Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА
Ҡарасәс
Повесть
6
***
Бына шулай булды ул, әхирәт. Саҡ-саҡ кейәүгә сыҡмай ҡалдым ул мин. – Ихлас көлә үҙе. – Ә бит ул егет миңә һәләк тә оҡшағайны. Матур ине, заразы.
Ҡыйыуһың һин, Надя. Һоҡланам. Әлдә генә осраштыҡ, ивет?
Ҡарасәс әхирәтен ҡосаҡланы.
– Аҙаҡ күрмәнеңме ул егетте?
– Юу-уҡ! Ҡатынын килеп алған. Бите таҙарып, һылыуланып китте, тине апайым. Бәхетле булһындар, бала бар бит. Бәлки, фронтҡа оҙатҡандарҙыр. Шап-шаҡтай егетте йөрөтөп ҡуймағандарҙыр. Ана, беҙҙекеләр берәм-берәм китеп бөттө.
– Әйе шул. Яратам да инде үҙеңде, тәүәккәлһең.
– Ярай, маҡтама, минең урында һин дә шулай ҡыланыр инең.
***
Ағас ҡырҡып ятыуға ай булды. Хәҙер ҡыҙҙар ҡулында балта, бысҡы уйнап ҡына тора. Эш башлағандан бирле бригадалары йөкләмәләрен арттырып үтәй. Фронттан яҡшы хәбәрҙәр ишетелеүе лә эшселәрҙең күңелен күтәрә. Ал-ял белмәй тырышалар. Ялға ҡайтара башланылар. Надяның әсәһе менән Мөниә әбей килеп киттеләр. “Нәҙершалар Германия ерендә хеҙмәттә, сурытып бер ни яҙмаған. Ағаһын һорашҡан. Батыршабыҙ ҡаты яраланып, гуспиталдә ята. Тенәүге хаты килде. Малайҙарым иҫән-һау ғына килеп төшһөн, тип көнө-төнө Хоҙайҙан һорайым”, – тип һөйләнде илаулап Мөниә әбей. Ҡыҙҙар өсөн бер байрам булды. Һағынған ризыҡ, алмаш кейем бик тә ярап ҡалды.
Бер көн бысылған ағасты ташыусы оло ғына ағай Ҡарасәскә текләп ҡарап торҙо ла:
– Ҡарындаш, Шәкирәнең ҡыҙыһыңмы әллә һин? Оҡшағанһың? – тип һораны.
– Әйе, әсәйем Шәкирә, – тине ҡыҙ, эшенән туҡтап.
Был әсәйем яғынан туғаным Шәкирәнең ҡыҙы микән әллә тип уйлағайным да. Дөрөҫ буған. Мин һеҙҙең күрше ауылдан, Хәмит апаң булам. Әсәйең туғаным ул.
– Шулаймы? – Ҡарасәс ҡыуанып китте. – Ҡалай һәйбәт. Ҡайтып та йөрөйһөгөҙҙөр.
Бер-ике көндән ҡайта һалып киләм тип торам. Һин белмәйһеңдер ҙә. Беҙҙең ауыл ошонан яҡында ята ла ул – 15 кенә саҡрымда. Ана-а, теге тау аша. Һеҙҙең ауылға беҙҙән өс саҡрым ҡала. Ошо ауыл райондың сигендә генә ята, беҙ ҙә шулай.
– Яҡын ғына лаһа? Белмәгәс. Атыу мине алаһағыҙмы? Бер-ике сәғәт кенә булһа ла әсәйемде күреп килермен, – тине яҡыныраҡ килеп.
– Алам, кәнишнә. Бригадың ебәрһә. Түкә оҙаҡҡа түгел.
– Беләм. Ебәрер. Хәл белергә генә.
– Әйтермен. Көт!
Бер аҙнанан һуң яҡташы, иртәгә төштән һуң юлға сығабыҙ, әҙер тор, тип килеп әйтеп китте.
– Иртәгә төшкә әйләнеп килеп тә етербеҙ, – тине Хәмит. – Ул яҡҡа юл һәйбәт. Бында ағас ташыйҙар. Үрен генә күтәрелеп алһаҡ, те яҡҡа “һә” тигәнсе.
– Былай яҡын икәнен белгән булһам. – Әйтерһең, көн дә йүгереп ҡайтып йөрөр.
– Яҡын, тик тауға үрмәләүе анһат түгел. Иртәгә үҙең күрерһең.
Ҡайтыу шатлығынан иртәнән алып баш күтәрмәй эшләне Ҡарасәс. Әсәһенә тип тоҡҡа ҡайын туҙҙары, тапсыҡтар тултырып әҙерләп ҡуйғайны. Сана килеп еткәс, кеше күрмәгәндә генә бесән араһына тыҡтылар.
– Әсәйем миңә ҡарағанда ла туҙға ҡыуанасаҡ, – тип көлдө. – Әллә күпме йыйыр инем, ярамай. Ошолары өсөн ҡыуанам.
Ҡыҙҙар былай ҙа тап-топ, туҙ эләкһә, кеҫәләренә тығып, хужабикәләренә алып ҡайта.
– Мин туҙ урлап өйрәнгәнем, – тип шаярта Ҡарасәс.
– Йә әйтәм, кеҫәң буш ҡайтмай.
***
Бына ауылы күренде. Йөрәге ҡыуанысынан талпынып, йыш-йыш һуға башланы. Шул арала ғына һағынып өлгөргән. Киткәненә өс ай ҙа тулмаған, әйтерһең, әллә нисәмә йыл үткән. Әсәһенән башҡа көткән кешеһе, яҡын дуҫы ла юҡ бында. Бына ҡыҙыҡ, ә Надяны шундуҡ үҙ итеп, дуҫлашып киттеләр. Ҡәйнәһе, Мөниә өләсәһе, әйтерһең дә, ғүмер буйына бергә йәшәгәндәр. Ниңә икән? Бында әллә гел генә атаһын һағынып йәшәгәнгәме? Әсәһенең, етешһеҙ, ирһеҙ донъя ни, тип һәр саҡ илаулап ултырыуынанмы? Сәйет арҡаһында ҡапыл ғына тыуған нигеҙенән ҡутарылып сығып китеүенәнме? Туҡтарға барғас, ошондай уй-кисерештәр юҡ булды ла ҡуйҙы. Күрәһең, Туҡтар минең ғүмер итер ауылымдыр. Уны Аллаһ Тәғәлә үҙе шулай тәғәйенләгәндер.
– Килеп еттек! Ҡабалан, инеп тормайым. Әсәңә сәләм әйт. Иртәгә иртүк килеп туҡтармын.
Уйҙарға бирелеп килгән ҡыҙ, һиҫкәнеп, тирә-яҡҡа ҡаранды.
– Ҡалай тиҙ. Рәхмәт, Хәмит апа! Иҫән-һау ҡайтып ет.
Хәмит сананан тоҡто алып солан ишеге алдына алып барып ҡуйҙы ла йәһәтләп атын ҡыуаланы.
Көтмәгәндә ҡыҙы килеп инеүгә әсәһе шат булды. Һыуыҡ ҡына өйөндә шәмен һүрән генә яндырып, бер үҙе сәй эсеп ултырған әсәһен йәлләп, күҙҙәренә йәш тығылды. Ҡосаҡлашып күрештеләр.
– Эй, балам, ҡайҙан килеп сыҡтың? Әллә ҡасып ҡайттыңмы һин дә? – тине бер аҙҙан.
– Юҡсы, ҡасманым. Юлайҙан Хәмит апа менән бергә эшләйбеҙ. Ул әпкилде. Беҙҙекеләр ҡасып ҡайтамы әллә?
– Булғылай.
– Шулаймы? Хәмит ағайыммы? Ҡалай уңай тура кигән. Сисенә һал, хәҙер мейескә утын өҫтәйем. Өшөгәнһеңдер. Шәмдең филтәһен күтәрә бир, өй яҡтырып китер.
Сәй эскән арала өй йылынды. Ҡарасәс ағаһының фронттан яҙған хаттарын уҡыны.
– Ҡыҙым, онота яҙғаным, атайың тағы ла беҙгә бүләк ебәрҙе кеше артынан.
– Ысынмы, әсей, онотмай икән беҙҙе, әйеме?
Шәкирә һандығынан йылҡылдап торған матур һары сәскәле күлдәктәр, ебәк яулыҡтар сығарҙы.
– Ағайыңа кәстүм һалған. Мә, быныһы һинеке. Үлсәмдәре тура килеүен әйтәйем. Какырас ҡыналар, әйтерһең, ғүмер буйы эргәбеҙҙә йәшәй. Хәҙер шулай булырға тейештәр тип күҙ алдына килтерәлер. Кейә һал! – Ҡыуанысынан ни әйтергә белмәй, ауыҙы йырылып торған ҡыҙына:
– Йә, йә, кейеп күрһәтә һал! – тине түҙемһеҙләнеп. – Минеке үҙемә тап-таман.
Ҡыҙы шатлана-шатлана күлдәген кейеп, әсәһе алдына килеп баҫты.
– Уй, әсей, быны кейеп йөрөүҙәре әллә нисек тә ул, оят һымаҡ. Һуғыш бара, ә былар хан ҡыҙындай кейенеп йөрөй, тимәҫтәрме? Мәғниттең бай бисәләренең бындай күлдәктәре юҡтыр әле. Ныҡ ҡиммәттер үҙҙәре. Байып китте микән атайым?
– Улай тимә, һуғышы бөтөр, бына-бына өңдәренә индерәбеҙ, тип яҙа бит ағайың. Атаң йә Үзбәкстанда, йә Тажикстанда йәшәйҙер, тип уйҙайым һәҙер. Ҡаҙағстанда йөҙөм-еләктәр үҫә микән? Элгәре шунда тип ишетелә торғайны. Йөҙөм һалған, шуға һорайым.
– Әртистәр генә кейә торған күлдәккә оҡшаған. Сәскә биҙәктәре лә икенсе төрлө. Быны ҡайҙа кейермен икән? – Ҡарасәс күлдәгенә һоҡланып, әйләндереп-әйләндереп ҡарай.
– Шай шу, ныҡ матур. Рәхмәт инде атаңа. Беҙҙе онотмай. Ярай, ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, иҫән-һау булһын! Һирәкләп буһа ла беҙҙе ҡыуандырып торһон, ивет? – тине әсәһе, шатлыҡтан йөҙө балҡыған ҡыҙына ҡарап.
– Ошо күлдәкте кейеп урамдан бер үтһәң ине. Ҡасан ғына йәй етә. – Тыпырҙатып бейеп алды Ҡарасәс.
– Етер, күп ҡалманы. Кейерһең, кешеләрҙе таң ҡалдырып әллә нисәмә үтерһең урамдарҙан, Аллаһ бирһә.
Ҡыҙы ҡыуанысынан әсәһен ҡосаҡлап үбеп-үбеп ала.
Төнө буйы һөйләшеп ултырҙылар.
– Кейәүгә барыуыңа үкенмәйеңме, балам?
– Һис үкенмәйем. Ҡәйнәм дә, өләсәй ҙә яман һәйбәттәр. Үҙемә әхирәт таптым. Аллаһ бирһә, бергәләп көҙгә уҡырға инәбеҙ.
– Кейәү ебәрерме һуң?
– Ебәрер, үҙе лә уҡыр. Теге Сәйет йәшәй микән бисәһе менән?
– Юу-у-уҡ, шундуҡ сыҙамай, әсәһенә кире ҡайтты ла ул. Малайы бар. Тегеһе, мине фрунтҡа ебәрегеҙ, тип военкоматҡа барған, тиҙәр. Амағандар. Йөрөй шунда әлләгем булып. Холҡҡонаһын эт ашағыр, әлдә генә ҡасып ҡотолдоң. Көн күрһәтмәҫ ине барыбер.
– Шулай шул, әлдә ҡотолдом.
***
Таң һарыһынан, сәй эсеп бөтөүгә, Хәмит тә килеп туҡтаны. Йүгерешеп ҡаршы сыҡтылар.
– Ҡарындаш, индегеңде ас, әҙерәк утын тейәп алғайным.
– Эй-й, ағый, ыҙалап ни. – Шәкирә, саналағы утындарҙы күреп, ҡыуанысынан ҡыҙын һығып ҡосаҡланы. – Алланың рәхмәте яуһын, былай буғас, ҡышты иркен сығам. Туҙына ҡыуанып бер буғайным.
– Ҡыҙың бит тоҡҡа туҙ-һаҙ тултырып ҡуйғас, бахырҙың утыны етешмәйҙер, тип уйҙаным. Минең малайҙар етерлек әҙерләне. Иҫән генә йөрөһөндәр! – Хәмит сананан бысылған түмәрҙәрҙе утынлыҡҡа ырғыта башланы.
– Әйе шул, ағый, уландарың иҫән генә әйләнеп ҡайтһындар. Теләктәр теләрмен.
Өсәүләшеп тиҙ генә бушатып ҡуйҙылар.
– Үҙең ярып алырһың, ҡарындаш.
– Уныһын ғына булдырырбыҙ. Мең рәхмәттәр яуһын! Әйҙә, сәй эсеп кенә ултыра инек.
– Рәхмәт! Юлға. Сәй эсер мәлдәр булыр әле, – тине Хәмит, өҫтөн ҡаҡҡылап. – Бар үҙегеҙ эсегеҙ, көтөп торормон.
Шәкирәләр өйгә йүгереп инде. Ҡарасәс әҙер төйөнсәген тотоп тиҙ генә килеп сыҡты. Шәкирә Хәмит ағайына янсыҡ һондо.
– Бына, ағый, кейәүең Исламға тип ебәргәйне. Махорка микән? Һиңә булһын, Ислам тартмай ул.
– Бәй, уның тереме ни? Ҡайҙа йөрөй? Һуғышта микән?
– Белмәйем шул. Ара-тирә күстәнәстәр ебәрә, – тине Шәкирә. – Ал, ағый.
– Алам, алам, тәмәке кәрәк, һатта унһыҙ бумай. Алыҫтан килгән. Рәхмәт!
– Үҙекәйеңә мең рәхмәттәр яуһын! Ҡыҙым менән күрештерҙең, утынлы иттең. Һау ғына эшләп йөрөгөҙ! Теге тоҡто күреп, ҡот осто былай ҙа. Кеше күреп ҡалып ошаҡлашһа, башыңды төрмәгә тығырҙар, инде улайтма, тип ороштом.
– Ҡурҡма, күрмәнеләр. Аллаға шөкөр, арала ошаҡсылар юҡ. Ярай, үҙең һау йәшә. Беҙгә ҡуҙғалырға.
Юлсыларҙы теләктәрен теләп оҙатып ҡалды Шәкирә. Утынлығын ҡарап: “Утын әҙерләүҙәре яңғыҙ кешенең үҙәгенә үтә шул. Бысылғанды “һә” тигәнсе ярып алырмын”, – тип ҡыуанды.
Әсәһе менән күрешеүгә, атаһының затлы бүләгенә, бигерәк тә Хәмит апаның килтереп ауҙарған утындарына, ағаһының хаттарын күҙ алдына килтереп сикһеҙ шатланып бара Ҡарасәс. Йырлап ебәрмәй нисек түҙәһең. Түҙмәне, яратҡан йырҙарын һуҙҙы. Йыр артынан йыр.
– Һа-а-ай, һин ни хас та атаңа оҡшап йыраусы икәнһең. Ул шулай моңло ине. Йыйындарҙа йырҙа уға тиңләшеүсе бумағандыр. Тыны оҙон, тауышы зыңғырҙап торҙо. Мәйтәм, берәй ҙур ҡалаларҙа мужывит әртис тә булып йөрөйҙөр. Булыр ҙа, ҡаһындай тауыш менән. Буй-һыны мыҡты, төҫкә-башҡа дан. Һин дә мына матур йырҙайһың. Әртислеккә барырға ине лә, кейәүгә сығып әрәм буғаның, – шулай тип һөйләнә-һөйләнә тыңлай.
Ҡарасәс кинәнеп китеп йырланы ла йырланы.
***
Өс ай булып та китте. Ашауға наҡыҫ, эш ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ил күргәнде күреп, бына-бына еңеү көндәрен ҡаршыларбыҙ, һуғыш бөтөү менән үк иркен йәшәй башларбыҙ, тип хыялланған әрҙәнәселәр йөҙөндә йәшәүгә өмөт һис һүрелмәне. Һуңғы көндәрҙә уғата тырыштылар. Йөҙҙәренән йылмайыу китмәне, шаярышып көлөүҙәр йышайҙы. Бригадалары баштан уҡ иң алдынғылар рәтенән тайпылманы. Хужабикәләре Маруся ҡарсыҡ менән эҫенешеп киткәйнеләр. Илашып хушлаштылар. Алсаҡ, шаян ҡарсыҡты тәү көндән үк үҙ иткәйнеләр. Ҡайтыр алдынан ҡатын-ҡыҙҙарға кешәмер яулыҡ, күлдәклек, ботинка бирҙеләр.
– Их, һағынырмын инде был уңған, йырсы ҡыҙҙарҙы, тине бригадир Баҙыян. – Һин әртислеккә уҡы, йәме, ауылда баҫылып ҡалма. Беҙ һине радионан тыңларбыҙ.
– Доктор булырға хыялланам, апай. Надя менән бергәләп техникумға барырға һөйләштек. Әйе бит, әхирәт?
– Әйе шул.
– Бик һәйбәт, әләйһәң, үҙебеҙҙең аранан сыҡҡан духтырҙарыбыҙ тип, һеҙгә барырбыҙ. Инерһегеҙ, икегеҙ ҙә юғалып ҡалғандарҙан түгел. Һеҙҙең менән бергә эшләүҙәре лә күңелле булды. Егәрлеһегеҙ, дәртегеҙ ташып тора, – тине Баҙыян, ҡыҙҙарҙы алмаш-тилмәш һөйөп яратып.
Һуңғы кистә бергәләшеп күңел асып, йырлашып ултырҙылар. Шулай итеп, әрҙәнәлә өс айҙан ашыу булғандан һуң, март аҙаҡтарында ғына өйҙәренә ҡайтып инделәр.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.