Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Ғинуар 2024, 02:43

Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (8)

– Вәт әй, әллә ҡайнағаңды башҡаларҙан көнләшәһеңме? Тәк-тәк-тәк, тимәк, һинең уға күҙең төшкән. Дөрөҫ әйтәмме?

Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (8)Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (8)
Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (8)

Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА

Ҡарасәс

Повесть

8

***

Атаһы Ғәбитулла Фин һуғышында ятып ҡалды. 1942 йылдың ғинуарында яңы 18 йәше тулған Батырша хеҙмәткә саҡырылды. Тоцк-2 полигонында әҙерлек үткәндән һуң, автоматсылар батальонына эләкте. Күрше генә утарҙан Виктор исемле яҡташы менән полигондан алып бергәләр. Күп тә үтмәй фронтҡа оҙатылдылар. Корсунь – Шевченко ҡамауын азат итеүҙә ҡатнаштылар. Батырша Көнбайыш Украинаны фашистарҙан азат иткәндә күрһәткән батырлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланды.
Бер көн сержант Батыршаны ашығыс рәүештә штабҡа саҡырып, мөһим задание йөкмәттеләр.
– Ашығыс эш бар, Виктор. Мин, һин, тағы кемде алайыҡ? – тип һораны Батырша дуҫынан.
– Семенды. Ышаныслы, утты-һыуҙы бергә кистек.
– Улайһа әҙерләнегеҙ! Дошман батареяһын эҙләп табып, юҡ итергә тейешбеҙ.
– Булдырабыҙ!
Ҡыйыу егеттәргә оҙаҡ эҙләнергә тура килмәне. Бик ныҡ йәшерелгән дошман батареяһына тауыш-тынһыҙ ғына шыуыштылар.
– Мине ошонда көтөгөҙ, һаҡ булығыҙ, әҙер тороғоҙ!
Батырша шыуышып барып, дошман орудиеһына гранаталар ташлап өлгөрҙө. Бөтә расчет юҡҡа сыҡты. Өҫтәүенә кәрәкле мәғлүмәттәр ҙә алып ҡайттылар. Батырша етәкселегендә разведка шулай итеп уңышлы тамамланды.
– Һин, Аҡбулат, как һеләүһен. Күҙ эйәрмәй үҙеңә, – тип баш сайҡап аптырағайны Виктор. – Әле тейен һымаҡ ағасҡа үрмәләйһең, бер ҡараһаң, ергә һеңеп шыуышаһың.
– Бала саҡта күп уйнаныҡ йәшенмәкте, – тип көлдө лә ҡуйҙы Батырша.
Һуғышҡа тиклем ғаиләле булып өлгөргән шаян, ҡыйыу яҡташы күп тә үтмәй ҡаты яуҙа һәләк булды. Көләс йөҙө һаман күҙ алдынан китмәй. “Һуғыш ҡына бөтһөн, һинең туйыңда ла бейербеҙ”, – тип әйтер ине. Насип булманы. Күҙ асҡыһыҙ ғәрәсәтле атыштарҙың береһендә үлемесле яраланған Виктор “Аҡбулат” тип ҡысҡырып ебәрҙе лә Батырша ҡулында йән бирҙе. Тәүге көндәрҙән алып ул Батыршаны фамилияһы буйынса “Аҡбулат” тип йөрөттө. Үҙеңә уңай икән, шулай тип әйт, тине лә ҡуйҙы яҡташына. Башҡорттар араһында йәшәгән Виктор башҡортса һөйләште, йырлап та ебәрҙе. Шул саҡтағы ҡайғырыуҙары, йәп-йәш өрлөктәй ирҙе йәлләп өҙгөләнеүҙәре онотолмай. Үлем менән көн дә осрашып торһа ла, барыбер яҡташының күҙен йомған сағы күҙ алдынан китмәне.
Батырша унан Молдавия, Румыния, Польша ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнашты. Краков йүнәлешендә барған алышта ҡаты яраланды. Госпиталдә ятып ҡулына ҡорал тоторлоҡ булғас, кире фронтҡа юлланды. Ә инде 1945 йылдың февралендә алған яраһы Батыршаны аяҡтан йыҡты. Снаряд ярсығы ҡорһағын бүһереп сыҡты. “Ошонда ятып ҡалырмын микән?” тигән уй ҡапыл күҙ алдын ҡараңғылатты. Тирелеп төшкән эсәктәрен ҡулдары менән ҡаплап, аңын юғалтты. Яуҙаштары дошман менән аяуһыҙ көрәшкән мәлдә, Батырша әжәл менән айҡалашты. Йәш, көслө егетте госпиталь врачтары әллә күпме операция яһап, ғүмерен һаҡлап алып ҡалдылар...
“Их, Виктор, яҡын дуҫтар булып йәшәр инек”.
Инеп ятырға тип ҡуҙғалғайны ғына, ҡыҙҙар килеп уратып алды.
Һалдат ҡайтҡан тип ишеттек, ә ул күҙгә лә күренмәй. Батырша, әйҙә аулаҡҡа! Ҡурайыңды ал. Бейешербеҙ.
– Бейешер көндәр булыр, ҡыҙҙар.
– Юҡ, юҡ, киттек!
– Күргәндәй булайыҡ үҙеңде.
Ҡыҙҙар егеттең ай-вайына ҡуймай, ҡултыҡлап та алды. Ҡарасәс уларҙы тәҙрәнән күҙәтеп ҡалды.

***

– Ой-бой-бой, нимә булды тағы?
Күҙҙәре һөҙөлөп, йомолорға ғына торған әхирәтен ошо ҡиәфәттә тәүгә күреүе.
– Гел көлөп-йылмайып, йырлап-бейеп торған ҡыҙ ҡайҙа булды, ә?
Төнө буйы йоҡламайынса көтөп яттым, ә ул аулаҡтан ҡайтманы. Урам буйлап эҙләнеп, ҡайһы өйҙән тауыш сыға икән тип, тыңлап йөрөп килдем. Әллә ҡайҙа юҡ булды, теге ҡыҙҙар ебәрмәне, ахырыһы. Башҡынаһын ашанылар ҡайнағамдың, – тине күңелһеҙ генә Ҡарасәс.
– Вәт әй, әллә ҡайнағаңды башҡаларҙан көнләшәһеңме? Тәк-тәк-тәк, тимәк, һинең уға күҙең төшкән. Дөрөҫ әйтәмме? Йә, күҙемә ҡарале?
Ҡарасәс иланы ла ебәрҙе.
– Мин уны йәлләйем. Һин нимә? Ул бит төнө буйы ыңғырашып сыға, һыҙлана. Яралары тынғы бирмәй.
– Шулай ғына булһа ярар ине лә. Йөҙөңдән бөтөнләй киреһен уҡырға мөмкин. Ярай, бушҡа илама, ана, көнө ниндәй матур. Эште бөткәс, һөйләшербеҙ.
Һөттәрен оҙатып, аҙбарҙы таҙартып, ҡарауылсы өйөнә утын әҙерләп, таҙартып, эргәләге аҙбарҙағы яңы тыуған быҙауҙарҙы ашатып-эсергәнсе, ҡараңғы төшә башлаған.
– Арытты. Лутсы тракторист булһаҡ, былай арымаҫ инек. Ултырып ҡына эшләйҙәр, – тине Надя.
– Әһә, бар, эшләп ҡара. Улары бер туҡтауһыҙ боҙола. МТС-ҡа запчасҡа йөрөйҙәр. Ирҙәр эше ләһә. Чүркә бысыусылар, ана, ҡалай ҡаңғыра.
– Арымайҙарҙыр әле, ана, ҡайнағаңды ҡайтармай төн сығарырға бер ҙә аптырамағандар. – Надя әхирәтен үсекләй.
– Бөтәһе лә түгел. Етер, әйҙә һарыҡтарға концерт ҡуяйыҡ. Һөттәре артыр. Ана, ырҙынға индерҙеләр.
– Әйҙә, ошо арала бер ҙә йырлашҡан юҡ.
Ҡыҙҙар мал ашай торған оҙон ағас ялғаштарҙы сәхнә итеп түңкәреп ҡуйҙы. Тәүҙә Ҡарасәс баҫты. “Һарыҡстан халҡы! Һеҙҙең өсөн Һарыҡстан иле йырсыһы Кинйәбаева Ҡарасәс йырлай”.
Ул яратҡан йырын яңғыратып ебәрҙе. “Ай юғары, ай юғары...”
Шул мәлдә ҡыҙҙар янына Батырша килгәйне. Йырҙы ишетеп, ҡарауылсы аласығына инде.
– Һауғынамы, Ишҡәле апа!
– Һау-уу, Батырша улым, Аллаға шөкөр! – Ул асыҡ тәҙрәнән ҡыҙҙарҙы тыңлап ултыра. Урынынан тороп, инеүсегә ҡул биреп күреште.
– Кәнсирт ҡуялар. Һарыҡтарына йырҙайҙар, мин дә эрәхәттәнеп тыңдайым. Тетәләр генә. Килен шу тиктем матур йырҙай. Мәрйәһе лә ҡалышмай. Һәйбәттәр үҙҙәре. Әйҙә, ултыр, улым. Йомош бар инеме?
– Юҡ та, ҡараңғы төшөп килә, килен бер үҙе ҡурҡыр.
– Әпсәң менән бергә йөрөй ул.
– Әсәйем өйҙә шул.
– Ә-ә-ә, ярай, саҡ ҡына ултырып тор, үстәре ҡанғас, туҡтайҙар улар. Гелән шулай.
Икеһе лә тынып, йыр тыңлай башланылар. Матур йырлайҙар. Һағынған йырҙарҙы. Килененең тауышы моңло. Аңғармаҫтан килеп сығып, тыңлап торҙо килгәнендә. Йырһыҙ бер нәмә лә эшләмәйҙер ул, тип тә уйлап ҡуйғайны. Шулай һөйкөмлө, һылыу, йырсы ғына кәләшең булһасы, тип хыяллана. Ошоға тиклем бер ҡыҙға күҙ һалмаған егеттең, үҙе лә һиҙмәҫтән, килене яғына ҡарағыһы килеп тик тора килгәне бирле. Тәү күргәндән әллә нишләне. Оҙон сәсле, аҡ түңәрәк йөҙлө, бәләкәйерәк бүлкәт иренле, моңһоу, аҡыллы ҡарашлы, зифа буйлы киленен бер һирпелеп ҡарауҙан оҡшатты. Ғүмерҙә булмағанса. Бергә уҡыған ҡыҙҙарға яҡындарына ҡараған кеүек кенә иғтибар итте. Ә был? Өләсәһе белеп ҡалһа, гонаһ шомлоғо, аҙғын тип әрләр. Эстән үҙен тыя, шелтәләй, ярамай тип әрләй. Үҙенә үҙе һүҙҙәр бирә, юҡ, барыбер йөрәге үҙенекен эшләй. Килене шаршау артында булғанда, ҡасан ғына килеп сыға, тип түҙемһеҙләнеп көтә.
Кисен йәштәр уйынынан өйгә инмәй оҙаҡ ҡына урам ҡыҙырҙы. Йылға буйында, ҡайынлыҡта йөрөнө. Һуң булып киткәс, өләсәһенә инде лә йоҡланы. Әсәләренә таң менән эшкә, уятып йөрөгөһө килмәне.
Бөгөн әсәһе эштән килде, ә килен – юҡ. Һорарға ҡыйманы. Һылтауын табып, ферма яғына атланы. Ҡаршы осраһа, ни әйтергә икән тип баш ватты. Ярай, һабаҡташҡа берәй йомош ҡушҡан булырмын әле, тип уйланы.
Йырлап туйғас, ҡыҙҙар шарҡылдашып, ҡарауылсы өйөнә килеп инде.
– Беҙҙә ҡунаҡ таһа, һаумы, һабаҡташ?
– Сәләм! Бына Ишҡәле апаны күрәйем тигәйнем. Ҡайтҡандан бирле килеп булманы.
– Шулаймы? – Надя серле генә йылмайып ҡуйҙы ла: – Улайһа, бынау нимуй киленеңде апҡайт. Ҡараңғы төшә.
– Бергә ҡайтырбыҙ. Апа, һау булып тор. Әйҙәгеҙ! Надя, бер үҙең ҡурҡмайһыңмы? Оҙатайыҡ.
– Әйҙәгеҙ, һөйләшеп барырбыҙ. Мин ҡурҡмайым.
– Иртәгә иртүк районға китәм, – тине Батырша килененә ишеттерерлек итеп. – Берәй ун көн ятып дауаланып алырға ҡушалар. Тиҙҙән бесән башлана. Малға аҙыҡ әҙерләргә тотонорбоҙ. Минең звеноға килерһегеҙме, ҡыҙҙар?
– Барабыҙ! Күмәкләшеп бесән эшләгәнде яратам. Ярай, дуҫтарым, рәхмәт. Иртәгәгә тиклем. Хәҙер шым ғына ҡайтып китәһегеҙ инде. – Шулай шаяртты дуҫтарын.
– Көлмә, һүҙһеҙ ҙә һөйләшергә мөмкин, – тине егет. – Беҙгә шулай бик тә оҡшайсы.
Надяны ауыл осона тиклем оҙатҡас, кире боролдолар.
– Бер-береһенә күтәрелеп ҡарарға ҡыймай, тын алырға ла ҡурҡып тигәндәй, ҡайтып инделәр. Килеп ингәс, Сәкинә менән Мөниә әбейҙең борсоулы йөҙҙәре күҙгә салынды.
– Нимәгә бойоғошоп ултыраһығыҙ ул? – тип һораны Батырша.
– Иртәгә үҙеңә балнисҡа лаһа, шуға борсолабыҙ, – тине өләсәһе.
– Оҙаҡ ятырың микән, балам?
– Балнис һуғыш түгел, юҡҡа көйәләнмәгеҙ. Берәй ун көн булыр. Бесән етә. Колхозға эшкә сығырға. Бөгөн бригадир менән һөйләштем. Көҙгә тиклем колхозға ярҙам итәм.
– Үҙеңә мәғлүм, балам. Әйҙәгеҙ, сәй эсәйек, иртәгә күҙ күрер.
Өйҙәгеләр Нәҙершанан хат алып, аптырашып, көйәләнеп ултыралар ине.

***

Улы менән килене араһында ниҙер барын тойомлап, ҡурҡып йөрөй Сәкинә. Һуғыштан ҡайтып ингән көндән үк улының ҡыҙға ҡарап, килененең егеткә ҡарап ҡыҙарып, ҡараштарын ситкә алыуҙарынан һиҙенеп ҡуйғайны. Ҡайнағаһынан оялалыр, быныһы йәш ҡыҙ алдында уңайһыҙланалыр, тип уйланы башта. Исмаһам, һөйләшмәйҙәр ҙә. Күрнисен дә тоттороп ҡуйғайны. Юҡ, килене шул килеш йөрөй. Бер-береһенә ғишыҡ-мишыҡ итешеп ҡуймаһалар ярар ине, тип ҡурҡты. Нәҙерша ҡайтһа, ни тиер. Уныһы ҡыҙыу килеп тороп. Шул ҡыҙыулығы арҡаһында эйәртте лә килде. Ике көн дә бергә торманылар. “Һуғыш артынан китеп барабыҙ, Германияға индек”, тип яҙғандан һуң оҙаҡ та үтмәне Батырша яраланып ҡайтты. Нәҙершаһы шаҡ ҡатырғыс хат яҙҙы. “Әсей, нисек тә булһа Ҡарасәсте ауылына ҡайтарығыҙ. Мин бында икенсене алдым. Миңә асыуланма, йәме. Беҙҙе хеҙмәт итергә ҡалдыралар. Икебеҙ бергә китәбеҙ. Ҡарасәс үпкәләмәҫ. Үҙ тиңен табыр. Беҙ уның менән ир менән бисә булып өлгөрмәнек”. Шулай тип яҙған Нәҙерша.
Ҡарасәсте үҙ ҡыҙылай яратып өлгөргәйне. Бөтә яҡтан да тап килгән: һылыу, эшкә шәп, тәрбиәле. Тауышы һуң? Хайран ҡалырлыҡ!
...Сәкинә ҡурайсылар ғаиләһендә үҫте. Олатаһы, атаһы, ағаһы оҫта ҡурайсылар булғас, үҙе лә һыҙғыртырға өйрәнде. Улар һымаҡ өҙҙөрөп тартмаһа ла, үҙенә күрә бына тигән итеп уйнай. Малайҙарынан Батыршаһы ҡурайсы. Бер мәл кисен атаһынан өйрәнгән “Сибай” көйөн тарта ине. Өй эше менән булышып йөрөгән килене ҡушылып йырлай башланы. Анауындай моңло тауышлы йырсыға эйәреп саҡ уйнаны Сәкинә.
– Уй, киленкәйем! Күптән тотонған юҡ ине. Һиңә саҡ эйәреп уйнаным. Был тауыш менән радиоға барыр кәрәк, – тине һоҡланып.
Килене көлөп кенә ҡуйҙы.
– Йырлашып ҡына ғүмер итерһегеҙ, һуғышы ғына бөтһөн...
Их, эште бешергән Нәҙершаһы. Хәҙер, ана, килененә нисек итеп аңлатырға. Батырша ла көйәләнә.
Ҡустыһын әрләп хат яҙып һалды. Бәлки, шаярталыр, ошондай ҡыҙҙы нисек икенсегә алмаштырырға. Нәҙершанан яуап килмәйенсә, Ҡарасәскә хат тураһында әйтмәҫкә булдылар.

***

Белмәҫ, һиҙмәҫ, ти, Ҡарасәс. Ислам ағаһы уны шаяртып: “Ҡарасәстән бер нәмә лә йәшертеп булмай. Күҙе өкөнөкө, танауы эттеке һымаҡ. Барыбер таба”, – ти торғайны. Ҡәйнәләрендәге үҙгәреште һиҙмәй буламы ни. Теге саҡта ла уйланып ҡуйғайны. Был юлы ҡәйнәһе хат ташыусыға ҡаршы сыҡты ла оҙаҡ ҡына инмәй торҙо. Унан йөҙө үҙгәреп, күңелһеҙләнеп килеп инде.
– Нәҙершанан хат килдеме? Ниңә оҙаҡланың?
– Шул Орҡояны. – Ҡәйнәһе ыҡ-мыҡ итте. – Хәбәрҙе сурыта ғына. Үрге ос Мәликәгә хат индергән. Ире гуспиталдә ята. Шуны уҡып биргән. Һауығам, тиҙҙән ҡайтам, тигән.
– Яҡшы булған һауыҡҡас.
– Шулай шул. Батырша ҡайнағаңды һораша.
– Нимә тип?
– Нимә тип ни, яраһы уңаламы? Нимә менән дауалайһығыҙ? Дегәнәк япрағы бәйҙәп йөрөһөн, тигән була.
– Ә-ә ә.
Осҡор күҙ ҡәйнәһенең алъяпҡыс кеҫәһендә хат ятҡанын күрә һалып ҡалды. Күрмәмеш булды.
Шул көндән яйы тура килеүен көтөп кенә йөрөнө. Эсен ҡытыҡлап тик тора. Килде ул мәл. Сәкинә алъяпҡысын сисеп, соланға элде лә, йомош табып ҡаршыла ғына йәшәгән әсәһенә йүгерҙе. Уҡыны хатты. Иң башта бөтәһенә лә күптән-күп сәләм күндергән. Уларҙы Самаркандҡа ебәреүҙәрен, хеҙмәтен шунда дауам итеүҙәрен яҙған. Рейхенбахта госпиталдә ятып сығыуын, шунда Полина менән танышыуҙарын, уны үҙе менән бергә алып китеүен хәбәр иткән. Ҡарасәскә һеҙ аңлатырһығыҙ, тигән. Үткәндә яҙҙым, аңлағанһығыҙҙыр тигәйнем. Был юлы ағай әрләп яҙған. Көҙгә ҡайтып китермен, аңлатырмын, тигән.
Хатты уҡып, биҙа шат булды Ҡарасәс. Илап тормаһа икән. Яратып өлгөрмәне ул Нәҙершаны, ә Батыршаны тәү күреүҙән үк!
Хатты кире урынына һалды ла, бер ни булмағандай, өй йыйыштыра, иҙән йыуырға тотондо. Тап-таҙа солан иҙәнен ҡыра башланы. Шулай көйләй-көйләй, инде болдорҙо касар менән ҡырып йыуып йөрөгәндә ҡәйнәһе менән өләсәһе килеп торғандар.
– Килен, тап-таҙа лаһа, ниңә әҙерәк ял итмәйһең?
– Ошолайтып үҙемә ял алам, – тип көлә Ҡарасәс.
– Әйҙә, өләсәң ҡоймаҡ ҡойған, сәй эсәйек. Ана Батырша ла килде.
– Ҡоймаҡ шәп инде ул, – тип ҡайнағаһы уларға эйәрҙе. – Өй ялт итеп тора. Нисек өлгөрәлер ул килен. Бысратып ҡуймайым яңы ғына йыуылған иҙәнде. – Ул һаҡ ҡына баҫып атлап эскә үтте.
Тышта эшен бөтөрөп ингәндә, самауыр шыжлай, тәмле ҡоймаҡ еҫтәре таралған. Өсөһөнөң дә борсоулы ҡараштарын күрҙе.
– Көтөп кенә ултырабыҙ, һинһеҙ тамаҡҡа бармай.
Ҡәйнәләре көлөшә-көлөшә сәй эсте. Миңә һиҙҙермәҫкә тырыша бахырҙар, тип уйланы. Үҙе ҡурҡа ла. Ҡайтарып ҡына ебәрмәһәләр ярар ҙа. Көҙгә барыбер китәм. Шулай тип уйланды ҡыҙ.
“Күңелем һиҙә, улар бер-береһен ярата, моғайын, бергә ҡалырҙар”, тип йыуата Сәкинә үҙен.
“Ошо ҡыҙҙы ла үҙенә ҡарата алмаһа, эсендә йәне булмаҫ был Батыршаның. Хоҙайғынам, күңеленә миһырбанлыҡ һалып, киленде ситкә ебәрмәһен ине”. – Мөниә әбей һиҙҙермәҫкә тырышып, яулыҡ осо менән күҙен һөрткән булып, йәштәргә ҡарап-ҡарап ала.
“Ҡарасәс мин зәғифте үҙ итерме? Яратырмы? Һөйләшеп ҡарайым, барыбер ситкә ебәрмәйем”, – тип уйлана Батырша.
“Шундай һәйбәт кешеләрҙе ҡалайтып ҡына ҡалдыраһың. Ныҡ яҡындар бит улар миңә. Ә Батырша миңә ҡарамаһа, нишләрмен”.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас