Закир ӘҠБӘРОВ
Повесть
Сөңгөлдөң сиге юҡ
3
– Йә, килеп еттеңме инде, энем… – Хужалыҡ директоры урынынан тормай ғына егеткә ҡулын бирҙе, өҫтәленә һалған ҡағыҙға текәлде. Ауыҙ эсенән генә мыңғырҙайһы итте: “Әһә… Бәхтиев Әғләм Мәһәҙи улы… тыуған йылы… юғары белеме… армияла булған (быныһы яҡшы!)... атаһы вафат, әсәһе бар… өйләнмәгән (өйләндерербеҙ!). – Хужа, ниһайәт, башын күтәреп егеткә ҡараны. – Эшкә тотонорға әҙермен, тиһең инде, Әғләм Мәһәҙиевич?
Егет танышыуҙы былай итеп күҙ алдына килтермәгәйне. Ентекләберәк һорашыр, хужалыҡ эштәре менән таныштырыр, өгөт-нәсихәт бирергә лә онотмаҫ, тип уйлаған ине. Шуға ҡаушабыраҡ ҡалды, тотлоға бирҙе.
– Ә-әҙер, Ғ-ғәббәс Зарифович.
Егеттең ҡаушауы хужаға бик оҡшап етмәне, булһа кәрәк. Ул оҙон танауын йыйырҙы, ҡулына телефон трубкаһын алды:
– Сәлимә, тиҙ генә завгар Ғиләжде тап әле. Немедленно миңә…
Уныһы директор әмерен хужалыҡ гаражында түгел, алғы бүлмәлә үк көтөп торған булып сыҡты. Ҡыйыуһыҙ ғына кабинет ишеген шаҡыны, асыла биргән ишектә урта йәштәрҙәге ирҙең пеләш башы күренде.
– Мөмкинме, Ғәббәс Зарифович?
– Мөмкин, тип әйттем бит инде мин һиңә. Нимә ғиффәтле ҡыҙ кеүек ҡыланаһың? Уҙ, ултыр бына был егет ҡаршыһына. Түрәң ҡаршыһына. Хужалығыбыҙҙың баш инженеры Бәхтиев ошо була инде.
– Уф, – тип һуланы ирекһеҙҙән гараж мөдире, – көтә-көтә көтөк булдым бит инде. Мин завгар Ғиләж абзаң булам, иптәш баш инженер.
– Мин – Әғләм… Бәхтиев Әғләм.
Дәрзаманов йөҙөнә һүрән йылмайыу сығарҙы.
– Бына таныштығыҙ, ныҡлабыраҡ һуңынан танышырһығыҙ. Ғиләж, һиңә важное поручение. Ятаҡта бүлмә әҙерләткәнһеңдер бит?
– Әҙерләүен-әҙерләттем дә ул, Ғәббәс Зарифович. Карауат, тумбочка, иҫке телевизор, тегенеһе-быныһы… Тик…
– Нимә “тик”, нимә “тик”?..
– Егетте биш йыл буйы студент тормошо туйҙырғандар бит инде, тиеүем.
– Мин уға ҡапыл ғына айырым фатирҙы ҡайҙан алайым? Эшләй бирһен, берәй янып торған дояркаға өйләндерербеҙ! – Дәрзаманов хихылдап көләһе итте. – Йорт һалырға ярҙам итербеҙ… Ярай, барығыҙ. Минең ваҡытым тар…
Контора ҡапҡаһы төбөнә биш-алты машина ҡунаҡлағайны. Хужалыҡ бай һаналһа ла, белгестәрҙең йөрөгән машинаһы килделе-киттеле икән, тигән фекергә килде Әғләм. Исемлектән төшөп ҡала барған “Москвич”тыр, “Жигули”ҙыр. Хужа үҙ машинаһын былар йәнәшәһенә ҡуйырға оялдымы икән, уның мөһабәт “Мазда”һы ихата эсендә, контора буҫағаһына терәтеп уҡ ҡуйылған ине. Ә әлеге “Москвич”, “Жигули”ҙар янында, алашалар төркөмөнә ҡушылған ишәктәй, Әғләмдең “Урал”ы һерәйеп тора… Ояла ла, булһа кәрәк. Уның эргәһендә ауыл тормошоноң байтаҡ мажараларына тарыған, брезенты ҡояшта уңған “УАЗ”. Хет уныһы оялмай, ауыл башкиҫәрҙәреләй үҙен ғорур тоторға тырыша.
– Бына шул була инде һинең персональ транспортың, Әғләм… Әғләм…
– “Мәһәҙиевич” тип әйтергә теләйһең, буғай, Ғиләж абзый. Әғләм тип кенә әйтһәң дә, мин шат буласаҡмын. Беҙ бит һинең менән ниндәйҙер аҡһөйәктәр түгел…
– Ә, шулаймы, Әғләм ҡустым? Мин дә шат. Әйҙә, ҡабул итеп ал “дөл-дөл”өңдө. Иҫке күренһә лә, технический состояниеһы яҡшы әле уның. Ныҡ туҙырға ирек бирмәнем. Ә “Урал”ыңа урын табырбыҙ. Гаражда ла урын етерлек, минең ихата ла иркен…
Шул саҡ ҡыҙыу тиҙлектә килгән “Форд” ҡапыл “УАЗ” янына килеп туҡтап, быларҙың һүҙен бүлде. Машинанан ҡыҙыл спорт костюмы кейгән ҡыҙ төштө.
– Ғиләж ағай, атай эшен… эшен… – тип өндәште ҡыҙ, егет яғына ҡарап тотлоғоп ҡалды.
Әғләм дә баҫҡан урынында ҡатҡан ине. Теге ҡыҙ бит был! Әлиә инеме әле? Бер минутлыҡ тынлыҡ бер йыл дауам иткән кеүек булғандыр. Ғиләж, ниҙер һиҙенеп, бер ҡыҙға, бер егеткә ҡараны. Тынлыҡты ҡыҙ боҙҙо.
– Какая встреча?! Кто к нам приехал и без охраны! Намыҫлы бизнесмен… – Ҡыҙ йылмайҙы, йылмайыуы улай мыҫҡыллы сыҡманы.
Ә егет, ошо йылмайыуҙы нисәмә тапҡыр күҙ алдына килтергән булһа ла, күңелендә яңынан, башҡа шарттарҙа күрешеүгә өмөт һаҡлаһа ла, ҡыҙҙы бына хәҙер бында, башлап торған эш урынында, осратырмын тип көтмәгәйне.
– Ҡыҙым, таныш бул, был сибәр егет хужалығыбыҙҙың баш инженеры Әғләм була. Әғләм Мәһәҙиевич. Ә был сибәр – директорыбыҙҙың берҙән-бер ҡыҙы Әлиә. Әлиә Ғәббәсовна.
– Такой молодой уже главный инженер! – тип шаяртты ҡыҙ.
Әғләм дә, уңайһыҙланыуынан ҡотолоп, ҡулай яуабын тапты:
– Такая молодая, уже дочь директора фермерско-крестьянского хозяйства!
Йәштәр шарҡылдашып көлдө.
– Әлиә, – тип ҡулын бирҙе ҡыҙ.
– Әғләм, – тип ҡыҙҙың тәрбиәле йомшаҡ ҡулын һаҡ ҡына ҡыҫты егет. Хатта ирененә тейгеҙергә уйлағайны, Ғиләждең һынаулы ҡарашын күреп, ул уйынан кире ҡайтты.
– Таныш булып сыҡтығыҙ түгелме, йәштәр?
– Эйе, Ғиләж ағай, ҡасандыр танышырға тура килгәйне.
– Бик киҫкен шарттарҙа, – тип көлдө егет.
– Атайым урынындамы? – тип кенә һорарға әйткәйнем, Ғиләж ағай.
– Урынында булмай, ҡайҙа булһын, премьер-министр итеп алып китмәнеләр әле…
Дөйөм ятаҡ ни тип кенә атаһаң да, барыбер ятаҡ инде. Ауыл рәссамы ишек башына ҙур итеп “Отель Уҫаҡлы” тип яҙып ҡуйһа ла, эзбис менән ағартылған стенаһы, йәшелгә буялған панелдәре, аяҡ баҫҡан һайын шығырлап торған иҙәндәре. Университет общагаһы бының менән сағыштырғанда, “биш”кә үк тартмаһа ла, дүрт йондоҙло отелгә торошло ине.
– Беренсе ҡатында бүлмәләрҙә яңғыҙ әбейҙәр көн күрә, икенсе ҡаты инде килгән-киткәндәргә, – тине Ғиләж, мыйығын һыпырып.
Әғләм өндәшмәне, бай хужалыҡтың йортто ремонтлап, тәртипкә килтерергә генә мөмкинлеге барҙыр бит! Ярай баш инженер килгән-киткән дә ти. Колхоз ветерандары улай түгел бит... Хәйер, ветеран Ғиләж дә шулай уйлай ине, булһа кәрәк.
– Ҡарале, Әғләм ҡустым, – тине ул, тағы мыйығын һыпырып, – бындағы шарттарҙы күреп тораһың. Хәмдиә апайың менән кәңәшләштек тә һине йәшәргә үҙебеҙгә алырға булдыҡ.
– Квартирант итеп?..
– Нисек атаһаң, шулай ата. Өйөбөҙ, Аллаға шөкөр, ҙур, балалар үҫеп таралды. Айырым бүлмәң булыр, хатта айырым ишегең дә… Беҙ үҙебеҙ күберәк ихатаға сыға торған ишектән йөрөйбөҙ. Урамдан сыға торған парадный ишегебеҙ бикле тора. Ҡасан ҡайтаһың, ҡасан китәһең – уныһы һинең ҡарамаҡта.
– Һуң, Ғиләж ағай, һеҙ мине белмәйһегеҙ ҙә инде…
– Эй, ҡустым, Ғиләж абзаң күпте күргән кеше. Май сүлмәгенең тышынан билдәле, ти беҙҙең халыҡ. Һыйырбыҙ.
Ишек алдында ишле ҡош-ҡортто ашатып йөрөгән хужабикә ҡунаҡты яҡты йөҙ менән ҡаршы алды, өйгә саҡырҙы, өҫтәлгә мул һый ултыртты.
“Бер мәсьәлә хәл ителде, булһа кәрәк” тип уйланы егет, бүлмәһендә үҙе генә ҡалғас. Хужалыҡ гаражына, ремонтта торған техниканы барларға төштән һуң барырға килештеләр. Ә иртәгеһен баҫыуҙарға сығырға, уңыш йыйыуҙа эшләгәндәр менән осрашырға… “Икенсе мәсьәлә лә хәл ителде…” Ә өсөнсө мәсьәлә бармы һуң? Ҡышҡы мажараларҙан һуң осҡон сәсеп торған ҡара-көрән күҙле, ҡыйғас ҡашлы, һары сәсле сибәр ҡыҙҙы йыш ҡына күҙ алдына килтерә ине. Йөрөгән ҡыҙҙары булды ул, һөйгән йәре булманы. Әгәр булһа, нәҡ бына ошондай булырға тейеш ине. Әлиә кеүек. Уларҙың бында осрашыуы Тәңре ҡөҙрәте түгелме икән?.. Ҡыҙ яғымлы йылмайып, тағы уның күҙ алдына баҫты. Тимәк, ул кейенеп-яһанып, туған мәктәбендә инглиз теле уҡытасаҡ. Әғләм күне бер аҙ ҡырыла башлаған курткаһын кейеп, “УАЗ”-ында хужалыҡ эштәрен хәстәрләп еләсәк. Кисен ҡайтып кереп һөйөклөһөн ҡосағына аласаҡ…
Хыялдарының бик тәрәнгә төшөп барыуын аңлап, егет үҙен-үҙе туҡтатты. “Ҡайтып кереп”, имеш! Ҡайҙа ҡайтып кереп?.. Дәрзаманов ул мәсьәләгә сик ҡуйып та өлгөрҙө бит инде: йәнәһе, үҙен яҡшы күрһәтә алһа, йәш белгескә тәғәйен подъемный ала ла йорт төҙөй, янып торған һауынсыға өйләнә…
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.