Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Ғинуар 2024, 05:45

Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (9)

Ней, килен, былай булмай. Күпме түҙергә? Ярамай!

Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (9)Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (9)
Ҡарасәс Повесть Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА (9)

Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА

Ҡарасәс

Повесть

9

 

***

– Көн аяҙҙа сәсеүҙе тамамлай һалыр кәрәк. Ҡыҙҙар, эшегеҙ бөткәс, Тыу яланға ер һөргән ергә барығыҙ. Ишҡәле ағай апарыр. Сменщик малайҙарҙы алыштырып, уларға ял биреп алырға ине, бахырҙар, торған ерҙә йоҡлайҙар. Трактор аҫтында ҡалып бәләгә тарып ҡуймаһындар, – тине ферма мөдире.
– Хәҙер барырбыҙ!
Ат егеп, яланға барырға ғына торғанда, атта сабып берәү ҡысҡырып килә. Һағайышып, туҡтап ҡалдылар. Һуғыштан яралы ҡайтҡан Фәхрислам ағай икән.
– Һуғыш бөткән! Һуғыш бөткән! Туҡтағыҙ! Атығыҙҙы туғарығыҙ ҙа Ялантүбәгә барығыҙ! Байрам бөгөн! – һыбайлы ҡысҡыра-ҡысҡыра артабан елдерҙе.
– Ни тине шул?
– Апа, һуғыш бөткән! Ишетәһеңме, һуғыш бөткән!
Ҡыҙҙар ҡыуанышып, ҡосаҡлашып һикереште. Тыпырҙатып бейеп киттеләр.
– Йә инде, бына шатлыҡ! Малайҙарым ҡайтып инә былай буғас.
– Атайым, ағайҙарым ҡайтасаҡ!
– Ислам ағайым.
– Нәҙершаң?
– Уф, иҫемә төшөрмә әле. Әллә нимәләр башҡа килә, гонаһ шомлоғо. Тфү, тфү! Иртәгә үк икәүләшеп килеп инһәләр, нишләрмен, әхирәт?
Ҙур шатлыҡ, ә күңел төбөндә һағыш уты көйрәне.
– Килеп күренгәс тә зауытҡа сығам да китәм. Бер яйы табылыр. Ә бөгөн байрам. Киттек! Ошолай бармаҫбыҙ инде тауға. Әйҙә, беҙгә инеп матур күлдәктәребеҙҙе кейәйек, – тине Ҡарасәс. – Теге күлдәгемде кейеп күрһәтер көн килде. Һиңә лә табырбыҙ!
– Юҡ, бүләк тауарҙан теккән күлдәгемде кейәм. Һеҙ бара тороғоҙ!
– Иң тәүҙә һиңә барайыҡ, унан беҙгә. Миңә яңғыҙ уңайһыҙ.
– Әйҙә!
Ҡыҙҙар яңы күлдәктәрен, ботинкаларын кейеп алып тауға менеп еткәндә, унда байрам ҡыҙғайны. Бөтәһе лә шат. Ҡайһы арала ҡаҙандар аҫып, бутҡа бешереп өлгөргәндәр. Өйҙәрендә булған ғына ризыҡтарын алып килеп ашъяулыҡтарға теҙгәндәр. Бала-саға ҡыуанышып, сыр-сыу килә. Ҡатын-ҡыҙҙар матур кейенешкән. Бер яҡта ҡурай тарталар, биҙрә, ҡумыҙ сиртәләр. Һөйөнөстән ҡосаҡлашып илашалар.
– Ошо көндәрҙе лә күреүебеҙгә мең шөкөр, әйкәйҙәрем.
– Бабайғыналарыбыҙ иҫән-һау ғына ҡайтып инер!
– Һеҙгә ҡыуаныс, минең көтөр кешем юҡ, ятып ҡалды...
– Ҡуй, сеңләмә, килен, кем белә, килеп инеүе лә бар. Сабыр бул!
“Ҡара ҡағыҙ” алыусылар мыш-мыш килә.
Ҡарасәстең емелдәп торған күлдәген, матур ебәк яулығын күреп тел сартлаттылар.
– Беҙҙең килен кәртешкә булған даһа!
– Собханаллаһ, күҙ теймәһен.
– Уй-й, ҡайҙан алдың?..
Тәмле бутҡа ашап, сәй эскәндән һуң уйын-көлкө башланды. Һалдаткалар таҡмаҡ әйтеп, бейергә төшөп китте.

Тракторым ер һөргәндә,
Тырмаһы ла тырмалай.
Һуғыш бөттө, ҡайтыр әле
Ун биш ҡыҙға бер малай.
Һоп-па, ана шулай, ана шулай!
Һин төш, еңгә!
Ҡалды инде, ҡалды инде,
Ҡалды инде һыу буйы.
Икегеҙ ике ерҙә, тип
Ҡоштар һайрай көн буйы.

Ҡатын-ҡыҙҙы бейеткәндә Батыршаның күҙе Ҡарасәстә генә булды. Уныһы әкиәт һыуһылыуымы ни! Бер ҡараһаң, шат бер ҡараһаң, моңһоу ҙа кеүек. “Ниҙәр уйлай, ниҙәр кисерә икән? Нәҙершаһы хаҡында белһә, нишләр”, – тип уйланды ҡурайсы.
Халыҡ илай-көлә Еңеү көнөн байрам итте. Батырша таң менән дауаханаға юл тотто.


***

Сөрөлдәп кенә ағып ятҡан шишмәне сыҡҡас, ҙур ғына түңәрәк аҡлан күренде. Ҡайнағаһы Ҡарасәстең салғыһын, сәй тағанын йыуан ҡайын төбөнә һөйәне лә үҙенеке менән сәй эсер урынды саба башланы. Унан саҡ ҡына арттараҡ килгән ҡыҙ тирә-яҡтың хозурлығын күҙәтеп, ҡасан сабып бөтөрбөҙ, өлгөрөрбөҙмө тип уйлап ҡына тора ине, Батырша туҡтап:
– Бөтәбеҙ уны, “һә” тигәнсе сабып ташларбыҙ. Ҡурҡып киттеңме әллә? – тип һораны.
Терт итеп ҡалды. Ыста, әллә кеше уйын уҡый ул? Булыр ҙа. Өләсәһе, олаталары бик уҡымышлы булды, кешене үтә күрә торғайны, тип һөйләй ҙә ултыра. Ейәненә күсеп ҡуйһа? Минең уй-хыялдарҙы уҡып йөрөһә? Ҡыҙ оялышынан ҡыҙарып, бите янды. Яулығын рәтләгән булып, тегеләй-былай ҡыланды. Их, ошо телһеҙлек. Бер яҡтан рәхәт тә, икенсе яҡтан үҙәккә үтә. Ике айҙан ашыу ваҡыт үтеп китте. Бер һөйләшмәгәс, йөрө инде хәҙер эстән генә аңлашып.
Ҡайнағаһы шул арала байтаҡ сабып өлгөрҙө.
“Нимә ҡарап торам әле ул. Бесән сабырға тип кенә алған көнөмдө шулай әрәм итергәме”. Ул салғыһын алып, ҡайнағаһы артынан төшмәксе булды.
– Һин, килен, минең бакуйҙы дауам ит, мин теге остан башлап, һиңә ҡаршы килермен. Салғыңды яныйыммы?
– Ҡыҙ “кәрәкмәй” тигән ишара яһаны.
– Ярай, әләйһәң. – Батырша үргә атланы.
“Мин һантыйҙы уңайһыҙландырмаҫҡа булды, ахырыһы. Минең ниҙәр уйлап, хыялланып йәшәүемде, ысынлап та, белеп йөрөһә. Ошонда килеп эләгеүем өсөн Сәйеткә рәхмәттәр уҡыуымды белһә. Һөйләшмәүебеҙ ҙә уңай булды. Ҡәйнәһе күпме өгөтләне.
“Килен, бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйбеҙ, ҡыйын даһа. Мә, бүләген бир”, – тип нисәмә тапҡыр әйтте.
Ҡыҙ һаман һуҙа килә. “Әгәр һөйләшә башлаһам, телемә хужа була алмай, ниҙәр кисереүемде, кемде уйлап йәшәүемде әйтеп һалһам. Ул саҡта ҡәйнәм ҡайтарып ебәрер, ә мин уны нисек ташлап китәйем. Былай ҙа муйынына аҫылынырға, йәбешеп сығырға маташыусылар бар. Бөтә ауыл бисәләре яңғыҙ тигәндәй. Ирҙәренең кеме ятып ҡалды, кеме саҡ-саҡ йөрөй. Ә Батырша. Ҡарап туйғыһыҙ”. Ҡыҙ берсә көйөнөп, берсә дәртләнеп, ҡолас ташлап саба. Үләне йомшаҡ, сабыуы күңелле. Салғыға шәп ул. Бакуйҙары ирҙәрҙекенән һис кәм түгел. Ярата бесән сабырға. Үләндәрҙең хуш еҫенә иҫерерлек. Йәйҙең иң матур мәлдәре!
Тиҙҙән ҡәйнәһе килеп етер. Эшемде бөтөргәс, тип ҡалғайны.
Йырлап ебәргәндә. Үҙҙәрендә булһа, сабынлыҡ яңғырап торор ине. Бында тик саңғылдатып салғы янырға ғына.
Ҡайнағаһы шәп салғысы. Ара-тирә яландың теге осона күҙ ташлап ала. Ҡана һуң, берәй заман ярышлап тороп бесән сабыр көн булырмы? Хыялый, нимә хаҡында уйлай. Шулай янып-көйөп йөрөүҙән ни фәтүә. Уныһы берәй көн кәләш эйәртеп килеп инһә. Түҙә алмам. Шул уҡ көндө ҡайтып киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалырмын. Ҡарасы, байтаҡ ара үтелде, арытты. Ҡәйнәһе тиҙерәк килһәсе. Шулай үҙе менән һөйләшеп, үҙе менән үсекләшеп, бил яҙмай сабып йөрөй торғас, ҡаты нәмәгә барып бәрелеп, салғыһының тотҡаһы ысҡынып китте лә лып итеп ергә ултыра төштө. Ултырған еренән тотҡаны салғы һабына ҡуйып маташты. Уныһы ысҡына ла ҡуя. Тороп сабып маташты. Шынаһы ысҡынып төшөп ҡалған тип, бакуй буйлап эҙләнеп ҡараны. Тапмағас, бесән сабып йөрөгән ҡайнағаһына ҡарап алды ла ултырып илай башланы. “Эш туҡтаны, өлгөрмәйбеҙ хәҙер. Әгәр нимуйланып йөрөмәһәм, ҡысҡырыр, эргәһенә йүгереп барыр инем. Ана, минең йәштәштәр күптән бала ҡосаҡлап ултыра. Ә мин бешмәгән, мәмәй”.
Батырша ҡыҙҙы күҙәтеп кенә йөрөгәйне. Бер мәл уның сәбәләнеп, тегеләй-былай йөрөүен күреп, йөрәге жыу итеп ҡалды. Йылан-ҡара килеп сыҡмаһын. Ҡуй, эргәһендә йөрөр кәрәк, былай ярамай, тип ашығып килеп етте.
– Ни булды, ниңә илайһың? Бигерәк эйелеп, ирҙәр һымаҡ киң алып сабаһың. Улай ярамай, билеңде ауырттырырһың. – Ул килененә эйелде. – Нимә булды?
Килене салғыһының тотҡаһын тотторҙо.
– И-ии, шуға илап ултыраһыңмы? Башта уҡ ҡысҡырмай. Эй, салғыңды күтәреп ымламай. Хәҙер йүнәтәм. Шынаһы ысҡынған. Яңынан ҡуям.
Батыршаның, башта уҡ ҡысҡырмай, тигән һүҙенә икеһе лә һеңкелдәп көлә башланы. Шунан егет ҡыҙ эргәһенә үк килеп, күҙенә ҡарап:
– Ней, килен, былай булмай. Күпме түҙергә? Ярамай! Әйҙә бөгөн, хәҙер үк ошонда һөйләшеп ҡайтабыҙ. Етер! Ана, мин сабып йөрөгән ерҙә урман ситендә шул тиклем турғай еләге күп. Барып еләкте йыйып алып килеп, миңә ашат та, һөйләшәбеҙ ҙә китәбеҙ. Һинең өсөн тип сапмай ҡалдырҙым. Сеүәтә ал, сәйгә ҡушып ашарбыҙ. Миңә тигәнен усыңа йый. Шуны бүләк итерһең.
Ҡарасәс әйткән ергә ҡоралайҙай атылды.
“Хәҙер үк һөйләшәбеҙ, туйғансы, рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ, көндәр, төндәр буйына серләшәбеҙ”, – тип һөйләнә-һөйләнә йүгерҙе.
Еләк түшәлеп ята икән шул. Тиҙ арала сеүәтәһен тултырҙы, гөлләмә һымаҡ итеп тә, усына ла йыйҙы.
Кире йүгереп килгәндә ҡайнағаһы усаҡ яғып йөрөй ине.
Тиреп тә бөттөңмө? Инде тәмләт!
Ҡарасәс һуҙған сеүәтәнән еләкте алғас:
– Иҫке ауыҙға яңы ризыҡ, рәхмәт! – тип еләкте ауыҙына ҡапты, мут. – Бүләгең һәләк оҡшаны, тәмлекәй, усыңдағыһынан ауыҙ иттерһәң, һөйләшһәң була ҡайнағаң менән, – тине йылмайып.
Тулҡынланыуын саҡ тыйып, Ҡарасәс еләкле усын һондо. Батырша ҡыҙға бер яндырып ҡарап алды ла эйелеп еләктәрҙе ауыҙына ҡапты.
Егеттең тыны усынан бөтә тәнен земберҙәтеп таралды. Быуындары йомшарып, ергә сүгәләне. Уның ыңғайына егет тә эйелде. Үҙе берәмләп, тәмләп кенә еләк ҡаба. Ҡыҙ, йығылып китеүҙән ҡурҡып, бер ҡулы менән ергә таянып, лып итеп ултырҙы. Ул яҡында, эргәлә генә. Бигерәк һөймәлекле. Ҡалын ҡуйы сәстәр. Әллә күҙҙәре йәшкелт ул? Китсе, егеттәр ҙә шулай һылыу була икән. Үҙенән яңы ғына сабылған үлән еҫтәре аңҡый. Уф, хәҙер йығыла.
– Тәмлекәй, еҫтәре һуң! Үҙең дә аша.
– Бигерәк хуш еҫле. Эре.
– Бына лаһа, һөйләшеп алдыҡ та киттек.
Батырша урман яңғыратып көлөргә тотондо, уға ҡыҙ ҙа ҡушылды.

***

Бесәнселәренә ашарға алып килә ине Сәкинә. Көлөшкән тауыштар ишетеп, туҡтап ҡалды. “Былар килешкән дәһә. Әллә беҙҙең алда ғына юрый һөйләшмәй йөрөйҙәр? Ышан шунан йәштәргә. Бергә ҡалһалар ине, Хоҙайым”, – тип ҡыуанып урман ситенә килеп сыҡты.
– Сәй ҡайнаған. Нимәгә Көртмәлетауҙы яңғыратаһығыҙ? – Ул бер-береһенә төртөп күрһәтеп, көлөшөп ултырған балаларына ҡараны. Икеһенең дә ауыҙ-мороно еләккә буялған. Хас та бәләкәй бала һымаҡ ҡыуанышып ултыралар. Күңеленә рәхәт булып китте Сәкинәнең. “Бер-береһен ситтән генә ҡарап, яратышып йөрөй торғас, түҙмәгәндәр. Шеш һытылып тишелгән былай булғас, ана лаһа еләккә буялышып ултыралар”, тип һөйөндө.
– Ҡалай шәбәйешеп ултырған булаһығыҙ, – тине яҡынлағас. – Ҡана һөртәйем ауыҙыңды. – Сәкинә таҫтамалды сылатып, улының еләкле ауыҙын һөртөп алды.
– Мм, ялап ҡына таҙартайым тиһәм.
– Себен эйәләшер атыу.
– Ыста, һөйҙәшеп утыраһығыҙ ҙаһа.
Килендең салғыһының тотҡаһы ысҡынған да миңә әйтә алмай илап ултыра. Күреп ҡалып, эргәһенә килдем. Шунан уға еләк йыйырға ҡуштым. Шунан ни, еләк ашатты ла көлөшөп ултырабыҙ.
– Дауна шайтмай. Ҡайһылай ыратып таштағанығыҙ. Былай буғас, бөгөн бөтәбеҙ. – Сәкинә күпереп ятҡан бакуйҙарға ҡараны. – Уртаһы ҡалған. Икегеҙ ике баштан баштанығыҙ мәллә?
– Ярышып саптыҡ. Кем алдан килә.
– Кит юҡты, килен нисек итеп һиңә эйәрә алһын.
– Ул минән дә шәберәк саба.
– Имеш тәһә, – тине сәй әҙерләп йөрөгән Ҡарасәс.
Батырша, сабыйҙарса ҡыуанып, ҡыҙға ҡарап йылмайҙы.
Ошо бәхетле минуттар оҙаҡҡа һуҙылһа ине, тип уйлап, көрөшкәләргә сәй яһаны Сәкинә, ашъяулыҡҡа ризығын теҙҙе.
– Өләсәйегеҙ тауыҡ бешереп әпкилде. – Ул бер ботто улына, икенсеһен килененә һалды. – Әсәйем менән бергә сәй эсеп, ашап килдем, миңә ҡарамағыҙ. Еләкте ойотҡанға болғап ашағыҙ. Ҡул икмәгенә ҡушып ашағыҙ йылыһында.
Өләсәй беҙҙе ҡарай. Рәхмәт яуғыры.
– Әлдә ул бар. Бер башына күп тә кәрәкмәй. Тауыҡтары, кәзәләре бар, – тип Сәкинә төргәгенән икешәр йомортҡа сығарып һалды. – Ашағыҙ, эш күп, асығып йөрөмәгеҙ. Быны бөтөрһәк, өләсәң сабынлығын да билдәләп китһәк, арыу булыр ине.
– Сабырбыҙ, билдәләмәһәң дә бер кем теймәҫ.
– Ашағыҙ! Кискелеккә мунса яғып ҡуйыр өләсәгеҙ. Онота яҙғанмын. Ҡурай әпкилдем. Ошонда эш бөткәс, атаң мәрхүм яңғыратып ҡурай уйнар ине. Әйҙә, инде һин тарт. Килен ҡушылып йырлар. Ул оҙон көйҙәрҙе матур йырлай.
– Ишеткәнем бар.
Батырша тороп ҡурайҙа һыҙҙырып ебәрҙе. Ҡарасәс ситкәрәк барып баҫып уға эйәрҙе.
Атаң дуҫы, тиеп ышанма, егет,
Атаң дуҫы етәр ҙә башыңа...
Аҡланда үҙәктәрҙе өҙөп моң ағыла. Уңайһыҙланып ҡына башлағайны, тора-бара ҡыйыуланып китте.
Йыр бөткәс, Батырша килеп ҡыҙҙың күҙ йәштәрен һөрттө.
– Ниңә иланың? Боронғо йырҙарҙы кемдән отоп алдың ул? – тип һораны.
– Әсәйемдән. Атайым матур йырлаған. Ниңәлер, боронғо йырҙарҙы илмайынса тыңлай ҙа, йырлай ҙа алмайым. Һиҙмәй ҙә ҡалам. Атайым миңә өс йәштә саҡта сығып киткән. Әсәйем ныҡ ҡайғырған, һаман да онота алмай уны. Йылы яҡта йәшәй тип ишеттек. Былай бүләктәрен, күстәнәстәрен ебәргеләй.
– Ҡалай ғына яңғыҙына ҡыйын булған ҡоҙағыйға. Ярай, бына тигән итеп үҫтергән үҙегеҙҙе.
– Йәш булһаң да, еренә еткереп йырлайһың, һиңә ҡушылып уйнауы еңел.
– Ҡуйсы, күҙ тейҙереп ҡуйма. Атыу башҡа йырламаҫ та ҡуйыр. Атайың мәрхүмдең йәндәре бөгөн һеҙҙе ҡыуанып тыңлап торҙо инде. Ул да йыр-моң яратты.
Тәмле сәйҙән һуң эш уғата ыраны. Өсәүләшеп тиҙ арала башлаған яланды, унан яр аша сығып, икенсе яғындағы түңәрәк бәләкәй аҡланды сабып бөтөп, арманһыҙ булып арып ҡайтып инделәр.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас