Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Февраль , 09:40

Тәфтиш Хикәйә Әмир ГӘРӘЕВ

“Ә, шулаймы ни? Дөмөккән икән! Ҡалғандарығыҙҙы ла Хоҙайҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын”, – тип ҡарғана-ҡарғана ҡайтып киткәйне, шунан бирле борсоғаны юҡ әле. Так что, Владивостокта тере булһаң да, Әрметтә үле икәнеңде белеп йөрө, Әмир ҡустым!” 

Тәфтиш    Хикәйә    Әмир ГӘРӘЕВ
Тәфтиш Хикәйә Әмир ГӘРӘЕВ

Әмир Сәлимгәрәй улы Гәрәев  1928 йылдың 18 февралендә Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылында тыуған. Урта мәктәптә белем ала. Тымыҡ океан флотында биш йыл хәрби хеҙмәттә булғандан һуң, 1953 – 1970 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1971 – 1975 йылдарҙа – Башҡортостан китап нәшриәтендә, аҙаҡ “Ағиҙел” журналында эшләй. Ул башҡорт әҙәбиәтенә үҙ темаһы менән килгән яҙыусы. Моряктар хаҡындағы менән бер рәттән, ябай ер кешеләрен һүрәтләгән әҫәрҙәре уҡыусыларға яҡшы таныш. Почет Билдәһе ордены кавалеры. 2008 йылда Өфө ҡалаһында вафат булған. 


Түрәләр тирәһендә уралған бер дуҫым ҡолағыма тишеп китте: колхозыбыҙға бөгөн-иртәгә район үҙәгенән тәфтишселәр килергә тейеш икән. Был хәтәр хәбәрҙән беҙ ҡаушап ҡалдыҡ. Беҙ тигәнем – Дәүләтшин ағай менән мин үҙем. Ул – идара рәйесе, мин – хисапсы. Төрлөһөн күрелде, төрлөһөн кисерелде. Әлегәсә кешегә һөйләрҙәйенән һөйләмәҫтәйе күберәк ине, ярай әле заманалар үҙгәреп китте. Элегерәк телгә алырға ла ҡурҡыныслы хәл-ваҡиғаларҙы хәҙер туранан-тура ярып һалырға мөмкин.
Эйе, һүҙемде тәфтишселәрҙән башлағайным бит әле. Ул йылды яҙ менән йәй ыңғай килде. Ямғырҙар ваҡытында яуғас, иген дә ишелеп уңды. Ураҡҡа ҙур дәрт менән төштөк. Көндәр аяҙ, баҫыуҙар гөрләп тора. Сталиндың даны иң бейек нөктәгә менгән осор. Агитаторҙарҙың  атлаған һайын: “Йәшәһен иптәш Сталин!” – тип лаф ороуҙары ғәҙәткә ингән саҡ. Көндөҙ ырҙында иген һуғабыҙ, ә төндә көлтә ташыйбыҙ. Алды-ялды белгән юҡ. Дәүләткә иген тапшырыу планын йәһәтерәк үтәргә! Бөтә уй-хис бары тик шул хаҡта, бар көс-ҡеүәт шуға йүнәлтелгән. Башҡаса хәлең дә юҡ: элеваторға йөҙ центнер иген оҙатһаң, 15 центнерҙы колхоз мәнфәғәтенә тотона алаһың. Шунан артыҡҡа ҡул һуҙһаң – ситлеккә ябалар. Ул йылдарҙа ошо уҡ Мәскәү билдәләгән “ун биш процент” тәртибен боҙған өсөн беҙҙең Маҡар районында ла (хәҙерге Ишембай) колхоз етәксе­ләрен төрмәгә ултыртҡыланылар. Идарала кисен, әйткәнемсә, хафаға ҡалып, рәйес менән икәүбеҙ һөйләшеп ултырабыҙ. Донъя көткәс, барыһы ла кәрәк: бесәне лә, утыны ла, башҡаһы ла... Этеп-төртөп  малға етерлек бесән әҙерләнек. Ошо бесән тип, ниндәй гонаһтарға батҡанлығыбыҙҙы үҙебеҙ генә беләбеҙ. Атмаған-тунамаған ҡуяндың тиреһен вәғәҙә итеп, халыҡтан көтөргә унлап тана-торпо йыйып алғайныҡ. Бесәнселәргә һуйып ашатырға тура килде. Инде килем хаҡын игенләтә түләйбеҙ. Өҫтәүенә, халыҡҡа икмәк ашатмайынса ла булмай. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, һуңғы аҙнала көнө-төнө ямғыр яуғанлыҡтан, ашлыҡ урыу туҡтатылды. Шул арҡала һуға ла алмайбыҙ. Дәүләткә тапшырыу ҙа тотҡарланды.
Керем-сығым ҡағыҙҙарын барлап ҡараһаҡ, 15 урынына 31 процент тотонғанбыҙ. Бындай хәлдә тәфти­шселәрҙән рәхим көтөрмөн тимә. Тимер рәшәткә әҙер инде беҙгә. “Ни сара ҡылып ҡарарға һуң?” – тим, Дәүләтшин ағайға ялбарыулы ҡарашымды йүнәлтеп. “Минең башта бер план тыуҙы, тәүәккәлләйбеҙме, ҡустым?” – ул минән икеләтә өлкәнерәк, тәжрибә лә икеләтә байыраҡ тигән һүҙ бит инде. Атап әйткәндә, мин егермелә, ул ҡырҡта. Йәш айырмаһы ҙур булһа ла, ағай мине тиң күрә. Бер-беребеҙгә өйрәнешеп, эҫенешеп бөткәнбеҙ. “Ниндәй план ул?” – минең ҡолаҡ ҡарп итеп ҡалды. “Бабки будем подбивать!” – Ул, йәш сағында зимагурлыҡта йөрөгәнлектән, шулай руссалап ебәреүсән. Үҙебеҙсә әйткәндә, керем-сығым документтарын 31-ҙе 15-кә ҡалдырып тигеҙләү тигән һүҙ инде был. “Идея насар түгел”, – аҙағын уйлап тормаҫтан, кинәт кенә ризалаштым. “Мухлевать тек мухлевать, ишегеңде биклә лә тотон! Ә һый әҙерләүҙе мин үҙ өҫтөмә алам. Ниәтебеҙ барып сыҡһа, күңелдәрен табырға тура килер тәфтишселәрҙең”, – шымсы-фәлән ишетеп-нитеп ҡуймаһын тигәндәй, тирә-яғына ялт-йолт ҡаранып алды ағайым. Һый әҙерләүҙең юлы мәғлүм инде: һарыҡ һуйҙыртырға, хәмер хәстәрләргә!  Һарығы – ваҡ мәсьәлә, бер тәкәнән генә колхоз фермаһы бөлмәҫ, ә хәмер яғына килгәндә, уныһы ҡатмарлыраҡ инде. Кибеттә-фәләндә була торған нәҫтә түгел. Ете ҡат ер аҫтынан эҙләп кенә тапмаһаң, Хоҙай ярҙам бирһен инде ағайға. Ә минең ике ҡулыма бер эш – тот та кереш. Ҡағыҙ өйөктөрөп күҙ сыҡҡан. Төн уртаһы ауғансы ҡаҙалып ултырып, ағайым әйткәнсә, “бабки подбивал”. “Приход накладнойҙары”, “расход ведомостары” тигәндәрен кәрәк тиклем йолҡҡолап ырғыттым да, 31-ҙе 15-кә ҡалдырып, тамамлап та ҡуйҙым.
Көтөлгән тәфтишселәр икенсе көндө ҡояш һауалауға килеп тә төштө. Әзмәүерҙәй дүрт кеше: партия райкомы, район Советы, уполминзаг, прокуратура әһелдәре. Прокуроры бигерәк тә эре ҡылана – уҡлау йотҡанмы ни! Түрҙәге оҙон өҫтәл ҡырына теҙеп ҡуйылған ултырғыс­тарға ултырыштылар. Ә уполминзаг хужаһы Ивлев туп-тура минең ҡаршыма ҡунаҡланы. “Папки на стол!” – тине ул. Билдәле инде, ревизия башлана. Кистән тунай-тунай байтаҡ йоҡартылған томдарҙы алдына теҙеп һалдым тегенең. Ибәтәйһеҙ ҡалын кәүҙәле, ҡырыҫ ҡарашлы был әҙәм тегеүле ҡағыҙҙарҙы битләне-битләне лә һуңынан шалт та шолт счетҡа йәбеште. Ә тегеләре тик ултыра. “Эшегеҙ ни хәлдә, ниндәй мохтажлыҡтарығыҙ бар?” – тип һора­ша башлаһалар, молотилкаға ҡайыш юҡлығын, ҡурыздан үреп кенә әтмә­ләгән нәмәкәйҙең ярты көнгә лә сыҙамауын әйтергә ине ниәт, барып сыҡманы. Ауыҙҙарына һыу уртла­ғандармы ни, ләм-мим. Ә үҙең ҡалайтып һүҙ башлайһың?!
Ниһайәт, Ивлев иҫәп-хисапты тамамланы. Бер талай уйға сумып ултырҙы ла: “Тут комар носа не подточит”, – тине. Әллә ихлас, әллә кинәйә менән әйтте, айышына һис тә төшөнөрлөк түгел ине. Ҡотолғанды ла, тотолғанды ла белмәҫһең. “Значит, дело чисто?” – тине, серле генә итеп, район Советы вәкиле Ямалетдинов. “Шито и крыто?” – партия райкомы инструкторы Ниғмәтуллин да һүҙ ҡыҫтырҙы. Уның йөҙөндә нескә йылмайыу сағылып ҡалды. “Нет придирки”, – өр-яңынан йомғаҡлап ҡуйҙы Ивлев. Кейеме менән үк йөрәккә ҡурҡыу һалыусы прокурор Арсланбәков бер ни ҙә өндәшмәне. Гүйә, был ғиллә уға бөтөнләй ҡағылмай тиерһең. Яңынан тып-тын булып ҡалды. Ситтәрәк юрамал ғәмһеҙ генә төҫтә ултырған Дәүләтшин ағай әкрен генә: “Ашханаға инеп, тамаҡ ялғап сығайыҡ булмаһа. Рәхим итегеҙ! Ҡалғанын аҙаҡ үҙегеҙ ҡарарһығыҙ”, – тигәйне, прокурор: “Это можно!” – тип элә һалып алды. Уның да теле бар икән дә баһа. Араларында йәшкә өлкәнерәге лә ул ине, буғай. Үҙе нәҙек оҙон буйлы, үҙе үтә ябыҡ. Эйе, ярты быуатҡа яҡын ваҡыт үткәндән һуң да, бөгөн килеп, уларҙың һәр береһенең төҫтәрен төҫмөрләйем, фамилияларын яҡшы хәтерләйем, теш араларынан һайланып сыҡҡан һүҙҙәре лә мейемә һеңеп ҡалған, ләкин береһенең дә, хет үлтерегеҙ, исемдәрен иҫләмәйем.
Прокурор рөхсәте булғас, талымланып торманылар, дәррәү генә күтәрелделәр былар. Дәүләтшин ағай юл башлай һалды. Ашхана тигәне – күршеләге яңғыҙ апайҙың йорто. Унда ҡаҙан тултырып ит бешерелгән, көрәгәһе лә бызырлап ҡайнай-ҡайнай ашҡынып көтөп ултыра...
Аллаға шөкөр, һыйланып-хушланып ҡайтып киттеләр. Ниғмәтуллин тигә­ненән башҡалары. Ул ураҡ бөткәнсе беҙҙә ятты. Һуңғы көлтәне һуғып, һуңғы һоҫҡо игенде ҡырып-һепереп дәүләткә оҙатмайынса, ҡотола алманыҡ яуыздан. Бүтәнсәләй “бабки подбивать” итергә ирек бирмәне ул беҙгә. Шул арҡала әлеге бесән сапҡандағы һуйып ашаған малыбыҙ өсөн бурыстарыбыҙҙы түләп бөтөрә алманыҡ. Әйткәндәй, таналары өсөн вәғәҙә ителгән игенде даулап, көнө-төнө идара тупһаһы тапаусыларҙан мин еңел арындым – Тымыҡ океан флотына хәрби хеҙмәткә китеп барылды. Бөтә ауырлыҡ Дәүләтшин ағай елкәһенә төштө инде. Хәйер, уның аптырап-алйып ҡала торғандарҙан түгеллеген үҙегеҙ күрҙегеҙ. Шуға ҡеүәт: яңыраҡ иҫке ҡағыҙҙарымды ҡутарып ултырғанда, һарғайып бөткән бер хат киҫәге килеп сыҡты. Дәүләтшин ағайҙың миңә флотҡа яҙған хаты: “...Хәтереңдәлер, Ташбүкән ауылынан бер ҡарсыҡтан бик елле үгеҙ алып һуйғайныҡ бесән өмәһенә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул ҡарсыҡты бәхилләп булманы. Йыш килеп йөҙәтеп бөтөрҙө. Һуңғы тапҡыр шкафтан ҡулыма беренсе тура килгән ниндәйҙер кенәгәне алып асып ҡараған кеше булдым да: “Һинең бит, инәй, үгеҙең приходта күренмәй”, – тинем, нисек ҡотолорға белмәйенсә. Ә ул оторо даулаша: “Анауы оло танаулы егетегеҙ үҙе үлсәп ҡабул иткәйне бит. Ҡайҙа әле ул мут малай? Хәҙер яғаһына йәбешәм”, – ти. “Их, икән, – мин әйтәм, – ул оло танаулы егет үлде бит. Ҡәберҙә ята. Нисек итеп уның яғаһына йәбешерһең икән?!” – тим. “Ә, шулаймы ни? Дөмөккән икән! Ҡалғандарығыҙҙы ла Хоҙайҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын”, – тип ҡарғана-ҡарғана ҡайтып киткәйне, шунан бирле борсоғаны юҡ әле. Так что, Владивостокта тере булһаң да, Әрметтә үле икәнеңде белеп йөрө, Әмир ҡустым!” 
Ул саҡтағы оло танаулы Әмир исемле егет хәҙер килеп оло танаулы Әмир бабайға әүерелде инде. Һаман да тырышып-тырмашып, юҡты – бар итеп, донъя көтөп, йөн тетеп йәшәп ятҡан көн. Эшләһәң – тешләйһең. Йән биргәнгә йүн бирә. Инде “15 процент”ты тикшереүсе тәфтишселәр юҡ, бәндәләрҙе 70 йыл буйына ынйытыусыларҙы Алла һуҡты. Һау-сәләмәт, эшһөйәр кешеләргә юл асыҡ. Хәләл кәсепкә ни етә! Тик бына көстән яҙған ҡарт-ҡороға, таяныры булмаған етем-еҫергә, тәҡдир кәмһеткән сир­леләргә, ғәриптәргә ауыр. Көтмә­гәндә-уйламағанда ялған демократтар ҡулына юлыҡтырҙа шул беҙҙе яҙмышыбыҙ. “Керән торманан сөсөрәк түгел”, тигәндәре алдыбыҙға килде. Ни хәл итәһең, елдәр елләтер, томандар асылыр әле, моғайын.
Тормоштоң бығаса үҙем уйлағанға ҡарағанда бик күпкә аяныслыраҡ, бик күпкә аңлайышһыҙыраҡ, бик күпкә ышанысһыҙыраҡ икәнлеген мин дә тәрәнерәк төшөнә башланым. Хәйер, беҙҙең быуынға, мәҫәлән, минең үҙемә, һуңғы мәлдә көн итештең уғата ла ауырлашыуы ул хәтлем үк ҡот осорлоҡ фажиғә түгел. Бала саҡта, йәшлек йылдарында аслыҡты, яланғаслыҡты етерлек татығанбыҙ инде. Икмәк булмаһа, картуф ашаныҡ, картуф та бөтһә, үлән менән йән аҫыраныҡ. Шулай булғас, әле лә, ҡот китеп, йот килгән көндәрҙә, хаҡтарҙың күтәрелеүенә лә, түләү-һалымдарҙың артыуына ла – береһенә лә артыҡ иҫем китмәй. Донъя борон-борондан бер алдын, бер артын күрһәткән инде ул. Ә бына әҙәм балаларының бер-береһенә яуызлыҡ ҡылыуҙары, бер-береһенә ерле юҡҡа үсләшеүҙәре, хатта бер-береһен үлтерешеүҙәре йөрәгемде өшөтә лә әлеге шул “15 процент” ваҡиғаһы һаман төшөмә кереп йонсота. Тәфтишселәр килеп төшкән, имеш тә, тим, гонаһ шомлоғона ҡаршы, минең документтарым әҙер түгел, имеш тип, ҡойолоп төшөп, йөрәгем ҡубып уянып китәм. Ә Дәүләтшин ағай гүр эйәһе инде. Арҡандың осона сығып туҡтаны. Ауыр тупрағы еңел булһын!
     

 

Автор:
Читайте нас: