Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Февраль 2024, 14:15

Әсәйҙәрем, һеҙҙе ғәфү итәм (аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

 Мин ул бер кисте унан бала һораным, ләкин ул был аҙымға барманы. Тағы күпмелер ваҡыттан һуң мин үтенесемде ҡабатланым. Ул тыңланы. Шуның өсөн дә мин уға рәхмәтлемен. 

Әсәйҙәрем, һеҙҙе ғәфү итәм (аҙағы)  Рәйсә ИҪӘНБАЕВАӘсәйҙәрем, һеҙҙе ғәфү итәм (аҙағы)  Рәйсә ИҪӘНБАЕВА
Әсәйҙәрем, һеҙҙе ғәфү итәм (аҙағы) Рәйсә ИҪӘНБАЕВА

                               3

                  Вокзалдан төшөп бер нисә аҙым атлап  өлгөрҙөмө юҡмы, алдына әсәйенең күршеһе килеп сыҡты, хатта күрмәй ҙә ҡалды. Ул шулай ҡабалан кеше ине инде. Килеп тә сыҡты, хәбәрен дә һөйләй башланы.
      – Сания, һине лә күрер көн бар икән, ә. Туйың булды, мин Мәмбәттә булып ҡалдым. Әсәйең килен сәйенә алды, мин ҡайтҡас, ә мин шул көндө үк улым ауырып, уның янына китеп барҙым. Ҡунаҡҡа киләһегеҙ, хәҙерге бейек забурҙар бер нәмә лә күрһәтмәй, хатта ишеттермәй ҙә. Нисә балаң булып китте инде. Әйт тә, нисә йыл күрмәгәнде иҫәптәп әйтәм. Үәт әй, барбер ҙә һине таныным. Минең шул зрителный памит һәйбәт шул. Алай ҙа ғына Хоҙай мине шулай яралтҡан, әй, – тип, башта бөтә хәбәрен һөйләп, шунан уны ҡосағына алды.
      – Һаумыһығыҙ, Ишһылыу апай!
     – Әәәй, минең шул ашығыу. Һаумы, Сания! Һаулыҡ та һорашмай, нисә йылғы хәбәрҙе һөйҙә лә ташта, үәт әй. Әй онотоп торам, кисә әсәйеңдең инеп хәлен белеп сыҡҡайным. Һине көтә ине. Әле белмәйҙер ҙә әле. Ҡасан килер икән, тей ине. Ээй, мин шулай оңҡот бит инде. Ҡайһы берҙә шул ишеткәнде онотоңҡорап та таштайым  мин. Ҡана булмаһа, мин алдан барып, һөйөнсө алайым әле, күрешемдән бер самауыр сәйен эсмәй сыҡмам инде күстәнәсең менән, – тип, алдан йыбырҙата баҫып атлап китеп тә барҙы, унан артына боролоп ҡарап, – һин ашыҡма, яйлап бар, әтеү мине ҡыуып етәң бит, һин йәшһеңдәйе, – тип, фарманын да бирҙе.
       Сания Ишһылыу апайының бойороғон тыңлап, яйлаңҡырап шул күршеһе тураһында уйланы. Ҡапыл йылмайып ебәрҙе. Эйе, Ишһылыу апайҙары хәтәр ҡыҙыҡ апай ине. Ишбулат ағай уны Юлдыбайҙа уҡығанда алып ҡайтҡайны. Шул ыңғайы Санияның әсәйҙәрен дә саҡырып алдылар. Шунда Ишбулат ағай:
     – Мин уны матур булмаһа ла. уҡымаһа ла, әсә- атаһы булмаһа ла, исеме минеке кеүек башланғас, алдым да ҡуйҙым, – тигән икән.
     Атаһы менән әсәһе шулай көлөшөп һөйләп алғайнылар. Ысынлап та ул Ишбулат ағайға бик тап килгән еңгәй булды. Береһе утын ярһа, икенсеһе өйә, береһе ер ҡаҙһа, икенсеһе шунда ҡыйҙарын алып, тигеҙләп йөрөй, хатта бағана соҡорон да бергә ҡаҙып, бергә бағана ултырталар. Эшкә бер талымһыҙ еңгәй булды. Эшкә талымһыҙлығы уның һүҙгә лә талымһыҙлығына тиң ине. Икеһен Санияның атаһы гел генә:
     – Күрҙеңме, әбей, силәгенә күрә капҡасы тура килгән был ике шилманың, Сәриә еңгәнең маҡтап һүҙе бөтмәй, һоҡланып күҙе туймай инде хәҙер, – ти торғайны.
      Бына әле шул еңгәһе тулы ғына кәүҙәһе менән туйтаңлата баҫып, йыбырлап ҡына уларға ашыҡты. Сания ҡапыл ғына вокзал янындағы магазиндан бына шул Ишһылыу еңгәһенә һөйөнсө бүләге алырға уйлап шунда боролдо. Матур эре биҙәкле яулыҡ алды ла ике- өс өй аша торған үҙҙәренең өйөнә ашыҡты.
      Ул барып ингәндә, Ишһылыу еңгәһе электр самауырын ҡайнатып та өлгөргән, йүгергеләп өҫтәл әҙерләй ине. Сания шул ваҡыт әсәһен еңгәһе янында күрмәгәс:
     – Әсәй, мин ҡайттым, – тип, ҡысҡырып ебәрҙе.
      Төпкө бүлмәнән таяҡҡа таянып әсәһе килеп сыҡты. Сания. асҡан ауыҙын ябырға онотҡан турғай шикелле, тын алырға ла ҡурҡып әсәһенә баҡты.
     – Һаумы, балам. Бына һине лә күрер көн булды. Бер йыл була яҙҙы бит килмәгәнеңә. Әллә эшеңдән бушамайһыңмы? Хат та яҙмайһың. Мин хәҙер бына шулай инде, – тине, таяғын күрһәтеп, – Килмәһәң, өлгөрмәм, тип уйлағайным, бына яҡшы булды.
     – Шулай шул, әсәй. Мин дә эштән бушай алманым, унан әҙерәк сирләп, балниста ятып алдым. Уның араһында балалар ҡышҡыһын грипп менән оҙаҡ ҡына яттылар. Бушап булманы шул. Әсәй, ғәфү ит инде, – тип, әсәһен ҡосаҡлап алды.
    Шул ваҡыт Ишһылыу еңгәһе килеп, Сания менән бергәләп Мәҙинәне  сәй өҫтәле янына алып килеп ултырттылар.
      – Бирешмә әле, Мәҙинә апай. Һин ашығыу менән, унда һине көтөп тормайҙар. Ер ҡуйыны иркен ул. Һәр кемгә Хоҙай урын бүлгәндер әле. Мин һинһеҙ нимәштәйем. Ишбулат та китте. Ҡәйнәм дә. Мин дә яңғыҙҙайы. Бер- беребеҙгә ҡуш булып йәшәйек әле. Ана Фариза ҡайынбикә 90-ды үтте. Йәшәй әле. Бабайы менән улын көтә.Бер ҡош телендәй булһа ла хәбәр алмайынса, үс итеп, йәшәйем дә йәшәйем тей. Балалары ярҙам итәбеҙ тип килһә, гел генә үҙем, мине хәрәкәттән туҡтатып, үтерер китәгеҙме? Бабай менән ағайғыҙ хәбәр ебәрмәне бит әле тей ҙә ҡуя.
      – Уларҙан ниндәй хәбәр көтә һуң?
     – Улар икеһе лә бер көндө һуғышҡа киткәндәр, тик бер генә хаттары ла булмаған. 45- се йылдың апрелендә икеһенең дә үлеүе тураһында хәбәр килгән, икенсе улы ул ваҡытта пошта ташый ине. Шул йыйған инде. Тик ул береһенә лә әйтә алманы, баяғы һуҡыр эсәге шартлап, ер һөргәндә, үлеп ҡалды. Бына шул юғалған хәбәрҙе үҙе күрмәгәс, ышанмай. Селсәүит ваенкаматтан яҙҙырып алғайны ла ул, барыбер ышанмай. Элек өндәшмәне, хәҙер шулай ғына тей. Әле өс балаһының балалары ла ярҙам итә, тик үҙе күберәк хәрәкәт итәм әле, тип уларҙы ла тиҙерәк ҡайтара һала.
    – Юююҡ, Ишһылыу, миңә ундай ҡарттыҡ кәрәкмәй, тик бына тубығым ғына ҡаҡшата. Йәшәгән тиктем йәшәрмен. Ғүмер һорамайым, үлем һорамайым, тик аптырағандан ғына инде. Хаста итеп кенә, кеше ыҙалытып ятырға тура кимәһен. Шунан ҡурҡам.
     – Әсәй, ҡасанан бирле шулай булдың һуң. Көҙ килгәндә өндәшмәй инең бит.
     –  Әллә инде, әллә анау картуф алғанда билем дә ауыртҡайны. Үҙем шунан да күрәм. Вырашҡа ла барманым, ҡәйнәмдең таяғы ятҡан, һәйбәт булды, тип таяндым да киттем. Хәҙер өрәндем инде.
     – Мин дә вырашҡа бар тейем дә ул.
    – Миңә унда барып нимә бар, ана эшләп йөрөгөн йәштәр барһын. Күпме шулай ауырыйҙар. Аллаға шөкөр инде, эшләгәндә ауырыманым.
    Сания әсәһенең һөйләгәнен тыңлап, үҙенең ауырыуы тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә булды. Нимәгә уны тағы борсолдорорға, тип уйланы. Улар шулай һөйләшә һөйләшә сәй эсеп. Сания Ишһылыу еңгәһенә һөйөнсө бүләген биреп оҙатып ҡалды. Уны оҙатып ингәс, өйҙә әсәһе менән Сания араһында өнһөҙ һөйләшеү булғандай булды. “Мин уға барлыҡ серҙе асһам, енләнеп илап китмәҫме?” – тип уйланы әсәһе. “Мин үҙемдең ауырыуым тураһында әйтеп, уны тағы ла нығыраҡ ҡайғыртырмын бит,” – тип уйланы Сания.
      Көн кискә табан ауышҡас, бер- береһе тураһында хәлдәрен белешкәс, һүҙҙе шулай ҙа әсәһе башланы.
     – Сания балам, донъя хәлен белеп булмай, һин беҙҙең ғаилә тураһында бөтә дөрөҫлөктө, ахыр килеп, бөгөн белергә тейешһең. Нисек ҡабул итәһең, аныһын үҙең уйла. Тик һиңә башта ауыр булыр, тик барыбер мине аңларһың, ғәфү итерһең...
     – Әсәй, нимә һөйләйһең? Ниндәй дөрөҫлөктө? Аңламайым.
     – Эйе, аңламайһың. Туғандарыңдың барыһына ла һөйләнем. Улар ҙа әле аңлапмы, ҡабул итепме бөтмәйҙәрҙер, килгәндәре юҡ. Өфөләге ағайың менән еңгәң генә килеп, мине аңлауҙарын, һине үҙ туғаны итеүҙән баш тартмауҙарын белдерҙеләр.
     – Нисек?..
     – Шулай балам. Ағайыңа йәш ярым ине. Һин беҙҙең ғаиләгә икенсе бала булып индең. Атайың теләмәне, мин үҙем тәҡдим иттем. Мин һине “Ирем киҫәге- итем киҫәге” тип ҡабул иттем. Ул ваҡытта һиңә ун биш көн ине.
     – Нисек? Нисек итем киҫәге?.. Әсәй булған кеше һуң?
     – Балам, тормош һынауҙары шул тиклем ҡатмарлы. Уны тик көслөлөр генә еңеп сыға, тей торғайны атайың. Бына шулай беҙ атайың менән еңеп сыға алдыҡ. Атайың бөтә дөрөҫлөктө  тик миңә генә әйтеү- әйтмәүҙе ҡалдырҙы. Был серҙе беҙ өсәүҙән башҡа тағы берәү белгән булһа, ул һеҙгә барығыҙға ла яңылыш килеп етеп, һеҙҙе тарҡатыр, тип уйланыҡ, шуға һуҙып булһа ла әйтергә булдыҡ. Мин әйтергә тейеш.
    – Тимәк, мин һеҙҙеке түгел. Кемдеке? Кем минең әсәйем?
    – Балам, тыныслан. Һиңә бер нәмә булһа, мин күтәрә алмам. Ул ваҡыттағы минең үлеп терелеүем, был юлы терелеүемә тура килмәҫ. Мин Хоҙайымдан тик һинән алда китеү ваҡыты ғына һорайым. Миңә һинең ҡайғыңды күрергә яҙмаһын тип теләнем. Тик мине Хоҙайым ғәфү итер. Башҡа балаларым менән һинең хаҡыңа был аҙымды яһайым. Туғандарыңдан ғына биҙмә, балаҡайым. Мин ошо күкрәк һөтө менән үҫтерҙем һине. Һине алғанда, мин әле ағайыңды имеҙә инем. Һин был күкрәгемде, игеҙәк балалар шикелле, ағайың менән талап имдегеҙ.  Икегеҙҙең дә ҡайғығыҙҙы мин күтәрә алмам. Ағайың ике йәше тулып уҙһа ла, имеүен ташларға теләмәне. Шуға һине мин йәше тулыуға имеүҙән ташлаттым. Һин иммәгәс, ул үҙе теләп ташланы, ҡабат имергә ынтылманы. Ә бит ул әрҙәһәң генә иммәй ҡаса ине. Атайығыҙҙы мин, йылдар үткәс, ғәфү итер көс таптым, ләкин һеҙҙең ҡайғығыҙҙы күтәрә алырлыҡ миндә көс булмаҫ. Теге йылдарҙа мин ҡайғымды һеҙгә баҫтым. Илаһағыҙ – иланым, көлһәгеҙ – көлдөм. Һеҙ минең йөрәк, йән ярамдың дауаһы булдығыҙ.
     – Тимәк, беҙҙең атай бер үк буламы? Ниңә шулай?
     –Шулай, балам. Атайың һинең әсәйең менән бергә уҡығанда дуҫлашҡандар, бәлки. яратҡандыр ҙа, уныһын әйтә алмайым. Тик беҙ атайың менән һөйөшөп өйләнештек. Йылдан ашыу йөрөгәс, ул армияға китте. Өс йыл хеҙмәт итте. Ҡайтҡас та бер айҙан өйләнештек. Бына шулай. Тик бына әсәйең менән ул ҡасан осрашҡан, нисек, мин әйтә алмайым. Дөрөҫөрәге мин уға һөйләргә ирек бирмәнем. Мин уны миңә хыянат итте, тип, кисерә лә алманым. Ағайыңды етем итмәйем тип айырылманым, сөнки мин атайһыҙ үҫтем, уның ауырлығын беләм. Атайһыҙ икәнһең, һин башҡа балаларҙан кәмһең. Шуға күрә мин түҙҙем. Тик иң ауыры алда булды. Һинең әсәйһеҙ ҡалыуың мине тетрәндерҙе. Ошо тетрәнеү миңә һине алырға этәрҙе. Атайың ҡаршы ине. Ул нимә уйлағандыр, әйтә алмайым. Беҙ һинән һуң өс бала булғансы хистәр, серҙәр, тойғолар тураһында һөйләшмәнек. Бары ике өйҙәш кеше кеүек донъя көттөк, Аҡсалар уртаҡ, кәрәк – яраҡты кәңәшләшеп алабыҙ, бергә ашайбыҙ, бергә ятып йоҡлайбыҙ. Түшәктә ул – ир бурысын, мин ҡатын бурысын үтәйбеҙ. Марат булғас ҡына мин атайыңды ғәфү итер көс таптым, тип әйтә алам. Ҡәйнәм дә бик аҡыллы кеше ине, ләкин был серҙе ҡәйнәм дә белмәне, бәлки, белеп тә сер итеп һаҡлағандыр .Бары һине алғас, беҙ бына ошо Аҡъярға күсеп килдек. Былай беҙҙең йәшәгән еребеҙ ҙә шул. паспортыбыҙҙа теркәлгәнсә, Күгәрсен районы ине. бына шулай, балам.
      – Ә әсәйем?
      – Ул һине ауырлыҡ менән тапҡан, выраштар ҡотҡара алманы. Бәлки үҙе лә теләмәгәндер. Ике аҙна тигәндә, мине янына саҡыртып, баланың атаһы минең ирем булыуы тураһында әйтте. Ике көндән ул үлгән, ә миңә бына ошо хатты ҡалдырған ине. Мин уны асып уҡыманым. Асыуым бик ныҡ сағы ине. Һалып ҡуйҙым, – тип, таушалып бөткән конвертты икенсе конвертҡа һалып, почта штемпеле менән һуғылған конверт бирҙе. Тышында “асмаҫҡа” тигән яҙыу ҙа бар ине.
       Сания ҡалтыранған ҡулдары менән конвертты алды.Ҡырҡ йылға яҡын уҡылмаған хат. Хәҙер уны кем уҡырға тейеш, тигән уй килде Санияға.
   – Балам ул хатты һин уҡырһың. Унда бар дөрөҫлөгө яҙылғандыр, сөнки әсәйең минең менән осрашҡанда бары “Аңла, мин уны яраттым. Шуға унан бала булыуын үҙем һораным. Әле хәлем насар. Белеп булмай. Доктор ҙа тура әйтмәй. Миндә бала табыу менән бәйле булмаған ауырыу булырға тейеш, тип уйлайым. Ике көндән Өфөгә ебәрергә һөйләштеләр. Тимәк, мин, бәлки, өмөтһөҙмөндөр. Бала – уныҡы. Мин китһәм, ул һинеке булыр. Етем итмә. Ирең менән мин һөйләшмәйем, шулай вәғәҙәләшкәйнек. Мин уны борсомаҫҡа, бары үҙем генә көтөргә риза булып унан һорап алдым был баланы,” – тине. Атайың да осрашырға бармаған, бәлки, теләмәгәндер. Бәлки, яратмағандыр. Был турала беҙ Марат тыуғансы һөйләшмәнек. Һинең турала беҙ, бер ваҡытта ла өйгә алып ҡайтып имеҙә башлағандан алып һөйләшмәнек. Һин башта минеке булдың, сөнки атайың ҡаршы ине, тора бар беҙҙеке булдың. Бына шул.
     Шул ваҡыт Сания тороп әсәһенә ҡаршы атланы ла ҡосағын йәйеп, әллә ҡосаҡларға теләне, әллә ҡолап барғанда, таяу эҙләнеме, ибәйтһеҙ итеп “ Әсәәй!” тип ҡысҡырып әсәһенең аяҡ аҫтына йығылды. Әсәһе тиҙ генә тороп, телефонына йәбеште. “ Тиҙ ярҙам” машинаһы килеп еткәндә, ул иҫенә килеп, ултырғысҡа ултырып, сумкаһынан ниндәйҙер дарыу алып тел аҫтына һалғайны. Врач уны тыңлап ҡарап, тағы ниндәйҙер дарыуҙарға рецепт яҙып, сығып та китте.
       Бөтә нәмә лә үҙ мөҙҙәте етмәй алдыңа килмәй, тиҙәр бит. Был хәл дә шулай булды, тик бына Сания ғына үҙенең шундай аяныслы яҙмышы тураһында белмәйенсә үҫте. Башҡа туғандарынан айырылманы, тик уны ағаһы Садиҡ ҡына үтә яҡын күреп, ҡурсып ҡына алып йөрөнө. Әсәләре бөтәһен дә тиң күрҙе, шулай ҙа ул Сания менән нығыраҡ аралашырға тырыша ине, уның бала саҡта һәр аҙымын күҙәтеп, һаҡлап ҡына алып йөрөнө, ә өс һеңлеһе гел генә “Һеҙ икегеҙ ҙә Сания апайҙы яратағыҙ, Садиҡ ағай ҙа. Ана беҙҙе малайҙар үсекләһә лә, Садиҡ ағай өндәшмәй үтә лә китә. Сания апайҙы үсекләй башлаһалар, ҡолаҡтарын бороп китә,” – тип ошаҡлашып бер булдылар. Шулай ҙа үҙ- ара татыу үҫтеләр.
     Сания таңды саҡ аттырҙы, төшкөлөккә автобусҡа сығыр кәрәк икәнен уйлап, хатты таң менән уҡырға булды. Ипләп кенә конвертты асып, әсәһенең хатын ҡулына алды. Хатты еҫкәп ҡараны. Әсәһенең еҫе тойолмаймы? Бына уның үҙ әсәһенең ҡулы менән яҙылған хат... Нисә йылдар һаҡланған. Мин уны ғәйепләй алмайым. Ул да һөйөлөүгә хаҡлы, яратҡан кешеһенән бала тоторға теләгән. Теләгенә ҡушып Хоҙайҙан ғүмер һорамаған. Мин һине ғәйепләмәйем, әсәйем, тип уйланы ул.
      “Мәҙинә, көсөң етһә иреңде ғәфү ит!.. Ул һиңә хыянат итмәне. Ул һине шул тиклем яратҡанын аңлай инем. Тик мин үҙемдең яратҡан кешемдән бала теләнем. Бөтә ғәйебем шунда. Мин унан бер кисте инәлеп һораным. Бер кис миңә уның бәхет биреүе, мине бәхетле итеүе кәрәк ине. Мин ул бер кисте унан бала һораным, ләкин ул был аҙымға барманы. Тағы күпмелер ваҡыттан һуң мин үтенесемде ҡабатланым. Ул тыңланы. Шуның өсөн дә мин уға рәхмәтлемен. Тик ул миңә аҙаҡ: “Гөлнәҙек, минең һинең менән мәктәптәге дуҫлыҡ ул мөхәббәт булмаған, аңла. Мин Мәҙинәне генә яратам. Әле лә минең уйымда Мәҙинә. Әгәр был хәлде Мәҙинә белә ҡалһа, ул мине ғәфү итмәйәсәк. Ул ғорур кеше. Ул шул илаһи ғорурлығы менән мине үҙенә табындырҙы. Ул һинең кеүек сибәр түгел, тик уның ошо ғорур, кешелекле эске донъяһы матур. Мин уның күләгәһе булырға әҙермен. Ҡабат минең юлыма сыҡма,” – тине. Мәҙинә, һин бәхетлеһең, бәхетең менән шатланып йәшә. Сабит бәхеткә хаҡлы кеше. Һин уны ғәфү ит. Ташлап китмә. Мин булмаһам, Саниямды һиңә тапшырам. Үлгәндәрҙең теләге кире ҡағылмай. Һиңә бәхет теләйем! Һин былай ҙа бәхетлеһең. Шул бәхетеңде юғалтма! Гөлнәҙек.”
      Рәхмәт, әсәй, үҙеңдә көс табып, Мәҙинә әсәйемде яфаларҙан ҡотҡарырға, атайымды ғазаптан азат итергә теләгәнһең. Тик Мәҙинә әсәйем генә үҙенсә хәл итеп, күпме ваҡыт атайымды ғәйепһеҙ ғәйепле тамғаһы менән йәшәткән...
      Алда әле Санияға әллә күпме үҙ ҡусты- һеңлеләре, ағаһы менән осрашаһы, Күгәрсен районына барып Гөлнәҙек әсәйенең туғандары менән танышып, ҡәберенә сәскә һалыу бурысын да үтәйһе кәрәк буласаҡ...
     Мөхәббәтте хөкөм итеп буламы һуң?!! Юҡтыр... Мәҙинә әсәйҙең дә, Гөлнәҙек әсәйҙең дә, атайҙың да бер генә лә минең алда ғына түгел Хоҙай алдында ла ғәйебе юҡ бит, тип уйланы Сания.
     Әсәйҙәрем, атайым, мин һеҙҙе ғәфү итәм!..
     Сания ошо яҡты уйҙары аша әсәһе Мәҙинә менән хушлашып, автобус туҡтлышына ашыҡты. Әсәһе уны тәҙрә аша күҙ йәштәренә төйөлөп, ҡул болғап оҙатып ҡалды.
     Кеше донъяла үҙенә тәғәйен яҙмышын үҙе күтәрә. Берәү ҙә икенсе кешенең яҙмышын еңеләйтә алмай, ғазаптарын еңеләйтеп, шатлығын бүлешә алһа ла... Тормош йөгөн күтәреү тик үҙеңә генә тура килә. Уны нисек итеп күтәреү үҙеңдең был тормошто ни кимәлдә яратыуыңа, ни кимәлдә киң күңелле, изгелекле булыуыңа бәйле шул...

Автор:
Читайте нас