Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Февраль , 08:20

Яҙмыш фалы - йәшлектә Повесть (2) Факил МЫРҘВҠАЕВ

— Америкаға китәм. Юлиә апайым янына. — Унда бит тел белергә кәрәк. Инглизсә беләһеңме һуң?

Яҙмыш фалы - йәшлектә Повесть (2) Факил МЫРҘВҠАЕВ
Яҙмыш фалы - йәшлектә Повесть (2) Факил МЫРҘВҠАЕВ

3

Ҡасабала ҡалырға ризалашҡаны өсөн ныҡ үкенде Динис. Ҡалала үҙ иркендә йөрөп өйрәнгән үҫмер ауыл тормошона күнегә алмай йөҙәне. Ошоға ҡәҙәр йәйге каникулдарҙа үҙенә-үҙе хужа булды: ҡайҙа теләй — шунда сығып китте, күңеле ҡайҙа тарта — шунда йөрөнө, кем оҡшай — шуның менән аралашты, йәне ни көҫәй — шуны эшләне. Ә бында һәр аҙымы күҙәтеү аҫтында. Бар белгәндәре — эш тә эш, эш тә эш… Тиреҫлектә тибенгән тауыҡтар һымаҡ, көн оҙон баҡсала соҡоналар. Үҙҙәре генә этләнеүе етмәгән, ризамы, түгелме, һорап та тормай, уны ла ҡушалар. Башҡалар эшләгәндә өйҙә ятыуҙың килешмәгәнлеген дә аңлай, әр ишетмәҫ өсөн үҙен көсләп баҡсаға сығырға мәжбүр итә.

Бер тамаҡ өсөн күпме яфа! Дөрөҫ, аҙыҡ-түлекте, йәшелсә-емеште ҡалалағы шикелле баҙарҙан ташымайҙар, барыһы ла ҡул аҫтында: ҡыяр-помидорын, йәшел тәмләткестәрҙе түтәлдән өҙөп кенә алаһы. Һөт-ҡаймағы ла үҙҙәренеке. Вәсилә апай көн дә кис буралай һыйырҙы иркәләй-маҡтай һауа. Уны көтөүгә ҡыуыр алдынан иртән дә һауалар икән, быныһын Динистең күргәне юҡ, йоҡлап ҡала. Йоҡоһонан тороуына, яңы һөт тип, көсләп-көсләп эсерәләр. Был яғы һәйбәт, тик бына эшләтеүҙәре генә…

Кисәнән бирле картуф утайҙар. Ярҙамға Нурзиләне лә саҡырҙы-лар. Тегеһе, шуны ғына көткәндәй, йүгереп килеп етә һалды.

Көн томра. Бер болот әҫәре күренмәй. «Ямғыр яуып китһә, өйҙә ятыр инек», — тип уйланы ер эше елкәһенә тиҙ тейгән Динис. Ул картуф күмгән ҡыҙҙар яғына күҙ һалды.

— Көләмәс һөйләйемме? Өр-яңы, кисә егеттәрҙән ишеттем. — Кәтмәненә таянды. — Урамда йәш ир янына бер матур ғына ханым килә лә: «Ғәфү итегеҙ, һеҙ минең бер баламдың атаһына оҡшағанһығыҙ», ти. Аптырашта ҡалған ир: «Минме?» — тип һорай. — Динис тауышын әкренәйтә төштө. — Ханым ни тип яуап биргәнен беләһегеҙме?.. «Тынысланығыҙ, мин һеҙҙең улығыҙҙың уҡытыусыһы булам».

Һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән, ул, башын артҡа ташлап, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Уға Нурзилә ҡушылды. Дилбәр иһә ирен сите менән генә йылмайып ҡуйҙы. Теге икәүҙең һаман да шарҡылдығы сыҡты. Әхирәте ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡарап алғас ҡына тыйылды Нурзилә.

— Ҡыҙыҡ таһа, — тип аҡланды ул.

— Тоҙһоҙ көләмәс. — Дилбәрҙең тауышы ҡырыҫ ине.

— Тоҙлоһон үҙең һөйлә.

— Көләмәстәр бер ҡолағымдан инә, икенсеһенән сығып китә. Хәтеремдә ҡалмай.

— Беҙҙең Дилбәр уңған шул ул, көләмәс тыңларға ла ваҡыт тапмай, — тип элеп алды Динис. Үҙе, ҡыҙҙарға һиҙҙермәҫкә тырышып, ситкә ҡарап пырхылданы. — Эшһеҙ торһа, эсе боша башлай.

— Ауыҙыңды самалап ас!

Ҡаршыһына ҡашын йәмрәйтеп Дилбәр килеп баҫҡас, Динис ҡаушаны, ситкәрәк тайшанды: «Һырт буйына кәтмән менән ҡундыра күрмәһен!»

— Бирермен мин һиңә уңғанды…

— Уңған булғас, уңған инде. — Динис телләшеүен белде. — Һиңә өйләнгән кеше бал да майҙа йөҙәсәк.

— Ауыҙыңды ябаһыңмы, юҡмы?! Туған тип ҡарап тормам.

Дилбәр кәтмәне менән һелтәнде. Уның күҙҙәре уҫал ялтырай ине. Шөр ебәргән Динис ситкәрәк китеп баҫты, күҙҙәрен ҡыҙҙан алманы. Ул-был була ҡалһа, ҡасырға әҙер торҙо.

— Әллә ысынлап тотондолар инде… — Нурзилә, йөҙөнә ризаһыҙлыҡ билдәһе сығарып, алмаш-тилмәш Динис менән Дилбәргә күҙ ташланы. Тегеләр бер-береһенә тишерҙәй итеп ҡарап тора ине. — Туҡтағыҙ, әҙәм көлдөрмәгеҙ! Берәйһе күреп ҡалһа, әллә нимә уйлар. — Ул, ниҙер иҫенә төшөрөп, парник яғына тороп сапты. Урап килгәндә ҡулында пакет ине. — Әйҙәгеҙ, һыуһынды ҡандырайыҡ, юҡһа, тамаҡ кипте.

Минераль һыу менән тамаҡтарын ебеткәс, өсөһө лә тынысланғандай булды. Бер килке өнһөҙ-тынһыҙ ғына эшләгәс, Нурзиләнең теле сиселде.

— Динис, ауыл оҡшаймы һиңә? — тип һораны теләр-теләмәҫ кенә картуф күмеүсе егеттән. Дилбәр менән һүҙләшкәндән һуң кәйефе юҡ ине Динистең, ҡырлы-мырлы һөйләште, һорауға һорау менән яуап бирҙе:

— Һинең үҙеңә оҡшаймы һуң?

— Нисек тип әйтергә?.. — Ауыҙға һыу уртлап йөрөүҙе йәне һөймәгән Нурзилә йәнләнеп китте, эшен онотоп, тәмләп һөйләргә кереште. — Үҙең тыуып үҫкән ауыл оҡшамай тиме ни?! Оҡшай, әлбиттә! Анау торған Өфөгә, — ул башын тимер юл вокзалы ғына борҙо, — ярты көнгә генә барһам да, биҙеп ҡайтам. Урамдағы халыҡтың күплеге! Ә һүҙ ҡушырға кеше юҡ, береһе-бер таныш түгел. Етмәһә, үҙҙәре әллә ҡайҙа ашыға. Ауылға етә буламы һуң! Һауаһы һулап туйғыһыҙ. Шул ҡаланың ни йәмен табаларҙыр?!

— Миңә ҡала нығыраҡ оҡшай, — тине Динис. — Цивилизация! Супермаркеттар… Кинотеатрҙар… Парктар… Ресторандар… Төнгө барҙар… Дискотека…

— Ҡалала тыуып үҫкәнгә генә шулай ул. — Нурзилә үҙ һүҙен бирмәне. — Бейейем тиһәң, дискотека беҙҙә лә булып тора. Һин ауыҙ һыуыңды ҡоротоп маҡтаған ҡалалағынан һис тә кәм үтмәйҙер әле, моғайын.

— Ҡаланы маҡта ла ауылда тор, — тип күтәреп алды уны Дилбәр. — Бөтөн аламалыҡ шунда.

— Ҡайҙан беләһең? Әллә ҡалала йәшәп ҡараныңмы?

— Уны белер өсөн мотлаҡ ҡалала йәшәргә тимәгән. Телевизорҙан күрһәтелгән сериалдарҙың барыһында ла тиерлек юл баҫалар, кеше үлтерәләр. Бандиттар, наркомандар ояһы ул ҡала.

«Туҡта! Наркомандар тиме?!..» Динистең ҡолаҡтары ҡарпайҙы.

— Наркомандар һеҙҙә лә бармы ни? — тип һораны илтифатһыҙ ғына, ҡыҙыҡһыныуын һиҙҙермәҫкә тырышып.

— Ишетелгәне юҡ, булһа, һөйләрҙәр ине, — тип яуапланы бер төптән ҡыҙҙар.

— Барҙыр, һеҙ генә белмәйһегеҙҙер.

— Ниңә улар менән ҡыҙыҡһынаһың әле? Әллә үҙең дә… — Дилбәр «наркоманмы…»  һүҙен әйтеп бөтөрмәне. — Булыр ул һинән, — тип шик белдерҙе.

—Былай ғына.

Йөҙөнә бәреп әйтелгән һүҙҙән ҡаушап ҡалды Динис. «Вәт иҫәр! Нимәгә ҡуйыртырға ине инде? — тип уйланы, бил яҙмай картуф күмеүсе ҡыҙҙарға ҡарап. — Ишет тә күңелеңә һал да ҡуй. Ә ул төпсөнөпмө-төпсөндө. Күңелдәрендә шик яралды бит инде быларҙың…»

Ҡыҙҙар башҡаса был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы. Тегеһен-быныһын һөйләшә торғас, әңгәмә йәнә ауыл менән ҡалаға барып терәлде.

— Ауыл ерендә барыбер тынысыраҡ. Ә һин оҡшамай тигән була-һың, — тип фекерен дауам итте Дилбәр. — Атайың менән әсәйең ҡасабаға ҡайтырға йыйына түгелме?

— Ҡайтмаясаҡтар! Һөйләнәләр генә… Инде нисәмә йыл, — тип ҡаршы төштө Динис. Әйтерһең, уларҙы бөгөндән ҡайтырға мәжбүр итәләр. — Бында ни эшләһен улар?.. Ерҙә соҡонһондармы? — Ул тиреҫлектә тибенеүсе тауыҡтарға ымланы.

«Хәсрәт тоҡсайы! Ҡара һин уны, үҙен әллә кемгә ҡуя. Уныңса, ҡаланыҡылар — аҡһөйәк тә, беҙ, ауылдыҡылар — ҡара халыҡ. Бик аҙынһа, тәүбәһен әйттерермен әле». Һарыуы ныҡ ҡайнаһа ла, Дилбәр был юлы асыуын тышҡа сығарманы, һин дә мин һөйләште.

— Ҡалала ҡалып ни эшләмәксе булаһың?

— Америкаға китәм. Юлиә апайым янына.

— Унда бит тел белергә кәрәк. Инглизсә беләһеңме һуң?

— I love you.1

— Улай ғына беҙ ҙә беләбеҙ. Silly ass!2

Был һүҙҙең тәржемәһен белмәгәнлектән, Динис Дилбәрҙең ни әйткәнен төшөнмәне. Шулай ҙа яуапһыҙ ҡалманы:

— Thank you!3

Ана шулай әле шаяра-көлә, әле әрепләшеп эшләй торғас, төш етте. Эштәрен бөгөн ослай алырҙармы-юҡмы, картуф баҡсаһының яртыһы күмелмәгәйне әле.

Тамағын туйҙырғас та өйҙән сығып киткән Динисте ҡыҙҙар төштән һуң таба алманы.

— Ҡаланыҡылар ялҡау була, тиҙәр ине, дөрөҫ икән. Ярты көнгә лә түҙмәне, — тине Дилбәр.

— Арыуы еткәндер, беҙҙең һымаҡ эш күреп үҫкән тиһеңме ни уны? Тора-бара өйрәнер әле. — Нурзиләнең Динискә һүҙ тейҙергеһе килмәне.

Оҙон буйлы, ҡара сәсен ҡыҫҡа ғына итеп киҫтерткән егетте тәүге күреүҙән үк оҡшатты Нурзилә. Һүҙгә кеҫәгә инә торғандарҙан түгел, көләмәс-маҙар һөйләргә тотонһа, теле-телгә йоҡмай, барыһын да ауыҙына ҡарата, көлә-көлә эсең ҡатып бөтә. Берәй ҡыҙ эләктереп ала

-------------

1Мин һине яратам.

2Аңғыра ишәк!

3Рәхмәт!

һалғансы тип, гел янында уралды. Тик Динис, әллә ҡыҙҙың ниәтен аңламаны, әллә аңлап та иғтибар итергә теләмәне, битараф ҡалды. Егеттең иғтибар итмәүе ҡыҙҙың сәменә тейҙе. Ҡыҙыҡ ҡоролған донъя: һиңә оҡшамағандар артыңдан ҡалмай, ҡайҙа барһаң да күләгә кеүек эйәреп йөрөй, ҡыуып та ебәрермен тимә, оҡшамағандары һанға һуҡмай маташа. Нисек тә һындырырға кәрәк, алдыңа килеп теҙләнмәгән хәлдә лә күҙеңә мөлдөрәп ҡарап торорлоҡ булһын. Үҙ ҡурайыңа бейетеү — егеттәр менән йөрөүҙең бөтә ҡыҙығы шунда, тип уй йөрөттө Нурзилә.

 

4

 

— Рәхмәт, ҡыҙҙар, бик тәмле булды!

Динис устары менән битен һыпырҙы, йәнәһе, аллаһы әкбәр итә.

— Ҙур үҫ, матур кәләш ал! — тип көлөштө тегеләр.

— Һеҙҙең кеүек сибәрҙәре, уңғандары тура килһә, ниңә алмаҫҡа ти, алам, туйымдың түрендә ултырырһығыҙ.

— Әйткән һүҙең Алланың «амин» тигән сағына тура килһен!

Һүҙ оҙайтып торманы Динис, өйҙән сыҡты. Тамағын туйҙырғас, уның телевизор ҡарарға йә компьютерҙа уйнарға теләге ҙур ине, кире уйланы, ҡыҙҙар менән асыуланышҡыһы килмәне. Дилбәрҙең ни әйтерен дә белеп тора хатта: «Һин өйҙә бот күтәреп ят, беҙ баҡсала бөксәнләйекме? Улай булмай ул, туғанҡайым, баҡсаға рәхим ит, унда кәтмәнең көтә».

Динистең яңынан ҡулына кәтмән тотҡоһо килмәне, картуфты үҙҙәре күмеп бөтөр әле. Ул йөрөп әйләнергә булды. Юғиһә, һаман ҡасаба менән йүнләп таныша алмай, эштән бушатмайҙар. Бәлки, эҙләгән нәмәһен таба алыр, тапмаһа — һорашыр.

Дилбәрҙәрҙең өйө ҡасабаның бер ситендә. Үҙәккә тиклем хәтһеҙ атларға кәрәк. «Ниңә автобус ебәрмәйҙәр икән? — тип уйланды үҙенсә Динис. — Халыҡ йәйәү йөрөүҙән ҡотолор, кемдер аҡса һуғыр ине. Баштары эшләмәй быларҙың. Дилбәрҙең атаһы Мөбәрәк ағайға әйтергә кәрәк, автобуслыҡ ҡына рәттәре барҙыр әле, аҡсаны көрәп алалар».

Ҙурлап район үҙәге тип йөрөтһәләр ҙә, ҡасабала бер ҡатлы ағас йорттар күберәк. Һәр береһенең ихатаһында — баҡса, гараж, аҙбар, мунса, ишек алдында ҡош-ҡорт сырҡылдаша. Ҡайһы бер өйҙәрҙең ҡапҡаһынан лаңҡылдап эттәр өрөп сыҡты. Үҙәккә етәрәк күп ҡатлы йорттар ҙа күренде. Ҡалалағы һымаҡ, аҙым һайын киоскылар, ларектар осраны. Бында ла шул уҡ тауар: һәр төрлө һуттар, быяла һәм ҡалай һауыттарға тултырылған һыраларҙың ниндәйе генә юҡ! Сигареттарҙың да төрлөһө бар, теләгәнеңде алып тарт.

Динис бер ҡайҙа ла туҡталманы, тура вокзалға атланы. Перрон буш ине, бина алдында ике ҡарсыҡ ҡына ултыра. Ҡыҙҙырылған арахис, көнбағыш һаталар. Сигареттары ла бар, ҡаптарын асып, берәмләп һатырға әҙерләп ҡуйғандар. Ҡабы менән алырға аҡсаң етмәһә, рәхим ит. Эргәләренән үткәндә ҡарсыҡтар Динискә ҡарап-ҡарап алды. «Буш үтмә, көнбағыш кәрәкмәһә, бер бөртөк сигарет булһа ла ал», — тип әйтеп тора ине уларҙың ҡарашы.

Стенаға эленгән расписаниеға ышанһаң, оҙаҡламай станциянан пассажирҙар поезы үтергә тейеш. Көтөргә кәрәк. Проводниктарҙа барҙыр, бәлки. Таба алһа, ниһәйәт, ләззәт диңгеҙендә йөҙәсәк! Ҡолас ташлап! Рәхәтлек тойғоһон нисегерәк кисерәсәген күҙ алдына килтереүҙән генә лә уның күңеле елкенде, йөрәге леп-леп типте. Тел менән әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ләззәтте Динис бер генә мәртәбә кисергәйне, уның бындай рәхәтлек тойғоһон тағы-тағы татығыһы килде.

Татлы хыялдарға сумған егет, репродуктор тауышына һиҫкәнеп, башын күтәрҙе. Бәй-бәй, дүрт күҙ менән көткән поезы яҡынлашып килә түгелме?

Рельстар аша һикерә-атлай өсөнсө юлға туҡтаған составҡа ташланды. Поездан төшөүселәр, поезға ултырыусылар күп түгел ине, шуғалырмы ике вагондың ғына ишеге асылды.

— Абдрахман1 һатығыҙ әле!

Еҙ төймәле китель кейгән, береттарын баштарына ҡырын һалған проводник ҡыҙҙар Динистең ни һорағанын аңламаны.

— Нимә, нимә? — тип төпсөндөләр икеһе бер юлы.

Ни таптырғанын төшөнгәс, бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа ишекте яба һалдылар. Динис өмөтөн өҙмәне: «Бәлки, теге вагонда булыр?» Бында ла юлы уңманы. Урта йәштәрҙәге ир-ат проводник тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән ажғырҙы:

— Бирермен мин һиңә абдрахманды! Эҙең булмаһын! — Проводник ҡулындағы кескәй таяғы менән һелтәнде. — Хәҙер милиция саҡыртам. Ауыҙынан әсә һөтө китмәгән, энәгә ултырырға ла өлгөргән. Маңҡа!

Кәйефе тамам ҡырылды. Алыҫлашҡандан-алыҫлашҡан поезға аңшайып ҡарап торҙо-торҙо ла кире боролдо. Ҡарсыҡтар янынан үткәндә, туҡтап, ике бөртөк сигарет һатып алды. Ҡабы менән алғанда ла эсте тишмәҫ ине, үҙен тыйҙы, аҡсаһы былай ҙа әҙ, юҡ-барға тотонорға ярамай.

Өйгә ҡайтҡыһы килмәне, һалҡы ғына баҫып урам буйлап атланы. Дилбәр менән әрепләшергә өлгөрөр әле. Бөтмәҫ уларҙың эше, үҙҙәре эшләһендәр! Уның хәленә береһенең дә ингеһе килмәй, бар белгәндәре — эш талап итеү. Таптылар батракты! Динис ҡомһоҙланып төтөн һурҙы. Аллы-артлы ике сигарет тартһа ла, асыуы баҫылманы. «Эҙләгәнен барыбер табасаҡ. Бөгөн булмаһа, иртәгә. Ҡасабала таба алмаһа, башҡа ерҙән эҙләр. Эҙләгәне магазин витриналарына теҙеп ҡуйылған араҡы, һыра, сигарет ише генә түгел, «нар-ко-тик» тип атала, уны теләһә кемгә бирмәйҙәр, йәшереп кенә

---------

1Наркомандар телендә «героин» тигәнде аңлата.

һаталар. Нисек ҡулға төшөрөргә?! Нисек?..»

Ҡайҙа барып бәрелергә белмәй яфаланған Динис, баҙарға еткәс, шунда инәһе итте. Ҡайҙа йөрөһә лә, уға барыбер, тик ваҡыт үтһен. Баҙарҙа тауар алыусыларға ҡарағанда һатыусылар күберәк ине. Улар бер генә кешене лә күҙ уңынан ысҡындырмай, көсләп-көсләп тауарын тәҡдим итә. Динискә лә өндәштеләр.

— Йөҙөм алып ебәр! Телеңде йоторлоҡ, ауыҙҙа үҙенән-үҙе ирей! Арзанға ғына бирәм, — тип бәйләнде бер тажик.

— Наркотик табып бирһәң, алам. — Динис уның ҡолағына шыбырланы.

— Ундай әйбер менән һатыу итмәйбеҙ. Кит, кит бынан, яҡын йөрөмә! — тип ҡыуып ебәрҙе теге, ҡото алынып. — Өҫтөңә гонаһ алма, Алланан ҡурҡ, тамуҡта янырһың.

Ике-өс йөҙөм алып ҡапты ла ары атланы. Уйын автоматтары янында туҡтарға уйында ла юҡ ине, аяҡтарын тыңлата алманы. Күп тапҡырҙар һынағаны бар, бер барып тотондомо, үҙен тыя алмай. Ана отам, бына отам тип, сәмләнеп уйнай торғас, ҡомһоҙ автомат әсәһенән ялынып-ялбарып алған аҡсаһын йота ла бөтә. Исем өсөн аҙ-маҙ аҡса отһа ла күңеле булыр ине, юҡ бит, бәхет тигәнең уны гел ситләтеп үтә. Хәйер, Динистең ошоға ҡәҙәр автоматта уйнап байыған кешене ишеткәне лә, күргәне лә юҡ. Нисек отаһың, ысын булһа, автоматтарҙы шундай итеп көйләп ҡуялар ти, уйнаусыларҙың 500 — 600-ҙән береһе генә ота икән. Шуны кешеләр, әллә аңламай, әллә аңлап та һаман «һыңар ҡуллы бандит»ҡа1 аҡса һоғондоралар.

Динис бағана автоматҡа бишәр һумлыҡ тимер аҡса тултырыусы ике ҡатынды күҙәтте. Үҙҙәре зарланыша.

— Үлтерәһеңме ни, үҙемде тыя алмайым. Ҡулыма саҡ ҡына аҡса эләктеме, ошонда йүгерәм дә киләм. Балаларҙан оят, минәкүрмәксе, улар ҙа уйнай. Бер көн улымды аҙыҡ-түлек алырға ебәргәйнем, өйгә

---------

1Уйын автоматтарын икенсе төрлө шулай тип атайҙар.

өйгә буш ҡул менән ҡайтып инде. Аҡсаһын отторған.

— Башҡа бәлә итеп ҡайҙан ҡуйҙылар ошо бағаналарын?! Уйын автоматы менән мауығыуҙы эскелек, наркомания, токсикомания менән тиң һанауҙары юҡҡа түгелдер, күрәһең.

— Беҙ — беҙ инде, аҡсаны үҙебеҙ табабыҙ. Пенсионерҙарға ни етмәгән! Беҙҙең күрше Мөслим ағайҙы беләһең бит, шул айлыҡ пенсияһын отторған. Әбейе күҙен дә астырмай. Пенсия алғансы,  икмәк-һөтлөк аҡса һорап ингәндәр беҙгә.

— Беҙҙең бер ҡатлылыҡтан файҙаланып, кемдәрҙер кеҫә ҡалынайта. Ошо уйын автоматтарын ҡуйҙырыусыларға бер ниндәй ҙә закон юҡмы икән ни?!

«Һыңар ҡуллы бандит»ҡа аҡсаларын «ашатып» бөткәндән һуң, ҡатындар һуҡрана-һуҡрана китеп барҙы. Автомат янында бер кем дә ҡалманы. Иркенләп уйнарға була. Динис кеҫәһенә тығылды: «Әллә бер иллелектең башына етергә инде? — Ул ҡағыҙ аҡсаларҙы тимер бишлектәргә алмаштырып биреүсе ҡатын яғына боролдо. — Һыуға һалыр өсөн һаҡлап тоттоңмо ни аҡсаңды ошо көнгә ҡәҙәр? Үкенерһең, һуң булыр. — Үҙен еңә алғанға ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙе. — Сығып барған аҡсаһы юҡ әле».

Ҡыҙҙар Динисте юғалтҡайны. Ҡайҙа йөрөгәнен әйттерергә ныҡыштылар. Егеттең яуабы ҡыҫҡа булды:

— Урамда йөрөнөм.

Төпсөшһәләр ҙә, һөйләмәне. Кешегә һөйләр һүҙме? Үҙ уйҙарынан үҙе ҡурҡып ҡуя ҡайһы саҡта. Нимә юллап йөрөгәнен һиҙеп ҡалһалар, бөттө баш! Өйҙән дә сығармаҫтар. Белмәгәндәре яҡшы.

Дилбәр менән Нурзилә уның ҡайтҡанын көтөп тормаған, картуфты күмеп бөтөргәндәр. Динис Дилбәрҙе үҙен ата-әсәһенә ошаҡлағандыр тип ҡурҡҡайны, ләкин көнө буйы Өфөлә йөрөп ҡайтҡан Мөбәрәк ағай менән Вәсилә апай киске табында уны-быны һиҙҙермәне, киреһенсә, эште тиҙ тотҡан өсөн маҡтаны.

— Динис тә ярҙамлашҡас, әллә ни ауырға төшмәгәндер, — тинеләр.

Улар ҡунаҡҡа саҡырыулы ине, ҡош-ҡортто, мал-тыуарҙы барлап ҡураға яптылар ҙа табынға ашыҡтылар. Дилбәр менән Динис дискотекаға барырға йыйынды. Һаман өйҙән сығып китә алмайҙар, ниңәлер Нурзилә оҙаҡланы. Өсәүләп барырға һүҙ ҡуйышҡайнылар.

— Бер генә рюмка араҡы бир әле, Дилбәр. — Диванға һуҙылып ятып телевизор ҡараусы Динис тороп ултырҙы.

— Нимә?!.. — Көҙгө алдында керпектәренә һөрмә тартыусы ҡыҙ, шөғөлөнән бүленеп, өтөп ҡарап алды. — Араҡы ла эсәһеңме ни әле һин шулай? Ҡасан өйрәндең? Тәмәке тартҡаның да еткән.

— Кем тарта? Ҡасан күрҙең?

— Мунса артында йәшенеп тартҡаныңды әллә белмәй тиһеңме? Тәмәке төпсөгө менән донъя тулған.

— Һинең янға килеп йөрөгән Раяндыҡылар, йә Әкрәм ағайҙыҡылыр.

— Минең кем менән йөрөүемдә эшең булмаһын! Раян да, ағайым да тартмай. Ҡара һин уны, тартыуы ғына етмәгән, араҡы ла таптыра.

— Ниңә, ярамаймы ни? — Динис бирешергә теләмәне. — Беҙ малайҙар менән дискотекаға барыр алдынан гел эсәбеҙ ул. Ҡыйыулыҡ өсөн. Бер генә рюмка бир инде. — Дилбәр өндәшмәгәс, өҫтәп ҡуйҙы. — Йәлме ни?

— Ҡайҙан алайым мин уны? Эскең килгәс, үҙең һатып ал.

— Сервантта ултыра ла баһа.

— Туғанҡайым, этлек менән лыҡа тулған башыңда берәй буш урын тапһаң, тығып ҡуй. — Дилбәр бармағын егеттең баш осонда уйнатты. — Әгәр ҙә мәгәр шешәгә ҡағылһаң, атайым менән әсәйемә еткерәсәкмен. Бөгөн сығып юғалғаныңды әйтмәгән өсөн рәхмәт уҡы.

Дилбәрҙе тыңлата алмаясағын аңлаған Динис артабан һүҙ көрәш-термәне. Теҙләнеп һораһаң да бирмәйәсәк. Эсмәгән араҡыһы түгел әле, ана тегеһен, араҡыға ҡарағанда ла нығыраҡ ләззәт бирә торғанын, нисек табырға?

Дискотекала ла тынғылыҡ бирмәне был уй. Ситләтеп егеттәрҙән дә һораштырып ҡараны, яурындарын һекерттеләр ҙә ҡуйҙылар. Наркомандар тураһында көләмәс һөйләүе лә ярҙам итмәне. Эстәре ҡатып көлөштөләр, шуның менән вәссәләм! Уныңса, егеттәр наркомандар беҙҙә лә бар тип әйтергә, хатта уларға бармаҡ төртөп күрһәтергә тейеш ине. Тел төбөн аңламанылар, аңралар!

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас: