5
Байтаҡтан бирле бөтөрөлә Нурзилә көҙгө алдында. Ҡулына төҙәнгес-биҙәнгестәренең әле береһен, әле икенсеһен алды. Һыҙылып киткән нескә ҡаштарын һыҙҙы, былай ҙа ҡуйы ҡара керпектәрен буяны, күҙҙәренең төптәрен зәңгәрләтте, иренен ҡыҙартты. Байрамдарҙа ғына һөрткән француз хушбуйын да мул ғына тотондо. Тырнаҡтарын үҫтереп, буяп йөрөтөргә әллә ҡасандан бирле хыяллана. Хыялы хыял ғына булып ҡала бирә. Бының өсөн бер ни эшләмәй өйҙә генә ятырға кәрәк, ә ул баҡсанан сыҡмай. Үҫтергән ҡала ҡыҙҙары үҫтерһен, уға былай ҙа бара.
Көҙгөгә йәнә күҙ һалып алды: мауығып китеп, әллә шаштырыбыраҡ ебәргән инде, көҙгөнән үҙенә ҡараған ҡыҙ артыҡ ныҡ буянғайны. Дискотекала танымай аҙапланырҙармы икән? Нурзилә үҙ алдына йылмайҙы. Аҙапланмағайҙары! Динискә оҡшаһа, еткән. Уға ярайым тип тырыша баянан бирле. Сәсте киҫтергәндә лә килешеп ҡалыр ине. Уға ҡыҫҡа сәсле ҡыҙҙар оҡшаймы икән, әллә оҙон сәслеләрме? Нисек йөрәгенә асҡыс табырға? Ҡарамай ҙа ҡуя. Уның өсөн йән атып йөрөүен белмәй түгел, белә, юрамал күрмәмешкә һалыша. Үҙенсә Нурзиләнең түҙемлеген һынай. Һына-һына! Ҡармаҡҡа килеп ҡапҡаныңды һиҙмәй ҡалырһың әле. Бөгөн булмаһа, иртәгә барыбер ҡаратасаҡ.
Нурзилә тәненә һылашып торған джинсы салбар, кофта кейҙе. Кофтаһы ҡыҫҡа ине, кендеген дә ҡапламаны. Төндә өшөтөрмө икән? Куртка алырғамы, юҡмы? Алмаҫҡа булды. Динис оҙатһа, өшөй башлаһа, яурынына пинжәген һалыр әле. Башҡа егеттәр шулайта бит, уны ғына аңлар.
Мөхәббәт… Уның тураһында Нурзилә китаптарҙан уҡып, киноларҙан күреп кенә белә. Ҡыҙҙың һөйгәне менән етәкләшеп ай яҡтыһында төнгө урамдар буйлап йөрөгөһө, ҡапҡа төбөндә таң аттырғыһы, күңел түрендә ятҡан серҙәрен асып һалғыһы килә.
Динис менән арыу ғына йөрөп китһәләр, серен әсәһе менән дә уртаҡлашыр. Ул ҡыҙының ҡайтҡанын керпек ҡаҡмай көтөп алыр. Таң атыр алдынан ғына өйгә инеп ятҡаны өсөн орошор. Орошһон! Төндә йөрөгән ҡыҙҙарҙы әсәйҙәр орошорға тейеш инде ул. Шуның өсөн әсәй бит улар. «Ни эшләйем икән, әсәкәйем, ғашиҡ булдым бит!» Нурзилә башын әсәһенең күкрәгенә һалып, күҙ йәштәрен түгер. Әсәһе сәсенән һыйпап йыуатыр: «Мөхәббәт шулай илата ла, йырлата ла… Шуның өсөн мөхәббәт тиҙәр уны!» Киноларҙа шулай итәләр ҙә баһа!
«Кит, һантый, әллә нимәләр уйлайым. — Әхирәттәренә ашығыусы Нурзилә үҙен-үҙе тиргәне. — Күр ҙә тор, керпек сәнсеп тә ҡарамаҫ. Ә һин ул тип янып-көйәһең».
Шулай булды ла. Раян менән Дилбәр бейергә төшкәс, Динистең үҙен бейергә саҡырғанын көттө. Ул янына килмәгәс, һөмһөрө ҡойолдо. Ап-аҡ тештәрен балҡытып ҡаршыһына килеп баҫҡан таныш булмаған егетте ҡыуып ебәрҙе, Динистең саҡырыуына өмөтләнде. Ә ул бер ситтә күҙ һатып тороусы егеттәргә барып ҡушылды ла Нурзиләне бөтөнләй онотто. Уның яғына әйләнеп тә ҡараманы. Тәмәке көйрәтә-көйрәтә егеттәргә нимәлер һөйләне. Көләмәстер инде. Тел менән тирмән тартырға тиһәң, уны ҡуш. Икенсе ҡарағанда, шешәнән һыра һемерә ине. Ҡыҙҙың әллә кем булып ирәйеп баҫып торған егетте бәргесләп ташлағыһы килде. Ҡайтып китергә лә уйлағайны, яңғыҙы йөрөгөһө килмәне. Башында икенсе уй ҙа мөлдөрәне: дискотеканан һуң оҙатып ҡуйыр, бәлки?
Әҙәм аңламаҫлыҡ, ҡолаҡ тондорғос музыкаға борғаланып-һырғаланып оҙаҡ һикерҙе йәштәр. Динистең бейергә саҡырыуынан төңөлгән Нурзилә лә уларҙан ҡалышманы. Килгәс-килгәс, Динис бейергә саҡырмай тип, ниңә бағана кеүек ҡатып торорға! Үҙ күңелен үҙе күрҙе шулай. Динис яғына зәһәр ҡараш ташлап алырға ла онотманы. Ҡыҙҙың ҡаш аҫтынан һөҙөп ҡараған күҙҙәре менән осрашҡас, бер тапҡыр Динис ҡулын болғаны. Ниңә улайтҡандыр, Нурзилә төшөнмәне, мине юғалтма, мин бында, тип әйтергә теләнеме икән?
Килгәндәге һымаҡ, дүртәүләп ҡайтырға сыҡтылар. Урам сатына еткәс, Дилбәр, туҡтап, Раяндың ҡолағына нимәлер бышылданы ла, тегеләр, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, етәкләшеп икенсе яҡҡа китте лә барҙы. Нурзилә менән Динис үҙҙәре генә ҡалды.
— Өшөнөм, — тине Нурзилә, көжрәйеп.
— Ниңә курткаңды алманың?
— Онотҡанмын. — Ҡыҙҙың алдашыуҙан башҡа сараһы ҡалманы. «Ҡосағыңа ал», тип әйтергә теле бик ҡысытһа ла: «Пинжәгеңде яурыныма һал», — тиеү менән генә сикләнде. Бәлки, үҙе белеп ҡосаҡлар тип өмөтләнде. Динис һүҙһеҙ генә пинжәген ҡыҙҙың иңдәренә һалды. Ҡуйынына алмаһа ла, ҡултыҡланы. Ҡыҙҙың шатлығы йөҙөнә бәреп сыҡты, күктең етенсе ҡатында йөҙҙө, егеткә һыйынып атланы ла атланы. Ошолайтып бик оҙаҡ барғыһы килде уның.
Нурзиләнең өйгә ҡайтҡыһы килмәне. Ҡайҙа барырға белмәй, ян-яҡҡа ҡаранылар. Ҡыҙ балалар баҡсаһына саҡырҙы:
— Беседкала ултырып торорбоҙ.
Бәхеттәре бар икән, түбәһе тимер ҡалай менән көпләнгән беседка буш ине. Ҡайҙандыр ҡыуаҡтар араһынан ишетелгән ҡош тауышына ҡолаҡ һалып бер килке торғас, Динис кеҫәһенән һыра сығарҙы. Бер-ике уртлағас, үҙенә йотлоғоп ҡараған Нурзиләгә һуҙҙы:
— Эсәһеңме?
Ҡыҙ шешәгә үрелде. Ул был минуттта егеттең ҡулынан ағыу эсергә лә риза ине. Үҙҙәрен һыйындырған беседкаға эстән генә рәхмәттәр уҡыны.
Ҡарһаланып шешәгә тотонған Нурзилә тәүге йотомдан уҡ сәсәне. Динис уның арҡаһына һуҡҡысланы. Сәсәү баҫылғас, ҡыҙҙың эйәген күтәреп, үбергә тотондо. Нурзилә ирене лә төштө. Динискә етә ҡалды, ҡулдарын эшкә ҡушты: «Дискотекала йоторҙай булып артымдан күҙәтеп йөрөнө, ҡаршы килмәҫкә тейеш… Үҙе лә шуны көтөп йөрөмәһә әле…»
Динис кофтаһын күтәреп, ҡуш алмалай түштәренә үрелгәс кенә иҫенә килде ҡыҙ.
— Ни эшләйһең? — Ҡапыл айнып киткән Нурзилә егетте ситкә этәрҙе.
— Ярамаймы ни? — Егет ҡулдарын төшөрҙө.
— Ярамай! — Ҡыҙ өҙә һуҡты.
— Ярамағас, ниңә саҡырҙын? Ымһындырып…
Егет йәнә үрелгәс, ҡыҙҙың ирендәре ҡыҫылды, ҡарашы ҡырыҫланды. Ниҙер һиҙенгән Динис артҡа сигенергә өлгөрмәне, Нурзилә уны яңаҡлап ташланы. Үҙ тигәнен эшләй алмаған егет, сертләтеп теш араһынан төкөрҙө лә, беседканан сығып китте: «Бик кәрәгең бар ине!»
Күҙ йәштәре бешерҙе Нурзиләнең битен. Ғәрлегенән илай ине ул. «Үбер алдынан «яратам» тип әйтһә лә теле ҡалмаҫ ине, ә ул дорфа ҡыланды. — Ҡыҙ тыйыла алмай һулҡылданы. — Бер-береһен өҙөлөп яратҡан егет менән ҡыҙ үбешмәйсә булмайҙыр. Уны ғына аңларлыҡ йәштә. Ҡул оҙайтыуын нисек аңларға?.. Ярай әле, сикәһенә сабырға башы етте, саҡ ҡына булһа ла үсе ҡанды… Мөхәббәт тигәндәре юҡтыр ул, булһа ла уның өсөн түгелдер…»
Нурзилә нәүмиҙләнеп ҡайтырға ҡуҙғалды. Урамдан йөрәген усына тотоп атланы. «Осрамаһалар ғына ярар ине! Төнө менән яңғыҙың ҡайҙан киләһең, тип күҙен дә астырмаҫтар. Динис менән урамдан ҡултыҡлашып үткәнен күрмәгәндәр тиһеңме ни?»
Әсеһе ишекте элеп ятҡайны, астыра алмай яфаланды.
— Бынау ҡара төндә ҡайҙа йөрөнөң? Сәғәттең нисә икәнлеген беләһеңме? — тип әрләп ташланы. Ҡыҙының өҫтөндәге ят пинжәкте күргәс, тағы бер асыуланды: — Кемдеке ул?
Нурзилә яуап бирмәне, бүлмәһенә инде лә мендәргә ҡапланды: «Әсәһенең күкрәгенә ҡапланып илай, йәнәһе, берәү. Ғашиҡ була, имеш. — Хыялдары селпәрәмә килгән ҡыҙ күҙ йәштәренә мансылды. Үҙен тәтәйгә ымһынып алданған бала кеүек хис итте. — Шул кәрәк мин елбәҙәккә!»
6
Мөбәрәк ағай көн дә кис телевизорҙан яңылыҡтар ҡарарға ғәҙәтләнгән. Уның был ғәҙәтен ғаиләлә берәү ҙә боҙорға ҡыймай: ниндәй генә мауыҡтырғыс тапшырыу күрһәтмәһендәр, залға ул килеп индеме, тейешле каналға күсә һалалар. Динис ҡараған фильмының иң ҡыҙыҡ ерендә бүлдергән өсөн эстән генә Мөбәрәк ағайҙың тетмәһен тетә. Президент ҡайҙа барған, кемдәр менән осрашҡан, ҡайһы ҡалала йорттарҙы күп төҙөйҙәр, ҡайһы районда күпме бесән әҙерләнгән, балалар нисек ял итә — шуның ни ҡыҙығы барҙыр?! Ҡаршы өндәшергә ярамай, сөнки ул был өйҙә — ҡунаҡ, ата-әсәһе Американан урап ҡайтҡансы ваҡытлыса һыйыныр мөйөш тапҡан меҫкен бер бала. Вәсилә апай менән Мөбәрәк ағай ғына түгел, ҡыҙҙары Дилбәргә хәтлем үҙҙәренең хужа икәнлеген һәр даим һиҙҙереп тора. Күҙ яҙлыҡтырмайҙар, уларҙың рөхсәтенән тыш ихатанан да сығырға ярамай. Шул тиклем ниңә ҡурсалайҙарҙыр, әллә башында ниндәй уйҙар ҡайнашҡанын һиҙенәләрме икән? Шулай булһа, эштәр харап, бик аҫтында тоторға ла күп һорамаҫтар. Иң мөһиме — тәртәнән сыҡмау, уларҙың көйөнә тороу. Зарланһа ла, эше бөтөнләй хөрт түгел, әлегә үҙе теләгәнсә бара.
Ҡырыҫыраҡ холоҡло, аҙ һүҙле Мөбәрәк ағай тапшырыуҙы ҡарап бөткәс кенә, телевизор уның ҡарамағына күсә. Тапшырыу барған арала Динис сәй эсеп ала, ишек алдына сығып, ҡаса-боҫа сигарет көйрәтеп инә, ҡайһы бер көндәрҙә үҙе өсөн бер ҡыҙығын тапмаһа ла, экранға текләп ултыра.
Диктор наркотиктар менән һатыу итеүселәр тураһында һөйләргә тотонғас, диванда йоҡомһорап ултырған Динис һикереп торғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ялт иттереп Мөбәрәк ағайға ҡарап алғас, яңынан диванға сүгәләне.
— Төшәнеп уяндыңмы әллә? Интегеп ултырма, урын йәйеп ят, — тине Мөбәрәк ағай.
Динис ныҡ уңайһыҙланды. Ағаһы уның ни өсөн сәбәләнгәнен беләлер төҫлө тойолдо, үҙ-үҙен онотоп һикереп торғаны өсөн үкенде. Ҡаршыһына баҫтырып, бына һин ни уйлап йөрөйһөң икән, тип әрләп ташлағанын көттө. Ләкин Мөбәрәк ағай телевизорға мөкиббән киткәйне.
— Былай ғына, — тине Динис, яуапһыҙ ҡалмаҫ өсөн. Тиҙерәк битараф ҡиәфәткә инергә ашыҡты.
Залда яңғыҙы ҡалғас та, һушына килә алмай, хәтһеҙ генә шаңҡып ултырҙы. Телевизорҙан тапшырылған ҡыҫҡа ғына хәбәрҙән айырыуса бер һүҙҙе хәтеренә һеңдерергә тырышты: У. урамы. Ишеткән хәбәре дөрөҫ булһа, наркотиктарҙы шунда йәшәүсе сиғандарҙан табып була икән. Ә ул урамды Өфөлә эте лә, бете лә белә, ти. Кино ҡарау ҡайғыһы китте. Телевизорҙы һүндереп ҡуйҙы хатта: уйларға ҡама-сауламаһын! Урынында ултырып сыҙаманы, тороп, тәҙрә янына барып баҫты. Төпһөҙ зәңгәр күктә емелдәшкән эреле-ваҡлы йондоҙҙарға ҡарап тороу ҙа ярһыған йөрәген баҫа алманы. Ошо минутта уҡ Өфөгә киткеһе килде. Өйҙән нисек һиҙҙермәй генә сығып ысҡыныр-ға? Һораһаң, ебәрмәйәсәктәр. Төпсөнөргә тотонорҙар. Иң яҡшыһы — башты тилегә һалырға ла китергә лә барырға кәрәк. Электричкалар йөрөп тора, анау ятҡан ҡаланан төшкә әйләнеп ҡайтыр. Белмәй ҙә ҡалырҙар.
Динис, ныҡлы бер ҡарарға килеп, утты һүндерҙе. Әммә уны йоҡо алманы. Ҡыш көнө үҙе менән булған ваҡиғалар күҙ алдында йәнләнде.
…Йәйге каникулдан һуң мәктәпкә барған Динистең ҡулына дәреслектәр тотҡоһо килмәне. Бының шулай булыры көн элгәре билдәле ине. Йәй буйы үҙе баш, үҙе түш булып йөрөгән үҫмер көноҙон класта ултырыуҙы бер нисек тә башына һыйҙыра алманы. Иптәштәре менән үткәргән көндәр күҙ алдынан китмәне. Парктарҙа, дискотекаларҙа күңел асыуҙар… Тәбиғәт ҡосағына сығыуҙар… Палаткаларҙа ҡыҙҙар менән төн үткәреүҙәр… Оноторлоҡмо ни! Ана шунда тәмәке тартырға өйрәнде, һыраһынан, араҡыһынан ауыҙ итте. Тәүге сигаретты Динискә иптәштәре көсләп ҡаптырҙы. Үҙенең дә ҡарғалар араһында сәүкә булып күренгеһе килмәне. Башта тын юлына төтөн тығылып, сәсәп йөҙәне. Малайҙар һәм ҡыҙҙар тәгәрәп ятып көлдө. Ауыҙҙа һаҫыҡ, тамаҡ төбө ғыжлай. Тегеләр төтөндө нисек эскә һурырға, тышҡа сығарырға, өрөп балдаҡтар яһарға өйрәтте…
Быға тиклем мөгөҙ сығармағас, Файыҡ ағай менән Рәсилә апай малайҙарының ҡайҙа, кем менән көн үткәреүенә әллә ни әһәмиәт бирмәне. Үҙеңде тәртипле тот, тиеүҙән уҙманылар. Башҡа йылдарҙа ғаилә менән диңгеҙ буйында ял итә торғайнылар, быйыл ундай форсат эләкмәне. Маяға йыйған аҡсаларын ҡыҙҙары Юлиәгә тотондолар. Икеһе лә эштә, яңғыҙына күңелһеҙҙер тип, Рәсилә апай улын иптәштәре менән аралашыуҙан тыйманы. Аҡсаһын да йәлләмәне.
Динис үҙе лә ата-әсәһен борсоуға һалмаҫҡа тырышты. Күңеле нисек кенә тартмаһын, уҡырға иғтибарҙы арттыра төштө. Әммә түҙемлеге ике сиреккә генә етте, ҡышҡы каникулдан һуң көндәлегендә «икеле»ләр күбәйҙе. Әсәһен мәктәпкә саҡыртып һөйләшеүҙең дә файҙаһы теймәне, бөтөнләй бәйҙән ысҡынды үҫмер. Уҡытыусылар тәртибенән зарланды: үҙен дорфа тота, телләшә, дәрестәрҙе өҙә. Әсәһе туҡтауһыҙ мыжыны:
— Ни етмәй һиңә?! Өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ. Мәктәп юлында мине күпме йөрөтөргә уйлайһың? Атайың ишетеп ҡалһа, минең ише мыжып ҡына ҡалмаҫ. Уның холҡон беләһең…
Былай эшләргә ярамағанлығын аңлай Динис, тик үҙен ҡулға ала алмай, мәктәпкә әсәһенән әрләнмәҫ өсөн генә бара.
Шулай илке-һалҡы йөрөй торғас, сирек аҙағы ла етте. Һөҙөмтә билдәле: Динистең «икеле»ләре сыҡты. Файыҡ ағай улының уҡыуы менән көн дә ҡыҙыҡһынмаһа ла, ғәҙәттә, сирек аҙағында көндәлеген һорап ала. Был юлы Динис атаһына көндәлеген ҡурҡа-ҡурҡа ғына тотторҙо. Ундағы билдәләрҙе күргәс, атаһының ҡаштары емерелде, томһайып ҡаршыһында баҫып торған улына уҫал ғына өндәште:
— Йәнемде үртәп алдымда торма, күҙемдән юғал! — Асыуы алҡымына тығылған Файыҡ ағай көндәлекте өҫтәлгә ырғытты.
Рәсилә апай иренә күҙ һирпеп алды ла улына ымлап ҡына үҙенә эйәрергә ҡушты.
— Бар, әҙерәк урамда йөрөп ҡайт, атайың һыуына төшһөн, — тине, аш бүлмәһенә сыҡҡас.
Ҡайҙа барып һуғылырға ла белмәне Динис. Бер маҡсатһыҙ урам тапай торғас, магазин янында Виталикты осратты. IX класты этеп-төртөп бөтөргәндән һуң училищеға киткән үҫмер менән яҡындан аралашҡаны булмаһа ла, шулай һирәк-һаяҡ урамда осрашҡанда, ҡул бирешеп, һаулыҡ һорашып йөрөйҙәр.
— Ниңә танауың төштө? — тип ҡыҙыҡһынды Виталик. Үҙе ауыҙын йыйып ала алмай, әйтерһең, күптән күрешмәгән йән дуҫын тап иткән.
Күңелен кемгә бушатырға белмәй аптырап йөрөгән Динис бер нимәне лә йәшермәй һөйләне лә бирҙе. Һөйләп бөткәс, үҙенең ҡылығына үҙе аптыраны: «Күрмәгән-белмәгән кешегә сиселергә ярайҙыр шул. Әллә ни уйлауы бар».
Бүлдермәй тыңланы Виталик, һорауҙар биреп интектермәне.
— Баштан үткән таныш хәлдәр, — тине, йыуатып. — Һин еңел ҡотолғанһың, шуныһына ҡыуан. Мине атайым ҡайыш менән ярҙы.
Виталик сигарет ҡабыҙғас, Динис тә һорап алды.
— Бындай саҡта сигарет ҡына ярҙам итмәй.
— Әллә араҡың бармы? — Динистең күҙҙәре ялт-йолт килде.
— Унан да шәберәге! — Виталик баш бармағын юғары сөйҙө. — Әйҙә!
Виталик, Динистең ризалығын да һорамай, ҡултыҡлап алды ла, алға әйҙәне. Хәҙер ул тулыһынса тегенең ихтыярында ине. Ҡайҙа барһалар ҙа — уның өсөн барыбер. Көтмәгәндә тап булған яңы дуҫы уға күңелһеҙләнергә генә ирек бирмәһен.
Туғыҙ ҡатлы йорт янында туҡталдылар.
— Аҡсаң бармы? Үҙемдеке етмәй.
— Нимә алмаҡсыһың?
— Һуңынан белерһең.
Динис кеҫәһендәге аҡсаһын тиненә ҡәҙәр Виталиктың усына һалды.
— Бер ҡайҙа ла китмә, ошонда көт.
Тирә-яҡты күҙҙән үткәргәс, Виталик подъезға инеп китте. Динис, уның сыҡҡанын көтөп, бер урында тапанды: «Араҡы артынан йөрөй тиер инең, бында магазин күренмәй. Унан да шәберәге, тине бит әле. Уныһы ни булалыр? Самогон! Шулдыр. Уны магазинда һатмайҙар, таныштарынан алалыр».
— Булды!
Тиҙ ураны Виталик. Үҙенең ауыҙы йырыҡ. Тимәк, барыһы ла тәртиптә!
Ғәҙәттә, эсергә йыйынһалар, кемдең ата-әсәһе өйҙә юҡ, шуларҙа йыйыла торғайны Динистәр малайҙар менән. Виталик ҡайҙа алып барыр икән?
Улар ингән фатир шыҡһыҙ ине. Бында күптән кеше йәшәмәй, ахыры, иҙәне бысраҡ, стеналағы обойҙар ҡубып төшкән, мебелде туҙан баҫҡан. Виталик хужаларса атлап аш бүлмәһенә үтте, Динискә залда ултырып торорға ҡушты.
— Мин хәҙер.
Теге оҙаҡлағас, күңелен шөбһәле уйҙар биләне: «Ҡайҙа килеп эләктем? Виталик ни эшләмәксе? Әллә сығып таяйыммы икән?»
Ул арала залға күҙҙәре аларған Виталик атылып килеп инде. Ҡулында — шприц! Шунда ғына уның наркоман икәнлеген иҫенә төшөрҙө. Кемдең ҡулына килеп ҡапты?! Юҡһа, иптәштәренең аңғартыуы буйынса, уның энәлә ултырыуын күптән белә ине бит. Аңҡы-тиңке йөрөүенән нисек оҫта файҙаланды!
— Еңеңде һыҙған! — тип екерҙе Виталик. Ҡурҡышынан күҙҙәрен ҙур итеп асҡан Динистең үҙенә буйһонорға теләмәүен күргәс, ене тотто. — Кемгә әйтәләр!
Свитерының еңен күтәреп, ҡулын һуҙғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Шуны ғына көткән Виталик ҡан тамырына энә батырҙы. Бер аҙҙан Динистең зиһене томаланды, еңелсә генә башы әйләнде, шунан бөтә тәне буйлап йылы тулҡын йүгерҙе. Тора-бара бар нәмә үҙгәрҙе. Шыҡһыҙ фатир күҙ асып йомған арала хан һарайына әйләнде лә ҡуйҙы. Ни өсөндөр һыны ҡатып көлгән Виталик та нисектер үтә ныҡ яҡын булып китте. Ә күңелдән ташҡан хистәр һуң! Уларҙы ауыҙлыҡлап тоторлоҡ түгел, бәйгегә сыҡҡан аттармы ни, ҡайҙалыр әйҙәйҙәр ҙә әйҙәйҙәр. Йәненә тынғылыҡ бирмәгән борсоулы уйҙар, әйтерһең, бер ҡасан да булмаған, иреп әллә ҡайҙа юҡҡа сыҡты.
Шундай ләззәт кисереүҙән Динис бик ҡәнәғәт ине. Мәктәпкә барғас та сере һыйырҙай иптәштәренә кисә үҙе менән ни булғанын тәмләп-тәмләп һөйләне. Ауыҙҙарын асып тыңланылар, беҙ ҙә бындай ләззәттән баш тартмаҫ инек, тиештеләр, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә. Динистең үҙенең дә йәнә ләззәтләнгеһе килде.
Виталик бер һүҙһеҙ ризалашты. Тик бер шарт менән — аҡса таптырҙы. «Буштың атаһы үлгән», — тине ҡоро ғына. Уныһын ғына үҙҙәре лә белә, наркотик һынлы наркотикты бер кем дә рәхмәткә тоттороп ҡуймаясаҡ.
Һөйләшенгән көнгә Виталик мәктәпкә килде. Оло тәнәфестә аҡсаларҙы йыйып алды ла, дәрестәр бөткәс, кинотеатр янына йыйылырға ҡушты.
— Минең һуңлауым ихтимал, көтөгөҙ, таралышмағыҙ, — тип китеп барҙы.
Ана килә, бына килә тип, сәғәт буйы көтһәләр ҙә, теге күренмәне. Малайҙар Динистең боғазынан алды:
— Һинең һүҙеңә ҡарап, ике-өс көн ашханаға йөрөмәнек.
— Һиңә ышанған беҙ иҫәр!
— Аҡсаны кире ҡайтар!
— Аҡса! Аҡса!
Былай ғына таралышҡылары килмәне. Виталик һаман күренмәгәс, уйлаштылар-кәңәшләштеләр ҙә һуңғы аҡсаларына араҡы алырға килештеләр. Әлдә үҙҙәренә әҙерәк аҡса ҡалдырырға баштары еткән, ҡырып-һепереп көскә бер яртыға еткерҙеләр.
Аяғында саҡ баҫып торған улын Рәсилә апай эткесләп-төрткөсләп бүлмәһенә индереп ятҡырҙы.
— Айнымайынса сығаһы булма! Атайың күреп ҡалһа, икебеҙҙе лә үлтерер.
Ул, өйҙә тауыш сығыуҙан ҡурҡып, Динистең хилафлыҡтарын иренән йәшереп килә ине. Иҫереп ҡайтҡанын да әйтмәне.
Виталикты донъя бөтөрөп эҙләһәләр ҙә таба алманылар. Һуңынан ишеттеләр: артыҡ дозанан аяҡ һуҙған икән. «Шул кәрәк уға! Беҙҙең менән уртаҡлашһа, йөрөп ятыр ине әле», — тигән һығымтаға килде Динис.
Шунан бирле наркотикка йоғонғаны юҡ. Ә йәнә татып ҡарағыһы килә. Нисегерәк килә әле! Күңеле һиҙә, ләззәт татыр минуттар һуғырға күп ҡалманы.
Йоҡлай алмай яфаланды. Һиңә кәрәктә, үс иткәндәй, күҙҙәре лә йомолмай. Йоҡлаһа, ваҡыт тиҙерәк үтер һымаҡ.