Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Февраль , 09:05

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (5)

Имеш, баш ҡалала йорто ла әҙер, бассейны, “крутой” машинаһы...

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (5)
Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (5)

Закир ӘҠБӘРОВ

Повесть

Сөңгөлдөң сиге юҡ

5

 

5

Әғләм башы менән эшкә сумды. Бойҙай һуға башлаған комбайндар янында булды. Агроном Хәкимов менән икәүләп ҡеүәтле машиналарҙың алтындай бөртөктәрҙе кәбәккә ҡыуыу-ҡыумауын тикшереп сыҡтылар. Комбайнсыларға механизмдарҙы көйләргә ярҙам иттеләр. Ырҙында эшләгән тейәү-елгәреү-киптереү ҡорамалдарының торошо менән ҡыҙыҡһындылар. Әле кукуруз сабырға төшмәгәйнеләр. Ике комбайндың береһе генә төҙөк булып сыҡты, Ремонтта ултырғанына запчасть эҙләп район үҙәгенә лә барып килергә тура килде. Ауыл хужалығы техникаһына запас частар һатыу кибетендә университетта дуҫлашып йөрөгән Тәлғәт исемле егетте осратыуы күңелле лә, файҙалы ла булды. Бергә дзюдо секцияһына йөрөгән инеләр. Ул мехфакты Әғләмдән ике йыл алда тамамланы.
– Работа – не бей лежачего, мой друг, – тине ул, киң йылмайып. – Снабжаемся из столицы, спрос на наш товар есть. Һеҙҙең брат беҙҙән өҙөлмәй. Мы же старые друзья. Һинең өсөн беҙҙең кибеттең ишеге һәр саҡ асыҡ, – тине ул кәрәкле тимер-томорҙо “УАЗ”-ға тейәшкәндә.
Ауыл хужалығында эшләгән инженерҙың ғүмер баҡый төп хәсрәте ниҙә булды? Запчасть табыуҙа! Теләһә ниндәй ысул менән булһа ла кәрәкле тимерҙе ҡулға төшөрөүҙә. Хәҙер заманалар икенсерәк. Әммә хәҙер ҙә бер трактор ҙа коленвалһыҙ эшләй алмай.
Механизаторҙар менән дә танышып бөттө инде. Ябай халыҡ бит кәүҙәле түрәләрҙе нығыраҡ ихтирам итергә күнеккән. Ул яҡтан Әғләм зарлана алмай, Буй – метр һикһән, яурындар киң, һыны төҙ, йөҙө асыҡ. Унан һуң ул бит армияла танкист булып хеҙмәт итте, механик-водитель һөнәрен үҙләштерҙе. Университет практикаһын комбайнер булып эшләп үткәрҙе. Ҡул аҫтындағылар менән уртаҡ тел табырға бөтөн мөмкинселектәре бар. Ә ҡыҙҙар менән? Уға ер йөҙөндә Әлиәнән башҡа бер ҡыҙ ҙа кәрәкмәй.
Көндәре эштә үтһә, төндәре ҡыҙҙы уйлап борһаланып сыға. Шулай уҡ ысынлап яратып өлгөрҙөмө икән ни? Йә моңһоу уйланып күҙ алдына килеп баҫа, йә зәңгәр күлдәктән бейеүҙә өйөрөлә, йә уға осҡондай күҙҙәрен төбәп, һораулы ҡарашын ташлай. Ә бит әле иркенләп осрашып аңлашҡандары ла юҡ. Төнөн клубтан оҙатҡаны бар, атаһына һуғылғанда, конторала бер-берһенә тап булғандары бар, йомош табып, мәктәпкә һуғылған ине, унда йәш уҡытыусылар төркөмөндә күрҙе. Телефон номеры бар, әле шылтыратырға ла сәбәп табылғаны юҡ.
Хужалыҡты йөрөп сыҡҡас, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл иткәс, Дәрзамановҡа кергән ине. Кәйефе яҡшы күренде, һәр хәлдә, Әғләмде йылы ҡаршыланы.
– Йә, инженер, ни эштәр бөтөрөп йөрөш?
– Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, Ғәббәс Зарифович, техника эшләй, урып-йыйыу барышында тотҡарлыҡтар булдырмаҫҡа тырышабыҙ.
– Силос сабырға төшөргә техника әҙерме инде?
– Ике агрегат та әҙер, Ғәббәс Зарифович. Иртәгәнән баҫыуға төшөргә мөмкин.
Хужа ауыҙ сите менән генә йылмайҙы.
– Ярар, хужалыҡ тормошона башың-аяғың менән кереп барыуың миңә оҡшай. Тик танауыңды ғына күтәреп ебәрмә. – Директор телефон трубкаһын алды.
– Ҡарале, әсәһе, – тип өндәште ул трубкаға, үҙе Әғләмгә күҙ ҡыҫҡандай итте. – Төшкө ашың әҙерме?
Унда хужабикәнең яғымлы тауышы яңғыраны.
– Минең ҡасан әҙер булмағаны бар, атаһы? Теге көндө улы Фердинанд менән Басировың килгәндә лә эй, маҡтанылар бит тултырған тауығымды...
– Ярай, тултырған тауығыңды ситкәрәк ҡуйып тор.
– Һуң, әле лә инде ҡаҙанда үрҙәгем бешеп ята…
– Ярты сәғәттән ҡайтып етербеҙ. Ҡәҙерле ҡунаҡ менән…
Әғләм ҡырыҫ хужанан бындай игелекте көтмәгәйне. Хәйер, ил тотоусылар элек тә ҡолдарына ҡарата ара-тирә мәрхәмәтлек күрһәтер булғандар бит. Ә бына район хужаһының Уҫаҡлыға эш визиты менән килгәндә лә улын эйәртеп килеүе егеттең сәменә тейә биреп ҡуйҙы.
– Йә, киттекме инде, ҡустым, – тине хужа, Әғләмгә тағы күҙ ҡыҫҡандай итеп. – Әле беҙҙең ныҡлап танышҡаныбыҙ ҙа юҡ. Үрҙәк ул свежий бәрәңге менән…
Әғләмдең өйрәк итен “свежий” бәрәңге менән ауыҙ иткәне бар. Ә бына Әлиә атлы хан туташ йәшәгән һарайҙы кереп күрә алғаны юҡ. Быныһы уның өсөн бигерәк тә әһәмиәтле ине.
Эйе, директор йорто тыштан нисек мөһабәт булһа, эстән дә шул саҡлы бай һәм күркәм ине. Затлы мебель бик аптыратманы уны. Әллә ни саҡлы сит илдәр сувенирҙары һоҡландырҙы. Залдың бер яҡ стенаһы күргәҙмә кәштәләре менән тулы. Дәрзаманов егеттең ҡыҙыҡһыныуын күреп,
– Йөрөйбөҙ бит. Йыл да бер илгә ялға йөрөйбөҙ. Быйыл Шәмсиә апайың менән Таиландҡа барып ҡайттыҡ. Анда ғәләмәт! Йәл, диплом эше арҡаһында Әлиә генә бара алманы. Барыр, әле уға…
Хужаның һүҙен, аш бүлмәһенән килеп сығып, хужабикә бүлдерҙе.
– Әсәһе, таныш бул, беҙҙең боевой инженерыбыҙ.
– Әғләм булам, – тине егет тыйнаҡ ҡына.
– Ә мин Шәмсиә апағыҙ. Шәмсиә Нурулловна. Быйыл ғына пенсияға сыҡҡан уҡытыусы. Алмашҡа ҡыҙыбыҙ ҡайтты бит…
Ул арала икенсе ҡаттағы бүлмәһенән “алмашҡа ҡайтҡан ҡыҙ” үҙе лә килеп төштө. Ап-аҡ спорт костюмы һынына килешеп кенә тора. Әғләм тағы ҡаушаны. Хатта йөҙө ҡыҙара бирҙе.
– Ҡыҙым, таныш бул… – тип башлағайны һүҙен хужа.
Әлиә уны бүлдереп:
– Атай, беҙ Әғләм менән танышбыҙ инде.
Хужаның йөҙөндә бер генә секундҡа ризаһыҙлыҡ билгеһе сағылып үтте.
– Ҡасан өлгөрҙөгөҙ? Кем таныштырҙы?
Ҡыҙ ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Полиция хеҙмәткәрҙәре!..
Ата-әсә быны шаяртыу тип ҡабул итте. Әммә, ирҙәр ашап сығып киткәс, әсәй кеше ҡыҙын киҫәтеп ҡуйыуҙы кәрәк тип һананы.
– Ҡыҙым, был инженерҙы үҙеңә бик яҡынайтма. Ауылда яңғыҙ әсәһе, үҙе фатирҙа йәшәй, төҫкә-башҡа ярайһы булһа ла, перспективаһы томанлы. Ә һинең нормальный кешегә сығаһың, нормальный донъя ҡораһың бар…
Ҡыҙ һүҙҙе шаяртыуға борорға теләп:
– Әсәй “нормальный” донъя нисек була ул? – тине.
– Бына беҙҙеке кеүек, атайыңдың дуҫы Басировтыҡы кеүек була.

***

Әсәһенең ҡайһы яҡҡа ҡайырғанын Әлиә аңлай ине. Басировтың биш йыл элек юридик факультетты тамамлап, һаман өйләнмәй йөрөгән улын эйәртеп килеүе юҡҡа түгеллеген дә төшөнә. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, оҡшамай уға район башлығының улы. Атаһы кеүек, буйға тәпәшәк һәм йыуан, түңәрәк йөҙө һипкелле, сәсе, ҡаштары ерән. Адвокат буләп эшләүенә ҡарамаҫтан, һөйләгән һүҙенең мәғәнәһе һай. Имеш, баш ҡалала йорто ла әҙер, бассейны, “крутой” машинаһы... Әле, имеш, адвокат булараҡ “раскручиваться” итә. Бер шымарып алһа, судта гел генә, кемдәр булыуына ҡарамай – бандиттармы, коррупция һаҙлығына баҫҡан түрәләрме – шулар мәнфәғәтен яҡлаясаҡ, аҡсаны ла ҡайырып аласаҡ…
Юҡ, быны Әғләм янына йәнәш ҡуйып булмай. Әгәр инде уның төҫ-башына Фердинандтың мөмкинлеген дә ҡушһаң… Нисек ҡушаһың инде?.. Ә Әлиәнең мәктәптә сыр-сыу балаларҙы аҡылға өйрәтеп, танауҙарын һөртөп йөрөйһө килмәй. Ул, кем әйтмешләй, “птица высокого полета”. Уның эше сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы алыу, оҙатып йөрөү, улар һөйләгәнде беҙҙең наҙандарға еткереү, беҙҙекеләрҙекен тегеләргә аңлатыу, төрлө осрашыуҙар, килешеүҙәрҙән һуң фуршеттар, банкеттар, танцалар, ҡолағына бышылдаған комплименттар менән бәйле булырға тейеш. Әгәр неотесанный Әғләмде ҡырыла, майлана биргән курткаһын һалдырып, тип-тигеҙ булып ҡалҡытҡан һаҡал-мыйығын саҡ ҡына үҫтерә биреп, сөм-ҡара сәсенә модалы прическа эшләтеп, өҫтөнә смокинг кейҙереп, муйынына ҡыҙыл “күбәләк” тағып ебәрһәң, һис тә француз, инглиз аристократтарынан кәм күренмәҫ ине…
Әлиә был күренеште күҙ алдына килтереп, йылмаяһы итте, ҡәнәфиҙә икенсе яғына боролоп ятты. Тик ҡайҙа ул ундай Әғләм, ундай тормош?!. Әлиә үҙе лә аңғармаҫтан телефонынан Әғләмдең номерын йыйыҙы.
– Алло, миңә иптәш Бәхтиев кәрәк ине. Дөрөҫ эләктемме?
Егет был шылтыратыуҙы бик теләй, әммә өмөт итмәгән ине. Шатлығы эсенә һыймағанға ҡаушап ҡалды.
– Әлиә, һинме был?
– Мин иҫәр булмай, кем булһын? Әле һин ҡайҙа?
– Бәҙәр баҫыуында, комбайндар янында.
– Комбайндарыңды ҡалдырып тор! Һинең ярҙамың миңә кәрәк.
– Әллә машинаң ватылдымы?
– Үҙем ватылып барам. Тиҙ генә өй ҡаршыбыҙға килеп ет! Әсәйем ҡайтып етмәҫ элек…
Ҡыҙ йүгереп сығып машинаға ултырҙы, егетенең ҡуйынына һырылды. Егет уны шашып-шашып үбергә тотондо.
– Яратам мин һине, Әлиә! Тәүге күреүҙән үк ғашиҡ булдым! Көнө-төнө һине уйлайым. Бер генә секундҡа ла күҙ алдымдан китмәйһең!..
Егет ирендәренән көс-хәл айырылған ҡыҙ йыш-йыш һуланы.
– Мин дә… Йә, киттекме инде?
– Ҡайҙа киттек?
– Ҡайҙан беләйем? Теләһә ҡайҙа… Ерҙең икенсе ситенә… Йыһанға… Галактикаға…
Ауылдан сығып, Кирәй тауына күтәрелделәр, Тарһыу үҙәненә төштөләр, ҡатнаш урман юлынан йылға ярына барып туҡтанылар. Ағастар инде япраҡтарын ҡоя башлаған, йылға ятыуында шул япраҡтар бөтөрөлә. Ергә ҡойолған япраҡтар матур бер келәм хасил итә. Ә аҡланды ҡамап торған ағастарҙа… Ҡайын япраҡтары һары, өйәңкеләр ниндәйҙер кирелек менән йәшеллеген һаман юйырға теләмәй, уҫаҡ япраҡтары көрән төҫкә кереп бара, ерек бөҙрә сәсен ҡып-ҡыҙылға буяған. Кискә ауыша башлаған ҡояштың һүрән нурҙары, шул япраҡтар аша үтеп кереп, аҡланды ғәжәп бер сатырға әйләндерә. Эйе, шағирҙар иң матур шиғырҙарын юҡҡа ғына көҙгө осорҙа, көҙгә арнап яҙмағандар шул.
Тәбиғәттә алтын көҙ, йәштәр күңелендә яҙғы ташҡын тулай.
Әлиә, машинанан төшөп, йылға ярына барып баҫҡайны, Әғләм, илаһи тынлыҡты ҡурҡытырға теләмәгәндәй, һаҡ ҡына уның артына килеп баҫты, ҡыҙҙы ҡосағына алырға теләне. Тик ҡыҙ егет ҡулдарын этәрҙе.
– Шулай ғына, һөйләшмәй, һөйөшмәй генә баҫып торайыҡ. Әғләм… Мин һиңә ниҙер аңлатырға түгел, үҙемде аңларға ла әҙер түгел.
Ҡайтырға сыҡҡас, егет күңел түрендәге хистәренән арынырға теләп:
– Беҙҙең Йыһанға барып ҡайтыуыбыҙ ошо булдымы? Космонавтарҙы йылдар буйы әҙерләйҙәр, ҡеүәтле техникаға ултыртып осоралар… Ә беҙ һинең менән иҫке “УАЗ”-икта…
Ҡыҙ егеткә боролдо. Йөҙөндә йылмайыу түгел, ниндәйҙер әрнеү сағыла ине.
– Кеше күңеле Йыһандан яҡыныраҡ, унан тарыраҡ тип уйлайһыңмы?
– Һис тә уйламайым, Әлиә. Һинең менән килешәм. Бер заман кешелек донъяһы әллә ҡайһы планеталарға ла барып етә алыр, әммә кеше үҙенең уйҙарының, кисерештәренең сигенә сыға алмаҫ, ахрыһы.
– Ә һин аҡыллы егет икәнһең.
– А как же, ҡыҙыл дипломды миңә юҡҡа ғына бирмәгәндәр бит, – тип шаяртырға уйланы егет.
– Белем менән аҡыл төшөнсәһен бутама. Аҙмы ни донъяла иҫәр доктор науктар? Ярай, ҡайтып етеп тә киләбеҙ. Хәҙер иң мөһиме, ауылға ингәндә атайым осрап ҡуймаһын да, ҡапҡа төбөндә әсәй ҡаршы алып тормаһын.
– Әлиә, мин шылтыратһам, уңайһыҙ ваҡытҡа тура килеүем бар. Үҙең шылтырат.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: