Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Февраль 2024, 15:35

Түрә уйлай Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Бына беҙҙең ҡалала бер шәп бүлмәләге зәһәр кресло йыл буйы етемһерәп торҙо. Шунда ғына түрә итеп ҡуйырҙай йомро башлы кешеләрҙең урам буйында тәгәрәп ятмауына үҙебеҙ инандыҡ. 

Түрә уйлай     Юмористик хикәйә    Венер ИСХАҠОВТүрә уйлай     Юмористик хикәйә    Венер ИСХАҠОВ
Түрә уйлай Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Изге урын буш тормай, тигән булалар тағы. Булмаҫ һиңә! Төптө буш һүҙ! Бына беҙҙең ҡалала бер шәп бүлмәләге зәһәр кресло йыл буйы етемһерәп торҙо. Шунда ғына түрә итеп ҡуйырҙай йомро башлы кешеләрҙең урам буйында тәгәрәп ятмауына үҙебеҙ инандыҡ. 

Мәгәр таптылар бит бер көн. Ул ҡайһылыр ҙур түрәнең өс туған һеңлеһенең ире ине. Ысынлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға, тип бик хаҡ әйткән икән боронғолар. 

Таптылар тигәс тә, килде лә йәйелеп ултырҙы түгел инде. Һәр нәмәнең исем өсөн булһа ла рәте-сираты бар. Саҡырттылар быны тейешле урынға, тегенеһен-быныһын һорашҡан булдылар:

– Ниндәй пландарың бар? 

Егетте бик ентекле тыңланылар. Ул көтөлгәндән дә шәп булып сыҡты. Теле телгә йоҡмай. Тегеләр хатта һорау бирергә өлгөрмәй хатта. Теге нимә эшләргә уйлауы, бөгөнгө һымаҡ йәшәргә ярамауы, алдағы егерме-утыҙ йылға программа ҡабул итергә кәрәклеге хаҡында теҙҙе генә. 

Хәҙер элеккесә булмаясаҡ, башҡаса йәшәйәсәкбеҙ, бөтә нәмә яңыса буласаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең киләсәкте төҙөйбөҙ. Барыбыҙ ҙа яҡшы йәшәргә тейеш.

– Шундай кеше ни эшләп әрәм булып ятҡан унда? Бөгөндән әҙер түрә! – тигәндәр. 

Шулай итеп, яңы етәксе эш башланы. Әлбиттә, уға артабан кәрәк буласаҡ кәңәштәрҙе иҫтә тоторға кәрәклеген әйттеләр.

– Мәҫәлән, һеҙҙең алда үҙегеҙҙән ҙурыраҡ етәксе сығыш яһай, ти. Ул асыуланып, берәйһен шелтәләһә, һин ошондай ҡиәфәттә ултырырға тейеш. Ә инде бер аҙ шаяртып, ауыҙын йырһа, йөҙөңдә мотлаҡ йылмайыу сатҡылары булыуы мөһим.
 
Бер нисә көндән түрә ҡул аҫтында эшләйәсәк әллә нисә меңләгән хеҙмәткәрҙе кәңәшмәгә йыйҙы. Әлбиттә, мәктәп уҡыусыһы кеүек тып итеп сыҡты ла һөйләне түгел. Быға алдан етди әҙерләнделәр. Ойошма бүлектәрендә шәп доклад яҙҙылар, шымарттылар. Махсус кешеләр саҡыртып, уны нисек уҡырға, халыҡ алдында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында ҡат-ҡат иҫкәрттеләр. Мәҫәлән, ҡасан тамаҡ ҡырырға, ҡайһы урында халыҡтың күҙенә ҡарап алырға, ниндәй һүҙҙәре бер нисә тапҡыр ҡабатлап әйтергә. Бығаса күҙенә зарланмаған кешегә алтын тирәсле күҙлек кейергә ҡушылды, сит илдән күндән тегелгән ҡалын портфель алып ҡайтарылды. 

Бына түрә залдағыларға ҡарап алды ла тамағын бер аҙ ҡырып һүҙ башланы.

– Былай йәшәргә ярамай. Тамырынан үҙгәртергә кәрәк. Әллә күпме етешһеҙлек, йәштәрҙең йәшәр мөйөшө юҡ, уларға йорт һалыр өсөн ер бүлер кәрәк. Әйҙәгеҙ, бергәләшеп ойошмабыҙҙы алға сығарыу өсөн тырышайыҡ. Саҡ ҡына көтөргә кәрәк. Сабырлыҡтың төбө һары алтын. Яҡшы йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлектәребеҙ бар… Уйларға кәрәк...

Йәштәр сығышты бөтөнләй онотолоп тыңлай. Күбеһенең хатта эштән ҡайтҡас барып төнәр мөйөшө лә юҡ бит. Еңел һулап ҡуйҙы улар. Ниһайәт, проблемаларын аңлаған етәксене ҡуйҙылар. 

“Ҡайһылай ҡыйыу егет, дөрөҫөн һөйләй бит!” – тип баш сайҡап тыңланы халыҡ.
 
Бер йыл үтте, икенсеһе… Түрә әлеге телмәрен һаман да ялҡынланып уҡыны һәм һәр саҡ "уйларға кәрәк" тип тамамланы.

Биш йыл үтте. Етәксе йәнә ҡул аҫтындағыларҙы ултырышҡа йыйҙы. Ҡырҡ иләктән иләнеп шымарған докладты ул сираттағы мәртәбә бик шыма уҡыны:

“…Әлбиттә, тырышабыҙ, эшләйбеҙ. Шулай ҙа тормошобоҙҙа бөтәһе лә ал да гөл түгел әле. Хеҙмәткәрҙәребеҙ яҡшы тормошҡа лайыҡ. Беҙҙең барлыҡ мөмкинлектәр бар… Уйларға кәрәк”

Фото: prorisunki.ru

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас