Закир ӘҠБӘРОВ
Повесть
Сөңгөлдөң сиге юҡ
9
Иртәнге оперативканан һуң таралыша башлағайнылар, Дәрзаманов Әғләмгә ҡалырға ҡушты. Исеме менән өндәшмәне, фамилияһы менән дә, ултырырға тәҡдим итмәне. Ҡалын ҡаштарын йыйырып, уҫал итеп оҙаҡ ҡына уның йөҙөнә текәлеп торҙо. Ахырыһы ла:
– Һинең оятың бармы, юҡмы, малай?! – тип екерҙе.
Әғләм эштең ниҙә икәнен белә ине, шулай ҙа тыныслыҡ һаҡларға тырышып:
– Ни булды, Ғәббәс Зарифович? – тине.
– Мин һине бында ҡыҙыма кейәү итеп түгел, хужалығыбыҙға баш инженер итеп саҡырҙым.
– Берҙән, һин түгел, иптәш Дәрзаманов, ә “һеҙ”, икенсенән, “малай“ түгел, юғары белемле инженер. Өсөнсөнән, Әлиә менән бер-беребеҙҙе яратабыҙ.
Дәрзаманов саҡ ҡына һыуына биргәндәй булды.
– Беләһегеҙме, иптәш Бәхтиев, француздар нимә ти: ”Мөхәббәт төшөнсәһен урыҫ илендә генә уйлап сығарғандар. Түләмәҫ өсөн”. Кейәүем булып, минең байлыҡҡа танау һуҙырға йыйынаһыңмы? Не получится, иптәш инженер! Беҙҙең халыҡта: “Силәгенә күрә ҡапҡасы”, тигән әйтем бар. Шуны иҫеңдән сығарма…
– Һеҙҙең байлығығыҙға төкөрҙөм мин, иптәш Дәрзаманов. Минең был донъяла үҙ ҡиммәттәрем.
– Шулай булғас, Әлиәгә ҡул һуҙаһы булма. Уның үҙ ҡиммәттәре. Яҡын көндәрҙә уның Фердинанд менән туйы була. Ә һин аяҡ аҫтында буталып йөрөмә, кит. Ғариза яҙып кит!
– Китмәһәм? Мин – йәш белгес, тип ныҡышһам?
– Һиңә барыбер эшләргә бирмәм. Бында мин – баш, мин – түш! Бар, бөгөн йыйын, алдың-артыңды һепер, иртәгә иртән ғариза яҙып индер…
Юҡ, китмәй! Дәрзамановтарға, Басировтарға үс итеп ул бынан китмәй!
Әллә нисә мәртәбәләр телефоны яуап бирмәне. Ниһайәт, төштән һуң ғына ҡәҙерле телефон телгә килде, ҡәҙерле тауыш яңғыраны.
– Тыңлайым.
– Әлиә! Йәнем! Шылтырата-шылтырата зарығып бөттөм бит. Ни булды?
– Бер ни ҙә булманы.
– Атайың миңә еткергән хәбәр дөрөҫмө?
– Дөрөҫ, Әғләм. Мин Фердинандҡа кейәүгә сығам.
– Нисек була инде был. Кисә генә… Ә беҙҙең тыуасаҡ балабыҙ?..
– Юҡ ул бала, Әғләм. Мин йөклөмөн тип һине алданым ғына… Шаярттым. Ә һин кит, Әғләм, кит. Башҡа ерҙә эш табырһың, яратҡан кешеңде лә… Миңә башҡа шылтыратма.
– “Аяҡ аҫтында буталып йөрөмә” була инде?
– Нисек аңлаһаң, шулай аңла… – Трубкала ҡыҙҙың үкһегән тауышы ишетелеп ҡалғандай булды.
Эйе, сөңгөлдөң сите юҡ, һөйгәне уға хыянат итте. Эйе, китергә кәрәк. Өс ай элек дәртләнеп, ҡанатланып башлаған ине… китергә кәрәк.
Бында иптәштәр, дуҫтар тапҡан ине: хужалыҡтың баш белгестәре, механизаторҙары, шоферҙары, Ғиләж ағаһы менән Хәмдиә апаһы, Мәжит менән Саимәләр… Китергә кәрәк… Бында уның йорто юҡ, малы юҡ. Берҙән-бер байлығы – атаһынан ҡалған “Урал”ы.
Икенсе көн моңһоу ғына хушлаштылар. Әғләм иҫәпләшергә бухгалтерияға ингән ине, Саимә китмә лә китмә тип сәбәләнеп маташты. Әйткән күңелле хәбәре шул булды: Мәжит менән уртаҡ тел тапҡандар икән. Яңы йылда туй яһарға йыйыналар.
– Бәй, Мәжитең бит әле урынында ырғып торған джип алып ебәрмәгән, – тип шаяртҡан булды Әғләм.
– Һи, уныһы һүҙ өсөн генә бит ул, Әғләм. Уның касемсотының джиптан ҡайһы ере кәм? Туйыбыҙға саҡырабыҙ.
– Саҡырһағыҙ ҙа киләм, Саимә, саҡырмаһағыҙ ҙа…
“Урал”ын йөк машинаһына тейәп ҡайтып төшөтө Әғләм ауылына.
– Нисек ҡайтырға булдың, улым, әлегә көтмәгән инек бит, – тип ҡаршы алды уны әсәһе.
– Шулай тура килде инде, әсәй.
– Бер-бер хәл булмағандыр бит?
– Булманы, әсәй, мин эштән киттем. Хәҙер ауылда йүнләп түләмәйҙәр бит. Аҡсалыраҡ эш таптым.
– Ҡайҙа? Себерҙәме?
– Юҡ, үҙебеҙҙең баш ҡалала. Ике-өс көн генә һеҙҙең янда торам да…
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.