Шоңҡар
+2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Февраль , 08:03

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (4)

– Ярар киттек, таныштырам мин һине үҙебеҙҙең ҡыҙҙар менән…

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (4)
Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (4)

Закир ӘҠБӘРОВ

Повесть

Сөңгөлдөң сиге юҡ

4

Инженеры менән ултырып тәфсирләп һөйләшергә Дәрзамановтың икенсе көндә лә ваҡыты табылманы. Иртәнге оперативкаһын ҡабалан-ҡабалан ғына үткәрҙе лә:
– Һеҙҙең менән сүбәк сәйнәп ултырырға ваҡытым юҡ, Басиров килә, ҡаршы алырға кәрәк. Эш урынығыҙҙа тәртип булһын! – тип белгестәрен таратты. Әғләмгә бер генә һорау бирҙе: – Бөгөн ни эшләргә йыйынаһың, инженер?
– Баҫыуҙа эшләгән техниканы барлап сығырға ине, Ғәббәс Зарифович.
– Баҫыу ҡасмаҫ, унда беҙ Талип Хатмуллович менән үҙебеҙ ҙә барып сығырға йыйынабыҙ. “К-700” ватыҡ ултыра. Ғиләж менән икегеҙ шуны тиҙерәк ходҡа ебәреү сараһын ҡарағыҙ. Һеҙгә ике көн срок. Туңға һөрөүгә һуңламайыҡ…
– Ҡара әле, Ғиләж ағай. Кисә директор ҡыҙына “атайыңды премьер-министр итеп алып китмәнеләр әле” тип шаярттың. Әллә берәй яҡтан төтөн сығамы?
– Төтөн сыҡҡанын беҙҙең кеүектәргә һиҙҙереп бармайҙар, ҡустым. Ана, ҡара әле. – Ғиләж машинаһын яйлата бирҙе, иркен ихата эсендә ҡуҡырайып ултырған ике ҡатлы мөһабәт йорт яғына ишара яһаны. – Директор йорто!
Егет тәҙрәгә күҙ һалды. Йорто, ысынлап та, хәтәр. Тик иғтибарын ҡапҡа төбөндәге ҡыҙыл “Форд” нығыраҡ йәлеп итте. “Өйҙә! Нимә эшләй икән?..”
– Күрҙеңме инде? Элекке колхоз рәйесенең тормошо быларҙыҡы менән сағыштырғанда сүп кенә. Колхоз милкенә колхозсылар һайлап ҡуйған идара хужа була торған ине, хәҙер үҙе баш, үҙе түш. Уның кеүектәр, байлыҡҡа бер сумып алғас, баш ҡала яғына тартыла. Йә депутат, йә министр портфеленә эйә булырға тырыша. Хәйер, район башлығы Басиров шундай. Берҙән-бер көн икәүләп тау башына “Аҡ йортҡа” менеп ҡунаҡламаҫтар тип кем әйтә алыр? Унда тәбиғәттең йәмле ҡосағында дачалары ла әҙер икән, тигән хәбәр ҙә йөрөй. Ә бында халыҡ тартып-һуҙып көн күрә…
Әғләм ирекһеҙҙән йылмайҙы.
– Бик хилаф һүҙҙәр һөйләйһең түгелме, Ғиләж ағай? Мин хужаға еткереп ҡуйһам, ҡурҡмайһыңмы?
Ир ҡаты итеп тамағын ҡырҙы.
– Ҡурҡыу йәшенән үткәнбеҙ инде, энем. Шпион булып уның ҡыҙы тарафтарына ирешермен тип уйлама. Улар ҡыҙҙарын башҡаларға бирәләр, улдарын башҡаларға өйләндерәләр…
Әғләмгә ҡыйын булып китте. Ул һүҙҙе икенсегә борҙо.
– Теге “К-700”-ҡа ни етмәй һуң, Ғиләж ағай?
– Еткереүен-еткерҙем инде, узелды урынына ҡуйышып ҡына бирергә кәрәк. Юғиһә, Мәжит меҫкен бер үҙе яфалана. Уттай ҡыҙыу эш ваҡытында ҡайҙан ярҙамсы табайым мин уға?

Көн кискә ауышҡанда ирҙәр тирләп-бешеп тракторҙы ҡыҙҙырып маташа ине инде. Өҫтәрендә бысраҡ кейемдәре, ҡул-биттәре майға батҡан, йырылған ауыҙҙарында аҡ тештәре генә ялтырай.
– Йәне бар бит бының, Мәжит ҡустым.
– Ни эшләп булмаһын инде, Ғиләж ағай, йән өрөүселәре булғанда. – Егет Әғләмдең арҡаһына шап итеп һуғып алды. Был мәшәҡәтле көн ике йәште дуҫлаштырып өлгөргәйне. – Беҙ бит әле шулай өсөбөҙ ҙә танкист булып сыҡтыҡ. Иртәгә таң менән, Аллаһы бойорһа, һабанды тағам да Салмай баҫыуына…
Тракторсының һүҙе өҙөлөп ҡалды. Яндарына хужаның “Мазда”һы килеп туҡтаны. Машинанан Дәрзаманов менән район хужаһы Басиров төштө. Был өсәүҙең ҡулдарын ҡыҫырлыҡ түгел ине. Хужа баш ҡаҡҡан хәрәкәт яһаны ла ҡоро ғына:
– Йә, нисек? – тине.
– Иртәгә трактор баҫыуға сыға, Ғәббәс Зарифович.
– Уныһы яҡшы, Ғиләж. – Дәрзаманов Әғләм яғына боролдо. – Бына ошо була инде беҙҙең яңы инженер, Талип Хатмуллович.
Йыуан кәүҙәле, тәпәшәк буйлы булһа ла, район башлығы һомғол буйлы егетте өҫтән-аҫҡа ҡарағандай күҙҙән үткәрҙе. Нимә әйтергә теләгәндер:
– Ничауа, беҙ ҙә түбәндән башланыҡ… – тип мыңғырҙағандай итте.

...Мәжит Ғиләждәрҙең күршеһендә генә йәшәй икән, бергә ҡайттылар.
– Был хужалар үҙҙәрен беҙҙәй рабочий класс менән генә эре тота тип уйлай инем, главный инженерҙарҙы ла бик һанламайҙар икән, – тип көлөп ҡулын бирҙе ул айырылышҡанда Әғләмгә.
Кисен Әғләм ҡапҡа төбөнә сығып ултырҙы. Ауыл тормошон күҙәтеп, киске ауаздарға ҡолаҡ һалып ултыра торғас, янына ҡайһы арала Мәжит килеп ҡунаҡлағанын аңғармай ҙа ҡалды.
– Нимә, инженер, бойоғоп ултыраһың? Киттек клубҡа, хет кино ҡарап ҡайтырбыҙ. Һуңынан дискотекаһы ла була…
– Беҙҙең дискотекаларҙа бейей торған саҡтар үтеп бара түгелме һуң инде, Мәжит? Хәҙер бит унда 15–16 йәшлектәр хакимлыҡ итә.
– Һөйләнең һүҙ, брат. Әле бит беҙҙең янып торған сағыбыҙ. – Егет күлдәк иҙеүен асыбыраҡ, тельняшкаһын күрһәтә биреберәк ҡуйҙы, беләктәрен болғағандай итте. – Һин өйләнмәгәнһең, мин дә холостой…
– Ә нишләп өйләнмәйһең һуң?
– Уның нимәһен һөйләп тораһың инде? Мин яратҡан – мине яратмай, мине яратҡандарҙы мин яратмайым. Юҡ, бер аҙ аҡса туплай бирәм дә, өҫтәп кредит алам да янып торған иномарка алып ебәрәм. “Выжт” итеп тегенең ҡапҡаһы янына барып туҡтаһам, үҙе йүгереп сығып ҡосағыма һыйыныр… Хәҙер бит ҡыҙҙар егеттән алда уның фатиры менән машинаһын яратырға күнеккән…
– Туҡта, кем ул инәлтеүсе, һайланыусы һөйгәнең? Директор ҡыҙы түгелдер бит?
– Юҡ, уға һинең менән минең буй етерлек түгел Уның инде күптән үҙ машинаһы ла бар, баш ҡалала йорто ла һалынған, ҡайҙалыр берәй байҙың тәкәббер улы ла һағалап торалыр әле. Ә бына һин нишләп өйләнмәй йөрөйһөң?
Әғләмдең был мәсьәләне уртаға һалырға ниәте юҡ ине.
– Ваҡыты етмәгәндер әле, – тип кенә ҡуйҙы.
Мәжит урынынан ҡуҙғалды.
– Ярар киттек, таныштырам мин һине үҙебеҙҙең ҡыҙҙар менән…
Мәҙәниәт һарайы фойеһында байтаҡ йәштәр йыйылғайны. Музыка ҡуйылған. Билдәле йырсы эйәләшкән бер әрһеҙ болоттоң теңкәгә тейеүенә зарлана. Шау-шыу, ығы-зығы… Килеп кереү менән Әғләм юғалып ҡалғандай булды. Мәжит уны етәкләп тигәндәй эскә алып инде, тай-тулаҡ төркөмөн йырып үтеп, ситтәрәк әңгәмәләшеп торған ике ҡыҙ янына алып килде. Шул саҡ Әғләм өсөн музыка, шау-шыу тынғандай булды, донъя балҡып китте. Ҡыҙҙарҙың береһе, зәңгәр күлдәклеһе, Әлиә ине.
– Мәжит әҙәп ҡалыптары тураһында уйлап торманы, тулыраҡ һынлы, аҡ кофта, ҡара юбка кейгәнен ҡосағына алғандай итте, Әлиәнең ҡулын ҡыҫты.
– Ҡыҙҙар, таныш булығыҙ, был беҙҙең колхоздың главный инженеры Әғләм була. Мәһәҙи улы Әғләм. Сельхоз тамамлаған. Әлегә өйләнмәгән, ләкин өйләнергә ниәте юҡ түгел…
Әғләмгә гел генә бына шундайыраҡ дуҫтар эләгә, булһа кәрәк. Тегендә Таһиры шундай була торғайны.
– Ә былар инде минең класташтар була, Әғләм дуҫ. Был – Саимә, хужалығыбыҙҙың бухгалтеры, ә быныһы Әлиә – директор ҡыҙы.
Әғләм уңайһыҙлана барыуын йәшерергә теләп:
– Тимәк, Саимә – бухгалтер, Әлиә директор ҡыҙы булып эшләй икән…
Әлиә шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
– Был Әғләм атлы егет менән мине то полиция таныштыра, то Ғиләж ағай, то беҙҙең класташ, һаман танышып бөтәлгән юҡ. Бер Әғләм булдымы һуң ул, биш Әғләмме?..
Был юлы күмәкләшеп көлөштөләр.
Кинонан бергә ҡайттылар. Башта Саимәне ҡапҡа төбөнә саҡлы оҙаттылар, һуңынан – Әлиәне. Мәжит хушлашҡанда Әғләмдең ҡабырғаһына төрткәндәй итеп:
– Барыбер алам мин уны, – тине.
– Кемде? Әлиәнеме ни?
– Саимәне. Әлиәне… тешең үтһә, үҙең ҡарарһың.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: