Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Февраль 2024, 13:55

Әсәйҙәрем, һеҙҙе ғәфү итәм (2) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

Әсәй шул тиклем һылыу. Шуға ла уны бала менән алырға теләүселәр булғандыр инде. Әсәй асылып бер нәмә лә беҙгә һөйләмәне. 

Әсәйҙәрем, һеҙҙе ғәфү итәм (2) Рәйсә ИҪӘНБАЕВАӘсәйҙәрем, һеҙҙе ғәфү итәм (2) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА
Әсәйҙәрем, һеҙҙе ғәфү итәм (2) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

 

 

                                             2

         Шулай ҙа ҡәйнәһе барҙа килешелгән буйынса, ул ысынлап та каникулға сыҡҡас поликлиникаға барып тикшереүҙәр үтте. Уның ҡан баҫымы юғары булып, йөрәгенә  лә ауыртыуға юл ҡуйған тинеләр. Ҡараған терапевт менән кардиолог уны дауаланырға һалырға булды. Был турала ире менән ҡәйнәһенә еткерҙе лә, кардиолог менән һөйләшеп бер көн Хәйбулла яғына барып, әсәһенең хәлен белмәксе булды.
   Ҡәйнәһе менән ошо турала кәңәшләшеп тә алды. Уныһы:
   – Бар килен, бар. Ауырып та торғас, ҡоҙағый бәлки көтөп тә торор. Врачың менән һөйләш тә. Үҙеңә нисек уңайлы, шулай эшлә. Байғужа менән үҙем һөйләшермен. Белгәненән белмәгәне әлегә арыуыраҡ булыр.
    Ҡәйнәһенең шулай ихлас һөйләшеүенән хатта ҡыуанып, күңеле күтәрелеп, ул әсәһенә барырға уйлап вокзалға китте. Асҡарҙан Сибайға билет булды, тик бына Сибай вокзалында Аҡъярға билеттар һатылып бөткән. Бәләкәй автобус булғас, урынһыҙ билет та һатмайҙар. Иртәгәгә ҡалдырһам инде, тип уйлап тора ине, бер ҡатын йүгереп килде лә:
     – Кемгә Подольскиға билет. Миндә бар, алығыҙ, – тип, билет күрһәтте.
   Сания шул билетты алды, көн йылы, аръяғына “попутка” көтөрмөн,тип уйланы. Ул ҡатын 4-5 йәшлек бала менән килеп ултырҙы.
      – Ҡалай ҙа һәйбәт булды әле. Бына һөйләшергә лә иптәш булды. Апай, аптырамағыҙ, мин шулай тел биҫтәһерәк кешемен инде. Әле бына племянницамды алып ҡайтып барам. Һеңлем инде. Әсәһенә лә билет алғайным. Ваҡыты еткәс, бармаҫҡа булды. Ҡайғы инде.
    – Уға ниңә ҡайғыраһың? Икенсе юлы барыр. Бына ҡыҙын һағынһа, иртәгә үк килеп етер.
    – Белмәйем инде, килерме икән. Иптәшем әйтте инде, буш менән булаһың, тип. Тыңламағайным.
    – Ниңә улай бик өмөтһөҙ, ҡайғыға ҡалған кешеләй көрһөнәһегеҙ?
     – Бар инде сәбәптәре,– тине лә Санияның юлдашы тынып ҡалды..
      Сибайҙы сығып бер- ике саҡырым үтеүгә юлдашы яңынан телгә килде. Был ваҡытта Сания автобустың уң яғынан ҡыҙҙырған ҡояш йылыһына иҙерәп тә бара ине.
    – Апай, әллә йоҡлап киләһегеҙме? Бынау йәмле, ҡояшлы көндә юлды булһа ла ҡарап барайыҡ. Беҙҙең был яҡтар торғаны бер сәхрә бит ул. Әллә күпме тигеҙлек. Байтаҡ ер күренә. Мин шулай юл күҙәтеп, йә һөйләшеп барырға яратам. Бая бар инде тигәнде һеҙгә һөйләп күңелде бушатайым, тигәйнем. Миңә шул тиклем ҡыйын.Бындай хәлде мин кисергәнем юҡ ине. Бары родильныйҙа ятҡанда ҡайһы бер ҡатындарҙың “ Эй ошо ҡорһаҡтан шул тиклем ҡотолғом килә, ялҡтым,”– тигәндәренә аптырай инем. Шулай ҙа була икән. Бына әле һеҙгә һөйләгем килеп китте, ялҡтым мин был серҙән. Был хәбәр үҙенә күрә сер инде ул. Тик юлда осраған осраҡлы кеше был серҙе белһә лә, тарата алмай, тип уйлайым. Башҡа кешеләр белһә лә таныш кеше тураһында булмағас, ул сер булып ҡала. Бына елде генә алығыҙ. Уның ҡайһы яҡтан иҫкәнен беләбеҙ, ә ҡайһы ерҙәрҙән, ниндәй кешеләр араһынан, ниндәй ағастар башынан үткәнен белмәйбеҙ. Ел ел булып ҡала. Сер ҙә шулай тип уйлайым, – тине лә Санияға ҡарап алды.
  Санияның йөҙөндә ҡыҙыҡһыныу ғәләмәте сағылғандай булды.
   – Ниндәйерәк сер булыуына, ҡайҙа, кемгә һөйләүеңә ҡараптыр инде ул, – тине.
    – Эйе шул.
      Тағы ла байтаҡ тын барҙылар, күршеһенең алдындағы ҡыҙыҡай башын ҡырын төшөрөп йоҡлап килә, ҡулындағы кәнфите ҡулынан күлдәгенә йәбешкән. Уны апайы ипләп кенә алып сумкаһына урап һалып ҡуйҙы. Бер аҙ күршеһенә боролдо ла, тыңлаһаң да, тыңламаһаң да тигән шикелле, ипләп кенә һөйләй башланы. Улар автобустың иң артҡы урындарында ултырғас, уларҙы ишетеүсе лә, иғтибар итеүсе лә юҡ ине. Алдарында тик йәш егеттәр генә ултыра.
    – Беҙ әсәйемдең ике генә ҡыҙыбыҙ, тик икебеҙ ике атайҙан. Әсәйемдең тәүге ире, әлеге апайымдың атаһы Сибайҙа комбинатта водитель булып анау ҙур машинала руда ташыған. Шунда ул аварияла машинаһында янып үлгән. Апайға бер йәш кенә булған. Әсәйемә ул ваҡытта егерме ике йәш. Әсәй бер йыл яңғыҙ йәшәгән дә, минең атайға кейәүгә сыҡҡан, ул ҡайҙалыр юл төҙөгән ерҙә эшләгән. Мин иҫ белгәндә лә уны дорожник Әхәт тип йөрөтәләр ине. Әсәй шул тиклем һылыу. Шуға ла уны бала менән алырға теләүселәр булғандыр инде. Әсәй асылып бер нәмә лә беҙгә һөйләмәне. Беҙҙең өләсәй, ҡартатайҙар булдымы – белмәйбеҙ. Кеше менән аралашманылар. Мин әле лә атайҙың бер генә туғанын да белмәйем. Ҡай ваҡыт уйлап ҡуям: ул ҡайҙан, ниндәй кеше икән, тип. Бер шулай һорағайным, ҡул ғына һелтәне лә “ Башты ҡаңғыртма!” – тине. Бына шулай  беҙ бер тамырһыҙ кешеләрбеҙ. Теге ниндәй үлән әле, ел ыңғайына тәгәрәй ҙә, ҡайһы ерҙә ята шунда кипкән дә түгел, үҫкән дә түгел, йәшәй бирә бит. Беҙгә күрше инәй гел генә “ Һеҙ, балам, анау ҡамғаҡ кеүекһегеҙ” – ти торғайны. Бына шулай. Минең кейәүгә сыҡҡаныма өс йыл. Әсәйем хатта “Уҡы ҡабаланма, йәшһең,” – тип тә әйтмәне. Иптәшем мине көсләп Стәрлетамаҡҡа культпросветҡа уҡырға индерҙе. Бына алла бирһа быйыл бөтәм. Иптәшем дә аграрныйҙа ситтән тороп уҡый. Былай арыу ғына йәшәйбеҙ. Бер бала үҫеп килә, бына хәҙер икәү булып уйнарҙар әле. Мәрйәмде садикка урынлаштырам. Бирмәйем мин уны апайыма. Башта эсеүен ташлаһын, шунан ҡарарбыҙ.
    Бына беҙ икебеҙ ҙә әсәйгә оҡшамағанбыҙ. Ниңә беҙ һиңә оҡшамағанбыҙ икән тип һораһаҡ, әләй ҙә генә оҡшамағанһығыҙ, ти ҙә, һүҙ сурытмай. Икебеҙ ҙә атайҙарға оҡшағанбыҙ. Шуға апай менән беҙ бер мәлде бер беребеҙ менән эт менән бесәй шикелле булып алдыҡ. Бер мәл тигәнем ошо һуңғы өс- дүрт йылда инде. Апай эскелеккә һалыша башланы. Әсәй атайҙы өйҙән ҡыуып сығарҙы, ә мин бәләкәйҙән интернатта уҡығас, өйҙәге хәлде яҡшылап белмәйем дә. Гел генә, ниңә мине генә интернатҡа бирәгеҙ, ана апай менән бергә бирегеҙ, тип илаулайым. Улар өндәшмәй. Уның да сәбәбе булған икән. Атай ҡаршы килгән. Әсәй үҙе атайҙан дүрт йәшкә өлкәнерәк булһа кәрәк, уныһын да белмәйем. Бына шулай уларҙың икеһе лә минең өсөн бер асылмаған, сиселмәгән йомаҡ. Ҡайһы берҙә мин үҙем тураһында ла, әллә мин етемме икән тип тә уйлап ҡуям. Мин бит уларҙың беҙҙе яратҡанын, һөйгәнен хәтерләмәйбеҙ. Тик алтынсыла уҡығанда атайым беҙҙең йоҡо бүлмәһендә апайымды ҡосаҡлап сәсен һыйпап, маңлайынан убеп торғанын күргәс, “ Ниңә мине лә шулайтып яратмайың, атай,”– тигәс, атай. “Үҫә бир әле, яратырмын,” – тип арҡамдан һөйөп китте. Шул мәлдә апай ҡапыл ғына кейәүгә сыҡты Мин шуға ла шул тиклем һөйөнгәйнем. Хәҙер уйлайым да, уның кеүек атайҙарҙың йәшәргә лә хоҡуғы юҡ.
    Мин алтынсыла уҡығанда ҡапыл ғына апайҙы кейәүгә бирҙеләр. Килеп тикшереүсе юҡ, апай уҡымай, әле уға уҡып бөтөргә лә байтаҡ ваҡыт бар бит. Мин етенселә уҡығанда бына ошо ҡыҙын тапты. Еҙнәй булған кеше, онотҡанда бер килә. Балаға боролоп та ҡарамай. Әсәй уны көсләп “Бынай атайың” тип өйрәтә. Мәрйәм уны атай тип әйтергә өйрәнде. Тик бер килгәнемдә, еҙнәй оло тауыш сығарып, ишекте шарт ябып сығып китте.
   – Минең арттан килеп йөрөмәгеҙ. Ана иреңдән һора, атаһының кем икәнен. Ҡыҙыңдан һора.
   – Өйҙә еҙнәй кеше сығарғандан да былайыраҡ яман тауыш ҡупты. Атай кейемен тотоп сығып китте. Әсәй апайҙы ултыртып алып бөтәһен дә һөйләтеп алды. Атай әсәй больницала ятҡанда, өйҙә иптәштәре менән эскелек ойоштороп, иптәштәрен оҙатҡас, йоҡларға ятҡан апайҙы көсләгән. Ул шунан башлап гел генә апайҙы енси мөнсәбәткә дусар иткән. Әсәй өйҙә булмаған саҡта апай шулай күнеп йәшәргә мәжбүр булған. Атай шуға ла уны интернатҡа бирҙертмәгән. Ун биш йәшендә ауырға ҡалғас, бына ошо еҙнәйҙе үҙе табып, өгөтләп өйләндергән. Тик еҙнәй ҙә танауына еҫ ингәс, бала үҙенеке түгеллеген һиҙгән. Ете ай ҙа тороп өлгөрмәгәнеләр ошо ҡыҙы тыуҙы. Мәрйәм точно атайға оҡшаған ине. Ошонан һуң атай әсәйгә ҡул ҡалҡытһа ла, элекке кеүек апайҙы ирекһеҙләй алманы. Өйҙө стройканан, әсәйгә дворник булып эшләгән өсөн биргәйнеләр, значит, атайҙың хоҡуғы юҡ. Уны прописканан төшөрөп ҡыуҙы. Тик бына былтыр әсәй онкологик ауырыу менән ярты йылға яҡын ятып үлеп ҡалды. Апайға бит әле саҡ 21 йәш, ә ул уже төпкөлгә төшөп бара. Ҡыҫҡаһы, ул күптән инде шунда – төпкөлдә.. Бына шуға апайҙы алып ҡайтып үҙебеҙҙә эшкә урынлаштырып, ҡарап,  әллә юлға төшмәҫме, эсеүен ташламаҫмы тигәйнем.
   – Еҙнәй булған кешене күргәнегеҙ бармы һуң?
  – Был юлы эшләгән еренә барҙым. Атай менән бергә эшләй ул. Атай мине күргәс, йылмайып килеп, арҡаға ҡулын һалғайны, мин алып ташланым да, мин һинән баш тартам, судҡа биреп при всех эшләйем. Миңә боролоп та ҡарама. Һинең кеүек кешенең булыуынан булмауы яҡшыраҡ. Үҙеңдең боҙоҡлоғоңдан үҙең һығылып үл, бер тамсы йәшем түкмәм, тинем. Ә ул йөҙө лә ҡыҙармай.
   – Мин бына пенсияға сығып алайым әле, унан күҙ күрер, алиментҡа судҡа бирәм, тигән була. Намыҫһыҙ. Әсәй, бахыр, уны ҡайҙан тапҡандыр, аңламайым. Асылып бер нәмә һөйләмәне бит ул. Шуны ғына белдек. Атайҙы сығарғас һөйләне. Атай ун дүрт йәшендә Стәрлелә холоҡ төҙәтеү колонияһында дүрт йыл ултырып, армияла булып ҡайтҡан икән. Әсәй кем диме менән барҙы икән, аңламаныҡ.
     Еҙнәй былай арыу кеше инде, тип уйлайым, бына шул атай апайҙы еҙнәйгә барғас та ыҙалатҡан бит. Еҙнәй өҫтәренә барып сыҡҡан. Апай шул тиклем йыуаш, ҡурҡаҡ, өндәшмәҫ. Етмәһә, уны бер ҡайҙа ла эшләтмәнеләр. Еҙнәй әйтә, апайың икенсе ергә китеп, эсмәй йәшәргә риза булһа, мин ҡаршы түгелмен, тей. Инде өйләнешкәндәренә  биш- алты йыл бит инде. Бергә түгел. Ун һигеҙе тулғас, ЗАГС- та булдылар. Еҙнәй үҙе детдомда үҫкән ул. Әсәләре аварияла үлгән. Әсәләренең матур ғына өйө лә бар Сибайҙа. Ниңә өйләнгән ыңғайы шунда алып китмәгән икән. Үҙем дә аптырайым. Былай еҙнәй артыҡ йыуаш та түгел инде. Кем белә. Улар икеһе бер- береһенә күнеп йәшәһә, йәшәр ҙә китер ҙәр ине.
    – Атайың ҡайҙа йәшәй?
    – Бомж булып йөрөй ине, бер шуның кеүек әшнәһе  үлеп ҡалған. Шуның өйөндә йәшәй. Уның ҡатыны өйҙө алам тип судлаша, тиҙәр ине. Белмәйем, нимә килеп сығыр.
     Шулай һөйләшеп барып Подольскиға килеп тә еттеләр. Сания хәҙер аръяғына билет алып юлын дауам итергә уйланы. Яңы танышы уны бик төшөп ҡалып, туҡтап, кискә ире машина менән алып барырға вәғәҙә итһә лә, ҡалмаҫҡа булды.
   – Исемеңде әйт, адресыңды. Туҡайҙың “Шүрәле”һендәге кеүек.  Берәй юл төшһә, үҙең кил, Әбйәлил, Әхмәт ауылы Сания апайың булырмын.
    – Мин Сәрә Акмалова, завклуб булып эшләйем.
    Юлдағы осрашыу Санияға был юлы тик онотмай уйланырға ғына тура киләсәген аңғартты.Ышанһаң – ышан, ышанмаһаң...
      Шул ваҡыт күңелендә әллә  ниндәй бер яуыз уй килде: ниңә Хоҙай шуларҙы ерҙә йөрөтә икән, уйылһын да ер йотһон ине...
      Сания әсәйе менән осрашыуға күңеленә бер фажиғәле яҙмыш серен тейәп юлланды. Әсәһе ниндәй хәбәр менән ҡаршылар. Ниндәй әйтер һүҙҙәре бар.
      Ғөмүмән, төптән уйлап ҡараһың, һәр нәмәнең үҙ сере, һәр күренештең үҙ мөғжизәһе бар. Кеше яҙмыштары, шатлығы менән оҡшаш булһа ла, ҡайғылары менән айырылып тора бит. Яҙмыштар күктә яҙыла, тиҙәр, ҡай берәүҙәр кеше яҙмышын үҙе яҙа ти. Бәлки уныһы ла дөрөҫтөр. Тик был юлы Санияның аңына ниндәйҙер ғиллә менән шундай уй килде. Яҙмыш күктә әҙәм балаһы тыуғанға тиклем маңлайына тәҡдир тип яҙылалыр ҙа, кеше шул яҙыуҙы яҙмыш итеп тормошонда әүәләп уҙалыр. Был тормошта ашар ризығы, эсер һыуы бөткәнсе, шул тәҡдирҙе үтәйҙер, тигән һығымтаға килде.
    Юлдар ҙа шул тәҡдирҙен бер яҙыуылыр. Юлдағы осрашыуҙар ҙа яҙмышыңдың бер күренешелер. Берәүҙәре уйландыра, икенселәре өйрәтә, өсөнсөләре күҙ йәшеңде түктерә. Юлдарҙағы осрашҡан юлдаштар ҙа Хызыр Ильяс тарафынан сығарылған тәҡдирҙәге яҙмыштың бер өлөшөндәге кешеләрҙер. Берәүҙәре – Бәйғәмбәр һыны булып, икенселәр –иблес, өсөнсөләре ен еле булып юлсыға ҡағылалыр ҙа уйға ҡалдыра, йәшәргә өйрәтәләрҙер. Барыһы ла күктә шулай хәл ителәлер...
    Сәрәнең дә, апайының да, Сәрәнең алдында йоҡлап барған сабыйҙың да, Санияның да яҙмышы шулай тәҡдир ебе менән яҙылғандыр. Яҙмышыңда яҙылғанды күреп бөтмәй гүргә лә инмәйһеңдер...
    Алда Аҡъяр  вокзалы. Әсәйем ниңә улай ныҡ үтенеп, шылтыратҡан һайын саҡыра икән, тигән уйҙар менән Сания артыҡ ҙур булмаған юл сумкаһын тотоп вокзалға төштө.

Дауамы бар

Автор:
Читайте нас