
– Һаумыһығыҙ! Өшөтмәне, – тине тартынып ҡына.
– Алдан белмәгәс ни. Әйҙәгеҙ, өйгә инә һалығыҙ!
Ислам менән Нәҙерша сананан һандыҡты күтәреп алып, икеһе ике яҡтан тотоп өйгә алып инеп киткәс, ҡатындар шаярыу түгеллегенә тамам ышанып, ҡыҙҙы ҡосаҡлап һөйә башланылар.
– Әйҙә, балам, үт-үт, оялма! – тип һамаҡлап өйгә индерҙеләр.
– Дыуамал малай, хәбәр итһә ни була. Әҙерләнеп торор инек.
Мөниә әбей соландан ашын индерә һалып, йылытырға ҡуйҙы. Сәкинә түрбашта ниҙер менән булыша башланы.
– Ижәп уҡыттығыҙмы?
– Өлгөрмәнек.
– Һы, атыу Кирам апаң менән Ғәйникамал инәйеңде әбин. Ижәп уҡытайыҡ бер ыңғайҙан. Былай яҙыҡ булыр. Ҡуй, ҡана үҙем. – Мөниә әбей яурынына мамыҡ шәлен генә һалып, сығып та йүгерҙе.
– Эште ҡыҙыуында һуҡҡан яҡшы. Яйлап, иркенләп торорға ваҡыт юҡ. Бары менән байрам, – тине Сәкинә. – Олоға һуғып тормайыҡ, әйеме, ҡоҙа? Ҡулйыуғыс сыуал артында, йыуынып алығыҙ.
Ислам да, Ҡарасәс тә шымышып киткәндәр.
– Дуҫ, нимәгә аптырап ултыраһың? Сисен! Ә һин, кәләшкәйем?
Ана-бына сығып ҡасырҙай булып ултырған ҡыҙ “кәләшкәйем” тигәнде ишеткәс, саҡ илап ебәрмәне.
Күп тә үтмәй эйәртенешеп әбей менән бабай, арттарынан ҡуйынына ҙур ғына төйөнсәк ҡыҫтырып Мөниә әбей күренде.
– Ултырышайыҡ! Ҡоҙа һин түргә мен. Килен һин әлегә шаршау артына ин, йолаһы шулай. – Сәкинә мейес артында бер ағас карауат эргәһендә бәләкәй генә өҫтәл торған урынды күрһәтте лә үҙе барып шаршауын тартып ябып ҡуйҙы. – Ололарға күрнис биргәс кенә һөйҙәшә баштарһың.
Ҡарасәс ҡәйнә була торған кешеһенә ҡарап баш һелкте.
– Булды, тиҙ генә уҡыла ул, шан беҙҙең эргәгә сығырһың.
Теге яҡта “алдым-бирҙем” итештеләр. Ислам ағаһы “бирҙем” тигәс, ҡыйын булып китте. “Бөтөнләй сит-ят кешеләр мине алды булып сығамы?”
Сәкинә күршеләренә яулыҡ, таҫтамал, әсәһе менән Исламға тип бүләк һалды. Килененә күлдәклек тауар бирҙе. Әсәһе ебәргән бүләктәрен иҫенә төшөрөп, ике суҡлы бәләкәй шәл, ойоҡ-бейәләйҙе алып Сәкинәгә тотторҙо. Сәскәле ебәк шәлдәр бик матур ине. “Атайың икебеҙгә лә биреп ебәргән”, – тип күрһәткәйне бер саҡ. Бына кемдәргә яҙған. “Атайым бүләген ниңә үҙенә алып ҡалманы икән, байрамдарҙа матур итеп ябынып алыр ине”, – тип күңелһеҙләнеп уйланды Ҡарасәс. Ана, Сәкинә менән Мөниә бүләккә ҡайһылай шат булдылар.
– Килен, әйҙә бы яҡҡа! Мә, быныһы муллаға, быныһы әбейенә булыр, ҡулдарына бир.
– Ошонда ғына ултырайыммы күрнисте биргәс?
– Ҡуйсы, улай килешмәҫ, – тигәс, эргәләренә сыҡты.
Ни тиклем асыҡһа ла, тамағына барманы, әҙ-мәҙ генә ҡапҡыланы.
Ашап-эскәс, күршеләр оҙаҡ ултырманы, Ислам да урынынан ҡалҡынды.
– Иртәгә ҡайтырһың, ҡоҙа, – тине Сәкинә.
– Юу-ууҡ, ҡоҙағый. Эш атын эйәһенә тапшырырға кәрәк. Тиҙҙән ҡараңғы төшә. Яҡтыла ҡуҙғалайым. Рәхмәт! Һәйбәт ҡабул иттегеҙ!
– Уныһы шулай шул.
Сәкинә менән Мөниә әбей әсәһенә арыу ғына бүләктәрен, күстәнәстәрен әҙерләй һалды.
“Беҙ күптәнән күрмәгән ризыҡтары бар. Әсәйем әйтмешләй, хәлле кешеләрҙер. Һаранға ла оҡшамағандар. Ихлас, алсаҡ күренәләр”, – тип уйланы Ҡарасәс.
– Ярай, ҡарындашым, дуҫ, ҡоҙағыйҙар! Иҫән-һау ғына тороғоҙ! Рәхмәт, ҡунаҡ иттегеҙ! – Ислам һеңлеһенең арҡаһынан һөйҙө, дуҫын ҡосаҡланы.
– Яҡшы ғына ҡайтып ет! Әсәйемә хат яҙып торормон, – саҡ-саҡ әйтте, күҙҙәренә йәш төйөлдө.
– Оҙатырға сыҡма!
– Оҙатам! Һау ғына йөрө, ағый!
Күмәкләшеп оҙаттылар Исламды. Ауыл осона тиклем барам тип, санаға Нәҙерша ла ултырҙы.
Өйгә ингәс, яңынан самауыр яңыртып, өсәүләшеп сәй эскәс, Мөниә әбей ҙә ҡуҙғалды.
Минең өйөм ана ҡаршыла ғына. Бергәләшеп инерһегеҙ иртәгә.
– Балдар барыр, – тине Сәкинә. – Килен, миңә фермаға. Һуң ғына ҡайтырмын. Урын-ереңде күрҙең, һалырһың рәтләп. Ҡашаяҡ һиңә ҡала. Эшкә һуңдарға ярамай. Ҡурҡма, оялма, үҙ өйөңдәге кеүек ҡылан, йәме? – Сәкинә ашығып кейенә башланы.
...Ағаһының юлы ырағансы, һауыт-һабаға теймәҫкә булды. Һүрелә башлаған мейескә утын өҫтәп, һыу йылытырға ҡуйҙы. Сырт-сырт килеп янған усаҡҡа текләп ултыра торғас, илап та алды. “Аллаҡайым, ҡалайтайым? Кейәүгә сығыу шулай була икән. Әйтеүе көс, риза ла булдым. Икебеҙ ҙә бер иш хыялыйҙар. Әллә ашыҡтыммы? Ай, мейем шартлай инде уйҙарҙан. Әсәйем әйтмешләй, булыры булды, кирегә юл юҡ”. Ултыра биргәс, урындыҡтан һауыт-һабаларҙы йыйыштырып, йыуып, кәштәгә теҙҙе, самауырҙы бушатып, көлөн ҡағып, һикегә ултыртты. “Тағы нимә эшләргә? Иҙән таҙа, уныһын иртәгә йыуырмын, кис етте. Хужалар юҡ саҡта өйҙө яҡшылап тикшерәйем”.
Ҙур ғына. Урам яҡҡа өс тәҙрә, береһе кәртә эсенә ҡарай. Оҙон урындыҡ. Түрҙә бейек шкаф. Ағас урҙала кейем-һалым эленгән. Матур ғына һике, арыраҡ өҫтәл. Уртала мейес, унан ары ағас карауат, тағы бәләкәй генә өҫтәл. Ҡарасәстең һандығын шул шаршау менән бүленгән мөйөшкә ултырттылар. Үҙе бер айырым бүлмә һымаҡ булған. Быныһы бик оҡшап ҡалды ҡыҙға. Ингән-сыҡҡандан йәшенеп ултырып ҡалырға мөмкин, тип ҡыуанды. Карауаттан әйберҙәрҙе алып, ҙур урындыҡҡа рәтләп һалды ла үҙенең түшәк-яҫтарҙарын йәйҙе. Унан йылы мейескә арҡаһын терәп, үҙенең түшәк-яҫтарҙарына ҡарап, уйланып ултырған еренән ойоп киткән. Ишек шығырҙап асылғанға күҙен асты.
– Балдар, Нәҙерша? Ҡорғандары ла тартылмаған.
– Әү, мин бында! – тине Ҡарасәс шаршауҙы тартып. – Ул баяғынан бирле юҡ.
– Ыстағим, ҡайҙа йөрөй икән? Оятһыҙ, кәләш алып килгән берәү, ә үҙе ҡасҡан. – Сәкинә асыуланып, тәҙрә ҡорғандарын барып тартты.
– Килер әле, көймәгеҙ, эше барҙыр. – Үҙе эстән генә, таңға ғына ҡайтып инһә ярай ине, тип уйлай.
– Һы, яҡташа уныһын...
... Артынан килгән юрғанына төрөнөп, йоҡлай алмай оҙаҡ ятты. Үҙ өйөнән килгән ҡәҙерле еҫте еҫкәп-еҫкәп ала. Сит-ят ерҙә тәүгә таң аттыра. Кейәүгә сығыуҙы шулай итеп күҙ алдына килтерә инеме? Артынан эйәреп маташҡан малайҙар булды, әммә уларға әйләнеп тә ҡараманы. Үҙе һайлаған, яратҡан егет мотлаҡ икенсе яҡтан булырға тейеш тип хыяллана торғайны. Әйтерһең, сит яҡтағы кешеләр икенсерәк була. Был яҡтағылар бөтәһе лә, әсәһе әйтмешләй, йөрөмтәл, бер урында ғына сыҙап йәшәй алмайҙарҙыр кеүек тойолдо. Өләсәһенең дә, атаң бисәнән-бисәгә йөрөй, тағы нисә баланы һеҙҙең һымаҡ етем итер икән, тип көйәләнгәне мейеһенә һеңгән. Кире ҡайтыу юҡ. Нимә генә булһа ла үҙем ғәйепле, үҙем теләп килдем. Ята торғас, күҙҙәре йомола башланы. Күпме йоҡлағандыр, ишек асылған тауышҡа уянды.
– Таңға тиктем ҡайҙа һәптәндәнең ул? Керпек ҡаҡмай көтөп ятам. Берәү кәләш алған, имеш. Үҙе ситтә таң аттыра. Шым ғына йөрө, килен уяныр.
– Те-те, теге ней, әсей, былай килеп сыҡты ла ул, – тине Нәҙерша тотлоғоп.
– Сеү, бар ана ят тегендә, киленде уятма.
– Әсей, ысын, үҙем дә аптырайым. Минең менән Ғәйнуллаға повестка бар. Хәбәр иттеләр. Иртәгә, әй бөгөн инде – юлға.
– Ай-йй, шулаймы? – Сәкинә урынынан һикереп үк торҙо. – Фрунтҡамы?
– Тәүҙә өйрәтеп алалар, тиҙәр. Ҡапыл ебәрмәҫтәр. Кәләшкә нисек әйтергә икән? Илар микән?
– Әйтмәй ни хәл итәһең. Ҡасып китә алмайһың. Ҡана, ут яға һалайыҡ. Филтәне нығыраҡ ас. Мунса тоҡандырып ебәрергә, әйберҙәреңде барларға. Һәндерә башынан ҡоро утын төшөр, – тип бойорҙо әсәһе.
