Шоңҡар
-26 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
11 Февраль , 11:00

"Йыр яратҡан кешегә һинең ниндәй телдә йырлауың мөһим түгел ул"

Үҙемә аптырап ҡуйҙым: артист ҡына түгелмен икән, эшләй ҙә алам, тим.  

"Йыр яратҡан кешегә һинең ниндәй телдә йырлауың мөһим түгел ул"
"Йыр яратҡан кешегә һинең ниндәй телдә йырлауың мөһим түгел ул"

«Халҡым асылына ҡайтыр...»

Башҡортостандың халыҡ артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһының солисы Раян АЛТЫНШИН халыҡ араһында көндән-көн нығыраҡ танылыу яулай, йырсы булараҡ дан ҡаҙана. Йыр-моңдоң бәҫен, матурлығын белеп, үҙенең талантына ышанып, эске бер ғорурлыҡ менән сәхнәгә сыға ла, тамашасыны әсир итә. «Моңдан ғына яралғандыр был бала...» – тигәйне 19 йәшлек кенә егеттең сығышын ҡараған бер инәй. Ә ул мәлдә Раян Сибай дәүләт филармонияһында эш башлап ҡына тора ине. Ә бөгөн ул шаҡтай ижад юлы үткән, тәжрибә туплаған артист. Бөгөнгө әңгәмә йырсының бала сағынан алып, бөгөнгө ижадына тиклем бер бәләкәй генә байҡау яһау булыр, моғайын. Шуға ла, һөйләшеү нәҫел-нәсәпте барлауҙан башланды...

– Раян, һиндәге талант, йыр-моңға һөйөү кемдән килә? Нәҫелеңдә йырсылар бармы?

– Ҡотан ауылында тыуып үҫкән әсәйем яҡлап ҡарт олатайымды әүлиә булған, тиҙәр. Ә ҡартатайым үҙе бәһлеүән кәүҙәле ир булған, ауыл старостаһы вазифаһын башҡарған. Белгән кешеләр уның «Буранбай»ҙы йырлағанын һөйләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны мин күреп белмәйем, һуғышта ятып ҡалған.

Мин атайымдың йырлағанын тыңлап үҫтем. Ул һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын рәхәтләнеп йырлай ине. Шуларҙың күбеһен өйрәнеп ҡалмағаныма үкенәм. Бесәнгә барғанда үҫеп ултырған ҡурайҙы ҡырҡып, тишектәр уйып, оҙон көйҙәрҙе уйнағаны ла хәтерҙә ҡалған. Ундағылай моңло тауыш һәм киң диапазон бик һирәк осрай. Моғайын да, ғүмерен сәхнә менән бәйләп, ваҡытында махсус белем алһа, атайым Сөләймән Абдуллин, Рамаҙан Йәнбәковтар кимәлендәге башҡарыусы булыр ине. Әммә ул тыуған еренән айырылманы, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, Бөрйән районының Тимер ауылында йәшәне. 25 йылдан артыҡ урман хужалығында эшләне ул, беҙ, балалары уға ылыҫ, тубырсыҡ йыйырға, ағас әҙерләргә ярҙам итешергә йөрөнөк.

– Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, моғайын һин дә йырға ғашиҡ булып үҫкәнһеңдер?

– Үҙемде белә-белгәндән йыр яраттым. Беҙ бала саҡта табындар йыр-бейеү менән матур, йәмле үтә торғайны. Ҡунаҡтар килһә, ояла инем, әммә йыр яратҡас, тыңлар өсөн гел өҫтәл аҫтында ултыра торғайным. Үҫә килә өҫтәл артына күстем. Тик ниңәлер атайым йырларға яратһа ла, беҙгә махсус рәүештә янына ултыртып, өйрәткәне булманы. Башлыса үҙебеҙ тыңлап, отоп алырға тырыштыҡ. Уны тыңлап, бәләкәйҙән халыҡ йырҙарын яратып үҫтем, мәктәп йылдарында уҡ «Илсе Ғайса», «Абдрахман», «Сәлимәкәй» һәм башҡа оҙон көйҙәрҙе йырлап йөрөнөм. Яҡташтарым мине һаман да атайым кеүек халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ ҡабул итә. Концерттарҙа оҙағыраҡ эстрада йырын йырлаһам, залдан: «Нимә унда даңғыр-доңғор йырлап тораһың? Ҡурайға ғына берәй халыҡ йырын йырла!» – тип ҡысҡыра башлайҙар.

Өс йәштә тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанмын. Мәктәп йылдары сәхнәлә үтте тиһәм, һис хата булмаҫ. Ниндәй генә концерт булмаһын, сығыш яһарға саҡырҙылар. Беҙҙә Мостай Кәрим, Абдулхаҡ Игебаев кеүек билдәле яҙыусылар, шәхестәр менән осрашыуҙар йыш үтте. Улар алдында мотлаҡ мине йырлата торғайнылар. Ауылыбыҙҙың таланттары менән концерттар ҡуйып йөрөгән күңелле мәлдәрҙе лә һағынам. Ат санаһына йәки трактор арбаһына ултырып, өшөмәҫ өсөн толоптарға төрөнөп, күрше Ғәлиәкбәр, Берлек ауылдарына ла концерт ҡуйырға йөрөнөк. Кешеләр зал тултырып килә ине.

Райондағы йыр конкурстарында Венера Рәхмәтуллина менән алмаш-тилмәш – бер йыл – мин, икенсе йылына ул еңеү яуланыҡ. Һуңғы кластарға еткәндә беҙҙең менән тағы ла Венера Уразаева (хәҙер инде Юлгилдина) ла ярыша башланы. Тағы ла бер еңеү яулағандан һуң бүләккә, ул заман өсөн күп кенә аҡса биргәндәре иҫемдә ҡалған. Трассанан ауылға тиклем һигеҙ саҡрым, уны гел йәйәү үтә инек. Юғалтып ҡуймайым, төшөрөп ебәрмәйем, тип ҡурҡып ҡына ҡайттым һәм ҙур ғорурлыҡ менән әсәйемә тапшырҙым. Әсәй шәл алып ябынғас, атҡа менгәндәй шатландым.

Бер нисә тапҡыр Өфөгә, телевидениеға төшөргә килдек. Ул йылдарҙа туңдырма менән лимонад ауылда түгел, район үҙәгендә лә булманы. Килеү менән телеүҙәк янындағы магазиндарҙы ҡыҙырып сыға инем. Бер шулай рәхәтләнеп туңдырма ашайым бит! Һыуыҡ тейҙереп, тамағым шешеп, ауырыу булып ҡайтылды.

– Артист булыу теләге ҡасан барлыҡҡа килде?

– Йыр конкурстарының береһендә жюри рәйесе булып Әлфиә Юлсурина саҡырылғайны. Сығышымдан һуң яныма килеп: «Һинең яҙмышың сәхнә булырға тейеш. Йырҙы ташлама!»– тип фатиха бирҙе. Шул мәлдән алып йырсы булырға хыяллана башланым. 11-се класты тамамлағас, Өфөгә, сәнғәт училищеһына имтихандар биреп ҡарарға булдым. Ул саҡта Бөрйән районында юлдар ныҡ насар ине, атты йүкә бау менән генә йүгәнләп мендем дә, сәфәр сығып киттем. Мәйғәште тигән ергә еткәс, уны ҡайтыр юлға төшөрөп, ҡыуып ебәрҙем. Ул юртып ауылға китте, мине Монасип ауылында йәшәгән еҙнәй мотоциклына ултыртып, оло юлға сығарҙы. Алдан уҡ Өфөгә Венера Рәхмәтуллина менән барырға һөйләшеп ҡуйғайныҡ. Уға ниндәйҙер юлаусы машина тура килгән дә, алданыраҡ сыҡҡан.

Өфөгә килеп төштөм. Ҡап-ҡара ауыл малайы. Төпкөл райондың төпкөл ауылында үҫкәнмен. Ә конкурс ҙур, 170-ләп кеше килгән. Араларынан 20-һен генә алырға тейештәр. Шулай ҙа бәхетте һынап ҡарарға була, кире сикмәнем. Имтихандар ваҡытында халыҡ йырҙарын ғына йырланым. Һәм билдәле педагог Джон Әхмәт улы Мусин мине үҙенең класына уҡырға алды. Әнүәр Нурғәлиев, Айҙар Фәтхетдинов, Илһам Шәриф, Зилә Шәрифуллина, Зөлфиә һәм Рәмил Әбүбәкировтар менән һабаҡташтар булдыҡ. Башланған осорҙа уҡыуы ауыр тойолдо. Ҡырағайыраҡ та булғанмындыр инде: мәҫәлән, фортепианоны тәүге тапҡыр уҡырға килгәс күрҙем һәм ишеттем. Уйнап ҡарайым тим дә, ҡара эш менән бармаҡтар тупаҫыраҡ бит инде, бер юлы яңылыш ике клавиатураға баҫыла. Сольфеджио, гармония дәрестәрен бөтөнләй аңламаным. Дирижерлыҡты ла ҡабул итә алманым. Ә бына операны тәүге тыңлағандан уҡ оҡшаттым, күңелемә ятты. Бәлки, артабан уҡыһам, үҙем дә опера театрында эшләр инем, кем белә? Тауыш көслө, көр, юғары.

Һин 18 йәштән үк ҙур сәхнәлә хеҙмәт юлыңды башлап ебәрҙең. Өфөнө Сибайға алмаштырыу тарихы нисек булды?

– Сәнғәт училищеһының 2-се курсында ярайһы ғына уҡып йөрөгәндә, вокал уҡытыусым Сибайға эшкә күсте. «етем» ҡалып, нимә эшләргә белмәй йөрөгәндә, Сибай филармонияһы етәкселәре Ринат Ишмуллин менән Альмира Ҡыуатова үҙҙәренә эшкә саҡырҙы. Шулай итеп мин 18 йәштә хеҙмәт юлымды башланым. Ижадыма башланғыс һалған был ҡалаға шул тиклем рәхмәтлемен. Аҙ ғына эшләү дәүерендә концерт программалары әҙерләп, ҙур сәхнәгә сығыу мөмкинлеге асылды. Параллель рәүештә яңы асылған Сибай сәнғәт колледжын да тамамланым. Унда Камил Абдрахман улы Вәлиев үҙенең класына уҡырға алды. Сибай филармонияһы көс туплау, Урал аръяғы таланттарын үҫтереү өсөн эшләнгән ҙур эш ине ул сәнғәт колледжы. Бер курста ун егет белем алдыҡ. Ул мәлдәге мәҙәниәт министры Хәләф Ишморатов, ҡала хакимиәте башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтовтарға ҙур рәхмәт. Колледжды тамамлаусылар бөгөнгө көндә республиканың ғына түгел, Татарстанда ла эшләп йөрөй.

Ике уҡытыусым да иҫ киткес һәйбәт, кешелекле булды. Камил Абдрахман улы етәксе булараҡ та иҫ киткес таҙа күңелле кеше ине. Егеттәрҙең барыһы ла йә сантехник, йә дворник булып эшләп йөрөнө студент ваҡытта. Аҡса эшләрлек мөмкинлек бирә ине. Унан ҡалһа, беҙгә бешергән ризығын да килтереп ашатҡаны булды. Урыны ожмах түрҙәрендә булһын. Уҡытыусыбыҙҙың исемен мәңгеләштереп, үҙе нигеҙ һалған сәнғәт колледжына уның исемен биреүҙәренә һөйөнәм. Бына шундай шәхестәр аша килдем мин профессиональ сәхнәгә.

– Тик һин диплом алғас, бөтөнләй уйламаған сит ҡалаға сығып киттең...

– Эйе, уйламағанда Бәләбәй ҡалаһына эшкә саҡырҙылар. Ул ваҡытҡа инде ғаилә ҡорған инем, был юлы инде яңы ҡалаға парлашып юлландыҡ.

– Тимәк, һинең яҙмышыңа ят мөхитте яулау, тигән бурыс яҙылған булған. Нефтекама ҡалаһына килеүең дә юҡҡа ғына булмаған бит...

– Бәләбәйҙе яуланым, тип әйтә алмайым, сөнки оҙаҡ эшләп, үҙемде күрһәтеп өлгөрмәнем. Бер юлы бер нисә эште алып барҙым унда – башҡорт гимназияһында уҡыттым, «Урал батыр» милли мәҙәниәт үҙәгендә, мәҙәниәт һарайында эшләнем. Ҡурайсылар саҡырып, башҡорт төркөмө ойоштороп ебәргәйнем. Хыялдар ҙур ине. Марат Тулыбаев Бәләбәйгә килгәндә мине күреп, Нефтекама дәүләт филармонияһына эшкә саҡырғайны. Унда эшләгән яҡташым Айбулат ағай Рәхмәтуллин да ҡоҙалағас, тәүәкәлләп ҡарарға булдым. Бәләбәйҙән күңел һыҙып ҡына сығып кителде: фатир вәғәҙә иткәйнеләр, дуҫтар ҙа табып бөткәйнек. Ысынын әйткәндә, үҙемә лә унда оҡшай ине. Әммә минең күңелгә бер район эсендә генә йырлап йөрөү һымаҡ тойолдо. Республика, ил буйлап гастролдәргә йөрөгө килде, йырсы булараҡ үҫергә теләнем. Шундай мөмкинлек биргәндәре өсөн эшкә сағырған Марат һәм Айбулат ағайҙарға рәхмәтлемен.

Ә яңы ерҙе үҙләштереү, яңы коллективта эш башлау ауыр түгелме?

– Бер эш тә еңел бирелмәй. Ә Нефтекама һәр артисты ҡолас йәйеп ҡаршы ала, тип ышаныслы әйтә алам. Миңә тиклем эшләгән Радик Вәлмөхәмәтов «Һарына» тигән төркөм төҙөгән булған, тик ул тарҡалып өлгөргәйне. Эш башлау менән мин «Ҡәрҙәштәр» башҡорт төркөмөн ойоштороп ебәрҙем. 20 йыл ваҡыт та үткән икән был ҡалаға күскәнгә. Фатирлы ла булдыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған, аҙаҡ халыҡ артисы, тигән маҡтаулы исемдәр алдым. Бында рәхәтләнеп эшләр өсөн бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Ринат Рәшит улы Ғайсин директор булып килгәс, сәнғәт усағыбыҙҙа тағы ла мөмкинлектәр асылды: яңы музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары, автобус, виртуаль концерт залы – быларҙың барыһы ла бер нисә ай эсендә булдырылды. Эшлә лә эшлә генә.

– «Ҡәрҙәштәр» төркөмө, ғөмүмән, Нефтекама филармонияһы кадрҙар әҙерләү мәктәбе лә булып тора кеүек. Бында ҡанат нығытҡан күп кенә артистар хәҙер республика сәнғәтен, мәҙәниәтен күтәреп, башҡа район-ҡалаларҙа эшләп йөрөй.

– Эйе. «Ҡәрҙәштәр»ҙә бер осорҙа эшләгән Альберт Салауатов, Зәбирә Әминева, Марс Ишморатов, Сөмбөл Баймырҙиналар хәҙер Сибай филармонияһында эшләй. Шулай уҡ Рәил Ғайсин, Дим Асаинов, Гөлназ Вәлиева, нәфис һүҙ оҫтаһы Нәркәс Баязитова, бейеүсе Илгизәр Ғайсин, йырсы Ирина Халикова һәм башҡалар хәҙер төрлө ерҙә эшләп йөрөй. Уларҙың уңыштарына һөйөнәбеҙ, аралашып, хәлдәр белешеп торабыҙ.

Ә бөгөн был төркөмдә кемдәр эшләй?

– Йәш йырсылар Ләйсән Нурыева, Илнара Ғилманова менән Рәзинә Билалова, талантлы ғаилә пары Розалия һәм Азат Ҡарасуриндар һәм ҡурайсы Айваз Малбаев менән бергәләп эшләйбеҙ.

– Республиканан ситтә йәшәгән тамашасыларҙа халыҡ ижадына ҡарата мөнәсәбәт нисек?

– Бер нимәгә иғтибар иттем: улар күңелендә халыҡ йырҙарына айырыуса оло һөйөү йәшәй. Беҙ йыш ҡына Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Ҡурған өлкәһенә, Пермь крайына гастролдәр менән сығабыҙ. Болгарияла ла йырлау насип булды. Тамашасылар һорап-һорап йырлата, хат та яҙып ебәрәләр. Үзбәкстанда ла сығыш яһарға тура килде, унда 9 меңгә яҡын милләттәш йәшәй икән. Концерттарға күпләп йөрөйҙәр, туғанын күргәндәй ҙурлап ҡаршы алдылар. Тик халыҡ йырҙары менән генә сығыш яһаным, илай-илай тыңланылар. Былтыр Айбулат ағай Рәхмәтуллин, Сүриә Ғималова менән бергә Белорусияға барып ҡайттыҡ. «Үҙ яғыма ҡайтһам» йырын йырлағайным, бер ҡатын сәхнәгә сығып, ҡосаҡлап иланы. Оҙаҡ йылдар шунда йәшәгән милләттәшебеҙ булып сыҡты. Шуларҙан сығып, сит тарафта йәшәүселәрҙә рух көслө икән, тигән фекергә килдем.

– Хәҙер концерттарҙы шоу формаһында эшләү модаға инеп китте. Тамашасыларыңды берәй шоу-программа менән шаҡ ҡатырғың килмәйме?

– Талантың булмаһа, шоу менән генә кешене шаҡ ҡатырып булмайҙыр ул. Мәҫәлән, үҙем ундай концерттарға йөрөргә тырышмайым. Үҙемә башҡорт моңо, теле онотолмаһын өсөн халҡыма хеҙмәт итеү бурысын алғанмын. Аллаға шөкөр, концерт программаһы әҙерләһәм, тамашасылар залы тулы була. Бер ниндәй ҙә шоу эшләмәнем, яратҡан йырҙарымды ғына башҡарам. Алҡыштарға ҡарағанда, халыҡ бик оҡшатты кеүек.

Һәр кем сәнғәтте үҙенсә күрә, үҙенсә эшләй. Әммә миңә халыҡ ижады, элекке эстрада йырҙары яҡын. Минең фекерем – улар мәңгелек. Һәм беҙҙең, профессиональ артистарҙың төп бурысы – шул йырҙарҙы дөрөҫ итеп башҡарып, халыҡҡа, йәш быуынға еткереү, киләсәккә тапшырыу. Беҙҙән һуң килгән йырсылар ҙа уларҙы йырлаһын, улай ғына ла түгел, боҙмайынса, арзанландырмайынса йырлаһын ине. Миндә йондоҙ ауырыуы юҡ. Билдәле булам, аҡса эшләйем тип, күңелемә хыянат иткем килмәй. Еңел-елпе йырҙарҙы һәр кем йырлай ала ул, ә бына күптәр элекке йырҙарға тотона алмай.

– Шулай ҙа хәҙер халыҡ һыпырылып шау-шыуға йөрөй, «еңелсә» йырлағандар тиҙ генә популяр булып китә...

– Был ваҡытлы күренеш, тип уйлайым. Ярым яланғас килеш, ике ноталы йыр йырлап йөрөмәгәс, беҙҙе, бәлки, күптәр белеп тә бөтмәйҙер. Әммә мин ышанам, халыҡ берәй заман ул еңел-елпенән ялҡыр ҙа, ысын моңға, сәнғәткә ынтылыр, асылына ҡайтыр.

Шулай ҙа барыһы ла еңел-елпе тыңлай, тип әйтмәҫ инем. Аллаға шөкөр, ысын йыр-моңдо яратыусылар күп. Мәңгелек булған йырҙар бар, улар бер аҙ ғына онотолоп тора ла, ҡабат халыҡ тарафынан терелә. Яуға киткән егеттәрҙе тыңлайым да, уларҙың тап халыҡсан йырҙарҙы йырлауҙары күңелде һөйөндөрә. Алла бирһә, имен-аман йөрөп ҡайтһындар, еңеү йырҙарын да йырларға яҙһын.

– Тыуған яҡ менән бәйләнеш тотаһыңмы?

– Әлбиттә. Аяҡтар бында атлай, ә күңел – тыуған яҡта. Ҡолас ташлап эшләп йөрөһәм дә, үҙемде ҡунаҡҡа килгән кеүек хис итәм. Фатирым да бар, ер ҙә бирҙеләр. Мунса ултырттыҡ, баҡса сәсәбеҙ – барыһы ла бар. Әммә беҙ йәй буйы Хәйбулла менән Бөрйәндә булабыҙ. Күңелебеҙ шунда тартыла. Бер нисә тапҡыр диңгеҙгә барып ял иткәйнек. Матур, шифалы, әммә Бөрйәнгә етмәй, тигән фекергә килдек. Аллаға шөкөр, ауылда 82 йәшлек әсәйем йәшәп ята. Ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы, мәсеткә лә йөрөй. Ауылдың ихтирамлы, хөрмәтле кешеһе. Ғаиләлә алты бала үҫтек. Апайымдар барыһы ла йырлай, ағайымда ла талант бар. Туғандар йыйылған табын беҙҙә йырһыҙ үтмәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, моғайын, үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтырмын, тип тә уйлап ҡуям.

Гастролдәр менән йыш ҡайтырға тырышам. Яҡташтар алдында сығыш яһау оло ғорурлыҡ та, шул уҡ ваҡытта яуаплы имтихан да ул.

– Кемдәрҙең йырлауын яратып тыңлайһың? Йәштәр араһында өмөтлө һанаған йырсылар бармы?

– Оло быуын араһынан Сөләймән Абдуллин, Абдулла Солтанов, Мөхәмәт Ҡаҙаҡбаевтарҙы тыңлап үҫтем. Альберт Шаһиев менән Азамат Тимеровты яратам. Йәштәр араһынан Динар Ғөбәйҙуллин, Әлфиә Мырҙабаева, Сәлимә Ғәрифуллина, Ғаяз Ғәйетбаевтарҙы атап үтер инем. 2020 йылда «Ирәндек моңдары» конкурсында баһалама ағзаһы булырға тура килде. Шунда йәштәрҙең талантлы булыуына, халыҡ йырҙарына ынтылышын күреп һөйөндөм.

Ҡаланан ҡалаға күсеп йөрөргә ҡатының ризаһыҙлыҡ белдермәнеме? Ул үҙе һөнәре буйынса кем?

– Ҡатыным Лира Сынбулатова Хәйбулла районында тыуып-үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамланы, һөнәре буйынса уҡытыусы. Ул да матур йырлай, тик сәхнә юлын һайламаны. Беҙ «Ирәндек моңдары» конкурсы ваҡытында таныштыҡ. Энә ҡайҙа – еп шунда, тигәндәй, мине ҡайҙа саҡыралар, шунда күсергә риза булды. Ижадымдағы уңыштарым менән уға һәм атай-әсәйемә рәхмәтлемен.

Аллаға шөкөр, ғаилә ҡорғанға 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте, өс бала үҫтерәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Наҙгөл художестволы гимнастика менән шөғөлләнә, Рәсәй буйлап сығыш яһай, миҙал-кубоктары һанап бөткөһөҙ. Кесе улым Нурислам оҙаҡ ҡына «Торос»та хоккей менән шөғөлләнде. Уларҙың төркөмө тарҡалды, уны бик ауыр кисерҙе. Әлеге ваҡытта нефть колледжында уҡып йөрөй. Ә оло улыбыҙ Ильяс Ижевск ҡалаһында юғары белем ала. Балаларҙың барыһында ла йырға һәләт бар, әммә сәнғәт юлынан китергә теләмәнеләр. Бәлки, минең һәр саҡ юлда йөрөүем уларға тәьҫир иткәндер. Бер шулай гастролдәрҙән ҡайтҡас, кесе улым: «Атай, һин нисә көнгә ҡайттың?» – тип һорағайны. Уларҙы ҡарау ҙа, тәрбиәләү ҙә, йорттағы мәшәҡәттәр ҙә ҡатыным иңендә булды. Ҡулымдан килһә, мин уға һәйкәл ҡуйыр инем.

– Балаларығыҙ башҡорт телен беләме?

– Баланың һәм ата-әсәнең теләге булһа, балалар телде беләсәк. Русса һөйләшеүҙең сәбәбен телевизорҙан күрәләр. Беҙ ҙә бит рус телендәге йәнһүрәттәр, фильмдар, тапшырыуҙар ҡарап үҫтек. Нефтекама – күп милләтле ҡала, балалар мәктәптә күбеһенсә рус телендә аралаша. Әммә беҙҙең ғаилә өй эсендә тик башҡорт телендә генә һөйләшә. Йырҙар ҙа тыңлайбыҙ, китап та уҡыйбыҙ.

Һин ниндәй хужа? Ҡулың эш беләме әллә ижад кешеһе булараҡ донъя мәшәҡәттәренән азатһыңмы?

– Мин бит ауыл малайы, урман, ер эшен эшләп үҫтем бит. Аллаға шөкөр, Бөрйән урмандарында, тәбиғәт ҡосағында эш эшләп үҫкәнгәлер, һәләт тә, талант та мулдан бирелгән. Тының иркен тиһәләр, шаяртып гел генә, йылҡы ите ашап, ҡымыҙ эсеп, саф һауа һулап, бесән сәбып үҫкән кешелә инде ул тын, тип яуап бирәм. Әле лә ялға ҡайтһам, рәхәтләнеп эшләйем. Бесән сабам, утын әҙерләйем. Үткән йыл пай ерен уратып алырға кәрәк ине, бер көндә 60 бағана ултырттым. Үҙемә аптырап ҡуйҙым: артист ҡына түгелмен икән, эшләй ҙә алам, тим.

– Татар телендә йырҙар яҙҙырып, сығыштар яһап, күрше республиканы ла яуларға, тигән теләк юҡмы?

– Аллаға шөкөр, 20 йыл Нефтекама ҡалаһында, ҡатнаш милләттәр йәшәгән ерҙә йәшәһәм дә, телем боҙолманы. Бер генә тапҡыр ҙа татар телендә сығыш яһағаным булманы. Телемде һындырып, акцент менән йырлап тормайым инде. Мин милләтсе түгел, бары тик телде белмәгән көйө оятҡа ҡалырға теләмәйем. Йыр яратҡан кешегә һинең ниндәй телдә йырлауың мөһим түгел ул.

Ә үҙеңдә баш ҡалаға күсеп, ҡайнап торған ижади мөхиттә эшләргә теләгең юҡмы?

– Өфөгә күсеү мөмкинлектәре бар ине, әммә нисектер килеп сыҡманы. Студент йылдарында уҡ Фәрзәнә Сәғитова Сибайға ебәргеһе килмәй, үҙенә уҡырға саҡырҙы. Кешене яҙмыш йөрөтә бит. Беҙ инде һәүетемсә генә ритмда йәшәгән был ҡалаға өйрәндек. Өфөнөң шау-шыулы тормошон үҙһенә алмаҫ инем, моғайын. Ә ижади мөхиткә килгәндә, Нефтекама ҡалаһы ла Өфөнән кәм түгел. Репетициялар, концерттар, гастролдәр – бер генә көн дә буш ултырмайбыҙ. Һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндәбеҙ, яңынан-яңы проекттарҙы, программаларҙы тормошҡа ашырабыҙ.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Раян. Ижад юлың һәр саҡ шулай матур булһын, йырҙарың яңғырап торһон!

 

Гөлнур ҠЫУАТОВА

"Тамаша" журналы, 5-2023 йыл

Автор:
Читайте нас в