Әсәйҙәрем, һеҙҙе ғәфү итәм
1.
Сания сәй табыны әҙерләгән өҫтәл янында уйға ҡалып, тәҙрәгә текләгән дә, бер нәмәгә иғтибар итмәй ултыра бирҙе. Яһап ҡуйған сәйе лә күптән һыуынды, үҙе лә көндәгесә эшкә ашыҡмай, күңеле тартманымы, әллә эшләгән эшенән бөгөн ял итергә уйланымы, үҙе лә аңламаны. Уның кисә күргән киноһы әллә ниндәй хәтирәләргә алды ла китте... Төп герой үҙенең яратҡаны икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡас, туй алдынан шул ҡыҙға: “ Мин һине көтөрмөн. Тормошоңда ярҙам кәрәкһә, ауыр саҡтар булһа, миңә ышан!”– тигәйне.
Шул кино геройы уны бала сағына, йәшлек йылдары хәтирәһенә әйҙәне лә инде.
Ул ваҡытта уның менән ошолай, ошоға оҡшашыраҡ хәл булғайны шул. Ул бала сағынан алып, ниңәлер гел малайҙар менән уйнаны. Эргәләрендә былай башҡа ҡыҙҙар ҙа булманы шул. Шуға ул үҫә төшөп, уҡырға ингәс тә, училищела уҡығанда ла егеттәр менән дуҫ булды.
Эйе, теге йылдарҙа Юныс уны шул һүҙҙәр менән киске йәштәр уйынынан оҙатҡайны.
– Ярай, Юныс, көтөп ыҙалама, ауылда ҡалғансы, берәй ергә барып уҡы. Һин бит машина йөрөтә беләһең. Атайың кеүек тимер аттарға маһирһың, Диләфрүҙ апай әйткәнсә, – тип, йылмайып ҡуйҙы.
– Юҡ, мин уҡыу тураһында әйтмәйем, икенсе нәмә тураһында әйтергә уйлағайным.
– Әйт һуң. Нимә тураһында?
– Сания, һиңә берәйһе оҡшаймы? Ней ҡыҙҙарҙы әйтмәйем. Берәй егетте оҡшатҡаның бармы?
– Әлбиттә. Һин мине беләһең дә инде.Мин ҡыҙҙар менән дуҫ булыуға ҡарағанда егеттәр менән дуҫлашыуға “за”. Улар серҙе ныҡ тоталар, күп һөйләмәйҙәр. Нимә тиһәң дә егеттәр менән дуҫлыҡ, урыҫтар әйтмешләй “ как за каменной стеной” белдең? – тип, Юныстың яуырынына усын һалды.
– Аңлашыла. Мин уны ла әйтергә теләмәнем. Мин һине, – туҡтап торҙо ла, ике ҡуллап Санияны яуырынан тартып үҙенә бороп, сикәһенән үбеп алды.
Быны көтмәгән Сания албырғап ҡалды, кеше күреп ҡуймаһын тигән шикелле,ҡараңғы төндә йән- яғына ҡараны. Юныс ҡапыл ғына ҡулдарын алды ла:
– Ғәфү ит, был үҙенән үҙе килеп сыҡты.
– Ә мин һиңә бөтөнләй икенсе үтенесте еткерергә уйлағайным. Әйтәйемме? Уны бик ныҡ сер итеп Фәнилә әйтте.
– Нимә тине.
– Юныс, Фәнилә һине ярата бит. Оҡшата ҡалһаң, уға иғтибар ит әле.
– Юҡ. Булмай. Сердце занято. Әйтәйемме? Мин һине хәҙер ике йыллап яратам, – тине лә тағы ҡосаҡланы, тик был юлы ул Санияның битенә үрелмәне, – Мин һине шулай гел генә ҡосаҡлап алып йөрөр инем. Хатта һине күтәреп йөрөтөргә лә ризамын. Яратам мин, аңлайһыңмы. Беҙ хәҙер теге йылдарҙағы уйынсыҡтар менән бүлешә алмай йөрөгән малайҙар йәшенән үттек. Әсҡәт тә һине ярата. Ул башта миңә әйтте. Беҙ бит дуҫтар. Һиңә юл ҡалдырҙыҡ. Кемде һайлаһаң да беҙ дуҫтар булып ҡалырбыҙ.
Улар шулай аңлашып бөтмәйенсә айырылыштылар, ә Сибай вокзалында уны Әсҡәт оҙата килгәйне. Улар үҙҙәре ятҡан ятаҡты ремонтлайҙар, шуға ла ауылда түгел ине.. Бөтә студент егеттәрҙе саҡырып ун көн ярҙам итергә йәлеп иткәндәр.Уның менән дә йылы ғына хушлаштылар, тик Әсҡәт поезд ҡуҙғалыу тураһында хәбәр иткәстәр ҙә Санияның ҡулына хат тотторҙо.
– Өфөгә барғас уҡырһың, – тине лә вагондан һикереп төштө.
Ул әле лә Өфөгә нисек барып еткәнен хәтерләй алмай. Берҙән, Юныстың әйткәндәре албырғатһа, икенсенән, Әсҡәттең хаты сумкаһында ятһа ла, уны тотоп алғанда, ҡулдарын өтөп, күҙгә күренмәгән ялҡын менән йөрәген яндырҙы. Нисек инде дүрт- биш йәштән бергә уйнап үҫкән дуҫтарың икеһе бер юлы һине ярата... Нисек?.. Былай булыуы мөмкин түгел. Ул бит уларҙы дуҫ итеп ярата, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Шул уйҙар йомғағын сисә алмай Өфөгә нисек барып етеүен әле лә теүәл генә хәтерләй алмай. Әле бына шул кино геройҙарын уйлап, үҙе тураһында уйға бирелеп, сәғәтенә ҡараһа,дәрескә лә биш минуттай ғына ваҡыт ҡалған. Ҡапыл ниндәйҙер уй килеп, мәктәп директорына шылтыратты. Уныһы урынында булмай сыҡты. Хәнифә Заһитовнаға шылтыратты ла:
– Хәнифә Заһитовна, бөгөнгө көнгә миңә отгул бирегеҙ әле, ниңәлер хәлем юҡ, давлениемы икән, баш әйләнә, – тип, бер аҙ хәйләләп, ял һорап алды.
– Ярай, фельдшерҙан справка йәки отгулға заявлениеғыҙ булһын Сания Рәфилевна, – тип, трубканы һалды.
Балаларҙы мәктәпкә оҙатҡас, яйлап йөрөп ял көнө йыйыштырып бөтөрмәгәндәрен йыйыштырып, керҙәрен йыуып, уйҙарынынан арынырға теләне, тик төш ауыуға ул ысынлап та бик ҡаты башы ауыртып ятырға мәжбүр булды. Үҙ алдына “Бына, юрағаның юш килә” тигәне ошолор инде. Бер ҡарамаған телевизор ҡарап, нимә уйланып йөрөргә инде миңә, тип үҙенә көйөп алды. Шулай тип уйлап өлгөрҙәмө- юҡмы,ҡапыл ғына йөрәге бик ҡаты итеп сәнсеп алды. Ошо минутҡа тиклем, башын яулыҡ менән һыға бәйләп бөтөр тип көткән Сания, хәлһеҙ генә килеш аптечка һауытынан йөрөк дарыуы эҙләй башланы. Нитроглицерин табып тел аҫтына һалды ла ятып тороға тип диванға ҡарай атланы. Шул ваҡыт уға өй эсен йылытып торған ҡояш нуры күҙенә һирпелде. Ҡалай ныҡ ҡыҙҙырырға уйлай, тип уйланы, аръяғын хәтерләмәй.
– Сания, Сания, Сания тейем,нишләнең, ниңә улай ятаһың, – тип, сикәләренә һуғып, һыу һирпеп торған ҡәйнәһен күреп аптырап китте.
– Килеп инһәм, һинең ярты кәүҙәң диванда, ярты кәүҙәң иҙәндә, нимә булды? Эшкә барманыңмы?
Йыуған керҙәрең эленмәй өйөлөп ята. әллә ҡайта килеп ҡабаланып йөрөп эшләп, давлениең тағы күтәрелеп йығылдыңмы, – тип, һорауҙар яуҙыра- яуҙыра, керҙәрҙе күтәреп сығып китте.
Сания ипләп кенә башын күтәрҙе, тик күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, кире башын яҫтыҡҡа терәне. Ипләп кенә ҡулдарын йөрөтөп ҡараны. Шунан үҙенә үҙе диагноз ҡуйған врачтай булып “Дәә, эштәрең хөртәйә яҙған бит, Сания,” – тип һөйләнеп алды.
Ҡәйнәһе тыштан инде лә, сәй ултыртып, газға ут төрттө.
– Һин, килен, тағы былтырғы кеүек ныҡлап ауырып китмә. Инеп һине күргәс, ҡурҡып киттем. Икегеҙ ҙә тиң генә балаларҙы үҫтерегеҙ инде. Йылдар тыныс, йәшәү хәҙер хөрриәт. Бар нәмәгеҙ етеш, – тип һөйләнә - һөйләнә картуф бешерергә ултыртты.
Сания ҡәйнәһенә ҡарап алды ла:
Алай ҙа ғына ҡәйнәм арыу. Уҡытыусыларҙың да төрлөһө була. Ә бына уның ҡәйнәһе ысын уҡытыусы инде. Өйҙә лә шул, кеше араһында ла, мәктәптә лә шулай ине. Хәҙер ана пенсияла булһа ла, ауылдағы өс килененә алмашлап аҙна, ун көнгә бер килеп хәлдәрен белеп тора. Ана былтыр ауырығанында ла ул шулай килеп сығып, больницаға оҙаттырғайны, айға яҡын ятып ҡайтты. Бына бөгөн ул килмәһә, нимә булыр ине икән. Сания хатта уйларға ла ҡурҡты.
Кәрәкле дарыуҙарын эсеп, хәле арыуланғандай булғас, ҡәйнәһе менән йомортҡа ҡурып, сәй эсеп алдылар. Картуфты балалар менән иренә ҡалдырҙылар.
– Килен, әле һиңә килгәндә, юлда директорығыҙҙы күргән инем. Йәш кеше икән, былтырҙан бирле мәктәпкә бармағас, кем икәнен дә белмәйем. Үҙе танытып килеп, күрешеп торҙо. Ул һиңә килергә тип сыҡҡан икән. Иртәнгерәк рәттә ине. Шунан мине күргәс, бар йомошон миңә әйтте лә, үҙе директорҙар кәңәшмәһенә сығып китте, шикелле.
– Ниндәй йомош икән һуң?
– Министрлыҡта бер төркөм ғалимдар дәреслектәрҙе яңы программа талаптарына ярашлы төҙөү буйынса кәңәшмә үткәрәләр икән. Шунда һәр райондан берәр уҡытыусыны, йәки завучты саҡырырға уйлайҙар ти. Завучтың ике балаһы балалар баҡсаһына йөрөй, шуға уны ебәреп булмай, ә һинең балаларың икеһе лә мәктәптә уҡыйҙар. Өлкән кластарҙа, – тине. Шуны әйтергә булған икән. Шуға уйлаһын әле, тигәнерәк фекер әйтте.
Сания , ниңә мине ебәрәләр икән,берәй тәжрибәлерәк оло уҡытыусы барҙыр ҙа инде.районда бер- ике генә мәктәп тә түгел, ҙур район, башланғыс мәктәптәрҙән тыш ҡына ла әллә күпме мәктәп бар, тип уйлап алды.
Шул ваҡыт гөрләшеп ике балаһы ла ҡайтып инде.
– Оһо, өләсәй килгән, – тине ҡыҙы Гөлиә.
– Әсәй, һине эй һорайҙар. Әсәйең ауырыймы әллә, тиҙәр.
– Һин нимә тинең,Сәлим?
– Эйе, тип алданым.
– Эйе, балам, әсәйең, мин килгәндә, ауырып ята ине. Ярай мин килдем. Йөрәге ауыртҡан.
– Шунан нимә эштәнең, өләсәй?
– Дарыу биреп, сәй эсерҙем. Ана йыуған керҙәрен дә сығарып элә алмаған.
Балалар икеһе лә тын ҡалдылар. Гөлиәһе – етенселә, Сәлиме дүртенселә уҡый. Инде байтаҡ эштәрҙә ярҙам итергә тырышып, ҡул араһына инә башланылар.
Ҡәйнәһе балаларҙың бүлмәһенә инеп, уларҙың хәбәрҙәрен, тыңлап, дәфтәрҙәрен ҡараштыра. Сания ипләп кенә атлап алғы бүлмәгә сыҡты ла, газ плитәһе өҫтөндә бешерергә ултыртҡан ашын ҡараны. Көн дә кисләне, хәҙер Байғужа ҡайтыр, тип уныһын йүнәтергә тип, итен алып әҙерләп кенә өҫтөн ябып ултыртып ҡуйҙы.
Гел генә ул ошондай саҡта әсәһенең әйткәнен хәтеренә ала: “ Иреңдең һаулығын ҡара, ирең булһа, иркә булырһың, балаң булһа ҡәҙерле булырһың, эшең булһа ихтирамлы, өлөшлө булырһың. Ҡатын яҙмышы ошолар менән һиммәтле”– тигәйне ун биш йыл бергә торған көндәрен билдәләгәндә. Ошоға тиклем дә улар бер- береһен бик ихтирам итеп йәшәйҙәр ине. Бына әсәһе ниңә улай тип әйткәндер, әллә иҫкәртергә теләнеме, әллә ҡыҙының берәй ғәйепләрҙәй яғын күрәме, Сания аптырап та ҡалды. Тик аҙаҡ бер бесән сабышырға барғанда әсәһенән һорай ҡуйҙы.
– Әсәй, һин минең берәй ғәйепле ҡылығымды һиҙәһеңме әллә?
– Юҡ та. Ниңә улайтып һорайһың?
– Теге ваҡыт яҙғыһын аш табынында “Иреңдең һаулығын..” тип бер теләк әйткәйнең дә инде.
– Ә-ә-ә, уны әйтәһеңме? Атайың беҙҙе ташлап китмәҫтән алда ҡәйнәм әйткәйне миңә. Тик ул ололарҙан ҡалған һынамыш, тип әйтте. Унан мине шунда иҫкәрткәйне.Иреңде үҙеңә тиң күр, үҙең уға тиң булырға тырыш тип тә өҫтәне. Үҙенең тормош күҙәтеүенән сығып әйткәндер инде. Бына атайың үлгәс, гел шуны иҫләй инем, шуны һиңә әйтергә тырыштым. Бер уйлаһаң кешенең тормош тәжрибәһенән сығып уйланылған бит инде ул. Ҡәйнәм ана әле лә бар, тик улы өсөн ҡайғырып йәшәй. Өйҙән сыҡмай, кеше менән аралашмай. Әбейҙәр сәйгә саҡырһа ла бармай, өй эсендә лә, урамда. Ҡайһы берҙә ҡурҡып та китәм. Ауырып ятып ҡуймаһын. Ул бит ир бәхете күрмәгән, ике ҡыҙын, бер улын яңғыҙ үҫтергән бит инде. Ире һуғышта үлгән, ярай атайың ҡайтҡан, яралы булһа ла, тәрбиә булғас, атайың да етмешкә етә яҙҙы инде.
– Зато һин, әсәй, итәк тулы бала тигән шикелле ҡалдың инде.
– Йууҡ. Биш бала, күп буламы? Ана башҡаларҙы ҡара. Унан һеҙ бит үҫеп еткәнсе атайлы булдығыҙ. Барығыҙҙы ла эйәле- башлы итте. Ни эшләйһең. Һаулыҡты һатып ҡына алып булһа, күптәр алыр ине. Берәү берәүҙең ғүмерен аралай алмай. Аныһы ла бар. Ғүмер буйы фермала эшләнем, берегеҙ ҙә ҡамасау булманығыҙ, берегеҙҙең ауырығанын белмәнем. Өләсәйегеҙ генә һеҙҙең өсөн үҙе ауырығандай булып йөрөнө.. Бына әле лә, бесән мәлендә бәләкәй апайыңа киткәйне, мәшәҡәт булмайым тип, мин уже һағындым. Шул тиклем өйрәнгәнмен. Өйҙә нимәлер етешмәй. Ҡырҡ йылға яҡын бергә йәшәнек бит инде. Үҙең уйла хәҙер миңә лә етмеш булырға яҡынланы. Ана ҡайҙағы әбей, тип әйтәләрҙер ҙә әле.
– Юҡ, әсәй, кем әйтһен. Берәү ҙә берәүҙең урынын алып йәшәмәй бит.
– Былай ғына әйтәм инде.
Эйе, Санияның әсәһе атаһы үлгәндән һуң да ҡәйнәһен үҙенән ебәрмәне. Ике балаһыы үҙҙәренә алырға теләгәйнеләр. Өләсәһе лә ҡаршы килде. “Һеҙҙе мин егермегеҙ тулыр – тулмаҫтан эйәле- башлы иттем, килен менән ана утыҙ йыл йәшәнем. Минең семия ошонда, нигеҙем ошонда. Атайығыҙ ҡорған. Ағайығыҙ яңыртҡан.Был нигеҙҙе ташлай алмайым. Ыҙаламағыҙ. Ҡунаҡ булып барһам да, йәшәргә бара алмайым,” – тип, килене менән көн күрә.
Әсәһе ҡәйнәһе менән шулай оҙаҡ йәшәгәнгәме, бик ололарса һөйләшә, һәр әйткәнен ныҡ уйлап, кешегә барып етерлек, аҡыл булырлыҡ итеп өйрәтеп ҡуя. Санияның шулай ике яҡтан да бәхете бар инде. Ҡәйнәһе лә тартып ҡына тора. Әле ире Байғужа менән ун алты йыл торалар, ҡәйнәһе менән бер ауыҙ һүҙгә килешкәндәре юҡ. былай айырым торалар инде. Айырым булһа ла ҡайһы бер килендәр ҡәйнәләре менән әрепләшергә, әсерәк итеп әйтеп, үҙен өҫтөнөрәк, хужараҡ итеп тойорға тырышалар, тип уйлап, хатта ҡыуанып та алды. Бына бөгөн дә... Ҡәйнәһе килмәһә, нимә булыр ине икән...
Шулай уйланып йөрөгәндә генә өйҙә телефон шылтыраны.
– Эйе,тыңлайым...Һаумыһығыҙ! Минме? Ярай. Нисәлә? Аңланым.
Мәктәптең профком председателе Динар Яҡупович шылтырата ине. Иртәгә иртәнсәк профком ултырышы була һәм йыл һөҙөмтәләре буйынса сығыш яһарға ҡуша ине. Бик хәле булмау, сырхауланыңҡырап торһа ла, риза булды.
Иртәгәге көнгә ныҡлап әҙерләнер өсөн ҡәйнәһе менән кәңәшләшеп алырға кәрәк,тип уйланы. Ни тиһәң дә мәктәптә утыҙ йыл эшләгән кеше. Уның кәңәше урынлы булыр.
– Ҡәйнәм, Байғужа ҡайтып ашап алғас, минең бер эшемә үҙегеҙҙең кәңәштәрегеҙҙе биреп ебәрһәгеҙ ине.
– Ниндәйерәк эш ине ул?
– Иртәгә профком ултырышында йыл йомғаҡтары буйынса һөйләргә ине.
Шул ваҡыт тышта машина килеп туҡтаған тауыш ишетелде.
– Ана, Байғужа ҡайтты, – тип, ҡәйнәһе тәҙрә эргәһенән китеп аш бүлмәһенә сыҡты.
Ҡашығаяҡ шылтыраған тауышҡа ишектең асылып ябылғаны ишетелмәне, тик ҡайныһының:
– Әбей,иртән сығып киткәйне, әле һаман юҡһың. Байғужаны өйлән тип өгөтләгәнеңдә, ул һиңә нимә тигәйне? Киленгә килен булаңмы, тимәнеме? – тип, бик дорфа ғына итеп өндәшкәне ишетелде.
– Сания ҡайҙа, әсәй?
– Өйҙә, ана, ауырып киткән.
– Тағымы?
– Ниңә улай тейһең. Ауырыу һорап та, һайлап та килмәй. Мин килмәһәм, был мәлгә тиклем нимә булыры бер Хоҙайға ғына билдәле.
Ипләп кенә баҫып Сания аш бүлмәһенә сыҡты ла:
– Һаумыһығыҙ, ҡайным. Ғәфү итегеҙ инде. Бына уйламағанда ғына инде, нимә булғанын да аңғарманым, Башым ғына ауырта ине.
– Ярай әле мин дә аңғармаҫтан килеп сыҡтым, – тине, ҡәйнәһе Йәнифә.
– Ярай, ярай, ауырыу бар нәмә инде, мин тәк әйттем инде. Иртән үк сыҡты ла юҡ булды. Әле бында сыҡҡайным, Байғужа осраны.Бер йөк тимер- томор тейәгән, складҡа бармай, тура өйгә елдереп ултыра. Берәй һүҙ тейер тип тә уйламай.
– Атай, әбит мәле бит. Беҙҙең завсклад әбитен боҙмай. Унан миңә комбайн, трактор нәмәләре нимәгә, алып тормайым бит инде. Мин техникала йөрөһәм дә, техника байлығынан алыҫ кеше икәнде беләң. Бесәнде ҡул менән сабабыҙ, ҡул менән йыябыҙ. Кәбәнен дә шулай. Ҡышҡыһын ғына инде трактор менән һөйрәтәбеҙ. Шулар өсөн миңә нимәгә тимер йыйырға. Еңел машина бар, шул етте.
– Ана киленде иртәгә балнисҡа апар, тикшеренһен.
– Ярай һуң, предтан һорайым да.
– Иртәгә булмаҫ ул. Былай хәлем яҡшырҙы ла инде. Бер аҙ йыл аҙағы эштәрен бөтөрөп, каникулға сыҡҡас, фельдшерҙан направление алып барырмын, автобус менән генә. Бушҡа мәшәҡәтләнмәйек. Унда барһаң, тикшерелер өсөн бер көн кәрәк, ашыҡһаң. Яйлаһаң ике – өс көн китә. Былай мин түләүле кабинеттарға инергә тырышам.
Бик яйлап ҡына, Байғужа әйткәнсә, “әбит” яһанылар.
Санияның бер ҙә генә ире менән барғыһы килмәй ине. Уның менән барһаң, тағы ла ашығысыраҡ йөрөргә тура килә. Һәр кабинетҡа инеп сыҡҡанды ишек төбөндә көтә. Үҙенсә хәстәрләп тора. Нимә тип әйттеләр, нимә булған, тип һорай башлай. Кеше араһында шундай яйһыҙ минуттар яһағыһы ла килмәй инде. Тағы бер сәбәбе сығып тора, ниңәлер әсәһе килергә ҡушҡан, тик ни өсөн шулай ашығыс икәнен дә әйтмәгән хатында. Хатты ике көн элек алһа ла, был турала Байғужаға әйтмәгәйне. Әсәһенә яуап хаты яҙып һалғанда ла каникулға сыҡҡас, көн һорап барырмын тип яҙғайны. Икенсе райондан булғас, көн эсендә генә барып ҡайтып булмай. Байғужа менән барһаң, тағы йомош алырға килгән һымаҡ, бер ултырып сәй эсеп, берәй сәғәт һөйләшеп өлгөрәңме юҡмы, сәғәтенә ҡарай башлай. Әсәһе янында, исмаһам, берәй тапҡыр ҡалып йоҡлап ҡайт тип тә ҡалдырмай.
– Ярай, Сания, имсәк имдең, туйҙың, ҡайтайыҡ, – ти башлай, – һин хәҙер ҙур ҡыҙ бит инде, тегендә уже балаларың асыҡҡандыр, – тип сәғәтенә ҡарап ала.
Шулай машина менән барғас, саҡрымдар алыҫ арамы, барып көнө бер әйләнеп була. Тик бына был юлы, әсәһе яҙған хаты буйынса, уға нисек тә яңғыҙы барырға кәрәктер, берәй әйтер һүҙе барҙыр. Ауырыйым да тигән бит әле.
Дауамы бар.
2