Нәҙерша һаҡ ҡына килеп утын алып, мейескә тыҡты, сыра һындырҙы. Әсәһе ҡаҙанға һыу ҡойҙо.
Торорғамы-юҡмы тип шым ғына ятты Ҡарасәс. Нәҙершаның хеҙмәткә китеүенә ҡыуанды. Тиҙҙән һуғыш бөтә, тип һөйләйҙәр. Нәҙерша әйләнеп ҡайтҡансы, бәлки, уҡырға ла инер. Унан күҙ күрер. Урынын йыйыштырғас, шаршауын асып, бер ни ишетмәгәндәй, ҡәйнәләре эргәһенә килде.
– Таң менән уяттыҡ таһа, – тине Сәкинә. – Нәҙерша сәй ҡайнағансы тип ятып торғайны.
– Иртә тороп өйрәнгәнмен. – Ҡулйыуғыста йыуынып алды ҡыҙ. – Нимә эшләшәйем?
– Самауырға ҡуҙ төшөр. Әсәйемә йүгерәйем. – Сәкинә көпөһөн эләктереп кейҙе лә ҡабаланып сыға һалып китте.
Шуны ғына көткәндәй, Нәҙерша килеп торҙо ла һүҙ башланы:
– Ней, кәләш, шулай ҙа ул.
– Нимә булды? – Ишетеп ятҡанын һиҙҙертмәҫ өсөн, уға ҡарамай ғына эше менән мәшғүл.
– Повестка бар. Бөгөн кискә китәм, – тине ғәйепле төҫтә.
– Шаймы, һуғышҡа әпкитеп бармаһалар ярар ҙа. Ағайыма ла килде микән?
– Әллә, мужывит килгәндер уға ла. Һин миңә үпкәләмә, йәме? Ҡыҙыҡ ҡына килде лә сыҡты лаһа. Әсәйеңә ҡайтып тораңмы әллә. Унда көтөрһөң. Теләһәң генә, тиеүем.
– Юу-ууҡ, бер киткәс, ошонда ҡалам.
– Ярай һуң үҙең теләгәс. Тик миңә үпкәләп ҡалма. Ҡана, үҙем күтәрәйем. – Нәҙерша ҡайнап, боҫо борҡоп торған самауырҙы урындыҡҡа күтәреп ултыртты.
Әсәләре лә килеп инде.
– Балаҡайым, йәп-йәш кенә көйө һине лә әпкитәләр. Иҫән-аман ғына йөрөгөҙ инде һәр икегеҙ. Ҡасан ғына өңөнә тығалар инде анау фашисын. – Мөниә әбей алып килгән ризығын ашъяулыҡҡа теҙҙе. – Ҡорото, талҡаны, ҡурмасы – юлда ашап барырға. Һәҙер ҡуликмәк бешерә һалырбыҙ. Сәкинә ашыңды һалып ебәр. Әйберҙәрен сәй эсеп алғас теүәлдәрбеҙ. Балам, һин мунса тоҡандыр.
– Әйҙәгеҙ, ултырышығыҙ!
Сәкинә менән Мөниә әбей сәй эскәндә лә бер туҡтауһыҙ кәңәш-төңәштәрен бирҙе.
– Һуғышҡа әпкитһәләр, яндырайҙанып алдан йүгермә. Арттараҡ ҡына йөрө.
– Ҡуйсәле, өләсәй, беҙҙе уҡыталар ғына, шундуҡ ебәрмәйҙәр.
– Көҙ буйы һуғыш уйнатып ятҡырҙылар. Тағы нимәгә өйрәтәләр?
– Хәҙерҙән үк алғы һыҙыҡҡа ебәрмәҫтәр, ҡурҡмағыҙ!
– Ғәйнулла эргәһендә генә йөрө, ул олораҡ, исмаһам.
***
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.