Илебеҙҙең именлегенә хәүеф янаған ваҡытта Илдус Рәфҡәт улы махсус хәрби операцияға саҡырыла һәм үҙен көслө рухлы ир-егет, ысын патриот итеп күрһәтә.
Офицер, Афған һуғышы ветераны мотоуҡсылар полкы составында взвод командиры булып хеҙмәт итте. Илдус Рәфҡәт улы хәрби бурысын намыҫ менән үтәне, неонацизм, коллектив көнбайыш көстәре менән барған аяуһыҙ, әммә изге көрәшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Афғанстанда хеҙмәт иткән ваҡытта күрһәткән батырлыҡтары өсөн сая рухлы батыр «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн ул "Генерал Шайморатов" миҙалы менән билдәләнә. Уның хәрби тәжрибәһе, ныҡлы рухы күптәргә өлгө булып тора.
Хөрмәтле Флүрә Йомабай ҡыҙы, мәрхүмдең балалары: Наҙгөл Илдус ҡыҙы, Ирек, Фәнис, Ғәзинур һәм Ғәбдинур, туғандары, дуҫтары һәм яҡындары һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Ошо оло юғалтыуҙы кисереп сығырға көс, сыҙамлыҡ теләйбеҙ. Беҙ һәр саҡ һеҙҙе тыңларға, ярҙам итергә әҙербеҙ.
Мәһәҙиев Илдус Рәфҡәт улының ғаиләһенә үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары тапшырылды.