Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Февраль , 10:01

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (7)

Егет ҡыҙҙы шашып-шашып үбергә тотондо…

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (7)
Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (7)

Закир ӘҠБӘРОВ

Повесть

Сөңгөлдөң сиге юҡ

7
 

7

Бер нисә көн Дәрзаманов Әғләмгә аҡтан-ҡаранан һүҙ өндәшмәне. Сираттағы оперативкаһында кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға ҡоро ғына итеп ике яңылыҡ еткерҙе. Басировты баш ҡалаға үрләтәләр икән.
– Урынына кемде ҡалдыра?.. Һеҙҙелер инде, Ғәббәс Зарифович? – тип һикереп торғандай итте баш агроном Хәкимов.
Дәрзаманов ҡалын ҡаштарын йыйырҙы.
– Уныһы һеҙ баш вата торған мәсьәлә түгел. Баш ватыусылары, – түрә түшәмгә ымланы, – тегендә ултыра…
Ғиләж янында ултырғандарға күҙ ҡыҫты.
– Директор креслоһын үҙенең арт һанына самалай башланы түгелме беҙҙең баш агроном?
Көлөү тауыштары яңғыраны, тик Дәрзаманов быға ҡушылманы.
– Ә икенсе яңылыҡ: иртәгә Мәскәүгә аграрийҙар съезына китәм.
Хәкимов һаман тынысланмаған ине.
– Әйттем бит, ағай-эне. Директорыбыҙ бында ҡайтып торормо, әллә район үҙәгенәме?
Был юлы Дәрзаманов һаран ғына йылмайҙы һәм белгестәренә һынағандай күҙ йүгертеп сыҡты.
– Мин юҡта хужалыҡта … баш зоотехнигыбыҙ ҡала. Малдарҙы ҡышҡы ҡураларға керетергә ваҡыт. Был бик яуаплы осор!..
Таралыштылар. Баш агроном Хәкимовтың нишләптер танауы төшкән ине.

Әғләм Әлиәгә шылтыратты.
– Атайың иртәгә Мәскәүгә китә икән. Ул юҡта иркенләп осрашаһы ине. Үлеп һағындым һине, аҡҡошом. Эх,әсәйең дә берәй ергә китһә икән?..
– Ул да китә. Атай уға Мәскәүҙе күрһәтеп ҡайтырға уйланы. Мин өйҙә бер үҙем ҡалам.
Бер үҙе ҡала! Был хәбәр егетте эҫеле-һыуыҡлы итте.
– Иртәгә мин һиңә ҡунаҡҡа барам, Әлиә!
– Ә мин саҡырмаһам?
– Саҡырһаң да барам, саҡырмаһаң да.
Ҡыҙ осрашыуҙарын нисек кенә көтмәһен, нишләптер был уйынды дауам итергә булды.
– Ә мин ишектәрҙе бикләп ҡуйһам?
– Бикле ишегеңде емереп керәм!.. Һин минең берҙән-берем!..
…Тышта шыбырлап ямғыр ҡоя. Ә Әлиәнең күркәм бүлмәһендә икәү өсөн ожмах ағастары сәскә ата, ожмах ҡоштары һайрай. Егет – ҡыҙға, ҡыҙ егеткә ҡарап туя алмай. Күҙҙәр менән күҙҙәр серләшә, ирендәр ирендәр менән бер-береһенең тәмен татый.
– Һин минең берҙән-берем, Әлиә!
– Һин минең донъялағы иң яҡын кешем!
– Мин һинһеҙ йәшәй алмаясаҡмын!
– Миңә лә һинһеҙ донъя күңелһеҙ.
– Беҙ бергә булырға тейешбеҙ!
– Нисек?..
Өҫтәлдәге емештәрҙе ҡапҡыларға ла форсаттары юҡ. Бокалдағы шараптан да ары-бире генә ауыҙ иттеләр. Егет менән ҡыҙ былай ҙа иҫеректәр ине…
Яҡтырырғамы-яҡтырмаҫҡамы тигәндәй, әкрен генә көҙгө таң атты. Уяныр-уянмаҫ Әғләмдең дә аңы яй ғына асылды. Һул яғына боролаһы итте. Беләгенә башын һалып Әлиәһе йоҡлай ине. Уның Әлиәһе! Яй ғына мышнаған тауышы ишетелә. Ҡапыл ул да күҙҙәрен асты, төнгө һөйөшөүҙәрҙән ҡысытҡан битен егет яңағына ышҡыны, уның ҡосағына нығыраҡ һыйына бирҙе. Егет ҡыҙҙы шашып-шашып үбергә тотондо…
Улар икенсе төндә лә осраштылар… Өсөнсө төндә лә…
Ҡыҙ төндәрен бәхет даръяһында йөҙөп үткәрһә, көндәрен мейеһен уйланыуҙар, икеләнеүҙәр ҡайнатты. Нимә эшләне һуң ул? Һөйгәне менән ҡауышыу кисе былай булырға тейеш түгел ине бит. Ҡайҙа никах, ҡайҙа туй мәжлесе, ҡайҙа ҡотлауҙар?.. Былай килеп сыҡҡанына кемде ғәйепләйһең? Әле уның һөйгәненең еренә еткереп туй үткәрергә, кәләшен үҙ йортона алып ҡайтып, үҙ түшәгенә һалырға мөмкинлеге бармы?.. Ә атаһы, әсәһе? Имеш, Мәскәүҙән йөрөп ҡайталар ҙа туй мәсьәләһен уртаға һалып хәл итәләр.
Егеттең уйҙары ҡыҙҙыҡынан да буталсығыраҡ булғандыр. Ул ярата. Ҡыҙ ҙа ысынлап ярата кеүек. Ике йәндең, ике тәндең ҡушылыуы – тәбиғи. Ә ни бирә ала һуң ул ҡыҙға бөгөн? Дәрзамановтың байлығына ымһынып, уның йортона кейәү булып төшөргәме? Хатта ул планлаштырылмаған никахҡа ризалыҡ бирһә лә, быға Әғләм бер ҡасан да бармаясаҡ! Ҡыҙ менән яҡын мөнәсәбәткә кереү нимә ул? Сөңгөлгә эләгеүме?..
Әмәлгә ҡалғандай, баш ҡаланан Таһир дуҫы шылтыратты. Тауышы көр.
– Сәләм, ҡартлас!
– Иҫәнме, Таһир… Уҡып та бөттөк, тормош һаҙлығына ла баттыҡ, булһа кәрәк. Осрашыу түгел, шылтыратышырға ла ваҡыт юҡ. Нисек йәшәйһең?
– Нишауа. Ат юҡ урамда – ҡайғы юҡ буранда, тиҙәрме әле… Фатирҙа торам. Ҡайырып эш хаҡы алам. Ә һин, сер булмаһа, күпме ҡайыраһың?
– Сер түгел, егерме мең.
Телефонда һыҙғырған тауыш ишетелде.
– Главный инженер… егерме мең… Фи… Мин ул егерме меңде бер сәғәттә эшләп алам. Ҡарале, йөрөмә унда әҙәм көлдөрөп, кил, бында вакансия бар. Мин бер бүлмәле съемный фатирҙа йәшәйем. Һиңә лә урын табылыр. Беҙҙең прибыль артҡандан-арта, иномаркаларҙы обслуживать итеүҙе үҙең беләһең. Әле бына Фердинанд Басиров атлы бер мәжнүнде ыштанһыҙ ҡалдырҙым. Техника мәсьәләһендә дуб-дубом. Ә аҡсаны дипломат менән йөрөтә. Ул да һеҙҙең яҡтарҙан икән…
“Мир тесен”, ти урыҫтар. Фердинанд Басиров…

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: