Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА
Ҡарасәс
Повесть
4
***
Сәйҙән һуң йәштәр мунса яғырға тип сығып китте. Баҡса артында ғына аҡҡан йылғала мәке уйылған. Шунан икәүләшеп һыу ташынылар. Ҡарасәс түбәлек аҫтында рәтләп өйөп ҡуйылған утынға иғтибар итте. Йылы ояла бер һыйыр, быҙауы, ике һарыҡ бикләнгән. Ошолайтып өйөлгән утындар беҙгә булһасы. Утын әҙерләүҙәрҙән биҙрәп бөткән. Сей утынды яндыра алмай этләнеүҙәре үҙәгенә үткән. Һыу ҙа эргәлә. Ағаһы утын ташып биреп өлгөрһә ярай ине. Моғайын, уны ла алырҙар.
Ауыл саҡ йоҡонан уяна. Мөрйәләрҙән төтөн күренә башланы. Икәүләшеп шым ғына йөрөп малға бесән һалып, аҫтын таҙартып, кәртә эсендәге ҡарҙы көрәп ҡуйҙылар. Унан өйгә инеп иҙәнгә буйынан-буйына түшәлгән әрмәктәрҙе сығарып ҡаҡтылар. Үҙҙәрендә шаллы иҙән бик һирәктәрҙә генәлер. “Ҡуй, таҙа лаһа”, тиеүҙәренә ҡарамай, иҙәнде йыуып алды. Өйҙәгеләр береһе аш хәстәрләй, икенсеһе юл әйберҙәрен барлай.
Аштан һуң ҡәйнәләре мунсаға китте. Ҡарасәс ҡашығаяҡ йыуған мәлдә, Нәҙерша юҡ булып, унан Ғәйнулланы эйәртеп килеп инде.
– Һаумы, килен? – Ғәйнулла ҡулын биреп күреште. – Кисәге таңға ҡәҙәр һөйләшеп тик ултырғанбыҙ. Ҡустыма асыуланма, йәме?
– Юҡсы, ништәп көйәйем, ти.
– Ғәйнулланы мунсаға саҡырҙым. Хәҙер һин бар?
– Эҫеһенә һеҙ сабынып, рәхәтләнеп төшөгөҙ. Мин эҫене яратмайым. Иң аҙаҡтан барырмын. Ҡана, тағы һыуыҡ һыу әпкиләйем. – Ул һыуға йүгерҙе.
– Кәләшең һылыу ғына! – тигән һүҙ ишетелде өйҙән.
Ситлектән ысҡынған ҡоштай иреккә атылды ҡыҙ. Ҡасан ғына оҙатабыҙ инде тигән уйҙан үҙе лә ҡурҡып ҡуйҙы. Хыялый, әгәр Нәҙерша хеҙмәткә алынмаһа нишләр ине? Ҡыҙыҡ, шулай ҙа була икән. Ҡыҙғаныу, йәлләү хисе уянып та өлгөрмәне. Исмаһам, берәй көн осрашып, һөйләшеп йөрөгән егете лә түгел. Был хеҙмәте уңай тура килде. Уйланырға ваҡыт бар. Һыуҙан килгәндә ҡәйнәләре мунсанан сыҡҡан. Эҫе һыуына өҫтәп, һыуыҡ һыуын яңынан тултырҙы. Егеттәр инеп киткәс, тағы берҙе һыуға барып, биҙрәләрен соланға ултыртты...
– Мунса зерә һәйбәт яғылған, килен. Килеп тороп ҡыҙыу. Нимәштәп икегеҙ бергә барманығыҙ, ә? – тине Мөниә әбей.
– Эҫелә сыҙамайым да ул. Ғәйнулла менән икәүләшеп сабынһындар.
– Уларҙың мунсаһы юҡ. Юл алдынан төшһөн әйҙә яҡшылап. Йәштәр өлгөрөр. Аллаһ бирһә, төшөрҙәр. Һуғышы ғына бөтһөн, – тине Сәкинә.
– Үҙҙәре беләләрҙер ҡалайтырға. Нисәлә ҡуҙғалағыҙ, Сәкинә?
– Яҡты күҙҙә ҡуҙғалырбыҙ. Ғәйнулланың атаһы апара. Һыуынып, кибенеп өлгөрһәләр. Әлүшкә ызнакумдарҙа йоҡтаһаҡ, иртә менән военкоматҡа, Аллаһ бирһә. Әсей, һин килен менән бергә минең урынға фермаға барырһың. Өйрәтерһең.
– Килен, барырһыңмы? – Ул килененә ҡараны.
– Барам, борсолма. Ферма эшен беләм. Бала саҡтан шунда йөрөп өйрәнелгән.
– Уй, ҡайһылай яҡшы. Тыныс ҡына йөрөп килермен, әләйһәң. Әйҙәгеҙ, әйберҙәрен теүәлләп ҡуяйыҡ.
***
Егеттәр йыуынып сығып, ашап-эсеп алғас, юлға әҙерләнә башланылар. Шул арала Ғәйнулланың атаһы ла килеп туҡтаны.
– Яҡты-күҙҙә ҡуҙғалайыҡтыр. Йылы толоптар алығыҙ!
Күршеләр, ауылдаштар килеп тулды. Ололар доғаларын уҡыны. Өләсәһе ейәненең түш кеҫәһенә бетеүен тыҡты.
– Имен-аман ғына йөрөп ҡайтырға яҙһын! – Ейәнен ҡосаҡлап һөйҙө.
Барыһы менән дә хушлашып бөткәс, Нәҙерша килеп Ҡарасәстең ҡолағына: “Ҡайғырып ҡалма, тиҙҙән ҡайтып төшөрмөн”, – тип шыбырҙаны.
– Үәт һин уны, шым ғына кәләш алған, белмәй ҙә ҡалдыҡ. – Ҡарасәс менән геү килеп күреште күршеләре.
Сана ҡуҙғалып китеп, күҙҙән юғалғансы ҡарап оҙатып ҡалдылар.
– Намаҙымды уҡый һалайым. Һин мунса һыуынмаҫ борон инә һал. Аҙаҡ фермаға барырбыҙ, – тине лә Мөниә әбей өйөнә ашыҡты.
“Киттеләр, киттеләр!” – Ҡарасәскә еңел булып ҡалғандай, күкрәген тултырып саф һауа һуланы. Күңеле күтәрелеп, мунса яғына ыңғайланы.
– Бына хыялый, нишләй ул, ә? Кейәү таба алмай ултырған ҡарт ҡыҙҙай, тиҙ генә риза булды ла, хәҙер ана ире армияға китте тип ҡыуана. Ҡайғырма, бына тиҙҙән ҡайтып төшөр, тип йыуатҡан булалар үҙен. Ҡайғыра, имеш. Шатлана. Минең ниҙәр уйлағанымды белһәләр, ни әйтерҙәр ине икән? Хатта ҡысҡырып йырлағыһы ла килә әле. Сысҡанға үлем, бесәйгә көлкө, тигән һымаҡ был. Ололар ҡайғыра. Кем белә, бәлки, тура фронтҡа оҙатырҙар. Ә ул ҡыуана. Үәт, йүләр. Оят түгелме һиңә, ә? Ҡарасәс йән-яғына ҡаранды. Әйтерһең, берәйһе уйҙарын ишетеп, һикерәндәгәнен күреп тора. Үҙ ҡылығын аңламай.
***
Улын оҙатып ҡайтып, ике-өс көн үткәс, Сәкинәләргә кисләтеп кенә бригадир килеп инде.
– Һауҙармыһығыҙ! – тине ул, ишек башындағы сөйгә бүркен сисеп элеп.
Инә һалып сығырға уйламаған был, тип уйлап алды Сәкинә.
– Иҫән генә, ағый! Әйҙә, түргә үт, сәй эсергә генә ултырабыҙ. Ҡалай яҡшы булды. – Сәкинә самауырына ҡуҙ өҫтәне. – Килен, ашъяулыҡты түшәй һал.
– Сәй эсеп тормаһам да булыр, ҡарындаш.
– Ҡуйсы, боҫто ашты бора баҫып ни. Әҙер ҙәһә.
– Әләйһәң, утырайым. – Ҡарт фуфайкаһын сисеп, сөйгә элеп, ах та ух килеп урындыҡ ситенә ултырҙы.
– Килен төшөргәнһегеҙ. Һәйбәт буған.
– Шайттыҡ шу. Үҙебеҙ ҙә аңғармай ҡалдыҡ, Нәҙерша оҙаҡ уйлап тора торғандарҙан түгел дә ул. – Сәкинә кеткелдәп көлөп ҡуйҙы. “Моғайын да, киленде эшкә саҡыралыр, атыу ниңә инһен, фермала көнөнә ҡырҡ күрә ләһә”, тип уйланы.
– Ҡыҙлы ла булдың. Яҡшы иткән.
– Сәй яһаған арала Ҡарасәс ҡартты күҙ уңынан үткәрҙе. Һәр ерҙә лә ошондай аяҡтарын саҡ-саҡ һөйрәп атлап йөрөгән ҡарттар ғына ҡалды, оҙаҡ йәшәгерҙәр.
– Бригадир сәйен эсеп бөтөп, шәшкеһен аҫтына түңкәреп, әпәр итте лә һике эргәһендә үҙҙәрен ҡарап торған киленгә текләне.
– Шулай икән хәлдәр. Моғайын да, уҡыған кешеһеңдер, килен?
– Ете класс бөттөм, апа.
– У-уу, уҡыған кешеһең дәһә. Камсамулһыңдыр ҙа. Теге, ҡарындаш, – ул Сәкинәгә ҡарап, – һеҙгә инеүем дә шул. Бер кеше миңә бөгөн хат тоттороп киткәйне.
– Хат?
– Батыршананмы? – Сәкинә һағайып, ҡартҡа яҡын уҡ килеп ултырҙы.
– Юҡ та. Киленде эҙҙәйҙәр. Ауылынан әрҙәнәгә китергә тейеш буған. Йәнәһе, бында ҡасып ята, – тине бригадир һәм кеҫәһенән хат килтереп сығарҙы.
– Кинйәбаева Ҡарасәс һинме?
– Әйе, ҡана уҡыйым әле.
Күҙ йүгертеп кенә сыҡты ла көлөп, хатты ҡәйнәһенә бирҙе.
– Теге әҙәмдәндер тип уйлағайным башта уҡ. Эсе һаман көтөрҙәй икән эт нәмәкәйҙең.
Бригадирға ҡапыл ғына бында килеү сәбәбен һөйләп бирергә тура килде.
– Боҙоҡтар бар шыу. Минән яуап көтә. Бармаһа, төрмәгә тығабыҙ тигән. Ништәйек, ҡарындаш?
– Аптырамағыҙ, апа. Әрҙәнәгә барам. Эштән ҡурҡмайым. Утын әҙерләгән бар. Һеҙгә һүҙ тейер атыу.
– Ҡуй, Нәҙерша ни әйтер.
– Бөтә ғәм эшләгәнде, мин нисек ятып ҡалайым, барам!
– Шулай тиһеңме? Дөрөҫ уйҙайһың. Ана, Әүжән тирәһенә ебәрәләр. Зауытҡа күмер етешмәй. Ошо көндәрҙә бер партия оҙатырға торабыҙ, – тине бригадир.
– Мине лә яҙығыҙ. Ошондай ауыр замандарҙа барыбер эшһеҙ ята алмайым.
– Күрҙеңме, ҡарындаш, йәштәр һәҙер ҡыйыу, үҙҙәре хәл итә лә ҡуя. Ҡайтайым, әләйһәң. Булды был эш. Иртәгә үк әтвит ебәрермен теге кешегә. Тынысланыр. – Ҡарт, урынынан ҡалҡынып, ишек төбөнә барып, кейенә башланы.
Уны оҙатып ингәс, Сәкинә ҡаңғырып, бер аҙ ни әйтергә белмәй ултырҙы.
– Ысынлап әйттеңме, килен? Ҡырҙа ҡыйын булыр ҙаһа. Мин алты ай яттым әрҙәнәлә. Бергә барған иптәштәрҙең ҡайһыныһы сыҙамай ҡасҡылап та ҡайтҡыланы. Мин түҙҙем, бирешмәнем, – тине.
– Юҡҡа көйәләнмә, ҡәйнәм. Анауҙың да өнө тығылыр. Ҡалай йүнһеҙ кеше булып сыҡты.
– Әйтмә лә. Улай буғас, һәҙер һине юлға әҙерләргә. Иҫән-һау ғына йөрөр ҙә ҡайтырһың.
***
Иртәгеһенә Сәкинә эшенән ҡыуанып ҡайтып инде.
– Үҙеңә һәйбәт кенә иптәш таптым. Бергә эшләгән Нәдиә бара әрҙәнәгә. Икәүләшеп йөрөрһөгөҙ, эшкә һәләк шәп ул. Ғүмер буйы ҡатышып йәшәгән белештәребеҙҙең ҡыҙы, – тине.
– Ошо ауылдыҡымы?
Ауылға терәлеп тигәндәй ятҡан Михайловка утарынан. Иртәгә танышырһығыҙ. Күңелем тынысланды. Ни тиһәң дә, иптәштәреңдең арыу булыуы һәйбәт. Күрерһең, танышырһың. Көҙгә духтырлыҡҡа уҡырға барырға йыйына Нәдиә.
Ҡарасәстең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды. Ҡыуанып китте. Алла бойорһа, уҡырға бергә барасаҡтар.
***
– Йылы кейемде күберәк алырһың. Һыуланһа, киптерергә урыны әллә була әллә юҡ. – Сәкинә йылы кейемдәр килтереп сығарҙы.
– Бынау куфайканы әбизәтелнә ал. Нәҙершаныҡы бигерәк ҙур, минеке таман булыр. Быныһы – урманға, быныһы – алмашҡа.
Килененә әле тегенеһен, әле быныһын кейҙереп ҡарай.
– Бынауы укырат ҡына.
– Үҙегеҙгә нимә ҡала һуң?
– Миңә, өй өҫтөндәге кешегә, ҡартымдыҡылар ҙа ярап торор.
Ҙур шаҡмаҡлы ҡалын шәлен тотоп, Мөниә әбей килеп инде.
– Үәт бит, ә! Имен генә йөрөп ҡайтырға яҙһын. Алдың-артыңды ҡарап, иптәп кенә йөрө. Ағас эше еңел түгел ул. Ололар өрәтер, шулай ҙа һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән. Мына ошо йылы шәлде әпкит. Ҡаттап ябынырһың. Шугөйө генә тора, йүндәп ябынғаным да юҡ. Зауытҡа бер барғанымда оҡшатып, затиликка тороп алғайным.
– Минеке бар ҙа ул. Үҙең ябын, өләсәй.
– Ҡаршылашма, үҙеңдеке ҡупшыға булыр. Ҡыш бауыры оҙон, сатнама һыуыҡтары алда әле, – тип әбей килененең яурынына һалып та ҡуйҙы.
– Рәхмәт, өләсәй! Һаҡлап ҡына ябынырмын. – Тегендә-бында йөрөп алды Ҡарасәс.
Мөниә әбей яурындарын һелкетеп:
– Һай-һай, әлләгемдең килене! Хан ҡыҙындай булдың, – тип телен сартлатты.
– Яратып ябындым үҙем дә. Берәй ергә ҡунаҡҡа китһә, күрше-тирә ҡатындары ла һорап тора. Кейемдәрем дан ине. Әпсәмдең берҙән-бер ҡыҙы, ә ул бай балаһы булды. Тартып алып бөтһәләр ҙә, ҡаралтыһын, кейем-һалымын, һаҡалын, биҙәүестәрен, ҡашығаяҡтарының күбеһен йәшертеп алып ҡалғандар. Ил-йорт тынысланғас ҡына, әйберҙәрен яйлап сығара баштанылар.
– Шулаймы?
Ҡарасәс килгән көндә үк етеш тормоштарына иғтибар иткәйне. Үҙҙәренең донъяһы менән сағыштырып ҡараны. “Ат аунаған ерҙә төк ҡала, тиҙәр. Ана, Кәримә инәйеңдең бөтә донъяһын тартып алып, монаяттарын таратып бөтөрһәләр ҙә, барыбер әле лә арыу йәшәй. Төптән бай булғас ни. Беҙҙең һымаҡ ярлы-ябаға түгел”, – тип зарланды йыш ҡына әсәһе. Ҡыҙы үҙе һымаҡ булмаһын тигәндер. Быларҙың көнитмешен улынан ишетеп белгән. Юғиһә, ҡыҙын бирергә ризалашмаҫ ине.
– Әсәйем урыҫсаға ла шәп. Ызнакумдарының бөртөк сәйен һатыша. Ҙур сепараты, тирмәне буғас, күрше-тирә йыш килә һөт айыртырға, он тарттырырға, – тип һүҙгә ҡушыла Сәкинә. – Әлдә әсәйем беҙҙе ҡараша. Ике бала менән барыбер ауыр булыр ине яңғыҙыма. Ҡайның бит Фин һуғышынан ҡайтманы.
– Эй-йй, йәшәр инең минһеҙ ҙә, ана бит ете-һигеҙ бала менән дә нисектер көн күреп киләләр, бахырҙар. Бөтә илгә килгән афәт бит, ҡалайтаң.
***
Эргә-тирәнән йыйылған әрҙәнәселәрҙе бер бәләкәй генә урыҫ ауылына килтереп урынлаштырҙылар. Өйҙәргә икешәр-өсәрләп таратып сыҡтылар. Ҡәйнәләренең яҡын белеше Нәдиә менән Ҡарасәс тиҙ арала танышып алды. Нәдиә тигәндәре башҡортлашҡан мәрйә ҡыҙы Надя булып сыҡты.
– Минең менән бергә уҡыған Батырканың ҡустыһының кәләше һинме ни? – тип ихлас йылмайып килеп ҡосаҡлап уҡ алды.
– Бында минең атайымдың туғаны йәшәй. Икебеҙ уға барабыҙ. Ой, һорайым тигәйнем. Исемең Ҡарасәс, ә сәсең ҡара түгел.
– Тыуғанда сәсем ҡап-ҡара булған. Шуға ҡушҡандар. Мәктәптә малайҙар “ҡарасман”, тип үсекләште. Ҡарас тип йөрөттө лә ҡуйҙылар.
Мөләйем генә, оҙон нәҙек буйлы ҡарсыҡ ҡаршы алды ҡыҙҙарҙы. Ҡосаҡлашып күрештеләр. Икәүҙән артыҡ кеше индермәне. Яңғыҙы йәшәй. Ҡарты күптәнән гүр эйәһе булған. Ике ҡыҙы ла ҡалала йәшәй. Таҙа, ыҡсым, йылы ғына өй. Надя менән бергә булыуына һөйөнөп бөтә алманы Ҡарасәс.
– Шуныһына риза түгел ауыл халҡы: ағасты терәлеп торған ерҙә ҡырҡалар. Арыраҡ урман бөткәнме? – тип һөйләнде ҡарсыҡ. - Төпкөлдә ҡар тәрән, бында утынды ташырға юл яҡын. Аттар етешмәй. Аҙаҡ ҡар ирегәс, төпкөлгә күсербеҙ, зауытҡа күмер эшен туҡтатарға ярамай, тип аңлатты Семеныч халыҡҡа. Етмәһә, күмер яндырыу мейестәре лә бында яҡын, ти. Аптыраҡ. Һуғыш бөткәс, ул ерҙәргә йәштәр өйҙәр һалып сығыр, тигән була ла ул. Аллам ярҙам бирһен инде.
– Бөтөр һуғыш, бына күрербеҙ!
Ҡарсыҡ менән Надяның әңгәмәһенә Ҡарасәс ҡыҫылмай ғына, икеһенә лә ҡарап, баш ҡағып ҡына ултырып сәй эстеләр.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.