Закир ӘҠБӘРОВ
Повесть
Сөңгөлдөң сиге юҡ
10
Сасҡау һыуыҡтары, ыжғыр бурандары менән ҡыш та үтеп китте. Шаулап-гөрләп ҡар һыуҙары аҡты. Ниһайәт, алмағастар, муйылдар, сейәләр, бар донъяға хуш еҫ таратып, ап-аҡ сәскәгә күмелде.
Әғләм баш ҡалалағы тормошҡа күнегеп килә ине инде. Кешенеке булһа ла, бер бүлмәле фатирҙа тора, күңеле бик үк ятып бөтмәһә лә, ярайһы уҡ түләнелә торған эше бар, биш йыл буйы бергә уҡыған, хәҙер бергә эшләгән дуҫы Таһир янында. Уның менән һөйләшергә лә, серләшергә лә, мәрәкәләшергә лә рәхәт. Үҙенең туплаған аҙмы-күпме аҡсаһына атаһы байлығын да ҡушып, ике бүлмәле фатир ҙа алып ебәрҙе. Етмәһә, Әғләмде лә йыуатып маташа.
– Нишауа, дуҫ, ипотека менән булһа ла, һиңә фатир йүнәтербеҙ, өйләндереп тә ебәрербеҙ… Яңынан ауыл һаҙлығына батырға ниәтең юҡтыр ҙа инде?
– Мине өйләндерергә әйтәһең, ә үҙең нишләп һаман буйҙаҡ йөрөйһөң?
– Миңә тиңләшмә һин. Ҡосаҡлап ятырға ҡалала ҡыҙҙар етерлек. Әлегә берҙән-беремде тапмағанмын. Ә һин тапҡанһың, тапҡанһың да юғалтҡанһың. Әлиә лә Әлиә, тип ғүмереңде заяға үткәрергә йыйынаһыңмы?..
Был һорауға Әғләмдең яуабы юҡ. Көндәре автосервис шау-шыуында үтһә, төндәрен һаман да төшөндә Әлиәһен күреп ыҙалана. Нишләп бергә була алмауҙары тураһында уйлана. Нишләп? Уныһы билдәле инде. Донъяла социаль тигеҙһеҙлек тигән нәмә ғүмер буйы булған, бар һәм буласаҡтыр. Яратыу – яратмау… Байҙар – ярлылар… Кеҫәң тулы аҡса икән, һине яраталар. Ана, Таһирҙы көн дә бер ҡыҙ “ярата”. Хәйер, Әғләм дә хәҙер ауыҙын асһа үпкәһе күренгән егет түгел дә ул. Тик Таһирҙыҡы кеүек “мөхәббәт” уға кәрәкмәй.
Әйткәндәй, бер көн иртән дуҫы уға ҡыҙыҡлы хәбәр еткерҙе.
– Кисә мин Фроза менән осраштым.
– Бөтмәҫ инде һинең фроза, мимозаларың, – тине Әғләм вайымһыҙ ғына.
– Ҡайһы Фроза ул тип һора, наҙан. Беләһең килһә, Әлиәнең әхирәте. Теге ваҡыт полицияла…Бер ниндәй ҙә Фроза түгел ул, Фәйрүзә. Ҡыланып ҡына маташа.
– Ә-ә-ә, ул һинән бер башҡа оҙонораҡ бит.
– Ятҡас һындар тигеҙләнә ул, брат… Бик бай бер ҡартҡа сыҡҡан икән. Хәҙер шуның үлемен көтөп ята, имеш. Оҙаҡҡа бармаҫ инде, ти. Тик һүҙем ул турала түгел. Әлиәгә барып-кереп йөрөй икән. Тормошо шәп, ти, әммә кәйефе насар, ти…
– Тормош шәп булғас, кәйеф насар була тиме ни?
– Ире йүнләп өйөнә ҡайтып кермәй, ресторандарҙа күңел аса ла тәтәй ҡыҙҙар менән типтерә икән. Ә Әлиә ситлектәге ҡош һымаҡ йәшәй икән.
Таһирҙың хәбәре Әғләм күңелендә дауыл ҡуҙғытты. Әлиә менән күрешеү, ҡосағына алып иркәләү теләге көсәйгәндән-көсәйҙе. Тик… Бәлки, шылтыратып ҡарарғалыр, осрашыу тәҡдим итергәлер? Юҡ, миңә башҡа шылтыратма, тигәйне бит. Атаһының “аяҡ аҫтында буталып йөрөмә”һен ошо һүҙҙәре менән ҡабатланы.
Көндәрҙән бер көндө Таһир Әғләмгә тағы ла хәтәрерәк хәбәр еткерҙе. Әлиә бала тапҡан! Тупылдап торған малай! Әғләмдең йөрәге “жыу” итеп китте.
– Нисек тапҡан? Кемдән тапҡан?
Ә Таһирға нимә? Уның көлөүе – көлөү.
– Баланы нисек табалар тиме ни, наҙан. Ире бар бит, шунан тапҡандыр.
Егеттә көлөү, мәрәкәләшеү ҡайғыһы юҡ ине. Уның малайы?!. Срогы тап килә. Тимәк, теге ваҡыт әйткән хәбәре дөрөҫ булған… Балаһы тыуыу шатлығын бит дуҫтары менән Әғләм йыуырға тейеш ине. Әлиәне бит яңы тыуған улы менән роддомдан Әғләм барып алырға тейеш ине!.. Эш көнө аҙағында ул Таһирға өндәште.
– Кәйефең нисегерәк, дуҫ?
– Минең кәйеф ҡасан насар булғаны бар?
– Әгәр насар булмаған кәйефтәрҙе тағы ла берәр баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрһәк?
– Нимә, ресторанғамы?
– Өҫтөнә баҫтың! Мин һыйлайым…
Ул кисте Әғләм дуҫы Таһир менән улының “тәпәйен йыуырға” уйланы. “Бар тормош – тап килеү һәм тап килмәүҙәрҙең сиратлашыуы”, – тигән бер аҡыллы әҙәм. Был юлы әллә күктәге илаһи көс, әллә йәһәннәмдәге шайтан ике ваҡиғаны, ике әҙәм затын тап килтерҙе. Әғләм менән Таһир байтаҡ арыу булып алғандар ине. “Яңы тыуған малай атаһы ла, ҡыҙып китеп, дуҫына әлеге халәтен һөйләп ташлаған ине. Шул ваҡыт ресторанға шаулап өс һалмыш әҙәм килеп керҙе. Башлыҡтары – буйға тәпәш, йыуан, һипкелле бер ир, инеү менән администраторға бойорҙо:
– Все самое лучшее, командир! Фердинанд Талипович отмечает рождение наследника! – Бойороҡ биргәс, иҫерек ирҙең күҙе ҡапыл күрше өҫтәлгә төштө… – О-о-о, Таһир дуҫ, минең благодетель, һеҙ ҙә бындамы ни? Әйҙә, дуҫың менән беҙҙең өҫтәл артына! Минең малайҙың тәпәйен йыуабыҙ, панимаеш. Ете айлыҡ булып тыуҙы, панимаеш. Баһадир, дүрт килограмм…
Таһир Әғләмдең ҡабырғаһына төрттө.
– Ике атайға бер малай! Нимә, йыуышабыҙмы?
Әғләмдең күңеле буш ине.
– Теләһәң нимә эшлә, – тине ул көрмәлгән теле менән.
Фердинанд айырым утрауғамы, йә булмаһа, бихисап алтын көмөштәргәме хужа булған ғәрәп әкиәти геройы Ғәләүетдин кеүек ҡыланды. Ғөмүмән, өҫтәлгә бик бай ризыҡ, эсемлектәр килтерелде
– Ә был минең машинаның докторы – Таһир әфәнде, – тине ул, яңы ҡунағы менән таныштырып. – Ас-механик! Машинам сығынсылап та өлгөрмәй, ул уны ауыҙлыҡлап та ҡуя.
Өҫтәл хужаһының шешәләштәре – ялтырап торған пеләшле, оҙон яңаҡлы, ниндәйҙер алышта танауы ҡыйшайған әҙәм һәм туҙған сәсле, туҙған һаҡаллы, ҡалын ситле күҙлекле ир – рюмкаларға һалынғанды төп күтәреп йоттолар ҙа хихылдашып алдылар.
– Ә быныһы… ә быныһы үҙе кеүек әтрәгәләмдер инде…
– Был минең дуҫ, однокурсник Әғләм Бәхтиев тигән егет була. Бергә эшләйбеҙ, – тип таныштырҙы юҡтан бар булған табындаштарын Таһир көрмәлә башлаған теле менән. – Кстати, Фердинанд Талипович, ул һеҙҙең земляк, Байтирәк районынан.
Фердинандтың аларған күҙҙәрендә мәғәнә сатҡыһы пәйҙә булды.
– Бәлки, Уҫаҡлынандыр ҙа әле? Минең ҡатын ауылынан…
Танышыу мәғәнәһеҙ булмай. Хәйер, үҙеңдең дошманың… юҡ, көндәшең менән танышыуҙан ниндәй мәғәнә көтәһең? Ул бит һинең һөйгәнеңде көсләп алып китмәгән.
– Мин Уҫаҡлыла өс ай эшләп киттем…
– Ә-ә-ә, минең тесть әйткәйне шул, бездельник булып сыҡты, ҡыуып ебәрҙем, тип…
Әғләмдең хәмер бәргән мейеһе шаулап китте. Ул үҙен-үҙе белмәйсә көндәшен һуғып осора яҙҙы.
– Я сегодня добрый. У меня сын родился, – тип ҡабатланы уныһы.
Ғәҙәттә, самалап ҡына эскән Әғләм бөгөн тост артынан әйтелгән тостарға ҡаршы килеп маташманы, ярайһы уҡ иҫерҙе, хатта ене һөймәгән көндәше лә күңеленә яҡын бер әҙәмгә әйләнгәндәй булды.
Табын һүрәнләнеп, бөтөнләй йәме китә башлағас, уның хужаһы яңы тәҡдим индерҙе.
– Все! Заседание суда тәнәфескә туҡтала, дауамы – минең аппартаменттарҙа. Киттек, ҡәҙерле ҡунаҡтар!..
Таһирҙың юҡтан бар булған мәжлестә ҡәҙерле ҡунаҡ булғыһы килмәне.
– Минең свиданием бар, – тип бышылданы ул дуҫының ҡолағына. – Һиңә лә был әҙәмгә эйәреп йөрөү кәрәкмәҫ тип иҫәпләйем. Һуғышып, әллә ни эшләп бөтөрһөгөҙ.
– Ә мин барм, – тине Әғләм ниндәйҙер үҙенә лә аңлашылып етмәгән кирелек менән. Хәйер, нишләп аңлашылмаһын инде? Хет иҫерек килеш булһа ла, хет иҫерек хужа алдында уңайһыҙ булһа ла, һөйгәнен күрергә форсат табылып тора бит!
Шулай итеп, бәхетле атайға Әғләм менән теге туҙған сәсле ир эйәрҙеләр. Уны хужа “коллега” тип таныштырғайны. Пеләш башлы ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Таксиҙа китеп барғанда адвокат ниҙер һөйләнеп маташты: “Все, коллега, десять лет – это не шутка. Быны “Кувалда” былай ғына ҡалдырмаясаҡ. Уның иректә эйәрсендәре күп. Һаҡ бул!”
– Әйткәндәй, теге пеләш баш кем ине һуң?
– А черт его знает… – тине Фердинанд. – Ресторанға ингәндә эйәрҙе бит. Теге “Кувалда”ның эйәрсендәренең береһе, булһа кәрәк. Шантрапа… Я сегодня добрый… Бисә миңә бына тигән ул табып бирҙе бит. Представляешь, брат, ете айлыҡ булып тыуҙы – дүрт килограмм!.. Все остальное – ерунда…
Әғләмдең өмөтө аҡланманы. Замокка оҡшатып төҙөлгән өй буш ине. Уның һораулы ҡарашын күреп, хужа:
– Күрәһегеҙ, йорт буш, – тине. – Бәләкәсем ҡәҙерле улымды алып, атаһы, әсәһе янына ҡайтып китте. Судта ҡараласаҡ эшем булмаһа, мин дә теща ҡоймағы ашап ятҡан булыр инем. Зато миндә иркен, һүҙ әйтеүсе юҡ. Гуляем, ребята!..
Дауамы бар.
Альбина Таҡалова һүрәте.