Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Февраль , 10:26

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (8)

Һүҙем бер: Басиров улына сығаһың! Генеральный директор улына!..

Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (8)
Закир ӘҠБӘРОВ Повесть Сөңгөлдөң сиге юҡ (8)

Закир ӘҠБӘРОВ

Повесть

Сөңгөлдөң сиге юҡ

8

Әғләм менән Әлиә мөнәсәбәтенә бәйләнешле ваҡиғалар ҡуйырғандан-ҡуйырҙы. Сөңгөл дә шундай бит: уртаһына яҡыная барған һайын тулҡын ҡулсалары шәберәк һәм ҡеүәтлерәк өйөрөлә. Өйләнешеү тураһында әле ныҡлап һөйләшкәндәре юҡ, егет тәҡдим яһарға ғына йыйына. Бер көн көтмәгәндә инженерҙың тар ғына бүлмәһенә Әлиә үҙе килеп керҙе. Бүлмә иркенәйеп, яҡтырып киткәндәй булды.
– Әлиә! Нисек? – Егет ҡыҙҙы күкрәгенә ҡыҫты.
– Ҡыҙ ипләп кенә уның ҡосағынан ҡотолдо.
– Нисек, нисек, атайҙың районға киткәнен һағалап торҙом. Хәйер, уларҙан ҡурҡыр сағым үтеп бара инде. Әғләм беләһеңме…
– Беләм, һин мине яратаһың. Мин дә һине үлеп яратам.
– Үлмәй тор әле. Минең күремем килмәне…
Егет был хәбәрҙе аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Вайымһыҙ ғына:
– Килмәһә, килер әле… – тип йылмайҙы.
– Наҙан! – тине ҡыҙ, уның ауыҙын усы менән ҡаплап. – Мин ауырлы. Аңлайһыңмы һин, беҙҙең балабыҙ буласаҡ!
Әғләмдең башына тимер таяҡ менән һуҡтылармы ни. Йөҙөндә аңралыҡ хасил булды.
– Нисек буласаҡ?..
– Баланың нисек буласағын белмәйһеңме ни? Наҙан…
Шунда ғына уның аңына әлеге хәбәрҙең мәғәнәһе барып етте. Йөҙөндә, ниһайәт, шатлыҡ хисе сағылды. Ул Әлиәне, тыуасаҡ балаһының әсәһен, ҡосағына алды, күтәрә биреп өйрөлттө, ирендәрен, битен, күҙҙәрен, хатта танауынан үбергә тотондо.
Ҡыҙ тағы уны этәрә бирҙе.
– Ни эшләйбеҙ?.. Атайым белһә, мине аҫып ҡуясаҡ, һине тотоп ашаясаҡ бит.
– Ашай алмаҫ, тамағынан үтмәм. Немедленно өйләнешәбеҙ, аҡыллым! Иртәгә… Юҡ, бөгөн үк никахҡа кереү тураһында ғариза яҙабыҙ…
– Туҡта әле, һин бит кейәүгә сығырға ризалығымды ла һорағаның юҡ.
– Бына бөгөн мотлаҡ тәҡдим яһарға йыйынған инем… Һин – минең хыялдарым, һин – минең уйҙарым, һин – минең тормошом, һин – минең булмышым. Әйҙә өйләнешәйек, бергә йәшәйек, буласаҡ улыбыҙҙы бергә тәрбиәләйек, Әлиәм!
Ҡыҙ һаран ғына йылмайҙы.
– Кем әле һиңә малай табам тине?
– Ҡыҙ тыуһа ла сикһеҙ шат буласаҡмын. Һинең кеүек сибәр, аҡыллы булып үҫер…
Ҡыҙҙың егет тәҡдименә яуап бирмәүе үҙенән-үҙе аңлашыла ине. Тормош ҡорорға, донъя көтөргә әҙер түгел бит. Итәккә ҡайтырҙармы? Мәктәбе лә ябылған ҡараңғы ауылға? Ҡайҙа уға унда эш? Ҡайҙа һөйөклө иренә? Аҡса эшләргә Себергә сығып китерме? Ире юҡ саҡта уға Фердинанд эйәләшерме? Ҡайһы бер ауыл ҡатындары бөгөн шулай йәшәй бит. Ирҙәре тегендә аҡса эшләй, бисәләре бында сит ирҙәр менән типтерә. Яратышып өйләнгән күпме йәштәр айырылыша, күпме ғаиләләр емерелә. Әлиәне лә шундай яҙмыш көтәме?
Ә атаһы менән әсәһенә ҡыҙының түрә улына кейәүгә сығырға ризалығы, риза түгеллеге кәрәкмәй. Басиров – ысынлап та ҙур түрә, уның улы – перспективалы юрист. Һөнәрен дә дөрөҫ һайлаған: полиция хеҙмәткәре булып хөкүмәт тиндәренә йәшәмәй, адвокат булып ҙур аҡсалар таба. Уның йорто баш ҡаланың гүзәл бер мөйөшөндә, үҙәктән дә йыраҡ түгел, ҡарағай урманы эсендә ултыра. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ул йортто район башлығы эш хаҡына ғына төҙөмәне бит, “Уҫаҡлы” крәҫтиән-фермер хужалығының да байтаҡ малы шунда кереп китте.
Киске аштан һуң Дәрзамановтар түңәрәк өҫтәл артынан торманы. Әлиә “мәсьәләне уртаға һалып тикшереү” сәғәте етеүен аңланы.
– Ҡыҙым, – тип һүҙ башланы атай кеше, – беҙ һине ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙек, уҡыттыҡ…
– Кейгән кейеме затлы, ашағаны бал да май булды инде, – тип ире һүҙенә ҡушылды Шәмсиә Нурулловна.
– Престижный диплом алдың, – тип һүҙен дауам итте ғаилә башлығы. Әйткәндәй, “престижный” уның иң яратҡан һүҙе ине: престижный хужалыҡ, престижный өй, престижный автомобиль, престижный ҡунаҡтар, престижный кейәү… – Хәҙер инде үҙеңде башлы-күҙле итергә ваҡыт етте. Теләһә кемгә кейәүгә бирергә теләгебеҙ юҡ.. Дәрзаманов ҡыҙы, һис шикһеҙ, престижный егеткә кейәүгә сығырға тейеш. Күптәнге дуҫтарыбыҙ Басировтарҙың улы Фердинандты һин бала ваҡытыңдан беләһең. Ул һине белә…
– Атай, мин Фердинандҡа кейәүгә сыҡмайым, мин уны яратмайым…
Хужаның йөҙө уҫалланды. Хужабикә, ҡуйыра башлаған ҡара болоттарҙы таратырға теләп:
– Ә яратҡан егетең бармы һуң, ҡыҙым? – тип һораны.
– Бар!
– Кем ул?! – тип екереп үк ебәрҙе хужа.
– Әғләм.
– Йәшерен генә шыш-пыш килеп йөрөй­һөгөҙмө?
– Шыш-пыш килеп йөрөмәйбеҙ. Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ.
Хужабикә был һүҙҙәргә үҙ баһаһын бирҙе:
– Ах, сволочь! Ҡыҙ баланы әүрәтеп тә өлгөргән икән.
– Шунан? Яратыштығыҙ ти. Уға кейәүгә сығырға йыйынаһыңмы? Һиҙенеп йөрөй инем инде мин ул ауыҙын асһа, үпкәһе күренгән мәлғүндең йәшерен пландарын. Икенең бере булмаған мәхлүккә кейәүгә сығып, нимә ашарға, нисек йәшәргә йыйынаһығыҙ? Ата елкәһенә атланырға самалайһығыҙмы?
– Нисек тә йәшәрбеҙ әле. Башҡалар йәшәй бит, – тине ҡыҙ бышылдап.
– Минең “нисек тә” йәшәтер ҡыҙым юҡ. Һүҙем бер: Басиров улына сығаһың! Генеральный директор улына!.. Киләһе йәкшәмбе Басиров район үҙәге кафеһында иң мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йыйып, район менән хушлашыу, яңы вазифаһына төшөү тантанаһын үткәрә. Премьер үҙе лә килергә йыйына. Өсәүләп барасаҡбыҙ. Фердинанд менән бергә ултырасаҡбыҙ. Был инде бер юлы кәләш күрһәтеү мәжлесе лә була тигән һүҙ.
Ҡыҙҙың был сараға ҡаршы килергә ҡыйыулығы етмәне. Атаһы ғүмер буйына шулай һүҙен һүҙ итә торғандар нәҫеленән ине. Нисек кенә ҡәҙер күрмәһен, ҡыҙ ситлектә үҫте.
Атаһы сығып киткәс, ҡыйын әңгәмәне Әлиә әсәһе менән дауам итте.
– Әсәй, ни тиһәгеҙ ҙә, мин һеҙҙең Фердинандығыҙға кейәүгә сыға алмайым.
– Тағы нимә әйтергә теләйһең? Ул бит һине ярата, уҡып бөтөргәнеңде биш йыл буйы көттө, ҡыҙым…
– Әсәй, мин… мин ауырға ҡалдым…
Шәмсиә Нурулловна тотлоҡто, ағарып-ҡыҙарып киткәндәй булды.
– Кемдән? Шул майға ҡатып йөрөгән инженерыңданмы ни инде?
– Эйе, Әғләмдән…
– Ах, мөртәт! Әүрәткән, алдаған икән ҡыҙыбыҙҙы.
Әлиә әсәһенән “Ярай, улай булғас, Әғләмеңә генә сыҡ та ҡуй инде. Бергә йәшәрбеҙ әле…” тигәнерәк һүҙҙәр көткәйне.
– Эй, ҡыҙым! Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр бит. Беҙ йәш саҡта ғына “ғиффәтле” тигән төшөнсә була торғайны. Хәҙер инде ҡайһы бер ҡыҙҙар кейәүгә йөклө булып та сығалар… Берҙе яратып, икенсе менән йоҡлап, өсөнсөгә сығып та ҡуялар… Главное, был сетерекле хәлде атайың белеп ҡалмаһын. Бик ҡыҙыу бит, һине лә, теге хәйерсеңде лә әллә ни эшләтеп ҡуйыуы бар.
– Һуң, миңә нишләргә инде, әсәй? Абортҡа барырғамы ни?
– Ул турала ауыҙыңды ла асма, ҡыҙым. Аборт тип ғүмерлеккә орлоҡһоҙ ҡалаһыңмы? Ауырың ҙур түгел, әле ҡорһағың беленә башламаған. Тимәк, оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙерәк туй яһарға кәрәк. Балаңдың атаһы ла Әғләм түгел, Фердинанд буласаҡ.
– Әсәй, баланы бит ҡарында туғыҙ ай йөрөтөп табалар.
– Ете айҙан тыуғандар ҙа етерлек. Ирҙәр бит улар, ҡыҙым, тыштан ғына уҫал, эстән үҙҙәре бала кеүек, бер ҡатлылар. Аңланыңмы инде?
– Аңланым, әсәй.
“Аңланым” тигән һүҙҙе әсәй кеше: “Фердинандҡа кейәүгә сығырға риза” тип ҡабул итте. Кисен йоҡларға ятҡас, иренә лә бына ошо “аңланым”ды еткерҙе. Ҡыҙының сетерекле хәле тураһында әйтмәне. Тегенеһе инде йоҡлап китеп бара ине.
– Мин былай ғына ҡалдырмайым. Кеше ат дағалағанда, баҡа ботон ҡыҫтырған, ти. Арт һабағын уҡытам мин ул малайҙың… – тип мығырҙаны.

Дауамы бар.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:
Читайте нас: