Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Февраль , 10:20

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (2)

Тик ни эшләһен? Уны Итәктә ҡалдырһа ла, эш табам, аҡса эшләйем тип, ҡайһы берәүҙәргә эйәреп Себергә сығып китһенме лә, вахтаға барып-ҡайтып зимагур булып йөрөһөнмө?

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (2)
Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (2)

Закир ӘҠБӘРОВ

Повесть

Сөңгөлдөң сиге юҡ

2

Әғләм “Урал”ын йылға ярына уҡ килтереп һүндерҙе. Тиргә мансылған футболкаһы менән шортыйын мотоцикл руленә элде лә текә ярҙан аҫҡа төштө. Һыу, Итәк ауылы халҡы әйтмешләй, ҡаймаҡ кеүек ине. Егет сумды, беләктәре талғансы ҡолас ташлап йөҙҙө, һыуы һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә аҡҡан ятыуҙа салҡан төшөп күккә ҡараны. Икһеҙ-сикһеҙ бушлыҡта бер болот әҫәре лә юҡ. Йәй уртаһы үтеп, июль һуңғы көндәрен һанаһа ла, ап-аҡ төҫкә ингән ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, яр ситендәге тирәктәрҙә бер япраҡ та һелкенмәй. Ҡоштар киске еләҫлекте көтөп тынып ҡалған, хатта себен-серәкәйҙәре лә йәнгә тейеп безелдәмәй. Рәхәт!..
Ярға сыҡҡас та әле егет өҫкә күтәрелмәй, оҙаҡ ҡына киң йылғаға ҡарап уйланып ултырҙы. Гөрләһен – ул, ауыл халҡы әйтмешләй, ябай йылға түгел, торғаны бер даръя. Бер урында исемен аҡлағандай гөрләп аға. Икенсе ере һалмаҡ ҡына ағымлы ятыуға әйләнә. Ә егет уйланы ултырған урындан аҫтараҡ, тап уртала, өйрөлмәк хасил итә. Уны өйрөлмәк кенә тип атау кәмһетеү булырын самалап, күптәр “сөңгөл” тип йөрөтә. Ағымға эләккән бар нәмә – серек түмәрҙер, ағас ботаҡтарылыр, сүп-сарҙыр – әлеге хәтәр ҡулсаға барып юлыға ла әйләнеп-әйләнеп сөңгөлдөң уртаһындағы өйөрмә эсенә сума, юҡҡа сыға. Сүп-сарҙы ғына йотһа икән сөңгөл… Ҡарттар һөйләүенә ҡарағанда, йылғаны аша йөҙөп сығырға самалаған ат хәтле атты ла йотҡан, имеш. Уныһына ышанһаң, ышан, ышанмаһаң – юҡ, әммә Әғләм был сөңгөлдөң мәкерлеген бала сағында үҙ елкәһендә татыны. Иптәштәре араһында иң яҡшы йөҙөүсе булып танылған малай ҡурҡмайынса Гөрләһендең уртаһына уҡ йөҙөп барған ине. Ағым уны аҫҡараҡ алып төшөп китеп, сөңгөлгә килтереп юлыҡтырҙы. Малайға был тәүҙә ҡыҙыҡ тойолдо. Каруселдәге кеүек бит! Үҙенән-үҙе әйләндерә лә әйләндерә. Хәле бөтә башлағас, ул ярға табан йөҙөргә уйланы. Тик өйрөлмәк ебәрмәне, әлеге воронкаһына еткереп, һыу төбөнә үк һөйрәй башланы.
Малай ысынлап та ҡурҡты. “Ҡотҡарығыҙ, батам!” – тип ҡысҡырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ярҙағылар Әғләмдең бәләгә тарыуын күрҙеләр, әммә сырсыулашыуҙан уҙманылар. Сөңгөлдөң ниндәй икәнен улар ҙа белә ине. Ярай әле, малайҙың бәхетенәндер, ярҙан йыраҡ түгел бесән сабып йөрөгән Ғариф ағаһы йүгереп килде. Килеп етте лә ыштан-күлдәктәрен дә сисеп тормай һыуға ташланды һәм инде төпкә киткән малайҙы табып, ярға сығарҙы. Ергә ҡапландырып ятҡырып хәтһеҙ йотоп өлгөргән һыуын ҡоҫторҙо, аңына килтерҙе.
– Бынан ары сөңгөлгә эләкмәҫкә тырыш, Әғләм улым. Һаҡ бул! Уның күҙгә күренеп торған сите юҡ. Эләкһәң, тырмашып сығырға яры ла юҡ. Ул һине генә түгел, өлкән ағайҙарыңды ла, хатта атты ла йота ала. Әгәр яңылыш эләкһәң, ҡарышып хәлеңде бөтөрмә, бүрәнкәһенә үҙең сум, аҫта уның тартыу көсө кәмей, ситкә ынтылып, өҫкә ҡалҡып сыға алырһың. Хәйер, тормошта ла шулай инде ул…
Ҡотҡарыусының һуңғы һүҙҙәре малайға ул саҡта бик үк аңлашылып етмәгән ине. Хәҙер…
Эйе, сөңгөлгә эләкмәҫкә тырыш… Ҡыш көнө Таһир дуҫы менән бәләгә тарый яҙған ине бит. Ярай әле полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙан маньяк яһаманы… Әйткәндәй, Әғләм колхозда ат ҡараусы булып эшләгән Ғариф ағаһы менән дуҫлашып уҡ алды. Ҡайтҡанда-киткәндә уға инеп хәлен белеп йөрөй. Хәҙер инде колхоз да юҡ, аттары ла ҡайҙалыр осҡан. Ғариф ҡарт әле иҫән, аҡылы теүәл. Кәңәш һорамаған кешегә аҡыл өйрәтмәй, әммә һүҙ араһына ҡыҫтырып ебәргән кәңәштәренә Әғләм ҡолаҡ һала, һуңлабыраҡ булһа ла, ҡарттың фекерҙәре дөрөҫ булғанлығына инана. Диплом алып ҡайтҡас та Ғариф ҡартҡа һуғылғайны. Һүҙгә-һүҙ ялғанып, оҙаҡ ҡына ултырып ташланылар.
– Ауылда төпләнергә уйлап дөрөҫ эшләйһең, улым, – тине ул, бер аҙ уйланып ултырғас. – Ҡалала бездельниктар һинән башҡа ла етерлек. Тотороҡло хужалыҡта бер аҙ тәжрибә тупларһың да үҙебеҙгә ҡайтырһың. Тарҡалып барған ауылыбыҙға йән өрөп ебәрерһең. Күңел әрней, Итәк ауылының да гөрләп торған саҡтары бар ине… Беҙ атайыңдар менән… – Ҡарт әйтәһе һүҙен әйтеп бөтөрмәне, ҡул һелтәне лә ситкә боролдо. Ирекһеҙҙән сыҡҡан күҙ йәштәрен егеткә күрһәтергә теләмәгәндер.
Әғләмдең уйҙары ҡапыл ғына икенсе йүнәлеш алды. Дипломлы булдылар улар. Таһир, атаһының “ауылда эшһеҙҙәр һаны һинән башҡа ла күп” тигән һүҙен тыңлап, баш ҡалала ҡалды, автосервисҡа эшкә урынлашты. Үҙе әйтмешләй: “Кеҫәһендә юғары белемле инженер-механик дипломы иметь итеп, заман байҙарының елбәҙәк балалары емергән машиналарҙы унан башҡа кем ремонтларға тейеш тә, кем ҡайырып аҡса алырға тейеш?!.”
Ә Әғләмгә ауылға ҡайтырға кәрәк ине… Әсәһе Гөлзәмиә, атаһы Мәһәҙи вафат булғас, донъяны бер үҙе алып бара. Әғләм мәктәпте тамамланы ла армияға китте, унан ҡайтты ла уҡырға инде. Улы диплом алып ҡайтыуын дүрт күҙ менән тигәндәй көттө әсәһе. Тик көттө ни ҙә, көтмәне ни. Колхозы күптән тарҡалған Итәктә юғары белемле инженер ни эшләһен? Ярай әле буласаҡ эше тураһында мәсьәлә яҙ көнө үк хәл ителеп ҡуйылған ине.
Көндәрҙән бер көндө уны деканатҡа саҡырттылар. ”Әллә теге эш ҡалҡып сыҡтымы икән?” тигән уй йүгереп үтте егет башынан. “Булмаҫ, күпме ваҡыт үтте бит инде”, – үҙен-үҙе тынысландыра биреп барып керҙе ул деканатҡа. Декан Хәлфетдинов бер үҙе түгел ине. Төкәтмә өҫтәл артында урта йәштәрҙәге олпат ир менән әңгәмәләшеп ултыралар. Әғләм кереү менән һүҙҙәре бүленде, йөҙҙәрендәге йылмайыу юҡҡа сыҡты.
– Йә, үт, Бәхтиев, бына бында ултыр. Һин инде хәҙер малай-шалай түгел, без пяти минут дипломлы белгес, – тине декан етди итеп. Үҙе ҡунаҡ яғына боролдо. – Бына ошо була инде беҙҙең бөркөтөбөҙ, Ғәббәс Зарифович. Уҡыуы яҡшы булды, эштә лә һынатмаҫ тип ышанабыҙ.
Әғләм, һүҙ ни тураһында барғанын самаларға тырышып, бер факультет етәксеһенә, бер ҡунаҡҡа ҡараны.
– Эш былай тора, ҡустым, – тип һүҙ башланы ҡунаҡ. – Мин Байтирәк районындағы Уҫаҡлы ауылынан. Ишеткәнең барҙыр бит?
– Нишләп ишетмәйем ти инде, күрше район бит. Уҫаҡлығыҙ ҙа беҙҙең Итәк ауылынан үтә китһә илле саҡрымлап булыр…
– Яҡташтар булып сығабыҙ улайһа. Мин “Уҫаҡлы” крәҫтиән-фермер хужалығының директоры Дәрзаманов абзыйың булам. Һинең алдынғы студент Әғләм Бәхтиев икәнеңде белеп алдым инде. Мәсьәләгә яҡыныраҡ килһәк… Ҡышын инженерыбыҙ вафат булып, ике ҡулһыҙ ҡалдым. Оҙаҡламай сәсеү эштәре. Уныһын нисек тә уҙғарырбыҙ инде. Хет урып-йыйыуҙы инженер ярҙамында башҡарырға ине, ҡыҫҡаһы, һине баш инженер вазифаһына үҙебеҙгә эшкә саҡырам. Уҡыу йортон тамамла, диплом ал, ата-әсәңә ярҙамлаш. Беренсе августа “Уҫаҡлы”ла көтәм. Йә, нисек?
– Уйлап ҡарармын.
Декан менән ҡунаҡ ниңәлер икеһе бер юлы көлөп ебәрҙеләр.
– Уға, әле ҡабығынан яңы морон төртөп сығып килгән себешкә, ҙур, тотороҡло хужалыҡта баш инженер итеп эш тәҡдим итәләр, ә ул ”уйлап ҡарай”, имеш.
Декандың был һүҙҙәрен ҡунаҡ та хупланы.
– Башҡа вариантың юҡтыр бит, егет?
Эйе, башҡа варианты, ысынлап та, юҡ ине. Етәксенең үҙен эрерәк тотоуы, хатта декан менән дә өҫтән ҡарап һөйләшеүе оҡшап етмәһә лә, ризалашырға тура килде.
Һәм бына беренсе авгусҡа ла һанаулы ғына көндәр ҡалды. Гөлзәмиә ханым улының тағы ла уны яңғыҙ ҡалдырып сығып китеүенә бер аҙ хафаланды. Тик ни эшләһен? Уны Итәктә ҡалдырһа ла, эш табам, аҡса эшләйем тип, ҡайһы берәүҙәргә эйәреп Себергә сығып китһенме лә, вахтаға барып-ҡайтып зимагур булып йөрөһөнмө?
Ялын бушҡа уҙғарманы Әғләм. Йорт тирәһен ҡараштырҙы. Мунсаһына утын килтертте. Әсәһенең кәзәһенә бесән әҙерләне. Әле лә бит күрше урман ситендә билгә етерлек булып үҫкән һутлы үләнде шажлатып сабып, мотоцикл арбаһына тейәне. Бер сүмәләләй булыр. Алып ҡайтып ишек алдына таратып ташлар ҙа, иртәгә йыйып, аҙбар башына, башҡа көндәрҙә сабып киптергән бесән янына, ташлар. Гөлзәмиәне һөт-ҡаймаҡтан мәхрүм итмәгән Һороҡайға ҡышты иҫән-имен сығырлыҡ аҙыҡ!

 

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: