Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА
Ҡарасәс
Повесть
5
***
1945 йылдың ғинуары. Төрлө ауылдарҙан йыйылған ҡатын-ҡыҙ, оло йәштәге бабайҙар, һуғыштан яралы ҡайтҡан сулаҡ, аҡһаҡ яугирҙар, йәш егет-ҡыҙҙар ауылдың контора тип аталған өйөнә йыйылды.
– Иптәштәр! Металлургия заводы бер генә минутҡа ла эштән туҡтарға тейеш түгел. Һуғыш, еңеү өсөн беҙгә тырышырға тура килер. Түҙергә кәрәк! Фронттан яҡшы хәбәрҙәр ишетелә. Фашистарҙы өңдәренә табан ҡыуалай беҙҙекеләр. Еңеү көнө яҡынлаша. Шуға беҙгә лә мөмкин тиклем көсөбөҙҙө йәлләмәй тырышыу зарур. Районда күмер өсөн көрәш ҡыҙған. Йөкләмәләр арттырып үтәлә. Бөгөн беҙ өр-яңы урында эш башлаясаҡбыҙ. Күмәк көс менән беҙ ҙә бирелгән планды арттырып үтәргә тейешбеҙ. Партия шулай ҡуша! – тигән ялҡынлы телмәр тотто райондан килгән вәкил.
– Ҡасанға тиклем бында булабыҙ?
– Балта, бысҡы етерлекме?
– Ашау яғы нисек булыр?
– Төрлө яҡтан һорауҙар яуа башланы.
– Ниңә ауылға терәлеп торған урманды тәләфләйһегеҙ? – Надя бирҙе был һорауҙы.
Башҡалар ҙа шаулаша башланы.
– Яҡын булыуы үҙегеҙгә яҡшыраҡ түгелме? Башҡалар һөйөнөр ине. Әле ошонда эшләйбеҙ. Ҡар иреү менән – тауҙарға, – тип яуапланы етәксе.
Маруся ҡарсыҡ һөйләгәндәрҙе әйтте ул да, күрәһең, ауыл халҡы менән шул турала һөйләшеү булған.
– Урынына бына тигән ағастар ултыртырбыҙ, – тине бригадир ҡарт.
Бригадаларға бүленешеп, тумырыусылар, ботаҡ ботаусылар, кәрәкле метрҙарҙы үлсәп бысыусылар, ташыусылар билдәләнде. Тәғәйен урынға көрт кисеп барып еткәс, ысынлап та юлға, ауылға яҡын булыуы яҡшы икән, тип һөйләшеп алды ҡатындар.
– Эй-й, бы ғына ҡар нимә ул, былтыр беҙ ағас ҡырҡҡанда шу тиктем көрт кисеп ыҙаланыҡ та уы. Мөмкин тиктем ҡарын тәрәнерәк көрәп ҡырҡтырҙылар. Аллаҡайым, йыуан-йыуан ҡарағайҙарҙы саҡ йыға инек. Бында ни араларында кәгез-көгөздәре лә күренә, – тине, тирә-яҡты байҡап, оло ғына апай. Үҙен Баҙыян тип таныштырҙы. Уны Надяларҙың төркөмөнә бригадир итеп тәғәйенләнеләр. Эш рәтен-сиратын яҡшы белеүе, үткер һүҙле икәнлеге күренеп тора.
– Шунан, ҡыҙҙар, егеттәр, ағай-апайҙар! Һәр ҡайһығыҙҙың эш фронты билдәле. Үҙегеҙҙе яу яланында фашистар менән көрәшәбеҙ икән тип хис итегеҙ ҙә алға – күмер өсөн көрәшкә тотонайыҡ. Аллам һәр ҡайһығыҙға ла ярҙам бирһен! – тине Баҙыян һәм башлап ағас төбө тумырырға кереште.
Бер аҙҙан ҡышҡы урман бысҡы, балта тауыштарына күмелде. Эш дәррәү, күңелле генә башланып китте.
Арып-талып, аяҡтарын көскә һөйрәп ҡайтып инде ҡыҙҙар. Хужабикә өйөн йылытып, ашарҙарына бешереп көтөп торған. Һөйләшергә лә хәлдәре булмаған ҡыҙҙар кейемдәрен мейес башына киптерергә һалып, ашанып алғас, түшәктәренә ауҙылар.
Иртәнсаҡ саҡ килеп торҙолар.
– Ҡулдар ысҡынып килә, аяҡ һыҙлай. Һинекеләме? – тине Ҡарасәс.
Кәнишнә. Тәүге көндән үк ныҡ тырышып эшләп ташлағанбыҙ.
– Все гудит? Ничего, скоро пройдет, – тип йыуата ҡарсыҡ, ҡыҙҙарҙы йәлләп.
Надя Ҡарасәс менән башҡортса ғына һөйләшә. Әбей ҙә һупалай.
– Күршелә генә башҡорт ауылы, улар менән аралашабыҙ элек-электән, – тине Маруся ҡарсыҡ.
– Надя, һеҙ русса ғына һөйләшегеҙ, яраймы? Миңә бит техникумға уҡырға барырға. Исмаһам, ныҡлап урыҫсаға өйрәнермен.
– Конечно, кәрәк буласаҡ. Уҡырға икебеҙ бергә барырбыҙ, – тип шатланды Надя.
Ҡыҙҙар тиҙ арала яҡын дуҫтар булып китте. Ҡарасәс нисек итеп был районға килеп эләгеүе тарихын һөйләне.
– Вәт, яҙмыш. Дуҫҡайым, мин дә бит былтыр бер башҡортҡа кейәүгә сыға яҙҙым. – Надя, хужабикә ишетмәһен өсөн, урта ишекте барып япты. – Икенсе бисәлеккә бит әле ул.
– Нисек бара яҙҙың?
– Ҡыҫҡаһы, шулай булды.
***
Күршеһе Яҡуп ҡарт баҙарға утын һатырға барырға йыйынғанын белеп ҡалғас, Надя ла ҡыҙығып китте.
– Мин дә барайыммы? Кәрәк-яраҡ алырмын үҙемә, – тип һораны әсәһенән. – Атайым менән йөрөй торғайным даһа. Был юлы Яҡуп ҡартҡа эйәрәм.
– Бар һуң.
Әсәһе менән бергәләп санаға утын тейәй башланылар.
– Станокка һыйырлыҡ ҡына итеп уртаға бысып һалайыҡ.
– Күп тейәмәйек, атҡа ауыр булмаһын.
Утынды санаға нығытып бәйләргә ҡарт ярҙамлашты.
– Һай-й, шәкәр һымаҡ ап-аҡ туҙлы, тигеҙ генә утынды тиҙ алып китерҙәр. Оҙаҡ та тормаҫһың, – тине Яҡуп ҡарт, эшен бөткәс. – Түкә атыңды ныҡ ҡыуалама, түтә юлдан барырбыҙ.
– Һинең арттан ғына ҡыуалармын.
– Ҡуҙғалайыҡ. Но-оо! Малҡай!
– Пошла-а-а!..
...Алыҫ ара түгел, килеп тә еттеләр. “Хитрый баҙар” тип йөрөтөлгән баҙарҙа кеше күп кенә. Тәмле еҫтәр сыҡҡан урындарҙа бала-саға күренә. “Аслы-туҡлы йәшәгәндәр шунда күҙ ҡыҙҙырып, кәштәләргә ҡарап, ымһынып йөрөп ҡайта, бахырҙар” тип йәлләп ҡарап килә Надя. Утын, бесән һата торған урынға барып туҡтанылар. Бәхеттәренә күрә, утын һатыусылар бүтән юҡ ине. Яҡуп ҡартты шундуҡ килеп алып та киттеләр. Надя йөгө өҫтөндә аяҡтарын һәлендереп ултырып алды ла тирә-йүнде күҙәтә башланы.
– Оҙаҡ ултырып, туңып үлеп ҡуйма бер үк, һылыу!
Алдына уртаса буйлы, киң яурынлы, үткер ҡарашлы егет килеп баҫты.
– Таныш ҡыҙыҡай икән! Йәйгеһен көртмәле һатып торғаныңда танышып киткәйнем, – тине яҡыныраҡ килеп.
– Танымайымсы, еләк алыусыларҙың барыһын да ҡалайтып хәтергә ҡалдыраһың.
– Хәтерең насар икән, мин – Шәһидулла.
– Бик яҡшы!
Шул арала Яҡуп ҡарт килеп етте.
– Нәдиә, мин һаттым утынымды. Алай ҙа оҙаҡ торманым.
– Быныһын да “һә” тигәнсе осорабыҙ, – тине Шәһидулла. – Нәдиә икән исемең. Белеп ҡуяйым. Мин хәҙер алыусы табам, ошонда ғына булығыҙ, йәме. Ул ҡыҙыу баҫып, китеп тә барҙы.
– Кем, танышыңмы? Тапһа, ҡалай ҙа һәйбәт.
Оҙаҡ та көтмәнеләр, егет бер мәрйәне эйәртеп алып та килде.
Надя мәрйә менән урыҫса һөйләшә башлағайны, егет Яҡуп ҡарттан:
– Апа, һеҙ әллә Михайловкананмы? – тип һораны.
– Әйе. Үҙең ҡайҙан һуң?
– Күрше Усмандан.
– Ә-ә-ә, шай икән. Әләйһәң, мин ҡайта торайым. Нәдиәнең йөгөн бушатышырыңмы атыу?
– Кәнишнә, апа. Ярҙам итермен. Исмаһам, һеҙҙең ауылға тиклем ултырып барырмын.
– Нәдиә, – тине ҡарт, – аҡсаңды тәскәнйәләмәй генә апҡайтып бир әпсәңә, яраймы? Мин ҡуҙғала торам.
– Ярай.
Утынды алыусының ихатаһына бушатып ҡуйҙылар.
– Минең ауыл һеҙҙекенән ете генә саҡрым ары ята. Һинең менән ҡайтайым.
– Әйҙә һуң.
Юл буйынса шаярышып, көлөшөп килделәр. Ошонан һуң, һылтауын табып, Шәһидулла Михайловкаға бер-ике һуғылып китте.
– Нишләп фронтта түгелһең? – тип һораны Надя.
– Мәле етмәгәндер, саҡырырҙар.
Оҡшап ҡалғайны үткер егет Надяға. Баҫҡан еренән бейеп тигәндәй торған егеттең хатта ҡасан килерен көтә лә башланы. Ә бер осрашҡанда: “Һине кәләш итеп алам, әйҙә, әсәйем менән таныштырам үҙеңде”, – тигәйне, ҡыҙ ризалашты ла ҡуйҙы. Иң тәүҙә барып, күреп ҡайтайым тип, берәүгә лә әйтеп тә торманы, эйәрҙе лә китте. Әсәһе индермәҫ тә әле, башҡорт ҡыҙҙары үҙҙәре егеттәргә эйәреп йөрөмәй никахһыҙ, тип уйлаһа ла, ҡыҙыҡһыныуы еңде. “Шундай ҙа һылыу, ҡыйыу егеттең ҡыҙы юҡ микән ни?” тип аптырап та ҡуя.
Шәһидулланың ҡыуанысынан ауыҙы ҡолағына еткән. Ҡыҙҙың бер уңына, бер һул яғына сығып, үҙенең шәп балыҡсы, һунарсы булыуын һөйләй.
Ауылдары тау итәгенә генә һыйынып ултырған. Ҡыйығы ҡабыҡ, һалам менән ябылған өйҙәр араһында Шәһидулланыҡы транса башлы, күркәм генә күренә. Уларҙы 5-6 йәш тирәһендәге ҡыҙ ҡаршы алды.
– Өләсәй беҙгә киткәйне, ағый, – тине ул, урындыҡтан һикереп төшөп һәм ят ҡыҙға текләп, алдына уҡ килеп баҫты.
– Барып киләйем.
Шәһидулланың ҡабаланып, ишекте шартлатып ябып сығып китеүенә, шаршау артында бала илаған тауыш ишетелде.
– Уятты! Әле генә йоҡтатҡайным. – Ҡыҙыҡай шаршау эсенә инеп китеп, бала күтәреп килеп сыҡты.
– Бәпес бар икән. Кемдеке? – тип һораны Надя яҡын килеп.
– Шәһит ағайым менән Баныу еңгәмдеке. Атыу кемдеке буһын.
– Кем тинең?
– Һы, әле генә үҙең менән инде ләһә ағайым. Исеме Морат. Матур ғына, ивет? Тотоп ҡарайыңмы?
– Телдәр ҡыҙ бәпесте Надяға һона.
– Мә, һикерт, һәләк ярата шуны.
Ҡыҙҙың тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
– Шәһит ағайым, тиһеңме?
– Әйе тинем дәһә, һәҙер килеп етер.
“Ах, алдаҡсы! Бисәһе, балаһы була тороп. Улар хаҡында ләм-мим. Битһеҙ! Хәҙер күрмәгәнеңде күрһәтәм”.
– Ҡыҙыҡай, ә еңгәң ҡайҙа?
– Ул юҡ шул. Ағайым әсәһенә апарып таштаны. Ауырый ҙа ул, битенә ямаҡ сыҡҡан. Бәпәйгә йоҡтора тип ҡайтарҙы ла ебәрҙе.
– Һы, ышан һин уға.
– Ысын ғына.
– Еңгәң ҡайҙа йәшәй? Өйҙәрен беләһеңме?
– Беләмсе. Ошо яҡтан һуң берәү, икәү, өсәү, унан – бораулыҡ. Бораулыҡты үткәс, уларҙың өйө.
– Аңлашылды. Матур ҡыҙ, ҡарале, бәпәйҙең йыуылмаған йүргәктәре бармы?
– Ниңә, үҙем йыуам ул йылғаға апарып.
– Берәйһен миңә бир әле?
– Нимәштәйең?
– Аҙаҡ әйтермен.
Ҡыҙыҡай баланаң һыҡралы йүргәген сисеп алып Надяға һондо.
– Мә һуң.
Шәһидулланы тышта көтөргә булды. Оҙаҡламаны уныһы. Айҙай балҡып, һикерә баҫып килеп тә етте.
– Мине көтәһеңме?
– Надя бер һүҙ ҙә әйтмәй, енләнеп ҡаршы барып, тегенең битенә йүргәк менән уңлы-һуллы һуға башланы.
– Алдаҡсы! Оятһыҙ! Артымдан эйәреп кенә ҡара! Иртәгә үк һуғышҡа ебәртәм үҙеңде. Попробуй эйәреп ҡара! Мә, мә!
– Нишләйһең, етер, ҡыланма! Битемде буҡҡа буяйһың.
– Яҡшы, үсем. Буҡлы йүргәк эләккән икән, йәтеш.
Надя йүргәкте атып бәрҙе лә ҡыҙыҡай өйрәткән өйҙө эҙләп китте.
Ярһып, ғәрлегенән шартлар сиккә еткән таныш булмаған берәүҙең йүгереп килеп инеүенә урындыҡта ниҙер эшләп булышҡан әсә менән ҡыҙы аптырап ҡалдылар.
– Һаумығыҙ! Баныумы? – тип һораны Надя эйәге ҡыҙарып, ҡайһы бер урындары ҡутырлай башлаған ҡыҙҙан.
– Нимә булды? Бәпәйемә лә ҡутыр сыҡҡанмы?
– Нимәгә балаңды ташлап бында ултыраһың? Иммәйме ни ул бала?
– Имеҙергә лә, яҡын килергә лә ярамай, силсәң йоға, тиҙәр бит. Шуға ҡайтарып ебәрҙеләр. – Баныу сеңләп илай башланы. – Ҡотороп ултырмайым әле бында.
– Тә-ә-әк, аңлашылды. Әйҙә, кейен, больницаға алып китәм үҙеңде.
– Филшырһыңмы әллә, ҡыҙым? – Әсәһе ҡыҙына ҡарап, – Апарам тигәс, бар. – Ул ҡыҙына әйбер хәстәрләргә тотондо.
– Таҫтамал, битеңдең майы. Бет тарағын онотма. Тағы беттәп китмә.
– Ниндәй май? Әллә бетләгәнме? Фельдшерға күрендегеҙме?
– Ҡайҙа-а-аан? Өшкөртөлгән ҡаҙ майы. Баланан һуң башы беттәп киткәйне, бөтөрҙөк, хәҙер юҡ.
– Кәрәкмәҫ! Әйҙә, минең апайым больницала эшләй, уға алып барып ҡалдырам.
– Улай буғас, атайыма йүгерәйем. Аты менән әпкитер. Яҡын-ара түгел дәһә.
Баныу тәҙрәгә ҡарап-ҡарап алып, һеңкелдәп илап, әйберҙәрен төйнәне. Ҡаты ҡорот, кипкән емеш һалып алды. Ҡуйынына ниҙер ҡыҫтырып, әсәһе килеп етте.
– Ат еккәнсе, ҡоро-һары менән генә булһа ла сәй эсәйек. Һыуһарһығыҙ юлда. Өләсәйең көлсә лә бирҙе. Яртыһын һиңә һалам. – Ул яртыһын бүлгеләп батмусҡа һалды.
Ҡорот имеп, хуш еҫле үлән сәйе эсеп алғас, ярһыуы бер аҙ баҫылғандай булды Надяның. “Ире йәш бисә алырға йөрөй, ә быныһы, ауырыуға һылтанып, тыныс ҡына ултыра. Бисараны ҡурҡытҡандыр ҙа. Ҡайһылай һылыу бисәһе була тороп”. Шул арала олатаһы ат егеп килеп туҡтаны.
...Ҡалаға барып, дауаханала Баныуҙы урынлаштырып, унан Надяны ауылына ҡалдырып, ҡыуанып ҡайтып китте ҡарт.
Бер ниндәй ҙә йоғошло ауырыу түгел, өс-дүрт көндән бите таҙарыр, – тип ҡалды Надяның туғаны.
***
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.