Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Февраль , 18:35

Бергә йәшәйек, тисе ҡоҙам

Ә иң яманы – көнсөл холҡо асыҡланды. Уныһы – айырым яҙырлыҡ ҙур тема. Мине бергә эшләгән ир-затынан ғына түгел, хатта бер туған ҡустыларынан көн­ләшергә лә күп кәрәкмәй ине уға.

Бергә йәшәйек, тисе ҡоҙам
Бергә йәшәйек, тисе ҡоҙам

 

 

Тормошонда осраған һынау-ҡаршылыҡтарҙы яңғыҙы үтеп, проблемаларҙы бер үҙе хәл итеп, барыһын да үҙе табып, эшләп өйрәнгән көслө ихтыярлы, зарланмаҫ ҡатын ул Сәкинә апай. Йүнһеҙ генә иренән йәшләй айырылғас, бүтәнсә кейәүгә сыҡмаған апайҙың ғүмер көҙөнә ингәс, тормошонда үҙгәрештәр булыуы күптәрҙе аптырашта ҡалдырғандыр. Артабан – Сәкинә апайҙың үҙе һөйләгәндәрҙән.

“Ул ваҡытта мин, юғары уҡыу йортон тамамлап, мәктәптә, ә буласаҡ ирем, водителдәр курсын бөтөп, колхоз машинаһында эшләп йөрөй ине. Күрше ауылға йәйәү йөрөп уҡытам, ҡайһы бер көндә ул юлда тап килһә, ултырып алам. Шунда ныҡлап таныштыҡ Камил менән. Аҙ һүҙле, кәрәккәндә генә һөйләшә торған етди егет булып күренде ул. Ниңәлер юлымда гел осрай торғайны. Аҙаҡ белеүемсә, махсус рәүештә мин сыға торған ваҡытҡа тап килтергән икән сәфәрен. Шулай йылға яҡын юлдарҙа осраша торғас, ул миңә яҡын кеше, ышанырҙай иптәш булып китте. Ә инде кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, һис аптыраманым, шулай булырға тейеш һымаҡ ҡабул ителгәндер, моғайын.

Бергә йәшәп алып киттек. Ка­милға ата-әсәһе күптән өй һалып ҡуйғайны инде. Ул әҙер булғансы ҡай­ны-ҡәйнәләрҙең бәләкәй өйҙә­рендә торҙоҡ, ә инде бәпесебеҙ тыу­ғас, дауахананан ирем беҙҙе тура заманса йыһазландырылған үҙ йортобоҙға алып ҡайтты. Шул ваҡытта кисергән рәхәтлек, күңел­дәге иркенлек хисен бер һүҙ менән генә аңлата ла алмаҫ инем. Ятаммы, тораммы, ашайыммы – шелтә­ләгән, өйрәткән, ҡырын ҡараған кеше юҡ. Камил да ярҙамлашып ҡына торҙо тәүге осорҙа.

Әммә бәхетле тормошома оҙаҡ­ҡа һуҙылырға яҙмаған икән. Ирем­дең холҡоноң икенсе, йәғни мин бығаса күрмәгән яҡтан асылыуы бала тыуыу, яңы өйгә күсеү шат­лығына ҡара күләгә булып ятты. Колхоз эшенән бушаған ва­ҡыт­тарында Камил беҙҙең менән түгел, ә дуҫтары янына атлыға, унан эс­ке­ләп ҡайта башланы. Был ҡылы­ғына ризаһыҙлығыма ҡарата гел: “Мин һиңә подкаблучник түгел!” – тип яуап бирә ине. Иңенә яуап­лылыҡ алып, ғаилә ҡорғас, беренсе урынды ул биләргә, ҡатыны менән балаһы иң яҡын кешеләре булырға тейешлеген аңларға теләмәйенсә, ирем шулай үҙенсә йөрөй торҙо. Өҫтәүенә, кеше араһын бутап ләззәт табыусыларҙың ҡотҡоһона төшөп, ғаиләлә ыҙғыш ойошто­роуҙары йышланы.

Ә иң яманы – көнсөл холҡо асыҡланды. Уныһы – айырым яҙырлыҡ ҙур тема. Мине бергә эшләгән ир-затынан ғына түгел, хатта бер туған ҡустыларынан көн­ләшергә лә күп кәрәкмәй ине уға.

Түҙемлектең дә сиге бар: бер көн килеп, шартлап өҙөлдө ул. Һәм мин, баламды ҡосаҡлап, атай-әсәй йортона ҡайтып киттем, унан инде тормошомдо ҡырҡа үҙгәртергә тип баш ҡалаға юлландым. Яман иргә түҙеп йәшәү ҙә ҡыйын, барыһын яңынан башлау ҙа рәхәт түгел шул. Ярай ҙа ярҙам итергә әҙер торған туғандарым булды, улар арҡаһында иңгә төшкән ауырлыҡ-һынауҙарҙы йырып сығыуға өлгәшелде: эше лә, ваҡытлыса йәшәргә мөйөшө лә, улыма балалар баҡсаһы ла табылды. Яйлап яңы тормошом яйға һалынды шулай.

Камил артымдан килеп, тубыҡ­ланып ғәфү үтенеп, үҙгәрәсәге тура­һында тәҡрарлаһа ла, башҡаса яҙмышымды уның менән һынап ҡарарға теләмәнем. Икенсе берәүгә кейәүгә сығыу уйы ла шыла килде. Тәүҙә баламды әҙерәк ҙурайтайым, шунан мәктәп тамамлаһын, артабан инде башлы-күҙле булһын, тинем.

Ваҡыт тиҙ үтә: улым армияла хеҙмәт итеп ҡайтты, юғары уҡыу йортон тамамланы, ике йыл тирәһе эшләгәс, һөйгән ҡыҙына өйләнде, ейәнсәрем тыуҙы. Үҙем пенсияға сыҡтым, ниһайәт, оло маҡсатыма – баламды ысын кеше итеп үҫте­реп, үҙаллы тормош юлына сығарыуға өлгәштем. Хәҙер инде күңелем тыныс, әсәйлек бурысын теүәл үтәнем, тип уйлап, ғорур рәүештә ҡартлығымды яңғыҙ ҡаршыларға әҙерләнә инем... Әммә кеше бер төрлө уйлай, ә Хоҙай үҙенсә хәл итә, тигәндәре дөрөҫтөр.

...Берҙән-бер көн оҙаҡ йылдар буйы сирләгән ҡоҙағыйыбыҙ вафат булып, барыбыҙҙы ла ҙур ҡайғыға ҡалдырҙы. Яҡшы, изге күңелле кеше ине ул, йәне йәннәттә булһын. Ғүмер баҡый бер-береһенә терәк булып йәшәгән пар ине улар, шуға ҡоҙа юғалтыуҙы уғата ауыр кисер­ҙе. Бөтөрөнөп китмәһен тип, янында өҙлөкһөҙ торорға тырыштыҡ балалар менән. Ҡоҙағыйҙың 40 көнөн, унан инде йыллығын үткәрешергә алдан йөрөп, мәшәҡәт-хәстәрлекте үҙ өҫтөмә алдым.

Ғәжәпләнәһем алда булған икән: ҡатынының баҡыйлыҡҡа күсеүенә ике йыл тигәндә, ышанаһығыҙмы, бер туған ҡоҙам миңә бергә йәшәргә тәҡдим яһаны... Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәп өйрәнгән мине был хәбәр аптырашта ҡалдырҙы, шуға бер ни тип тә яуап бирмәнем, ул турала бер кешегә лә һөйләмәнем. Ишетеп ҡалһа, балалар ни уйлар, ояты ни тора, тигән уй ине башта. Ә бер аҙҙан билдәле булыуынса, тәү сиратта был фекер үҙ ҡыҙынан, йәғни киленемдән сыҡҡан икән. Шунан бөтәһе бер һүҙҙән булып, мине күндерҙеләр. Тәүҙә уңайһыҙлыҡ тойҙом, шунан ике яҡтан да туғандар, балалар ыңғай ҡарашта булғас, күнеп, ике яңғыҙ берләшеп, йәшәп алдыҡ та киттек.

Хәҙер бына етенсе йыл бергә­беҙ: ҡала янында (уның да, минең дә фатирҙа түгел) шәхси өйөбөҙҙә йәшәйбеҙ, ял һайын балалар, ейән­дәр килеп тора. Беҙ уларға, улар беҙгә ярҙам итешеп йәшәп ятҡан көнөбөҙ. Уртаҡ балалар, уртаҡ хәбәрҙәр, бер иш ҡыҙыҡһыныуҙар – бер яҡтан ҡарағанда, уңайлы ла, тик күңелде гел нимәлер өйкәп торғандай. Шуға “бәхетлеһеңме?” тип һораһалар, “эйе” лә, “юҡ” та тип әйтә алмаҫ инем, сөнки әлеге тормошом үҙемдеке түгел кеүек, саҡырылмай барып ингән ҡунаҡтағы кеүек тойғо күңелдә...”

 

Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Фото:goutube.com

 

Автор:
Читайте нас: