13 февралдә Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында диңгеҙ пехотасыһы һәм ике бала атаһы 28 йәшлек Григорий Поскребышевты ерләнеләр. Йәш кешенең фажиғәле үлеменә автомобиль йөрөтөүсе иҫерек ҡатындың ҡот осҡос аварияһы сәбәпсе була.
Уҙған шәмбелә сәғәт киске туғыҙҙар тирәһендә Ырымбур трактында, «Шайтаночка» кафеһынан алыҫ түгел, Suzuki SX4 Һәм Lada Granta бәрелешә. Япон кроссоверы руле артында Салауат ҡалаһынан 46 йәшлек ҡатын ултырған, ул иҫерек килеш идара итә алмаған һәм ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыҡҡан, был аварияға сәбәпсе булған. Асыҡланыуынса, ҡатын элек башҡа административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған.
Ғәйепле ҡатындың ҡабырғаһы һынған һәм ул әле полиция һаҡ аҫтында дауаханала ята. Әлеге ваҡытта енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.