Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА
Ҡарасәс
Повесть
10
***
Батыршаның һарай башында йоҡлап йөрөй башлауын тәүҙә аңламаны Ҡарасәс. “Ниңә хәҙер? Күргеһе килмәйме? Бер уйлаһаң, Ислам ағаһы йәй буйы һарай башында йоҡлай. Шаршау аша егеттең тын алышын, яралары йонсотҡанда ыңғырашыуын, йоҡо аралаш һөйләнеп алыуына өйрәнгәйне. Унда һыуыҡтыр, өшөмәһә ярар ине тип йәлләй. Үҙе беләлер, бәлки, шулай яҡшыраҡтыр ҙа. Бесән бөткәс тә ҡалаға китәсәк. Ауылына кире юл юҡ. Кешенән дә ояла. Ана лаһа, көн дә тиерлек өйҙәре алдынан таҡмаҡлап үтәләр. Батыршаны оҡшатып, яратып йөрөүселәр, кем булһын. Төртмә таҡмаҡтарҙы ҡоялар ғына.
Бер кис һуңлап ҡына сәй эсәләр ине. Ҡапыл тәҙрәгә таш бәрҙеләр.
– Аллаҡайым, быяланы яралар, ҡоромағырҙар. Бала-саға микән?
“Ирем китте вайнаға,
Ирем китте вайнаға.
Ирем юҡҡа ҡайғырмайым,
Алмашҡа бар ҡайнаға”.
Ҡыҙҙар таҡмаҡлап, шарҡылдашып ары китте.
– Үәт, битһеҙҙәр! Әлдә ярылманы, кәрәктәрен бирер инем. – Сәкинә асыуланып, урамға сығып йүгерҙе. Батырша менән Ҡарасәс бер-береһенә ҡарашып йылмайышты ла ҡуйҙы.
Төндә йоҡларға ятҡас, шым ғына иланы. Ошонда килеп эләккәненә барыбер үкенмәне, киреһенсә, ҡыуанды. Әйҙә, көнләшһендәр. Үҙе уларға ҡаршы таҡмаҡ сығарҙы. Бәхетле көндәре тиҙерәк килһә ине.
Теге ҡыҙҙарҙың артынан сығып, ошолайтып таҡмаҡлап ҡалыр микән?
“Әйе, һөйәм ҡайнағамды,
Тағы ни әйтерһегеҙ?
Минең бәхеттән көнләшеп,
Һеҙ ғүмер итерһегеҙ.
Ирем үҙе алмаштырҙы
Ҡара сәсте һарыға.
Һарыға һабыштыра шул
Һеҙ яратҡан ҡайнаға”.
Шулай тип эстән генә таҡмаҡ сығарып, күҙ йәше түгеп алды.
***
Бер көн, ә бер көн! Шул көн гел генә ҡабатланһын, ғүмер баҡый күҙ алдынан китмәһәсе! Ҡыҙ үҙен күктең етенсе ҡатында итеп тойоп, хыялдарға сумып йөрөй.
Колхоз бесәндәрен кәбәндәргә һалып бөткәс, үҙҙәренекенә һуғылдылар. Сәкинә менән Мөниә өләсәләре әҙерәк ҡалған бакуйҙарҙы йыйғансы, Батыршалар күбә тарттырып, бер ергә ултыртты. Көн аяҙҙа кәбән һалып өлгөрөргә иҫәптәре. Батырша таған ҡуйып, кәбән төбөн һалғансы, ҡатындар тағы өс күбә эшләп, кәбән эргәһенә тарттырып ҡуйҙылар.
– Төбөн артыҡ ҙур итмә, улым, күбәләр бәләкәй, – тине әсәһе.
– Беләм, күреп тороғоҙ, осло ҡәләм һымаҡ ҡына итеп һалып ҡуйырмын.
– Ҡарасәс тә, ҡулына һәнәк алып, Батырша күрһәткән урындарға һалып барҙы.
– Әҙләп кенә ал, ауыр булыр, ҡана үҙем. – Сәкинә һәнәкте алырға маташҡайны, ҡыҙ ысҡындырманы. Егет эргәһендә йөрөүҙәренән үҙенә кинәнес, дәрт таба.
– Әсәй, ослайбыҙ кәбәнде, һеҙ сәй ҡайнатығыҙ, – тине Батырша.
– Әүрәүен йыйышайым, тиҙерәк булыр.
– Ыҙалама, үҙебеҙ ҙә өлгөрөрбөҙ.
Ҡарасәс кәбән башында орсоҡ һымаҡ өйрөлә. Эргәһендә яратҡаны йөрөгәс, арығанын да тоймай. Йөҙөнән йылмайыу китмәй. Өҫтән күҙәтеп кинәнә. Егет бесәнде яйлап, матурлап ҡына ташлай. Колхоз бесәнендә ял юҡ, күмәк кеше йән яҡтан ташлай, алып тапап ҡына өлгөр. Унда арыта. Бында егет һала бирә лә өйрөлтөп ҡарап ала. Бик тә матур, осло ғына кәбән килеп сыҡты. Түбәнгә ҡарауы ла ҡурҡыныс була башланы.
– Булды быныһы ла, хәҙер ел осормаҫ өсөн сыбыҡ үреп ырғытам. Һин тик кенә тор бер урында, ҡолап төшмә.
Егет сыбыҡтарҙың осонан бер-береһенә ҡуша бәйләгәс, ос һәнәгенә эләктереп, ипләп кенә өҫкә ташланы. Саҡ тотоп ҡалды ҡыҙ. Бер ҡулы тағанда, уныһы ла ысҡынып китер кеүек. Шулай ҡурҡа-ҡурҡа таяҡтарҙы кәбәнгә уратып һалып сыҡты.
– Тырманы шыуҙырам, тот!
– Ебәр! Инде үҙең шыуып төшһәң дә була, – тип көлә аҫтан.
– Тотоп өлгөрөрһөңмө һуң?
– Ҡуй-ҡуй, тор урыныңда. Шаяртам да инде. Мә, арҡанды тот! – Ул оҙон арҡан һелтәне.
– Ҡаяҡҡа төшөргә тип самалай башлағайным.
– Һинән булыр ҙа.
– Ҡарасәс тиҙ генә шыуып төшөп китте.
– Булды-ы-ыы! Ебәр!
– Ҡыҙҙың өҫтөндәге әүрәүҙәрҙе ҡаҡҡанын һүҙһеҙ генә күҙәтә торғас, егет түҙмәне, ҡулынан эләктереп, үҙенә тартты.
– Башыңдағыһын таҙартышайым.
Ҡулын тартып алманы, шул килеш ҡатты ла ҡалды. Теле көрмәлде, бите ут янды. Егет һаҡ ҡына итеп ҡыҙҙың битенән һыйпаны, йәнәһе, үләндәрен төшөрә.
– Хәҙер! Саҡ ҡына түҙ! Исемеңде Һарысәс итергә кәрәк булған, – ти шым ғына. – Мин һары ла сәсем тип йырлар инем.
– Тыуғанда сәсем ҡап-ҡара булған. Өләсәйем ҡарабаш турғайым тип яратҡан.
Егет ҡапыл ҡыҙҙы ҡосаҡлап, үҙенә тартып, башынан, битенән һыйпап яратты.
– Күрәләр бит! – Ҡыҙ ситкә тайшанды.
– Күрһендәр, ҡурҡма, һылыуым.
Усаҡ яғынан “сәй ҡайнаны-ыы!” тип ҡысҡырҙылар.
– Әйҙә, бында эш бөттө.
***
Күңелле итеп тиҙ генә тамаҡ ялғап алғас, өләсәләре сабынына һуғылып, уның ҡалған биш күбәһен бер ергә өйөргә булдылар. Мөниә әбей, аш бешереп, мунса яғып ҡуйырға тип, һикертә баҫып алдан ҡайтып китте.
Эштәрен бөтөрөп, атты хужаһына тапшырып, һуңлап ҡына ҡайтып ингәйнеләр. Кәртәлә туғарылған ат күреп туҡтап ҡалдылар.
– Әллә әсәйем ул?
“Их, хат тураһында әйтеп ҡуймаһындар, апҡайтырға килмәһә ярар ине”, – тигән уй йүгереп үтте башынан.
– Ҡунаҡ килгән. Ҡоҙағыйҙар микән? – Сәкинә ҡабаланып тура өйгә атланы.
Ҡарасәс егеткә текәлде. “Ебәрмә мине, алып ҡал”, тип әйткеһе килде.
Өйҙән Шәкирә килеп сыҡты.
– Ҡыҙыҡайым, һағындыҡ үҙеңде шу тиктем! – Ул ҡыҙын ҡосаҡлап, арҡаһынан тупылдатып һөйҙө.
– Һауғынамы, ҡоҙа!
– Һаумыһығыҙ! – Батырша ҡул биреп күреште. Өсәүләшеп өйгә инделәр. Ҡай арала өләсәһе ҡоймаҡ ҡойоп өлгөргән.
– Әйҙәгеҙ, аш әҙер, ҡулдарығыҙҙы сая һалығыҙ, ултырығыҙ, – тип, урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп йөрөй.
– Бесәнегеҙҙе бөтөрөп, ҡалай йәтеш иткәнһегеҙ, беҙҙең әҙерәк йәш бакуй ҡалды, – ти әсәһе ҡыҙының ҡулын ысҡындырмайынса ғына. Эргәһенән ебәргеһе килмәй, ахырыһы.
Аш ашағанда хәбәрҙәр тик бесән, һуғыштан ҡайтыусылар, ил-йорт тураһында барҙы. Ашҡа доға ҡылғас, Шәкирә һүҙ башланы:
– Был ҡоҙағый уттай ҡыҙыу бесән мәлендә нимәштәп йөрөй тип аптырап киткәнһегеҙҙер. Ағайың да бында, әле йылғалалыр. Ошо хат буйынса килеп төштөк. Бара һалып, таңға кире әйләнербеҙ тинек – Шәкирә хәбәрҙәрен теҙә-теҙә Ҡарасәскә хат тотторҙо.
– Хат? Кемдән? Нәҙершананмы?
Ҡарасәс хатты уҡыны ла илап сығып китте.
– Ҡана! Кемдән? – Батырша хатты тартып алып өлгөрҙө. Сәкинә хафаланып, улы эргәһенә килеп баҫты.
“Суҡтин-суҡ сәләм, ҡоҙағый! Сәләм күндерә ҡыҙыңдың көндәше. Нәҙерша ташлағас, ҡыҙың ҡайнағаһы менән типтерә. Апҡайтмаһаң, һуң булыуы бар. Ә ҡайнағаһы менән беҙ бала саҡтан ҡолаҡ тешләшкәнбеҙ. Беҙ бер-беребеҙҙе һөйөшәбеҙ. Ҡыҙың арабыҙға арҡыры төшә. Килеп алып китеп өлгөрмәһәгеҙ, ауылдан ҡыуҙырам”.
Батырша хатты уҡып бөткәс, аптырап, берсә әсәһенә, берсә өләсәһенә ҡараны.
– Төптө ялған!
– Әйе шул. Бер ҡыҙ менән дә йәрәштермәнек, ҡолаҡ тешләттермәнексе.
– Нимәһенә баш ҡатырағыҙ. Теге арғы ос Сәмсиәнең ҡыҙы. Кем булһын, – тине Мөниә әбей.
Таҡмаҡ сығарып йырлап йөрөгән Ғәмбәр.
– Кем генә буһа ла яҙған бит. Ҡарасәсте апҡайтырға килдек. Артыҡ балам юҡ. Кейәү ҙә мәрйә менән сығып киткәс, бында ништәһен. Әҙәмдән оят таһа. Тиктомалдан апҡайтты ла китте, Ҡарасәс тә шул Сәйет бәйләнеүенән ҡасып тиҙ ризалашты. Кейәүҙең таштап китеүен әллә Ҡарасәс белмәйме, ҡоҙағый?
– Ә, теге ней, Нәҙерша үҙе ҡайтҡас аңлатыр, мужывит дөрөҫ тә түгелдер, тип әйтмәй торғайныҡ.
– Ана бит, балам бер ни белмәй йәшәп ята. Ирен көтөп йөрөгән була, бахыр. Бөтә кеше һөйҙәгәнде, нисек ишетмәгән? – Шәкирә, аптырап, урындыҡҡа ултыра төштө.
– Һеҙ тыныс ҡына ултырып тороғоҙ, мин Ҡарасәсте индерәм.
Ҡарасәс аласыҡта илап ултыра ине. Батырша эргәһенә ултырҙы. Һаҡ ҡына яурынынан ҡосаҡлап үҙенә тартты.
– Ҡайтмайым! Зауытҡа уҡырға китәм көҙгә. Надя менән бергә.
– Илама, икебеҙ бергә китәбеҙ. Яңғыҙыңды ебәрмәйем. – Ул ҡыҙҙың сәстәренән үбә-үбә һөйләнде. – Икебеҙ ҙә уҡырбыҙ, йәме. Һин тыныслан. Берәү ҙә алып китмәҫ.
Егеттең шулай иркәләп яратыуына шаңҡып ҡалды. Икеләнеүҙәре юҡҡа сыҡты. ”Тимәк, ул да мине ярата!”
– Ғәмбәргә ышанмайым, алдаша, әйеме?
– Алдаша, уға әйләнеп тә ҡарағаным булманы. Ышан миңә!
– Ышанам. Ә Нәҙерша?
– Нәҙерша ҡаршы тормаясаҡ. Уның икенсегә әүрәгәнен кемдән ишеттең?
– Ғәмбәр әйтте.
– Беҙгә һиҙҙермәй, шым ғына ҡайғырып тик йөрөнөңмө?
– Ҡайғырманым, киреһенсә, шатландым. Белмәмеш тә күрмәмеш булып тик йөрөнөм. Йә, минән көләһеңме?
– Батырша урынынан һикереп торҙо.
– Ҡыуандың? Иламаның дамы? Ниңә миңә белгертмәнең?
– Нимә тип әйтәйем? Мин уны түгел, икенсене яратам тип ҡысҡырып илайыммы?
– Ах, ҡыҙыҡай, мин нисек кенә аңлатырға, йыуатырға тип баш ватам, әйтһәм, ҡайтып китер тип ҡурҡам, ә ул. – Батырша ҡыҙ алдына сүгәләне. – Ысын һөйләйһеңме ? Беҙ бергәме? Бергә китәбеҙме?
– Ысын, һин ҡайҙа мин дә шунда. – Ҡарасәс оялышынан ҡулы менән битен ҡапланы.
– Улай булғас, әйҙә өйгә инәйек. Ҡурҡма, мин эргәңдә.
Өйҙәгеләр борсолошоп, көтөп кенә ултыралар, һәр ҡайһыһы урынынан ҡуҙғалды.
– Ништәп ҡуйҙығыҙ?
– Әсәй, ҡоҙағый, Ҡарасәс бер ҡайҙа ла йөрөмәй, беҙ бергә ҡалаға уҡырға китәбеҙ. Минең яуҙаштар бар зауытта, ярҙам итерҙәр. – Ул Ҡарасәстең ҡулынан тотоп: – Әйе бит, әйт һүҙеңде?
– Әсей, ауылға ҡайтмайым. Ошонан зауыт яҡын. Бергә китәбеҙ!
Бөтәһе лә еңел һулап ҡуйҙы.
– Хоҙайым, ялбарыуҙарымды ишетте, рәхмәт төшкөрҙәре, бергә барығыҙ шул. – Мөниә әбей доғаларын уҡыны.
– Әйҙәгеҙ, сәй эсәйек. Бына бит, ҡоҙағый, йәштәр үҙҙәре белә. Уҡығылары килгәс, уҡыһындар.
– Үҙеңә нисек ҡулай, шуны һайла, балам.
Килгәне бирле ауыҙынан һүҙ сыҡмаған Ислам да батырайып китте. Асыуҙарын йылғала ҡалдырып инде, ахырыһы. – Һиңә тапшырабыҙ, ҡоҙа, ҡарап ҡына йөрөт, ҡыйырһытма, һуғыштан ҡайтҡан был тип тормам, – тип үҙенең ағайлығын күрһәтеп алды.
– Аңланым, яугир! Есть! – тип көлдө Батырша.
Йәштәр өсәүләшеп Надяға барып йөрөп килде. Ислам менән Надя, әйтерһең, бер-береһен әллә ҡасандан белгән кешеләй иркен аралашып киттеләр. Шаярышып-көлөп, күңел асып ултырҙылар.
Сәкинә менән Мөниә ҡыуанышып йөрөп күстәнәстәр, бүләктәр әҙерләне. Ҡат-ҡат самауыр ҡуйып, үҙҙәренсә һый-хөрмәт күрһәттеләр.
Йәштәргә ҡарап күңеле булды Шәкирәнең, араларында ниҙер барлығын һиҙҙе. “Был бик аҡыллы, төплө уйлы күренә, ҡустыһы һымаҡ өтөк түгелдер. Ышаныслылыр”, тип ҡыуанып уйланы. “Ҡыҙы унан күҙен алмай, тегеһе лә быға һөйөп кенә ҡарай. Ҡыҙҙы кәм-хур итә торғанға оҡшамай. Ҡоҙағыйҙар алсаҡ”.
Һағынғайны әсәһен Ҡарасәс. Ҡайтыр ине, Сәйеттең күҙенә күренгеһе килмәне. Урынлашҡас, икәүләшеп барырбыҙ, һинең тыуған ауылыңды күргем килә, тине Батырша шатландырып.
Таңға ҡунаҡтарҙы ауылды сыҡҡансы оҙатып барҙылар. Үҙҙәренә етәкләшеп ҡайтып инделәр.
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.