Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Ғинуар 2024, 08:44

Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (7)

– Ҡуй инде, күрҙе, күрә балдар, һыуығын да, бумбы ялҡынын да.

Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (7)Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (7)
Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (7)

Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА

Ҡарасәс

Повесть

7

***

Ағас эшенән ҡайтып, өйҙә бер көн булып өлгөрмәне, тағы бригадир килеп инде.
– Иҫән-аман ҡайтып етеүең менән, килен. Һәйбәт эштәгәнегеҙ. Килә һалып еттем. Һарыҡ һауыусылар етешмәй. Надя менән икегеҙгә иртәгә үк шунда сығырға тура килер, – тине.
Һарыҡ һауғаны юҡ ине үҙҙәрендә.
– Фрунтҡа сыр эштәйҙәр һөтөнән, ҡалайтаң, ни ҡушһалар ҙа үтәмәй сарабыҙ юҡ. Һуғыш бөтһә, килен, эрәхәттәнеп ял итер көндәр килер.
– Мин ҡаршылашмайым, – тине Ҡарасәс. – Барам, Надя ла булғас.
– Яҡшы. Унда һеҙҙе өлкәндәр өйрәтер, – тине лә ҡарт ҡабаланып сығып та китте.
“Ҡыҙыҡ, кәзә һауған бар былай. Өйрәнермен, әрҙәнә ҡырҡыу түгел дәһә”, тип үҙен йыуатты.
Нәҙершаның, Батыршаның хаттарын уҡып сыҡты. Нәҙерша һүҙгә һаран. Бер ни яҙмаған. Һаумы, һау булдан башҡа хәл-әхүәлдәрен генә белешкән. Ҡарасәс тураһында һорашмаған да. Тәүгеләрендә сәләм генә күндергән. Быға иҫе китмәне, үпкәләмәне лә. Оҙаҡҡа ҡалдыралар хеҙмәттә тиеүенә хатта ҡыуанды ла. Шул арала үҙе уҡып сығыр. Ислам ағаһы ла шулайыраҡ яҙа ине. Батырша яҙған хаттарҙы уҡыуы үҙе бер кинәнес. Һәр һүҙенән йылылыҡ бөркөп торған кеүек. Ҡыҙыҡһынып уҡыны. Февралдән алып госпиталдә ята. ”Сыйырсыҡтарға эйәреп, килеп тә төшөрмөн, көтөгөҙ, рәхәтләнеп ултырып өләсәйемдең тәмле ҡоймағын ашап, самауыр сәйе эсербеҙ. Үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ. Күрмәгән киленемә күп сәләм күндерегеҙ!”, – тип яҙған. Өлкән ейәнен бигерәк ярата Мөниә әбей. Көн дә көтә. “Батыршам берҙән-бер ороднай ғына ҡайнағаң. Иң башта уға ошо күлдәкте күрнис итеп бирерһең. Шунан ғына һөйҙәшә баштарың. Өлкән бәпәйгенәм бигерәк тә һәйбәт, аҡылды, кигәс үҙең күререң. Мына-мына килеп инергә тора. Төштәрем шуны иҫкәртә. Аллаға шөкөр, йүнәлә бәпәйем. Шифалы үлән-тамырҙарым менән өшкөрөп тә йүнәлтеп алырмын, иншаллаһ”, – тип һөйләнә урам тирәһенә күҙ йүгертеп.
Яралы һалдатты шулай түҙемһеҙләнеп көтәләр. Ҡарасәс көн дә, таҙа булһа ла, иҙәндәрен йыуа, өйөн ялт иттереп йыйыштыра. Ҡәйнәһе йомшаҡ түшәк-яҫтарҙарын сығарып ҡаҡҡылай. Улының кейемдәрен урҙаға элде. Мунсаға эҫе һыуға ташып, утындарын индереп әҙерләп ҡуйҙылар.
– Өй һәр саҡ йылы торһон, килеп ингәнендә һыуыҡ булмаһын, былай ҙа һөйәк кенәләре туңып ҡатҡандыр окоп эстәрендә ятып, – тип бойора Мөниә әбей.
– Һуғышта бөтәһе лә шулай ыҙа сигә.
– Ҡуй инде, күрҙе, күрә балдар, һыуығын да, бумбы ялҡынын да. Шай ҙа өйөңдө йылы тот, аслан йылы торһон!
Мөниә әбейҙең әйткәндәрен, киҫәтеүҙәрен үтәмәй ҡара, барыбер үҙенекен эшләр. Ҡәйнә менән килен бер-береһенә ҡарашып, шым ғына тыңлайҙар.
...Һағынып көткән апрель етте. “Аллаһ бирһә, күгүләнгә баҫһаҡ, бирешмәбеҙ. Йыуа, ҡымыҙлыҡ ашап кинәнербеҙ, унан емеш-еләге өлгөрөр. Аслы-туҡлы көн күреүҙән миктәне әҙәм. Бигерәк бирешкән ғаиләләр бар. Һыйырҙары барҙар әллә ни ыҙа сикмәне. Ағы ҡотҡара. Батыршам килеүгә һарыҡ йыуаһы әҙерләп ҡуяйым, – тип һөйләнә Мөниә әбей. – Күрше-күлән балаларын да эйәртәйем”.
– Ҡояш ҡыҙҙыра, күңелдәрҙе елкендереп, сыйырсыҡтар һайраша.
Үҙҙәре өйҙә юҡта солан ишеген таяҡ менән терәтеп китәләр. Ҡарасәс алдараҡ килеп, өй эштәрен бөтөрөргә булғайны. Ҡәйнәһе ҡайтмаған. Өләсәһе, моғайын, йыуаға киткәндер, юғиһә, килеп инер ине. Ҡарасәс мейескә ут яҡты. Өй иҙәне таҙа, кисен генә әрмәктәрен ҡағып индереп түшәгәйне. Көн йылыраҡта солан иҙәнен ҡырып йыуып, кеше йөрөрлөк кенә итеп тар әрмәкте түшәп ҡуйғайнылар. Болдорҙо ҡырып йыуып ҡуйырға кәрәк тип, эҫе һыу һибеп, үткер касар менән ҡырырға тотондо. Эстән генә мөңрәй-мөңрәй йөрөп, эшен бөтөп, һыуын түгергә биҙрәһенә үрелгән ыңғайға ҡултыҡ аҫты араһынан кирза итек күреп, ҡалҡып әйләнеп ҡарағайны, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Башына зыңҡ итеп “милиция” тигән уй килеп төштө. Ҡапыл ғына сепрәген биҙрәһенә шапылдатып ташлап, ҡарап та тормайынса: “Мине тикшерәһегеҙме? Барҙым, эшләнем, өс айҙан ашыу йөрөнөм әрҙәнәлә”, – тип һөйләнеп, йүгереп өйгә инеп ҡулына ҡағыҙ тотоп килеп сыҡты.
– Бына, ҡарағыҙ! – тине ярһып. – Күрегеҙ! Ҡағ... ҡағ... справка.
Шул арала милиция тигәнде өләсәһе килеп ҡосаҡлаған, күршеләр йыйылышып киткән. Уға иғтибар итеүсе лә юҡ. Туҙған сәстәрен яулығы эсенә тығып, текләп ҡарағайны, оялышынан йығылып китә яҙҙы.
– Милиция тиһәм... – Ул биҙрәһен эләктереп, мунсаға йүгерҙе. Йүнһеҙ, абайлап ҡарамай. Көн дә уны көтәбеҙ ҙәһә. Бисурамын да инде, ипләңкерәп ҡарамай, тот та иреш. Был ниндәй боҙоҡ килен, тип уйланы микән? Уңайһыҙ булды. Мунса тоҡандыра һалайым. Әлдә өйҙө йылытып өлгөрҙө, эләгер ине. Өләсәһе ейәнен һөйөп, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, өйгә әйҙәне, күршеләр ҙә улар артынан эйәрҙе.
Мунса яҡҡас, биҙрәләрен алып, кәртә артында ғына ағып ятҡан йылғаға һыуға йүгерҙе. ”Бына күреште ҡайнағаһы менән. Оҙаҡ ҡарап тормаһа ярар ҙа, исмаһам, тамаҡ ҡырһа ни була. Тота килеп кешене әрлә лә ташла”. Үҙен әрләй-әрләй йөрөп, һыуыҡ һыу һауытын тултырҙы. Тағы барҙы, урын юҡ, ҡарап торҙо ла ағас төбөнә түгеп, яңынан китте. Өй тулы кеше, нисек барып инәһең. Алыҫтағы шишмәгә эсәр һыуға барып, соланға ултыртты, кире мунсаға инде. Утын өҫтәне. Бер аҙҙан Сәкинә күршеләрен оҙата сыҡты.
– Киле-ен, ҡайнағаң менән күреш! – тип ҡысҡырҙы.
Оҙаҡ йөрөп өшөп бөткәйне. Инергә лә ҡыймай. Ҡыйыуһыҙ ғына эйәрҙе ҡәйнәһе артынан. Өйҙә әбейе менән күрше ҡарт ҡына ҡалғайны. Һаман сәйҙән тормағандар. Батырша урындыҡтан тороп, ҡаршыһына килде.
– Һаумы, килен?
Йөҙөнә күтәрелеп ҡарарға оялып, күрешергә тип ике ҡулын егеттең усына һалғайны, земберҙәп китте ҡулдары. Бите ут булып, быуындары йомшарып, тәндәре ҡалтыранып киткәндәй булды.
– Ҡайнағаңа күрнисеңде бир, балам, шунан һөйҙәш, – тине Мөниә әбей айҙай балҡып. – Әйҙә, сәйгә ултыр. Алыҫтан килгән күстәнәстән ауыҙ ит.
– Ярай, улым, беҙ ҡайтайыҡ, – тине ҡарт. – Туйғансы һөйҙәшер көндәр булыр. Гитлерҙың көнө бөттө, тиһең әләйһәң. Дауна кәрәк ине. Әҙәмде ҡырҙы яуыз. Рәхмәт сәйегеҙгә. Һау булығыҙ!
– Иҫән булайыҡ!
Батырша ҡарттарҙы оҙата сыҡҡан арала, Ҡарасәс ашыҡ-бошоҡ ҡына сәйен эсә һалды.
– Сәкинә, ашыңды өлгөрт! Балам, һин мунсаңды ҡара. – Мөниә әбей сираттағы бойороҡтарын яуҙыра.
Шуны ғына көткәндәй, Ҡарасәс тышҡа атылды. Ҡарттарҙы оҙатып инеп килгән ҡайнағаһын ишек менән саҡ бәреп йыҡманы. “Кит, ҡайһылай ҙа йүнһеҙ, ибәтәйһеҙ кәләш алған икән ҡустым, тип уйланы инде. Кешесә атлап йөрөй белмәй, тиҙер. Бынан быяғына ҡалайтып көн күрергә, өйрәнеп алғансы нисек түҙергә, ҡайҙа барырға?” Мунса әҙер. Әлдә мунсалары бар. Шуға һөйөнә. Үҙҙәренеке булмағас, күрше бабайҙарға йөрөнөләр. Йыуынған һайын әсәһен уйлап йәлләй. Мөниә әбей ҡыуанып, бер үк һүҙен ҡабатлай: “Аллаға шөкөр, таҙарындым. Рәхмәт, балам. Әпсәңдең ҡара ҡоло бит ул мунса”, – тигән була.
– Мунса әҙер, бар, улым. Рәхәттәнеп сабын. Мә, алмашҡа, – Сәкинә улына кейемдәрен һондо.
– Бәпәйем, мә еҫле һабын. Һиңә тип һаҡтағайным, еләк тәме генә сығып тора. – Өләсәһе кеҫәһенән күҙ һабыны сығарып, ейәненә бирҙе.
– Рәхмәт, өләсәй. Миңә эҫе ярамай. Иң аҙаҡтан, тандырына ғына барып йыуынырмын, – тине Батырша.
– Шаймы ни, мунса ныҡ шәп бөгөн, әрәм генә була.
– Үҙегеҙ барығыҙ! Әрәм булмаҫ!
– Беҙ өлөкөгөн үк йыуынып ҡуйғайныҡ. Һин килгәс, үҙең генә иркенләп төшөрһөң тигәйнек. Барып сайынып ҡына сыҡмаһаҡ.
Ҡәйнәләре мунсаға киткәс, ҡашығаяҡтарҙы йыуып урынлаштырҙы ла Ҡарасәс шаршау артына боҫто. Өйҙә тынлыҡ урынлашты. Бынан ары ҡалайтып ҡына йәшәргә тигән уй зыңлай һаман башында. Ҡапыл “уйй” тигән тауыш тынлыҡты боҙҙо. Шаршауын саҡ ҡына асып, түрбаш яғына күҙ һалды. Батырша гимнастеркаһын сисеп маташа. Һул ҡулы күтәрелмәй микән? Саҡ-саҡ сисенә. Таҙа күлдәк кейергә булды, ахырыһы. Күҙенә яурынындағы суғырмаҡ һымаҡ йөй салынды. Һыҙланалыр. Яралары уңалып та бөтмәгән. Тын алырға ла ҡурҡып, егетте күҙәтте. Уныһы шаршау яғына әйләнеп ҡарап-ҡарап ала. Егетте йәлләп, яраларын ҡулы менән һыйпап йүнәлткеһе килде. Күп тә үтмәй мунсанан ҡайтып инделәр. Мөниә әбей, теге яратҡан һүҙҙәрен ҡабатлап, урындыҡҡа барып ятты.
– Килен, инде һин бар. Шәмде тоҡандырып сыҡ, ҡараңғы төшә.
Сәкинә әйтеп бөтөр-бөтмәҫтән, Ҡарасәс сығып та китте. Иреккә ынтылған ҡош һымаҡ иркен тын алды. Их, рәхәт донъя бөттө. Мөниә өләсәйгә күсеп сығайыммы икән?
...Төрлө уйҙарға сумып, төнө буйы йоҡлай алмай сыҡты Ҡарасәс. Яугир ҙа ыңғырашып ала. Һыҙлана. Ислам ағаһы ни хәлдә икән? Нәҙерша? Китсе, уны һис уйламай. Йәлләмәй, һағынмай ҙа. Исмаһам, ике-өс көн дә бергә йәшәп өлгөрмәнеләр, шуғалыр. Ә ҡайнағаһы? Бер күрҙе, тиҙерәк таң атып, шаршау йырығынан ғына булһа ла ҡарап ултырғыһы килә үҙен. Бер-ике генә күтәрелеп ҡараны йөҙөнә. Түрбашта сисенеп торғанын күҙәтте, яраларын күрҙе. Шаршау аша ғына. Бер мөйөштә – үҙе, тәҙрә яғында мөйөштә – ҡайнағаһы. Араларында – кәштәләп эшләнгән асыҡ шкаф. Ауыҙы йырылып, көлгөһө килә. Рәхәт йәшәү бөттө. Башҡа саҡта ҡысҡырып көлөп, йырлап та ебәрер ине. Хәҙер – юҡ. Эргәлә генә мөйөштә – ҡайнаға. Өйҙә яралы яугир. Старшина, тиҙәр ине килеүселәр. Ярай, әрҙәнәлә сая-сая бисәләргә, мәрйәләргә бирешмәгәнде. Ҡайнаға менән һыйышыр. Уныһының һиндә ҡайғыһы, ти. Кәрәгең бар ине. Анау тиклем мыҡты егеттең оҙатып ҡалған ҡыҙы булғандыр. Күреп тор, килеп тә инер. Никахлы башың менән әллә ниҙәр уйлап ятма! Бигерәк һөймәлекле. Ошоға тиклем ундай егеттәрҙе осратҡаны юҡ ине. Мөниә өләсәһе әйтмешләй, ысынлап та ҡойоп ҡуйған кәртешкә. Күҙҙәре йылтырап көлөп кенә тора. Йылмайып ебәрһә, ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ, бит остары соҡорая. Егеттәр ҙә матур була икән! Китсе, шаршау аша булһа ла ентекләп тикшереп өлгөргән.

***

Шым ғына йөрөп кейенеп, сәй эсеп, эшкә йыйынғанда, һалдат йоҡлай ине. Һәр хәлдә, шулай тойолдо. Өләсәһе килеп етәсәк, улының тамағын ҡайғыртасаҡ. Ул яҡтан Сәкинәнең күңеле тыныс.
Батыршаның ҡайтыуын бөтәһе лә ишеткән, ферма геүләп тора.
– Бергә уҡыныҡ уның менән. Күрергә барам, – тине ҡыуанып Надя.
– Эште иртәрәк бөтә һалайыҡ, юғиһә, башҡалар ҡамасаулар.
– Күстәнәс алып, иртәгә барырмын.
– Ну как, ҡайнағаң менән һөйләштегеҙме? Подарок бирҙеңме?
– Юҡ әле. Оят та ул. Танышып китеүҙәр күңелһеҙерәк булды. Һөйләрмен әле. Әлегә нимуй булып йөрөйөм.
Әхирәттәр ферма яңғыратып көлөргә тотондо.
– Шулай оҡшай икән, йөрө лә йөрө. Ҡыҙыҡ таһа.
– Ыһы, ҡыҙыҡ һиңә.
– Атыу һөйҙәш һуң.
– Мәле еткәс, йәме.

***

– О-о-о, какой красавчик! Фронтовик, герой. Хәттәрски мыҡтыланып киткәнһең, Батыр, – Надя шар-шор килеп ҡосаҡлап алды.
– Уй, ҡыҙым, әкрен, әкрен. Яралары уңалып бөтмәгән бәпкәмдең, – тине Мөниә әбей. – Мына ҡаҙ майы әпкилдем әле һөртөргә. Брамы килешер.
– Бирешмәҫ, Мөниә апай, егет кеше ләһә, һиңә бәпкә, ә ул һуғышта йөрөп ҡайтҡан. – Надя һаман ҡосаҡлап, биттәренән супылдатып үбә. Ҡарасәс әхирәтенең ҡыйыулығына иҫе китеп, йылмайып тора.
– Ҡурҡма, Мөниә апай, киленең бына тигән “духтыр”. Белмәй инегеҙме? Ҡулдары шифалы, ауыртҡан ереңә ҡағылыу менән юҡҡа сыға. Белмәнегеҙ штоли?
Мөниә әбей:
– Ҡайҙан ғына беләһең. Һинең һымаҡ оҙаҡ итеп бергә йәшәп өлгөрмәнек тәһә. Ысын әйтәме, балам? – ул килененән һораны.
Ҡарасәстең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Ни тиергә белмәй, әхирәтенә ҡараны. Уныһы:
– Ой, онотоп торам, уға бит ҡайнаға менән һөйләшергә ярамай, ә мин һыйпатырға маташам.
– Күрнис бирер ҙә һөйҙәшер. Үҙе белә, – тине өләсәй.
– Йәш кешегә артыҡ бәйләнмәгеҙ, йәме?
Батырша килененә ҡарағайны, уныһы баш һелкте. Уларҙы күреп, Надя тағы рәхәтләнеп көлдө.
– Йолағыҙ шәп тә ул барыбер, шып-шым ғына тик йөрөйһөң.
– Надя, һеҙҙең утарҙан Виктор Чернышев менән яуҙаш булдыҡ. Ҡатыны менән улын күреп сығырға ине. Эшкә төшмәҫ борон, хатта бөгөн үк барайым тигәйнем. Бергә инербеҙ, – тине Батырша.
– А-аа, ул 43-тә үк һәләк булды. Зинаида кейәүгә сығып, хәҙер ҡалала йәшәй.
– Нисек, шулай тиҙме? – Батырша аптыраны.
– Һуғыштан яраланып ҡайтҡан берәү һоратҡайны. Ошондай заманда ҡайҙан арыу ир табаһың, етмәһә, бала менән. Йәштәр йәшкә ҡараясаҡ. Һоратыусыһы булғанда риза булайым, тигәндер.
– Шулай ҙа ул, тик...
– Дөрөҫө шул. Ҡалаға барғанда күрешерһегеҙ. Центрҙа гастрономда һатыусы. Йә, ярай, миңә ваҡыт. Сәйегеҙ тәмле булды.
– Үҙеңә рәхмәт!
– Һабаҡташын оҙатҡас, Батырша өй алдындағы эскәмйәгә ултырҙы. “Кейәүгә сыҡты” тигәнен ниңәлер күңеле ҡабул итә алманы. Шулай тиҙ генәме? Ниңә көтә бирмәгән? Һуң, яуҙашы үҙенең ҡулында йән бирҙе түгелме? Ҡайтып төшмәйәсәк тәһә. Бәлки, Надя хаҡлылыр. Сығып ҡалғаны яҡшылыр. Барыбер бер аҙ көтөргә тейеш, тигән һығымта яһаны үҙенсә.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас